07.11.2014 Төньяҡ-көнсығыш райондар йәштәре лә шаярта белә
Башҡорт Юниор КВН лигаһы, ниһайәт, беҙҙең тарафтарға килеп етте.
27 октябрҙә Мәсәғүт район мәҙәниәт һарайында төньяҡ-көнсығыш зона фестивале үтте. Унда барлығы 15 команда үҙ-ара көс һынашты.
Фестивалдең “Заман эҙенән” темаһын һәр команда үҙенсә асыуға өлгәшкән. Айырыуса “Өс тармаҡ” (Ҡыйғы районы, Иҫке Мөхәмәт мәктәбе), “БашStar” (Салауат, Әлкә), “Ҡыйғы шаяндары” (Үрге Ҡыйғы), “Замана балалары” (Оло Ыҡтамаҡ башҡорт гимназияһы), “Ғәләмәт йәштәр” (Салауат, Тирмән) командаларының шаяртыуҙарын шығырым тулы зал алҡыштарға күмде. Сараны алып барыусы Радик Ғиззәтов белдереүенсә, “БашStar”ҙың сығышынан һуң Әлкә ауылын барып күрге килде. Тирмәндәр ни өсөн ауылда ғәләмәт йәштәр йәшәүе серен асһа, Учалынан “Тик ҡыҙҙар” командаһы ағзаһы, рус егете Никита башҡортса һөйләшеүе менән һоҡландырҙы…
Егет-ҡыҙҙар йырланы, бейене, төрлө актуаль проблемаларҙы күтәрҙе, башҡорт телен һаҡларға саҡырҙы. Күптәр КВН-сы сифатында сәхнәгә тәүге тапҡыр сығыуына ҡарамаҫтан, баҙап, юғалып ҡалманы.
Командаларҙы мәртәбәле жюри – “Шаяндар һәм отҡорҙар клубының Башҡорт асыҡ лигаһы” БР төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Урал Кәримов, Салауат районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Сажиҙә Миһранова, Дыуан районы мәғариф бүлеге методисы Илгенә Мөхәммәтова, КВН-сылар, “Өтөр” (Өфө) командаһы егеттәре Рәмил Ғафаров менән Азат Низаметдинов баһаланы.
Шулай итеп, төньяҡ-көнсығыш зона фестиваленең һөҙөмтәләре.
Беренсе урын – “Төньяҡ амурҙары” (Республика лицей-интернаты), икенсе урын – “Тик ҡыҙҙар” (Учалы ҡалаһы), өсөнсө урын – “Арый туҡталышы” (Арый, Дыуан районы).
Иң яҡшы ир-егет роле – Илмир Ғәлләмов (“Төньяҡ амурҙары”), иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле – Илзирә Ильясова (“Тик ҡыҙҙар”), иң яҡшы миниатюра – “Шаяндар” (Лағыр, Салауат районы), иң яҡшы шаяртыу – “Төньяҡ амурҙары”.
Фестиваль асышы – “Кесерткән” (Мәсәғүт педагогия колледжы) һәм “Ҡара юрға” (Мәсәғүт лицейы).
Уларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Бынан тыш, Дыуан, Салауат, Ҡыйғы, Мәсетле райондары хакимиәттәре вәкилдәре үҙҙәренең командаларын бүләкләне. Мәҫәлән, Ҡыйғы районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитетының баш белгесе Илдар Шәрәфетдинов “Өс тармаҡ” менән “Ҡыйғы шаяндары” командаларына принтер бүләк итте.
Фестивалдән һуң жюри ағзалары ярымфиналға үткән командаларҙың сығыштарына төплө, профессиональ анализ яһаны, тәҡдимдәрен еткерҙе. Тамашасыларҙың фекерен иҫәпкә алып, “Ҡара юрға” командаһы ла Өфөлә үтәсәк уйындарға саҡырыу алды.
“Уйындан бик ҡәнәғәтбеҙ. Барлыҡ командалар ҙа бик көслө. КВН-да ҡатнашыу күңелде ҡанатландыра, уны ойоштороусы апай-ағайҙарға ҙур рәхмәт!” – тип таралышты уҡыусылар.
Илнур ХӘБИБУЛЛИН.
Дыуан районы.
Автор фотоһы.