«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Шиғриәт минуттары



07.11.2014 Шиғриәт минуттары

Ышаныс
Төкөрөрҙәр атлар юлдарыңа,
Сәскә һибер ҡайһы берҙәре.
Йәшерен генә таш елләрҙәр арттан,
Ә һин йылмай, балҡыт йөҙҙәрең...
Атла алға, ышан хыялыңа,
Юл күрһәтер хыял күҙҙәре.
Бар тормошто һалып устарыңа,
Иң яҡтыһын эҙлә, гүзәлен...
Ышан, зинһар, ышан һин көсөңә,
Һүрелмәһен изге өмөтөң.
Ҡыуана бел, йылмай яңы көнгә,
Алда әле көткән бәхетең.
Төкөрөрҙәр атлар юлдарыңа,
Сәскә һибер ҡайһы берҙәре.
Киләсәгең һинең үҙ ҡулыңда,
Бирешмә һис, от һин үҙҙәрен...

Мин белмәйем…

Буталдым мин хистәремдә, аҙаштым,
Әллә күпме хаталандым,
яңылыштым…
Юғалтҡанмын ышанысты үҙ көсөмә,
Ышанмайым әле хатта йөрәгемә…
Ниңә икән көйә минең үҙәккәйем?
Ярылырҙай тибә ғәзиз йөрәккәйем…
Әйтһә ине берәү ҡарап күҙҙәремә,
Ниндәй сер бар икән минең
йөрәгемдә?..
Буталғанмын, аҙашҡанмын, бөттө
көсөм,
Юғалтҡанмын әллә ҡайҙа ышанысым…
Теләмәйем табырға ла, эҙләргә лә,
Хәҙер инде мин белмәйем ни эшләргә...
Ҡайҙалыр янымда

Мөхәббәтем ҡайҙалыр янымда,
Һағынып мине ул көтәлер.
Табалмайым уны һаман да һис,
Осрашырға әле иртәлер.
Мөхәббәтем ҡайҙалыр янымда,
Ишетәм йөрәгең тибешен.
Осрашырға сәбәп табыр өсөн
Нимәләр эшләргә тейешмен?
Мөхәббәтем ҡайҙалыр янымда,
Күрәм кеүек ҡай саҡ эҙҙәрен.
Тойор өсөн тиҙерәк ҡосағымда,
Ашҡынып мин һине эҙләрмен.
Мөхәббәтем ҡайҙалыр янымда,
Һағынып ул мине көтәлер.
Һиңә табан барған юлдарыма
Яҙмышым һаҡ ҡына илтәлер…
Һағыш

Һағынамын йондоҙ атылғанда
Наҙлы елдәр үтһә иркәләп.
Яңғыҙ ғына типкән йөрәгемдә
Һағыш уты яна үртәлеп.
Һағынамын шаян ап-аҡ ҡарҙар
Һалған эҙҙәремде күмгәндә.
Һағыштарға батып һағынғанда
Сыҡтым, йәнем, һине эҙләргә…
Өмөт уты

Күңелемдең иң-иң төпкөлөндә
Өмөт уты баҙлап ҡабынды.
Әйтерһең дә, һүнгән бер усаҡҡа
Кемдер берәү осҡон ҡабыҙҙы,
Уйҙарым да хәҙер һинең хаҡта,
Күҙҙәрем дә һиңә табынды.
Наҙлы яҙҙың тәүге бөрөһөләй
Йөрәккәйем һине һағынды,
Күңелемдә өмөт ҡабынды.
Оноторға кәрәк

Ниңә икән, һылыуҡайым,
Алыҫайҙы аралар?
Йөрәккәйем әрней, илай,
Тәрәнәйҙе яралар.
Иҫемдә мәңге һаҡланыр
Беҙҙең бәхетле саҡтар.
Булмаҫ ваҡытты ҡайтарып,
Төҙәлһә лә хаталар.
Аңламаным...

Уйҙарымдан китмәй һаман
Һинең алһыу йөҙкәйең.
Хәтеремде сорнап алған
Наҙлы һөйөү һүҙҙәрең.
Төшөмдә лә арбай мине
Сихри йондоҙ күҙҙәрең.
Бәлки, бергә булыр инек,
Иркәм, һин бит түҙмәнең.
Ҡаты ауыр һүҙҙәреңде
Минең яҡҡа ташланың.
Әллә юрый, әллә белмәй
Йөрәкте яраланың.
Һуңғы яҙған хатыма ла
Һин яуап ҡайтарманың.
Ни сәбәпле айырылдыҡ?
Мин быны аңламаным...
Хыял ҡанаты

Күңелемдә дөм-ҡараңғы урман –
Йәнем әллә утҡа һыуһаған?
Өшөттөрә, сәңкеп өшөттөрә,
Бер кем белмәҫ, әгәр юғалһам.
Киләсәкте ҡара ҡорған япты,
Ҡаплап алды ҡуйы аҡ томан.
Барлыҡ уйҙар тулған шомдар менән,
Әйтерһең дә, үҙем – яуыз йылан.
Кем һуң минең яҙмышымды яҙған?
Нимә өсөн мин йәшәйем һаман?
Күптән артта ҡалған үткәндәрем,
Осор инем, әгәр ҡош булһам.

Рәмзил ҠУСҠАРОВ.
Силәбе өлкәһе,
Магнитогорск ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға