«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » ЙЫНАЗА



14.11.2014 ЙЫНАЗА

ЙЫНАЗАХәтифә әбей үлеп ҡалған! Был күңелһеҙ хәбәр ауыл­ға йәшен тиҙлеге менән таралды. Мәрхүмәне бөгөн төшкә ҡарай алып килергә тейештәр. Эй, ғүмер тигәндәре! Бер балҡып һүнгән шәм ише генә...
Көтөлмәгән хәбәрҙе алғас, Рамазан бабай шаңҡып ултыра бирҙе. Уҙа ғүмер, уҙа! Уйлап ҡараһаң, Хәтифә кисә генә ошо ауыл­ға килен булып төшкәйне. Тормош иптәше Хәйрулла менән емертеп донъя көттө. Ул кәртә тулы ҡош-ҡорт, ул мал-тыуар... Уңған ғаиләлә бер-бер артлы ике бала тыуҙы. Ҡыҙҙары Әсмә хәҙер ҡалала йәшәй, ҙур урында эшләй, хатта шоферы өйөнән килеп ала, кире илтеп ҡуя, ти. Улдары Хәким дә сереп байып киткән икән. Нимә әйтәһең инде – эшҡыуар. Өфө һынлы Өфөнөң ҡап уртаһында бейек кенә затлы йортта йәшәй, тип һөйләгәйне әсәһе. Эш буйынса сит илдәрҙән ҡайта белмәй, имеш.
Рамазан ҡарттың уйҙары йәнә мәрхүмәгә әйләнеп ҡайтты.
– Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалып булмай шул, – тип ауыр көрһөнөп ҡуйҙы ҡарт. Хәтифә әбейгә бәйле хәтирәләр үҙенән-үҙе күҙ алдына килеп баҫа. Изге кеше ине ул. Бер ҡасан да ғәйбәт ташып, кеше араһын бутап йөрөмәне. Үҙ эше менән генә булды. Уның яҡты йөҙөнә, бирешмәҫ мыҡты кәүҙәһенә ҡарап, ауылдаштары, шаяртып: “Был Хәтифә үлмәҫкә тыуғандыр”, – тиер ине. Юҡты һөйләйҙәр, был донъяла бер нәмә лә мәңге түгел! Тимер һынлы тимер ҙә, тәүҙә тутығып, шунан сереп юҡҡа сыға. Хәтифә әбей ҙә тиҙ генә бирешерҙәй заттан түгел ине. Хәләле Хәйрулла ҡарттың кинәт үлеүе генә бәкәлгә ныҡ һуҡты. Ауыр кисерҙе ҡарсығы. Яңғыҙлыҡта ни эшләргә белмәй зар-интизар булғанда, исмаһам, балалары эргәһендә түгел. Онотҡанда бер күренге­ләй­ҙәр. Һәр береһенең үҙ мәшәҡәте. Әсмәһе лә, Хәкиме лә эш тип үлә инде...
Бынан өс көн элек кенә “Тиҙ ярҙам” менән Хәтифә әбейҙе ауыр хәлдә ҡалаға алып киткәйнеләр.
Ауылда берәйһе баҡыйлыҡҡа күсһә, уны тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатыу, ерләшеү – һәр кемдең изге бурысы. Рамазан бабай үҙ ғүмерендә әҙме ауылдашын күҙ йәшен түгеп ер ҡуйынына һалыуҙа ҡатнашты. Ауылдың иң оло кешеләренең береһе – Хәтифә әбейҙе лә тәрбиәләп ер ҡуйынына тапшырырға кәрәк. Ошоно уйлап ултыр­ҙы ла ҡарт, йәһәт кенә кейенеп, сығыу яғына ыңғайланы...
Хәтифә әбейҙең йорто алдында халыҡ йыйылған. Ҡапҡаны шар асып ҡуйғандар. Ирҙәр бер урынға йыйылып, нимә хаҡындалыр һөйләшә. Ҡатындар һыу ташый, кәртәлә усаҡ яғып, аш-һыу әҙерләй. Һәр кемдең йөҙөндә моңһоулыҡ, хәсрәт.
