RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

10.10.2014 Йыһангир

– Машина ауылығыҙға барып етә алмай, Һаҡмар кисеүе насар.
– Сыҡһындар, мин был яҡтан ат егеп ҡаршы төшөрмөн…
– Ыҫмала ише йәбешкәкһең, һинән ҡотолоп булмаҫ, йүнәлтмәне тултырырға онотма.
Әсәйем ауырыуҙы юлға хәстәрләне: йыуыныу кәрәк-яраҡтарын әҙерләне, ашар-эсеренә төйнәне. Ҡабаланып төшкәнбеҙ икән, йылға ярында оҙаҡ ҡына көтөргә тура килде. Йыһангир тау битендәге ағас­тарҙы һыйпап ала, әрем үләнен йолҡоп ҡомһоҙлаанып еҫкәй, ул шулайтып тыуған төйәге менән хушлаша ине шикелле.
Бына ҡаршы яҡ тау битләүендә был яҡҡа төшөп килгән «Тиҙ ярҙам» машинаһы күренде.
– Әйҙә, игелеккә юрап, ат кистереп теге яҡҡа сыға торайыҡ, олатай.
Һаҡмар уртаһына еткәс, Йыһангир кинәт ҡуҙғалып, өҫтөндәге пинжәген систе лә шаршы ағымына ырғытты:
– А-а-ауырыуым ошолайтып һыуҙан ағып китһен…
– Пенсия ҡағыҙың пинжәгеңдә түгел инеме?
– М-м-ми-иңә… миңә бер ни ҙә кәрәкмәй инде хәҙер…
Машинаға ултырыр алдынан шау һөйәк ҡулдары менән яурындарымдан ҡарманы:
– Һин һәйбәт кеше, гел матур итеп йәшә! – Был юлы тотлоҡмай, асыҡ итеп әйтте.
Машинаны күҙ яҙғансы ҡарап оҙатып тороп ҡалдым.
Тағы ла ике көндән Салауат ағай үҙе шылтыратты:
– Һин ебәргән ҡарт бөгөн төндә үтте.
– Нисек? Ул әлегә үҙ аяғында йөрөй ине бит?
– Беҙ бөтәбеҙ ҙә үҙ аяҡтарыбыҙҙа йөрөйбөҙ, тик иртәгә ни булырын бер кем дә алдан әйтә алмай. Ерләр кешеләре бармы?
– Беҙҙә тотош ауыл сыға ул зыяратҡа…

5
ЙыһангирБерәй яҡын, үҙ күргән кешемде хәтергә төшөрһәм, йәшәлгән ғүмерем, ауылдаштарым, ауылымдың үткәне, хәл-ваҡиғалар барған тупрағым, тыуған тәбиғәтем бер бөтөн булып күҙ алдыма килә лә баҫа, уларҙың береһен икенсеһенән айырыу мөмкин түгел, хәйер, айырымлау, бүлгеләү кәрәкмәй ҙә. Йыһангир олатай тураһында уйым, ана, ҡайһылайтып, төп фекеремде урау юлдарҙан алып китте. Шул тарҡаулыҡ өсөн уҡыусымдан ғәфү үтенәм.
Уйнап йөрөгән балаларға яҡынланым.
– Балалар, яңы Йыһангир тигән кешене иҫегеҙгә төшөрҙөгөҙ түгелме?
Ялбырбаш тәтелдәне:
– Беҙҙә йүләр кешене шулай тип атайҙар.
– Ул кеше ысынлап та йәшәне беҙҙең ауылда, тик күптәр белмәй, шул иҫәптән һеҙҙең атай-әсәйҙәрегеҙ ҙә уның хаҡында ишеткән генә. Йыһангир олатай матур кеше ине.
– Иҫәр бер ваҡытта ла һәйбәт була алмай! – Ялбырбаш бирешергә теләмәне.
– Бөгөн күптәр иҫәрҙәр һанында йөрөй һәм, киреһенсә, аҡылһыҙҙар аҡыллы күренергә тырыша. Уны һеҙгә аңларға, төшөнөргә иртәрәк әле.
– Йыһангир тип аталғас, ызнашит мин дә арыу кеше буламмы? – тине теге итек башындай малай.
– Эйе.
– Беҙ ҙәме? – мине уратҡан балалар шау-гөр килде.
– Бөтәгеҙ ҙә. Ошо көндән алып һәр осрағанға, Йыһангир игелекле, эскерһеҙ, аҡыллы кеше булған, тип һөйләгеҙ. Ул, ысынлап та, шулай ине!
(Аҙағы. Башы 38, 39-сы һандарҙа).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)