07.11.2014 Шиғриәт минуттары
Ҡатыныма
Яландай өй, киң күңелең,
Ишегеңдә лә юҡ бигең.
Ҡунаҡмы ул, балалармы –
Һәр саҡ тулы һинең өйөң.
Үҙең алсаҡ, йөҙөң асыҡ,
Ҡояш кеүек балҡый һәр саҡ.
Түҙемлегең тауҙай, таштай,
Ә минеке... етмәй ҡай саҡ.
Һиңә ҡарап көс, дәрт алам,
Йөрәгемә уттар һалаң.
Өшөгәндә – өшөп булмай,
Усаҡһыҙ ҙа дөрләп янам.
Яландай өй, киң күңелең...
Етмәй һине ҙурлар һүҙем.
Йәнәшәңдә тороуға ла
Бәхетлемен шундай үҙем!
Әбйәлилгә мин еләм
Күңелдәргә моңһоу саҡта
Яныңда дуҫтар кәрәк.
Әбйәлилгә юлдар төшһә,
Ашҡынып тибә йөрәк.
Бар эшемде ситкә ҡуям,
Әбйәлилдәр көтә, тип.
Уйламайым, һуңғы тин дә,
Бакта бензин бөтә, тип.
Артта ҡала Рәз, Ҡыраҡа,
Алда Ҡырҡты һырттары.
Юл буйынса сәләмләйҙәр
Ауылдары, йорттары.
Күңелдәргә моңһоу саҡта
Нишләргә хәҙер беләм:
Илһамланып ҡайтыр өсөн
Әбйәлилгә мин еләм.
Ҡәйнәләргә
Яңылыш фараз итәләр
Беҙҙә элек-электән:
Ҡәйнәләрҙең теле, имеш,
Йыуан була беләктән.
Йыланға ла ҡәйнәләрҙе
Сағыштырып ҡуялар.
Кейәү йәки килен унан
Туйҙан һуң уҡ туялар...
Һәр әсәгә үҙ балаһы,
Билдәле, бик тә яҡын.
Тик ҡәйнәләр генә белә
Кейәү йә килен хаҡын.
Һәр ҡатын-ҡыҙ әсә булһа,
Ғәйбәт булыр кәмерәк!
Һәр әсә лә ҡәйнә булһа,
Донъя булыр йәмлерәк!
Яңылыш фараз йөрөтөп,
Кәмһетеүҙәр ишәйҙе.
Ҡәйнәләр ҙә шул уҡ әсәй,
Кәмһетмәйек әсәйҙе!
Уҡытыусыма
Тәү ҡат асып «Әлифба»ны
Хәрефтәр танытыусы,
Һандар серен өйрәтеүсе
Һин – тәүге уҡытыусым!
Башланғысын ғына түгел,
Һин бирҙең бар белемде.
Яратырға, үҙ итергә
Өйрәттең һин телемде.
Һыуыҡ ҡышта иҫләниһәм,
Уҡытыусым, һин – яҙым!
Рәхмәттәрҙән башҡа һүҙем
Һис юҡ, булмаҫ, остазым!
Киң күңелле башҡорт беҙ
Сикһеҙ яландарыңдай киң
Күңелең, Башҡортостан!
Түҙемлегең ҡатыраҡтыр
Сыныҡҡан да ҡоростан.
Баҙарҙарҙа һатыусылар –
Кавказ, Азия халҡы.
Ҡасаҡтарға бында ожмах –
Бар ерҙә улар хаҡлы.
Булһындар ҙа, йәшәһендәр,
Киң күңелле башҡорт беҙ!
Ерен ташлап ҡасмай торған
Иң түҙемле халыҡ – беҙ!
һөнәрмәндәр
Шатландыра кескәйҙәрҙең
Хеҙмәткә ҡараштары.
Балалар баҡсаһынан уҡ
Күренә тырыштары...
Әхтәм әйтә, шофер булам,
Кешеләрҙе йөрөтәм,
Эштәренә алып барам,
Өйҙәренә лә илтәм.
Ә мин һатыусы булырға
Хыялланам, ти Зилә,
Йөҙгә тиклем һанайым да,
Аҡса ла шутлай беләм.
Атайым кеүек заводта
Иретәсәкмен тимер,
Тип ҡушылды дуҫтарына
Ситтә торған Биктимер.
...Ә ҡомлоҡта пирамида
Яһай ҡомдан бер малай.
Эшҡыуар булыр ул үҫкәс,
Был һөнәр уға ҡулай.
* * *
Ағастарҙы ел-дауылдар
Бер өҙлөкһөҙ һындыра.
Ә кешелек көтмәгәндә
Яңағыңа тондора.
Бөгөлөп китәң ағас кеүек,
Шарт итеп һынып китәң.
Тәбиғәт тә, кешелек тә
Бер икән, ни хәл итәң...
Ағас урынына ғына
Ағас үҫер бер заман.
Һынған яңаҡ ҡына һаман
Әрнеп һыҙлай бик яман...
Дүрт юллыҡтар
Үлге килмәй... Тормош бик тә
матур!
Тик бирелмәй мәңге йәшәргә.
Янам тиеп быҫҡып һүнәң
ҡай саҡ,
Өлгөрмәйсә күктән
йәшнәргә...
* * *
Кәрәкмәй Төркиәһе лә,
Кәрәкмәй Әмираты,
Еләккә бай, тау-урманлы
Булғанда Белоретым!
* * *
Асыуланһаң ҡомға яҙ һин,
Тигәнде яҡшы белеп,
Яҙҙым ташҡа. Таш онталды
Селпәрәмә лә килеп...
* * *
Ҡурҡмайым мин һинән,үлем!
Көслө булһаң да ерҙә.
Ҡурҡам ҡабат терелеүҙән,
Һалғас ҡына ҡәбергә...
* * *
Баш осонда ҡара болоттар
Ҡуйыралар, ҡәһәр, тағы ла.
Ел-дауылдар булып
таратырмын –
Ҡараһы ла ҡалмаҫ, ағы ла!
* * *
Бәхетлемен! Байлыҡ менән
түгел –
Күңелемә яҡын эшем бар.
Бәхетлемен көнөм, төнөм
менән,–
һыйынып та ятыр кешем бар.
* * *
Ергә тағы яҙҙар килә,
Тамсылар тып-тып тама.
Алмашынып тора миҙгел –
Тормош аға бер сама...
* * *
Һәр әҙәмгә баш эйһәң дә,
Әйтмәҫтәр – был кеселекле!
Итәғәтле булып ҡына
һис булмаҫһың кешелекле...
* * *
Тыуған ерҙең кесерткәне –
сәскә,
Күгәүене, гүйә, бал ҡорто.
Ситтә түгел, тыуған еребеҙҙә
Аңлаһаҡсы быны,
башҡортом!
Мәүлит КӘРИМОВ,
Рәмил Ҡолдәүләт исемендәге әҙәби премия лауреаты.
Белорет районы,
Сосновка ауылы.