RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Лотерея билеты

10.10.2014 Лотерея билеты

(Юмореска)

Сәниф менән Сә­мих – йән дуҫтар, етмәһә, күр­шеләр ҙә. Бер урамда уйнап, бер колонканың һыуын эсеп үҫтеләр. Бағанай менән Кәтүк кеүек айырылғыһыҙ ике дуҫ мәктәптә, унан һуң училищела шоферға уҡы­ны. Бер аҙ колхозда эшләп алырға ла өлгөрҙөләр. Унан һуң – әрме. Икеһе лә сит илгә эләкте. Береһе – Поль­шала, икенсеһе Германияла хеҙмәт итте. Ҡайтҡас, эшкә урынлашып, бер үк ваҡытта өйләнеп, матур ғына донъя ҡороп ебәрҙеләр. Сәнифкә кәләше ҡыҙ бүләк итте, ә Сәмих бәхетенә малай тыуҙы. Күршеләр ауыл тормо­шо­ноң бөтә мәшәҡәтенә күмелеп, яй ғына йәшәй бирҙе. Аш-һыу, һуғым булһа, бер-береһен саҡырышып, күптән туғанлашып бөттөләр тиһәм, хата булмаҫ.
Бер ваҡыт дуҫтарҙың юлы район үҙәгенә төштө. Булған эштәрен барлағас, йомоштарын йомошлағас, ҡайтыр яҡҡа сыҡҡанда сауҙа үҙәгенә инеп бер яр­ты алдылар. Бер аҙ атлағас, бы­уа быуырлыҡ сират күҙҙәренә салынды. Бында “Русское лото” лотереяһы һаталар икән. Дуҫтар бәхеттәрен һынап ҡарау өсөн сиратҡа баҫты. Ләкин билет Сәмихкә генә эләкте. Һуңғы билет булды.
Билетты ҡарар алдынан йөҙәр грамм һалырға булдылар. Парк­тағы беседкаға ултырып, кеҫәләге “Урман һылыуы”н асты­лар. Бер стаканды “дөңкөгәс”, Сәмихтең теле асылды.
– Был билетҡа машина сығыр, моғайын, күңелем һиҙә, – тине, ҡаштарын уйнатып. – Машинаны алып ҡайтһам, билләһи, иң бе­ренсе ҡатынымды ултыртып йөрөтәсәкмен...
– Ә ниңә мин иң беренсе түгел? Беҙ бит бала саҡтан уҡ дуҫтар, һуңынан ғына ҡатының булды. Мин ултырырға тейеш беренсе булып машинаға, – тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе Сәниф.
– Юҡ, юҡ. Башта ҡатынымды йөрөтәм. Ә-ә-ә, минең улым да бар бит. Нәсих – икенсе. Һин, Сәниф ҡорҙаш, өсөнсө генә икән, – тине Сәмих, үҙ һүҙен һүҙ итергә тырышып.
Бәхәсләшә торғас, шешәне бушатып бөттөләр.
– Барыбер мин беренсе ултырасаҡмын, – Сәниф ауылдашының күҙ төбөнә ҡундырҙы. Сәмих тә яуап­һыҙ ҡалманы. Улар паркта туҙан туҙҙырып һуғышҡанда, полиция хеҙмәткәре килеп етте.
– Нимә булды, иптәштәр, ни өсөн тартҡылашаһығыҙ? – тине лейтенант.
– Ул мине машинаһына ултыртмай, иң яҡын дуҫын, синыфташын, етмәһә, күрше лә, – тине Сәниф, теле телгә йоҡмайынса.
– Тәк-тәк. Бына эләктегеҙ. Ҡайҙа машинағыҙ? Беләһегеҙ бит инде, әфәнделәр, эскән килеш рулгә ултырырға ярамағанлығын. Йә штраф, йә “пра­во”һыҙ ҡалыу...
Участкала уларға тәртип боҙған өсөн штраф сәпәнеләр. Хәл ингәс, әңгәмәләшеп алғас, улар­ҙы сығар­ҙылар.
Ҡайтыр юлға атлағанда Сәмих ҡулдарын кеҫәһенә тыҡты. Булған нәмәһен берәмтекләп тикшерҙе, булғандары урынында ине. Тик лотерея билеты ғына ҡайҙалыр “осҡайны”.

Илбарис СӘЛИМХАН.
Дүртөйлө районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)