31.10.2014 Шағир аманаты
Шағир Самат Ғәбиҙуллиндың шиғриәтенән тәьҫоратланған бер апайҙың: “Самат – Бөрйәнебеҙҙең бөйөк яҙыусыһы”, – тигәне хәтерҙә. Тик ағай үҙен бер ваҡытта ла бөйөк һанаманы, яп-ябай, ҡәҙимге кеше булып ҡалды. Ҡайҙалыр үҙен данлап һөйләй башлаһалар: “Ҡайһылай килештереп алдайҙар”, – тине лә ситкә шылды йәки тиҙ генә “трибун”ды туҡтатып, һүҙен икенсе йүнәлешкә күсертте.
Үҙемә лә шағирҙан эләккәне булды. Мораҙым мәктәбендә эшләгән сағымда ауыл клубында әҙәбиәт кисәһе уҙғарҙыҡ. Унда Самат ағай яҙыусы Әмир Әминев менән шағир Рауил Шаммасты алып килде. Кисәне алып барыусы булараҡ, халыҡты яҙыусылар менән таныштырғандан һуң, Самат ағай хаҡында күберәк сөсөләнә башланым шикелле, бер ваҡыт ағайым: “Тррр, йүгәнеңде тарт! – тимәһенме. – Бында төп геройҙар Өфөнән, һүҙҙе уларҙың ижады, ғөмүмән, әҙәбиәт хаҡында алып барайыҡ”.
Шулай, Самат ағай үҙен бер ваҡытта ла маҡтатманы, мине сәйнәгәнсе, шиғырҙарымды уҡығыҙ, тиер ине.
Әммә бөгөн уның хаҡында саҡ ҡына һөйләп алһам, яҙыҡ булмаҫ, шағирҙың рухы рәнйемәҫ, тим.
1981 йылдың көҙө ине. Район гәзите редакцияһына күтәренке тауыш менән тыштан уҡ шаулап, ҡабаланмай ғына атлап, ҡарараҡ төҫтәге йоҡа пальтолы бер кеше килеп инде. Редакциялағы ағайҙар уны танып, урындарынан ҡалҡып, ихлас сәләмләшеп күрешә башланы. Һомғол буйлы, йөҙө ҡаҡса был ят ағай, өҫтәлем тапҡырына еткәс: “Ә-ә-ә, шиғыр яҙған егет ошомо?”– тип минең менән күреште. Шул минуттарҙан алып беләм шағир Самат Ғәбиҙуллинды. Бер нисә йыл гәзиттә бергә эшләнек, 1987 йылда мәктәпкә китһәм дә, уңайы сыҡҡан һайын уның менән осрашып, аралашып йәшәнем. Сөнки Самат ағай иҫ киткес ябай, хәстәрлекле лә ине. Күп һөйләмәҫ, һәр һүҙен, фекерен төплө уйлап, еренә еткереп әйтте. Мәҡәләләрен дә шулай яҙҙы. Кинәйәле тура һүҙе ҡайһы бер ағай-энегә оҡшап та етмәгән осраҡтар булды. Гәзит эшен яҡшы белгән тәжрибәле ҡәләм эйәһе булараҡ, ул миңә һәм башҡа күптәргә университеттан былайыраҡ (үпкәләштән булмаһын) журналистика һабаҡтары бирҙе. Редакция янында “Баҙал” әҙәби-ижад берекмәһе ойошторҙо, райондағы яҙышҡан кешеләрҙе шунда йәлеп итте, һәләттәрен асыуға һәм үҫтереүгә күп көс һалды. Уның заманында әҙәби осрашыуҙар йыш үтер ине. Алдан һөрәнләмәй генә матбуғат баҫмаларында үҙенең матур-матур шиғырҙарын сығарыуы, нәшриәттә китаптарын баҫтырыуы беҙҙең өсөн аңғармаҫтан “һөйөнсө” ине.
