09.11.2010 ИҘЕЛ БАШЫ – ИЛ БАШЫ
Белорет районында яҙыусылар менән осрашыуҙарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры, ошо төбәктән БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты Рауил Бикбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов, шағир Зөфәр Вәлитов, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Ханнанова, күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың ҡыҙы Гүзәл Яныбай ҡыҙы, “Аманат” журналының яуаплы сәркәтибе, шағир һәм журналист Дамир Шәрәфетдинов ҡатнашты. Әҙиптәр Белореттағы ҡала башҡорт гимназияһында, педагогия колледжында, интернат-гимназияла, райондың Шығай, Сермән, Татлы, Инйәр ауылдарында халыҡ менән осрашты.
Белорет ере халҡыбыҙҙың бик күп мәшһүр улдарын биргән. СССР-ҙың халыҡ артистары Арыҫлан Мөбәрәков, Гөлли Мөбәрәкова, Заһир Исмәғилевҡа тиклем үк әле, Башҡортостан республика булараҡ үҫешә генә башлаған осорҙа, райондың Сермән ауылынан өс халыҡ наркомы – ер эштәре наркомы, аҙаҡ Совнарком рәйесе Шаһиәхмәт Дауытов, мәғариф наркомы Ибраһим Абыҙбаев һәм һаулыҡ һаҡлау наркомы Кинйәбай Ишмөхәмәтов сыҡҡан. Уларҙың ғүмере 1937 йылғы репрессия ваҡытында өҙөлөп ҡала. Ғөмүмән, ҡатай һәм Тамъян ырыуҙары башҡорттарының аҫаба ерҙәре булған Иҙел башы төбәге башҡорт халҡының, Башҡортостандың яҙмышында ғәйәт ҙур роль уйнаған төбәк ул. Бында һәр атама, һәр ауыл тарихында тотош илебеҙ яҙмышына йоғонто яһаған ваҡиғалар, кешеләрҙең эҙҙәре уйып яҙылған. Мәҫәлән, ҡаһарман ауылында башҡорттарҙы Рәсәй дәүләтенә ҡушыу эшен алып барған Тамъян ырыуы бейе Шағәле Шаһмандың ҡәбере ҡәҙерләп һаҡлана.
Асылда ҡатай ырыуы башҡорттарынан 300 һумға ғына һатып алынған 179 мең дисәтинә ерҙә 1762 йылда Сембер сауҙагәрҙәре Твердышев менән Мясников завод һалып сыҡҡаны бирле төбәк башҡорт ерҙәре өсөн аяуһыҙ тартҡылаш майҙанына әүерелә. Был ерҙең аҫты ла, өҫтө лә сикһеҙ байлыҡ булғанға күрә Иҙел башы биләмәләре башта тимер заводтары менән сыбарлана, уларға алмашҡа алтын сығарыусылар килә, уларын иһә урман ҡырҡыусылар алмаштыра. Тик ваҡыт елдәренең сәйер холҡо ла бар: бөгөн уларҙың барыһы ла тарих төпкөлөндә ятып ҡалған, ә урындағы халыҡ иһә һаман да үҙ көнөн үҙе күреп, киләсәккә өмөт менән ҡарап йәшәүен дауам итә.
Ул шанлы ваҡиғаларҙың байтағы ошо яҡтарҙан сыҡҡан яҙыусыларҙың әҙәби әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан да инде. 1879 йылда уҡ бында буласаҡ яҙыусы-демократ Григорий Ларионов (Белорецкий) тыуған, Октябрь революцияһына тиклем Белоретта йәшәгән һәм ижад иткән. Башҡорт әҙәбиәтенә Белорет еренән сыҡҡан Мөхөтдин Тажи, Яныбай Хамматов, Тайфур Сәғитов, Нурислам Шәйхулов, Сабир Шәрипов, Әхмәҙин Әфтәх, Гүзәл Ситдиҡова ҙур өлөш индерҙе. Әҙәбиәтте үҫтереү йәһәтенән Иҙел башында бөгөн дә байтаҡ эш башҡарыла. Белоретта шиғриәт өлкәһендә “Ағиҙел өҫтөндә йәйғор”, проза өлкәһендә эшләүсе авторҙар өсөн Яныбай Хамматов исемендәге, публицистика өлкәһендә ижад итеүселәр өсөн Григорий Белорецкий (Ларионов) исемендәге әҙәбиәт премиялары булдырылған. Әҙәби әҫәрҙәр районда даими сығып килгән өс баҫмала – башҡортса “Урал” гәзитендә, рус телендә “Белорецкий рабочий” гәзитендә һәм металлургия комбинатының “Металлург” гәзитендә даими бирелеп бара.