Рамазан бабай, бисмиллаһын әйтеп, ипләп кенә ишек алдына яҡынлашты. Берәү менән дә ҡул биреп иҫәнләшмәне – йолаһы шулай.
Бары баш һелкеп кенә иҫәнлеген белдер­ҙе.
Усаҡ алдында аш-һыу менән булып йөрөгәндәр араһында Әсмәне шундуҡ таныны бабай.
– Эй, һеңлекәш, ҡайғың ауыр. Был донъяла Аллаһы Тәғәлә генә мәңгелек, ҡалғандар – үткенсе, – ҡарт, Әсмәне йыуатҡандай, арҡа­һынан һөйөп алды. – Үлгән артынан үлеп булмай. Хәтифә еңгә бик ихлас кеше ине. Урыны йәннәттең түрендә булһын...
Был һүҙҙәрҙән сибек кенә ҡатын һыҡтап илап ебәрҙе:
– Уй, әсә-кә-йем! Ниңә генә китеп барҙың инде? Хәҙер һинһеҙ нисек йәшәрбеҙ?..
– Йә, тыныслан, ҡыҙым, тыныслан! Әгәр бөтәһе лә мәңге йәшәһә, тормоштоң ҡәҙере булмаҫ ине. Күрәһең, Хоҙайға ла күктә изге әҙәмдәр кәрәк.
– Исмаһам, үҙемә алып ҡайтып өлгөрмәнем. Йәшәр ине беҙҙә. Бында бит ауыр: һыуын йылғанан ташы, өйҙө утын менән йылыт...
Бабай нисек кенә күҙләһә лә, килгән кешеләр араһында мәрхүмәнең улын таба алманы. Ахырҙа:
– Хәким улым күренмәй. Моргҡа киттеме әллә? – тип һорап ҡуйҙы.
– Юҡ, – Әсмә бары ҡул һелтәне. – Мәскәүҙә ул. Командировкала. Килеп етә алмайым, тип шылтыратты. Ә моргтан әсәйемде ирем Рәйес алып ҡайта.
– Улай икән... – ҡарт аптырап башын сайҡаны. Ауыҙ эсенән генә әйтеп ҡуйҙы:
– Донъя малы ҡәҙерлерәк шул хәҙе-ер...
Ул арала ҡәберҙең әҙер булыуы тураһында хәбәр иттеләр:
– Апай, эш бөттө. Һеҙ ҡушҡан урындан ҡаҙҙыҡ.
Әсмә күҙ йәштәрен һөрттө лә, тынысланырға тырышып, күкрәк тултырып һуланы.
– Рәхмәт, ҡустым. Атайым менән йәнәш ятыр хәҙер. Әсәйем алдан уҡ, шунда ерләр­һегеҙ, тип әйтеп ҡуйғайны.
– Бә-әй! Ҡаҙып та ҡуйҙығыҙмы ни? – Ҡарт аптырап һораны. – Мәрхүмәне өйөндә төн сығара торған йола бар...
– Юҡ, ағай. Беҙ әсәйҙе бөгөн ерләйбеҙ.
Был һүҙҙәрҙән бабайҙың тәне зымбырлап китте. Тамағына төйөр килеп тығылғандай тойолдо:
– Нис-сек улай, һеңлекәш?
Әсмә ҡарттың борсолоуына әллә ни әһәмиәт бирмәне.
– Ирем менән кәңәшләштек тә, шулай итергә булдыҡ, – тине ул тыныс ҡына. – Иртәгә икебеҙгә лә эшкә...
Көтөлмәгән хәбәрҙән ҡарттың йөҙө үҙгәр­ҙе. Маңлайындағы һырҙар ошо мәлдә артҡандай булды. Әсмәгә ҡарата асыуы килде, күрәһең.
– Ныу, туғаным, йоланы һанға һуҡмау былай килешкән эш түгел. – Рамазан ҡарт ололарға хас етдилек менән өндәште. – Хәйерлегә булһа ярар ҙа ул...
