RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Иң һәйбәт байрам”

23.10.2012 “Иң һәйбәт байрам”

“Иң һәйбәт байрам”
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте тыуған көнөн билдәләне
Быға тиклем Башҡортостанда айырым ғына Нәшриәтсе көнө билдәләнмәй ине. Күптән түгел тарихсылар Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең тыуған көнө 1919 йылдың 16 октябре икәнлеген асыҡлаған.
Уҙған йомала беренсе мәртәбә “Китап”та Нәшриәтсе көнө билдәләнде. Байрамда республиканың мәғариф, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлыҡтары вәкилдәре, билдәле яҙыусылар, журналистар, нәшриәт өлкәһендә эшләүселәр һәм ветерандар ҡатнашты.
“Китап”тың директоры Илһам Йәндәүләтов, тантананы асып, барыһын да байрам менән тәбрикләне һәм уның матур традицияға әүерелеренә ышанысын белдер­ҙе. Бынан ары октябрҙең һәр өсөнсө йомаһында Нәшриәтсе көнө билдәләнәсәк.
Байрам уңайынан “Почет китабы” булдырылған. Унда Баш­ҡортостан­да нәшриәт эшенең барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә арналған материалдар, уның үҫешенә йоғонто яһаусы тарихи шәхестәр һәм хеҙмәткәрҙәрҙең исеме индереләсәк. Бынан тыш, “Нәшриәт етәкселәре”, “Беҙҙең ве­терандар” һәм “Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр” стендтары әҙерләнгән.
“Иң һәйбәт байрам”
Матди ҡыҙыҡһыныуҙар алға сыҡҡанда рухиәтте пропагандалаған эшмәкәрлек алып барыу еңел түгел. Йәшерен-ба­тырыны юҡ, бөгөн халыҡ элекке кеүек китап уҡымай. Ет­мәһә, коммерция нәшриәттәре баҙарҙағы хәлде ҡатмарлаштыра. “Китап”тың уңыштарын барлағанда, унда еңел булмаған осорҙа етәкселек иткән, заманса фекерле Зөфәр Тимербулатовты билдәләмәү мөмкин түгел. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә нәшриәттәр ябылғанда, Зөфәр Мөхтәр улы “Китап”ты һаҡлап ҡына алманы, уның эшен күтәрә алды һәм яйға һалды.
Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы Ноғман Мусин: “Нәшриәт көнө – ул һәр яҙыусы өсөн ҡәҙерле көн. Тәүге китабы баҫылып, үҙен яҙыусы тип тойорға ярҙам итә ул нәшриәт”, – тине һәм был сараны “иң һәйбәт байрам” тип нарыҡланы.
Төрлө йылдарҙа нәшриәт директоры булып эшләгән Ғәлим Хисамов, Рәмил Йәнбәков, ҡәҙим Аралбаев үҙҙәре етәкселек иткән осорҙағы хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, ошо көндөң әһәмиәтле булыуын билдәләп, “Китап” шиғырын уҡып ишеттерҙе. Уның тормош иптәше Маһира Сибәғәт ҡыҙы Игебаева 45 йылға яҡын нәшриәттә эшләгән. “Минең сығарған китаптарымды өйөп ҡуйһаң, Уралтауҙан саҡ ҡына бәләкәсерәк тау барлыҡҡа килер ул”, – тип шаяртты нәшриәт ветераны. Ул 18 томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады»ның донъя күреүендә ҡатнашыуын ғорурлыҡ менән иҫкә алды.
Нәшриәттә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандар яңы етәксегә теләк-наказдарын да еткерҙе. Байрам йыр-моң менән үрелеп барҙы.
Республикала нәшриәт эшен ойоштороуҙа, башҡорт телендә әҙәби китаптар сығарыуҙа, башҡорт теле нормаларын формалаштырыуҙа 93 йыллыҡ тарихы булған “Китап” нәшриәтенең роле бик ҙур. Рус әҙәбиәте классиктарының әҫәрҙәрен тәржемә итеүҙә, уҡыу әсбаптары һәм методик ҡулланмалар баҫтырыуҙа ла уның ҡаҙанышы баһалап бөткөһөҙ. Коллективҡа артабанғы эшендә уңыштар теләргә ҡала.

Г. БИКМӘТОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)