14.11.2014 РОБАҒИҙАР
Белем йондоҙон эҙләгәндә,
Ни эшләптер, робағи яҙҙым төндә.
Кешеләр күҙендә
Ғалим бөйөк, шағир – бәндә.
Һорайһың һин минән бүләк:
Беләҙек менән күлдәк.
Алып бирҙем, һиңә улар
Сисеп ташлар өсөн кәрәк.
Юл тапмайым был ҡараңғы төндә,
Кәңәш бирер бер кем юҡ эргәмдә.
Әллә барыһын ташлап ҡасырға алыҫҡа,
Таба алмаҫ ине унда бер кем дә.
Хур ҡыҙҙары минең баҡсала,
Ҡайҙан тағы бындай хөрмә табырға?
Ошо ожмах емештәре өсөн
Мин хажға әҙер барырға.
Бешкән ҡауын тоттом ҡулыма,
Күңелем тулды йылыға.
Теләйем мин йөҙөм ҡабырға –
Мин иҫерҙем емеш һутынан.
Был донъяла нисек һуң йәшәргә,
Бирелгән ризыҡ менән килешергә?
Аңлат, Раббым, зинһар, кешеләргә –
Ғүмер бирелмәгән беҙгә ирешергә.
Төштәремдә осам мин бейектә,
Шиғырҙарым яңғырай ҙур йөрәктә.
Шул төштәрҙән айнып сығып киләм –
Ауыр ҡанаттарым менән бергә.
Иртәнге дәрт менән уянам,
Хәлиф һымаҡ мин үҙемде тоям.
Мөхәббәтле йәнемде усҡа алып
Алтын шиғыр итеп ҡоям.
Һөйгән йәрең булһа, булһын аҡҡоштай,
Ысын дуҫың булһа, булһын алмастай.
Тимер сылбыр менән ҡоршаған Хоҙай,
Кем яҡыныраҡ был тормошта,тип һорамай.
Был донъяла беҙ тик ҡолдар,
Быны белә аҡһаҡалдар.
Иреклекте эҙләп сыҡһаң юлға –
Тамуҡҡа шайтандар оҙаталар.
Ҡараңғыла, кеше күрмәгән саҡта
Гонаһлы уй булһа туң башыңда,
Онотма, күктә балҡый ай ҡылысы,
Хоҙай тота уны үҙ ҡулында.
Тормош камиллығын төндән эҙләп,
Йондоҙҙарға мин ҡараным төбәп.
Тик мөхәббәт был шаршауҙы аса,
Фән донъяһы бирә яуап әҙләп.
Кемдер эсә шарап, кемдер бал ҡапҡан.
Ғалим йоҡлай алмай, ул уйҙарға батҡан.
Эйе, Хоҙай беҙҙе бер балсыҡтан тапҡан,
Ләкин һәр кешегә күктә йондоҙ таҡҡан.
Аллам, осаһың һин күктә,
Бәндә һинең өсөн нөктә.
Кеше ғазаптары һиңә
Күренмәйҙер шул бейектә.
Төҙөйбөҙ беҙ күккә баҫҡыс,
Донъя сикһеҙ һәм ҡурҡыныс.
Алла, Һинең кәңәштәрең
Булһын беҙгә лә таяныс.
Бур булмаһам да – мин дәртле ир,
Ҡыҙ урларға әҙер ғашиҡ шағир.
Ғашиҡ булған өсөн кем ғәйепле?
Раббым, миңә фатихаңды Һин бир.
Кем шаһзада булып тыуған –
Бәлки, ғүмер буйы булыр солтан.
Тәхеткә ултырғас та һаҡлан –
Уның артында ла бар дошман.
Хоҙай тормошоңдо белеп ҡорған:
Ҡасан тыуған көнөң, үлем ҡасан.
Гонаһтарың да күп булһа ла
Тәҡдир китабына яҙып алған.
Ҙур йыhанда һин тыуҙырҙың, Раббым,
Күп донъялар шунан ваттың.
Күп кешеләр араһында бер дуҫ таптым,
Тапҡан ғына инем, юғалттым.
Һүҙ – көмөштәй торһа ла яңғырап,
Тын сығарма, алтын килһәң һорап.
Шағирҙарҙы көтә тамуҡ-ғазап,
Шуға ла бит эсә улар шарап.
Шиғыр яҙам да мин эсәм шарап,
Ниңә тораһығыҙ шулай ҡарап?
Шарап эсәм дә мин ҡыҙҙар тотам,
Ҡыуанығыҙ әйҙә, булдым харап.
Ҡурҡма, тормош ауыр тип, аптырап.
Яуыз яҙмыш тормай беҙҙән һорап.
Мулла булһаң да, бай булһаң да –
Һинән бәндә эшләр шарап.
Яңғыҙ ҡалдым мин һыуыҡ өйөмдә,
Күләгәләр күрәм мин төшөмдә.
Хәтеремдең тере осҡондары
Минең йәнде ғазап итә төндә.
Шарап эсеү – хәрәм,
Быны белә һәр әҙәм.
Кәрәкмәй миңә зәм-зәм,
Ҡымыҙ булһа ла эсәм.
Тота беләм үҙемде,
Тота беләм hүҙемде.
Тик өсөнсө касанан һуң
Бирһен Хоҙай түҙемде.
Аң, йән һәм тәнде Алла беҙгә биргән.
Һин уларҙы һаҡлап тотон – осорма елгә.
Үлгәс тәнең ята ергә, йәнең оса күккә.
Таба алманым яуап – аңың хәжәт кемгә?
Мине мыҫҡыл итеп хурлайһың,
Бер нәмәне һин аңламайһың:
Бөркөт булып осам мин бейектә –
Бер бөртөк ҡанатыма ла һин тормайһың.
Мине ҡыуаһығыҙ һеҙ, бәндәләр,
Әлбиттә, шатлыҡлы ундай хәбәр.
Әйткем килә һеҙгә һуңғы тапҡыр –
Миңә кәрәкмәй һеҙҙең бысраҡ шәһәр.
Мин инем хыялый йәш саҡта,
Иң матур ҡыҙ эҙләп донъяла.
Бөтәһе лә матур, аңланым
Ингәс тә аҡһаҡал сафына.
Һин оҙаттың яҙып маңлайҙарға
Кемде ожмахҡа, кемде тамуҡҡа.
Хоҙай ниңә беҙҙе тартаһың яуапҡа –
Хата тулы һинең яҙмыш китабыңда.
Иртән торһам, ишетһәм бейектән аҙан,
Доға ҡылмайым – мин шиғырҙар яҙам.
Миңә Хоҙай ҡушҡандыр тереләй был ғазап –
Һөйәркәмде ташлап ҡулға ҡәләм алам.
Шиғыр яҙҙым төн туҡтамай,
Шиғыр һуҡыр тин дә тормай.
Шайтан һул иңемдә илай,
Уң яҡта фәрештә йоҡлай.
Ысын шағир бит ас ҡалмай,
Уны Хоҙай үҙе һаҡлай.
Беҙҙе тамуҡ уты көтһә лә,
Ысын ижад утта янмай.
Телһеҙ ҡалдым һине күргән саҡта,
Алтын йондоҙ булып балҡыйһың алыҫта.
Яҡын булһаң да – яҙмышта хата,
Һине мин осратырмын ожмахта.
Мин робағи яҙам үҙ телемдә,
Шағир еңел йәшәй үҙ илендә.
Ҡыҙҙар өйөрөлөп йөрөй эргәмдә –
Аҡса булмаһа ла тишек кеҫәмдә.
Күп илдәрҙе үткән, күп бәләне күргән
Иптәшем минең, каруансы Хәсән.
Күп яралар таптыҡ, күп гонаһтар йыйҙыҡ –
Мәккә юлдарына сығырбыҙ һуң ҡасан?
Минең шиғырҙарым ҡанундарҙы вата,
Шарап көршәктәре ижадты уята.
Аңлағыҙ, дуҫтарым, юҡ ен-бәрей бында –
Һәр көршәк төбөндә – робағи ята.
Хур ҡыҙҙары мине бик ярата,
Ҡунаҡтарға шарапты тарата.
Был йоҡонан уянғы ла килмәй,
Инде осто төшөм, таң да ата.
Яңғыҙ ҡалдым ҡараңғыла, тауыш тынды,
Һуңғы һауыт шарап өҫтәлемдә ҡалды.
Бына осоп төштө эргәмә Ғазраил –
Ожмахта төҙәтермен башымды.
Фәрит ӘХМӘҘИЕВ