Шул саҡ ҡапҡа алдына йөк машинаһы килеп туҡтаны...
– Балалар, әйҙәгеҙ, мәйетте өйгә индерәйек, – тип Рамазан ҡарт машинаға табан ыңғайланы.
– Аһ-аһ, өйгә-ә? – әсмә ҡабаланып ба­бай­ҙың ҡаршыһына сыҡты. – Ҡәбер күптән ҡаҙылған. Унда кешеләр көтә. Бара һалырға кәрәк.
– Ҡыҙым, бәй, мәрхүмәне өйөнә лә индермәйһегеҙме ни?
– Ҡуй әле, Рамазан бабай, баш ҡатырып йөрөмә. Былай ҙа ҡайғыбыҙ ҙур, – Әсмә ҡулын һелтәп ҡуйҙы.
Ҡәбер ҡаҙыусылар ебәргән егет түҙмәне. Ул Әсмә эргәһенә килеп, уның терһәгенә ҡағылды:
– Апай, ней... Ней, ауыл йолаһы ла бар бит әле...
– Тағы ниндәй йола? – тип ҡатын күҙен алартты.
– Ней, ағайҙар көтөп тора, – егет муйыны тәңгәленә сиртте.
Йомоштоң ниҙә икәнен аңлағас, Әсмәнең асыуы ташты:
– Уф, алла! Саҡ ҡына ҡыл ҡыбырлатһалар ҙа таларға торалар. – Шунан ире торған яҡҡа ымланы. – Бар, ана, Рәйес еҙнәңдән һора. Мин ҡушты тип әйт.
Егет ҡәнәғәтлек менән ауыҙын йырҙы. Рамазан ҡарт быларҙың барыһын да асыуы килеп күҙәтеп торҙо. Мең төрлө уҡмашҡан уйҙарҙың осо-ҡырыйын тапмаҫлыҡ... Ет­мәһә, элек маңҡаһы ағып йөрөгән бынау Әсмәһе лә ҡалай ҡылан­ған була. Башты ҡатырып йөрөмә, тип кенә ҡуйҙы. Нисек кенә тимәһендәр, үҙ һүҙемдә торорға тейешмен, тип уйланы бабай.
– Ҡыҙым, һин саҡ ҡына булһа ла оло кешене тыңла, – ҡарт ҡалтырана биреп, эйәге менән өй яғына ымланы. – Әсәйеңдең бит ғүмере ошо йортта үтте. Атайың менән икеһе үҙ ҡулдары менән һалған йорт бит. Үҙегеҙ шунда үҫтегеҙ. Йоланан өҫтөн булыр­ға ярамай. Индерәйек...
– Ваҡыт ҡыҫа, ваҡыт, – Әсмә үҙенекен тылҡыны. – Бер мендереп, бер төшөрөп йөрөргә ней...
Һүҙгә мәрхүмәнең күршеһе Сәкинә ҡарсыҡ та ҡушылды:
– Әсмә, ҡатындар күптән әҙер. Әсәйеңде, дин шарты буйынса, ғөсөлләндерергә кәрәк.
Ҡатындың йөҙө үҙгәрҙе. Уның тишерҙәй итеп ҡарауынан әбей менән бабайҙың аҡыл өйрәтеп йөрөүен өнәмәүен төшөнөргә була ине.
– Уныһын ғына беләбеҙ... – тип ҡырт киҫте Әсмә. – Был эште хәҙер моргта ла үтәйҙәр. Әсәйҙе яҡшы итеп йыуып, табутҡа һалып бирҙеләр.
Рамазан ҡарт аптырап, ауыҙын асты ла, ни әйтергә белмәй, шаңҡып ҡалды:
– Бәй, һеҙ уны табутҡа һалдығыҙмы ни? – уның моңһоу күҙҙәре тағы ла тоноҡланып китте. – Мосолмандарҙа улай ярамай. Беҙҙә борон-борондан мәйетте йыуып, кәфенлеккә урап ер ҡуйынына тапшырҙылар.