“Тауыш килә тауҙарҙан” (1967), “Шаңдаҡ” (1971), “Күңелем бишеге” (1986), “Көнөбөҙ” (1996) китаптары – беҙҙең өсөн шағирҙан ҡалған ҙур ҡомартҡы, рухи байлыҡ, изге аманат. Аманаттың шәхсән үҙемә генә ҡағылышлыһы ла бар. “Күңелем бишеге” исемле китабының эске яғында миңә төбәп ҡыҫҡа ғына яҙыу ҡалдырҙы: “Мөнир! Журналист булараҡ өлгөрҙөң! Шағир икәнлегеңде лә онотма! Самат ағайың”.
Нисә генә һүҙ… һәм өс өндәүле! Иңгә тауҙай бурыс, оло яуаплылыҡ йөкмәтә был. Шағирҙың аманат һүҙе тәрән уйҙарға һала, ҡулға ҡәләм алдыра, шиғриәт донъяһына әйҙәй… Түбәндәге кескәй генә хәтер һәм шиғыр ҙа шағир аманатына яуап һүҙенең бер тамсыһы һымаҡ.
1985 йылдың ҡышында ине шикелле, ул ваҡытта алдынғы булып йөрөгән Саҡмағош фермаһына (“Бөрйән” совхозы) репортаж яҙыр өсөн редакциянан Самат ағай менән икәүләп барҙыҡ. Ферманан өҫтәрәк эшләп торған пилорамала Әбүзәр еҙнәһен күреп ҡалып, Самат ағай шунда ыңғайланы. Мин дә эйәрҙем. Күрешеп һөйләшеп торҙоҡ. Шул мәлдә күңелдә “Саҡмағоштар таҡта яра” тигән юлдар уйылып ҡалғайны, һуңынан шиғыр булып яралды.
Әйткәндәй, Самат ағай халҡына мәңге мөхәббәтле булған кеүек үк, Бөрйән урмандары яҙмышына ла бер ҡасан да битараф булманы…
Саҡмағоштар таҡта яра,
Йырлап тора бысҡылар.
Марш көйөнә. Шарт баҫырға
Юҡ тик һалдат-һаҡсылар.
Аһ, улары бар икән дә,
Ана, бысҡы аҫтында.
Ҡарағайҙар башы китә
Стәрлегә, Асҡынға.
Саҡмағоштар таҡта яра,
Ә беҙ ҡарап торабыҙ.
Ни күрһәтмәй күҙебеҙгә
Был командировкабыҙ.
Саҡмағоштарҙың шәп эшен
Ишетеп белгән инек.
Гәзиттә маҡтарбыҙ тиеп,
Икәүләп килгән инек.
Һе, тине лә, ғәҙәтенсә,
Ситкә шылды ағайым.
Һин, ти, быларҙы сыймаҡла,
Ә мин ферманы яҙайым.
Таҡта ярыусылар шәп тә,
Ҡарағайҙар тик бик йәл.
Шатлыҡ янында – фажиғә,
Була бит шундай ҙа хәл.
Саҡмағоштар таҡта яра,
Шаҡ-шоҡ килә бысҡылар,
Юҡ,
йырламай икән улар,
Башы киткән ҡарағайҙар
Йөрәк ярып ҡысҡыра!..
Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, райондың С. Мөхәмәтҡолов исемендәге премияһы лауреаты, шағир Самат Ғәбиҙуллиндың тыуыуына 30 октябрҙә 75 йыл тулды. Әүлиәләй изге йәнле ағайыбыҙҙан, дуҫыбыҙҙан, яҡташыбыҙҙан беҙгә, сихри шиғриәт донъяһына алып инеүсе уйсан да, илерткес хисле лә шиғырҙары менән бергә, үҙе хаҡында яҡты хәтирәләр һәм байтаҡтарҙың ҡулында ул йән өрөшкән ҙур тылсым көсөнә эйә ҡәләм ҡалды…
Мөнир ФӘЙЗУЛЛИН,
уҡытыусы.
Бөрйән районы.