Белорет ере һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә. 2012 йылда ҡала Иҙел башы заводына нигеҙ һалыныуҙың 250 йыллығын байрам итергә йыйына. Был тарихи датаға әҙерлек тураһында һүҙ яҙыусыларҙың ҡала хакимиәте башлығы Владислав Геннадьевич Миронов менән осрашыуы ваҡытында барҙы. ҡала һәм райондың бөгөнгө хәле менән иһә әҙиптәрҙе хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илгиз Сафа улы Теләүбаев таныштырҙы.
Ғөмүмән, Иҙел башы төбәгендә ситтән килеүселәргә ғорурлыҡ менән күрһәтерлек нәмәләр күп. Осрашыуҙар үткән матур мәктәп, социаль-мәҙәни үҙәк биналары, музейҙар, юлдар, төҙөк ауылдар, һәр ерҙә ышаныслы эшләгән элемтә селтәре – барыһы ла республика етәкселегенең ошо тау-ташлы, урманлы яҡтарға ҙур иғтибар биреүенән барлыҡҡа килгән. Ни генә тимә, әле яңыраҡ ҡына тотош республика кимәлендә Белорет яғы иң төпкөл һәм ҡараңғы яҡ булып һынлана ине. Белореттан, тип әйткәндә лә иң тәүҙә: ”Ә-әй, тау-таш араһынанмы ни?” – тигән яуап ғәҙәти хәл булды. Һәр нәмә сағыштырыуҙа ғына күренә, тиҙәр, ә бында, уйлап ҡараһаң, нисә тиҫтә генә йыл эсендә тотош ҙур төбәк республикала алдынғыларҙың береһенә әүерелде. Мәҫәлән, электр ҙа булмаған ауылда шәм яҡтыһында сығарылыш имтихандарына әҙерләнеп ултырғанда, мин тиҙҙән бында өй һайын еңел машина ултырыр, күрше әбейҙәре бер-береһен кеҫә телефоны аша ғына ҡунаҡҡа саҡырышыр тип күҙ алдына килтерә ала инемме?
Үткән быуат менән сағыштырғанда, ыңғай үҙгәрештәр бихисап булһа ла, Иҙел башында хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә тулып ята. Тигеҙ ерҙең бөтөнләй булмауы юлдар төҙөүҙе иң ҡыйын бурысҡа әйләндерә. Әйтерең бармы: билдәле яҙыусы Сабир Шәрипов тыуып үҫкән бай тарихлы Баҡый яҡтарына әлегәсә машина менән үтерлек юл юҡ. Был яҡтағы бер нисә ауыл халҡы үҙ ғүмерендә берәй артисты йә яҙыусыны күреп тә ҡарамаған. Дөйөм алғанда, Өфө – Белорет автотрассаһынан ситтәрәк бында асфальт юлдар ҙа юҡ... тиер инем, яңыраҡ Асы шифаханаһына юлды матурланылар. Мәшһүр артист Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуған төйәге булған был ауыл да хәҙер райондың йөҙөк ҡашына әүерелде.
Башҡорт әҙәбиәте көндәрен үткәреүгә лә белореттар етди ҡараған. Бөтә ерҙә лә әҙиптәрҙе ихлас күңел, яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, үҙҙәренең ҡаҙаныштары, тарихы, бөгөнгө хәлдәре тураһында һөйләнеләр, осрашыуҙарҙа әңгәмәләрҙә ихлас ҡатнаштылар, һорауҙар бирҙеләр. Әңгәмәләр ваҡытында халыҡтың әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныуын, ундағы яңылыҡтар менән хәбәрҙар булыуын күреп һөйөндөк.
Белорет педагогия колледжының бер быуатҡа яҡын тарихы бар. 1930 йылда ул педагогия техникумы булараҡ барлыҡҡа килә. Бында мәктәпкә тиклем һәм башланғыс кластар уҡытыусыларын әҙерләйҙәр. Йәғни бынан сыҡҡан белгестәр – балалар күңеленә телебеҙгә, илебеҙгә һөйөү орлоҡтарын иң тәүләп сәсеүселәр. Колледж үҙенең сығарылыусылары менән ғорурлана ала: улар араһында профессорҙар Әхмәр Аҙнабаев, Фирҙәүес Хисамитдинова, элекке мәғариф министры Фатима Мостафина, яҙыусылар Роберт Паль, Сабир Шәрипов, Гүзәл Ситдиҡова бар. Студенттар алдына сығып шиғыр уҡығанда был уҡыу йортона үҙемдең дә һөйкәлешем барлығын иҫемә төшөрҙөм: 90-сы йылдарҙа “Урал” гәзитендә эшләгәндә әҙәбиәт уҡытыусыһы Хәтимә Хажиевна Вәлиева тәҡдиме менән ошонда әҙәбиәт түңәрәге алып барырға тура килгәйне.
Өр-яңы дүрт ҡатлы йортҡа күсеп сыҡҡас, Белорет колледжы үҙенең бик боронғо бинаһын ҡалала яңы ойошҡан башҡорт гимназияһына ҡалдырҙы. Уны Иҙел башында башҡорт милли хәрәкәтен етәкләп йөрөүселәрҙең береһе Зөбәржәт Суфиянова етәкләне. Был тынғыһыҙ ханым уҡыу йортон тиҙ арала республика кимәлендә алдынғылар рәтенә сығарҙы. Гимназия хәҙер яҙыусы Яныбай Хамматов исемен йөрөтә. Балаларҙы маҡсатлы һәм рухлы итеп тәрбиәләүҙең бер генә миҫалы – йыл да сығарылыусыларҙың 100 проценты тиерлек юғары уҡыу йорттарына инеп тора.
Белорет лицей-интернаты һигеҙ йыллыҡ интернат булып 1961 йылда уҡ асылған. Бында аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар уҡый, йәғни уҡыу йорто үҙенең тура асылына ярашлы эшләй. Мәктәп директоры Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы Садиҡованы, ойоштороу һәм тәрбиә эшенең оҫтаһы, тип кенә әйтеү әҙ булыр һымаҡ. Уның етәкселегендә был уҡыу йорто Рәсәй кимәлендә конкурстарҙа ла еңеп сыҡҡаны булды. Лицейҙа “Сатҡылар” әҙәби түңәрәге эшләй, балалар өй, хужалыҡ эштәренә, тегенсе, парикмахер һөнәрҙәренә өйрәнәләр. Мәктәп менән танышып йөрөгәндә, осрашыу ваҡытында мин тап ошо мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән Хәниф Сәләховтың бик күптән республикала тәүгеләрҙән булып мәктәп һабантуйҙарын башлап ебәргәнен хәтерләнем. ҡала уртаһындағы мәктәп янында балаларҙың ихласлап көрәшеүен, йомортҡа һалынған ҡалаҡты ҡабып йүгереүҙәрен мәрйәләр ҙә рәхәтләнеп тамаша ҡыла ине...
Шығай ауылы бик боронғо тарихы менән билдәле. Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдиновтың тыуған ауылы ул. Мәктәптә иһә атаҡлы ҡурайсы Мөхәммәт Түләбаев уҡыта. Мәктәп һәм уның янындағы интернат, әлбиттә, бик иҫкергән. Директоры Нәҙерғәле Аҫылғужин әйтеүенсә, тиҙҙән был мәсьәлә хәл ителергә тейеш. Ә бына ауыл уртаһында ҡалҡып сыҡҡан социаль-мәҙәни үҙәк бар тирә-яҡҡа күркәмлек биреп ултыра. Әйткәндәй, уның директоры Сәғирә Шәрәфетдинова ла хикәйәләре, повестары менән республика әҙәбиәт һөйөүселәренә яҡшы таныш. Уның артынан эйәреүселәр ҙә юҡ түгел был ауылда, тип уйланып ултырҙым осрашыу ваҡытында. Ни тиһәң дә, тап ошо ауылда “Аманат” журналы үҙенең ике йәш авторына “Йәш хәбәрсе” танытмаһын тапшырҙы. Яҙыусыларҙың киләсәк быуынға аманаты түгелме был?
Сермән ауылы ҙур ҙа, күркәм дә, боронғо ла. Быны ауыл уртаһында ҡалҡып сыҡҡан социаль-мәҙәни үҙәктә урынлашҡан ҙур музей менән танышҡандан һуң аңлайһың. Әйткәндәй, элек музей урынлашҡан бик боронғо йорт хәҙер үҙе музей экспонаты булып, һаман ауылды йәмләп ултыра. Тағы ла бында композитор, СССР-ҙың халыҡ артисы Заһир Исмәғилевтың йорт-музейы ла бар. Ауыл уртаһындағы күркәм ҡайынлыҡта тағы бер мөғжизәүи күренеш – ҡара ҡайын үҫеп ултыра. Ағиҙел ярында ултырған был ауыл заманында район үҙәгенә лә әйләнә яҙып ҡуйғайны әле. Хәҙер ул Бөрйән, Әбйәлил, Учалы яғына киткән өс юл сатында ултыра, киләсәге бик өмөтлө.
Шығайҙан юлыбыҙ – заманында бөтә Союзға билдәле “Әр ташы” турбазаһы аша Межгорье ҡасабаһына. Межгорье – айырым һәм ябыҡ биләмә, ул ике ҡаланан тора. Береһе ҡасандыр күсенеп килеүселәр лагеры булған Көҙйылға ауылы урынында, Ямантау төбөндә барлыҡҡа килде, икенсеһе иһә боронғо башҡорт ауылы Илмәш (Татлы) янында үҫеп сыҡты. Татлы ауылының боронғо өйҙәре янында биш ҡатлы күркәм йорттар сәйер күренеш тыуҙыра. Шуға клубта йыйылған халыҡ та сыбар, рус теллеләре лә осрай. Межгорье ул – совет хөкүмәтенең уйланмай алып барылған сәйәсәте ҡорбаны. Был халыҡ – илебеҙ сәйәсәтенең икенсе быуыны, тип уйландым залда йыйылған халыҡҡа ҡарап. Беренсеһе кулактарҙы һөрөү осоронда булһа, быларын татлы ҡалас менән әүрәтеп килтергәндәр һәм яҙмыш елдәре ҡосағына ташлағандар...
Алыҫ араларҙы яҡын итеп, тигән әйтем туранан-тура Белорет ерҙәренә ҡағылалыр ул. Был районды арҡырыға киҫеп үткән кеше асылда тотош Урал һыртын артыла. Сөнки көнбайыш сигендә ултырған ҡолмас ауылына тиклем юл әле тигеҙ ерҙән килә, ә көнсығыш ситендәге Абҙаҡ ауылынан тағы ла тигеҙ һәм ялан яҡтар башлана. Ә Инйәр зонаһын ошо тауҙар иленең нәҡ уртаһында ултырған айырым бер район тип ҡарарға ла мөмкин. ҡатай башҡорттары йәшәгән был төбәк Көньяҡ Уралдың мәшһүр һырттары – Елмерҙәк менән Ямантау биле араһында ята. Совет осоронда Инйәр тигән айырым районды бүлеп сығарыу проекты ла бар ине хатта. Һәр хәлдә, халҡы һәм ерҙәре буйынса ул Бөрйәнгә торошло. Инйәрҙә өс урта мәктәп эшләй. Шуның буйынса ғына ла уны ҡалаға тиңләргә мөмкиндер. Береһе башҡорт мәктәбе булһа, ҡалған икәүһендә параллель башҡорт кластары бар. Әммә шундай ҙур һәм бай тарихлы биләмәнең үҙ музейы юҡ, быныһы ғәжәпләндерә. Мин мәктәптә уҡығанда (ул бина ла хәҙер юҡ инде) унда ҡасабаның бай музейы бар ине, хәҙер уны ҡайҙа иткәндәрҙер, аңлашылманы. Бында, күрәһең, атҡарып сығылған проекттарҙан хәл ителмәгән мәсьәләләр күберәктер. Әммә, хакимиәт башлығы, үҙе Иглин яғынан булған Ғайса Мөстәхитдинов әйтеүенсә, был тирәнең киләсәге өмөтлө. Иң мөһиме, ул ике яҡлап Оло һәм Бәләкәй Инйәр йылғалары буйында ултыра, ҡасабаның ике осонан автомобиль һәм тимер юлдары үтә. Бында бынамын тигән турбазалар, ял йорттары төҙөп булыр ине.
Инйәрҙә заманында урман техникумы булған. Тап шул уҡыу йортон яҙыусы Яныбай Хамматов тамамлап сыҡҡан да инде. Мәҙәниәт йортонда йыйылыусыларға үҙем менән булған бер хәлде лә һөйләп үткәйнем. Яныбай ағай тураһында яҙған мәҡәләмде гәзиттә уҡығас, бер ҡайтҡанымда күрше ағай эҙләп тапты. “ҡустым, һин яҙыусы Яныбай Хамматовты беләһеңме?” “Яҡшы танышбыҙ, ағай”. “Ә бит мин, ҡустым, уның менән урман техникумында бергә уҡыным!” “Улай булғас, Ғүмәр ағай, сәләмегеҙҙе алып барып еткерәйем, бәлки, осраштырып та булыр һеҙҙе!” “Шулай итеп ҡара әле, йыш иҫләйем мин уны, китаптарын уҡыған һайын...”
Осраштырып булманы тиҫтерҙәрҙе – яҙыусыны уҡыусыһы менән. Яңы быуын уҡыусылар хәҙер йәш быуын яҙыусылар менән осраша. Бына, тағы мине Инйәргә ижад кисәһенә саҡыралар. Ижад һәм хәтер кисәһенә. Бында йәшәгән талантлы шағир Йыһангир Вәлиев арабыҙҙан ваҡытынан алда китеп барғайны шул.
Бөгөн тағы ниндәй буласаҡ яҙыусылар тапай икән ҡасандыр Яныбай ағай йөрөгән һуҡмаҡтарҙы? Саң ҡунмаһын ине ул юлдарға...
Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.