– Шулай, шулай! – тип өҫтәне Сәкинә ҡарсыҡ. – Ул гурыд кешеләре беҙҙең йоланы белә тиме? Әйҙә, шартына килтереп үтәйек. Индерегеҙ өйгә...
– Юҡ, юҡ, юҡ! – Әсмәнең тауышы көр сыҡты. – Бер үк эште ике башҡарырға хыялый булдығыҙмы? Беҙҙең ваҡыт тығыҙ. Шуның арҡаһында эшһеҙ ҡалайыҡмы әллә?!
Эргәлә генә ике ҡатындың шарҡылдап көлгәне һөйләшеүҙе бүлдерҙе. Күрәһең, улар мәйет оҙатырға килгәнен бөтөнләй онот­ҡан. Бер кемгә лә иғтибар итмәй, ҡулдарын болғай-болғай гәпләшәләр.
– Кит, шайтан саҡырып тормағыҙ! Тапҡанһығыҙ ғәйбәт һөйләргә! – Сәкинә әбей уларҙың ауыҙын ҡапланы.
Башҡалар нисек кенә күндерергә маташ­һа ла, Әсмәнең һүҙен йығыуы, ай-һай, еңелдән түгел. Әсәһен өйөнә индереүгә лә, уны дингә ярашлы йыуып, кәфенлеккә урауға ла ҡырҡа ҡаршы торҙо. Һайт тигәнгә тайт тигәндәй, Рәйес тә ҡатынының һүҙҙәрен ҡеүәтләп тора. Әсмәгә һин әйт ни, әйтмә ни. Ауылдаштары быны шундуҡ тойомланы. Ахырҙа, хушлашыу өсөн әбейҙең йөҙөн асып күрһәтеүен үтенделәр.
Әсмәгә ире ярҙамға килде:
– Табутты моргта ҡағып ҡуйҙылар, – ҡабаланыуын белдереп, бер­сә сәғәтенә, берсә ҡатынына ҡарап алды. – Уны асып тормайбыҙ инде. Былай тора бирһәк, көн дә байыр...
Был һүҙҙәрҙән кемдер ауыр көрһөнөп ҡуйҙы, берәүҙәр сыҙай алмай, ҡул һелтәп ҡайтып китте.
Халыҡ араһында торған Рамазан ҡарт йәнә алға килеп баҫты:
– Ә йыназаны кем уҡыр?
– Мулла күрше ауылда бар ул. Барып алыр­ға кәрәк, – тине әбейҙәрҙең береһе.
– Йыназаны уҡымайынса ерләргә ярамай, – ҡарт бер әйтә башлағас, туҡтай алманы. – Үлгән кеше хәҙер доғанан башҡа бер нәмә лә көтмәй...
Әсмә иренен ҡымтый биреп быларҙы тыңлап торҙо. Шунан, ҙур асыш яһағандай, Сәкинә ҡарсыҡҡа ымланы:
– Хәҙер мулла артынан йөрөргә ваҡыт юҡ. Ана, Сәкинә инәй йыназа уҡыһын. Ул ураҙаһын да тота, доғаларҙы ла белә.
Ҡарсыҡ ҡалтыранып китте. Уңайһыҙлана биреп, башындағы яулығын ипләне:
– Ҡуй, килешмәгәнде. Ҡатын кеше бер ҡасан да йыназа уҡымай бит. Шунан, мин уның тәртибен дә белмәйем. Бер нисә генә доға хәтерҙә ҡалған.
– Ана шул белгәндәрең дә еткән! Әйҙә, уҡы, инәй...
Башҡа сара ҡалмағас, Сәкинә ҡарсыҡ мәйет алдында белгән доғаларын уҡыны. Тик уны йыназа тип атап булмай инде. Шулай ҙа әхирәте мәрхүмәнең йәне йәннәттә булыуын, ҡараңғы гүренең яҡты булыуын теләне. Үлгәндәргә тыныслыҡ, иҫәндәргә сәләмәтлек юраны.

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.

(Дауамы бар).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға