RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ғашиҡтар төнө

10.10.2014 Ғашиҡтар төнө

Ғашиҡтар төнөЯбай ҡатын тиҙәр уның кеүектәрҙе. Ир ҡатыны, дүрт бала әсәһе, өләсәй, тәрбиәсе һәм уңған хужабикә. Ейәнсура районының бер сигендә ятҡан Байыш ауылында тыуып үҫеп, икенсе сигендәге Үрген ауылына килен булып төшкән. Әммә ябай ҡатындарҙан да бөйөгөрәк кеше юҡтыр. Күҙгә күренмәҫ меңәрләгән йорт мәшә­ҡәтенән арынып, ижад менән йәнен дауалаған, шиғриәт һөйгән күңел зауыҡлыҡҡа тартыла. Күңел кисерештәрен, һағыштарын, шатлыҡтарын, эс-серҙәрен шиғыр юлдарына һалып йыуаныс алған Зәйтүнә Түләбаева-Ҡарабашева ижадынан бер шәлкем шиғырҙы һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Ғашиҡтар төнө

Һүҙҙәр менән
аңлатырлыҡмы ни
Осрашыуҙың айлы
төндәрен?
Һағынышып күрешкәндәр
белә
Ваҡыттарҙың сихри
мәлдәрен.

Ғашиҡтарға шаһит
ай-йондоҙҙар,
Һандуғастар йырҙан
туҡтаған.
Тау биттәрен һөйөп ел
йүгерә,
Елдәргә лә парҙар оҡшаған.

Бәхетле лә генә минуттарын
Урламасы, ямғыр, болото.
Ҡапламасы серле
йондоҙҙарҙы,
Улар ҙа бит төндөң бер ҡото!

Матурлыҡ

Матурлыҡ ул туйҙа кәрәк,
тиҙәр,
Һәр бер кеше матур туйында.
Изгелекте һатып алып
булмай,
Яҡшы ниәт булһын уйыңда.
Матурлыҡтар менән һыу
буйлама,
Тиер ине борон инәйҙәр.
Матур булып, насар һүҙле
булһаң,
Күҙҙәргә лә хатта элмәйҙәр.
Матурлыҡтар өләшкәндә
Хоҙай,
Беренсе үк барып етмәнем.
Бәхет өләшкәндә өлөш
ҡалды,
Шуныһынан мәхрүм
итмәһен.

Шәл бәйләйем

Ҡулдарыма алам
бәйләмемде,
Төрлө-төрлө һалған
биҙәктәр:
Бер шәлемдән бесәй
йүгереп үткән,
Икенселә инде йөрәктәр.

Бала саҡтан әллә бәйләгәнгә
Һәр биҙәгем ҡалды хәтерҙә.
Кис ултырып, шәл бәйләгән
ҡыҙҙар,
Һағынамын һеҙҙе хәҙер ҙә.

Ҡулдарыма алам
бәйләмемде,
Биҙәктәргә ҡарап йыуанам.
Ҡайнар хистәремде биҙәк
итеп
Теҙә алғаныма ҡыуанам.

Килмә

Яндарыма килмә ҡабат,
Һөйөү шәмдәрем һүнгән.
Шәмдәремә май эҙләмә,
Минең тойғолар үлгән.
Яраларҙы һин ҡуҙғатма,
Йөрәк типһен үҙенсә.
Күпме генә тырышһаң да,
Булмай инде һинеңсә.
Шәмдәр һүнде, йәшлек үтте,
Алыҫта ҡалды яҙҙар.
Йәшлегебеҙҙе иҫләтеп,
Ҡаңғылдап осто ҡаҙҙар…

Ҡыҙыма

Ике ҡулын һуҙып атлап килә
Яңы тәпәй баҫҡан ҡыҙғынам.
Ҡатын-ҡыҙ затынан
булғаныңа
Әҙерәк кенә һине ҡыҙғанам.
Хоҙай тарафынан
ҡатын-ҡыҙға
Бирелгәндәр бик күп һынауҙар:
Ир ҡатыны булыу, бала бағыу
Эшеңә лә йүгереп барыуҙар.
Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ
эшең,
Ҡыҙ балаҡай, булсы һин
түҙем.
Тәбиғәттең ҡанундары шулай
Һин – ҡатын-ҡыҙ, булсы тик
үҙең.

Иҫләйем…

“Һағынаһыңмы?” – тиһең,
һағынамын
Йәшлектәрҙә ҡалған
эҙҙәрҙе.
Йәш имәндәй һинең буй-
һыныңды,
Бөрлөгәндәй ҡара күҙҙәрҙе.

“Иҫләйһеңме?” – тиһең,
иҫләйемсе
Беренсе ҡат һинең үпкәнде.
Үпкәләттем, буғай, үҙеңде лә
Иҫләткәнгә беҙҙең үткәнде.

Иҫләргә һәм һағынырға
ҡалды
Етәкләшеп йөрөгән
кистәрҙе.
Ниңә һаман тыйып
булмай икән
Йөрәктәге ярһыу хистәрҙе?

Парлы яңғыҙҙар

Тормош һуҡмаҡтары, эй,
аяуһыҙ,
Юлдар илтә төрлө ерҙәргә.
Өҙгәләнә, өҙөләләр йәндәр,
Булалар шул төрлө йәрҙәргә.
Йәре янда, ә үҙенең йәне
Һығылып та илай, һарғая.
Һары япраҡ булып өҙгөләнә,
Осоп китә әллә ҡайҙарға.
Ғүмер буйы үҙ яртыһын
эҙләп,
Һағынып та үтә ғүмерҙәр.
Гүйә улар баҙлап ҡына янған,
Һүнмәй генә ҡалған
күмерҙәр.

Тәүге хистәр

Һағыш баҫты минең
күңелемде,
Күҙҙәремә йәштәр төйөлдө.
Үткән генә йәшлек
ғүмерҙәрем
Бер ҙә үтмәҫ кеүек тойолдо.
Килгән яҙҙар тағы алып ҡайта
Йәшлектәге тәүге хистәргә.
Онотолоп ҡына барған яра
Тынғы бирмәй миңә
кистәрҙә.

Зәйтүнә ТҮЛӘБАЕВА–
ҠАРАБАШЕВА.
Ейәнсура районы,
Үрген ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)