26.09.2014 Йыһангир
Ауылыма үтә лә һирәк төшә юлым, сәбәбе – ҡаршы сығып атым бәйләрлек дуҫтарым, ихласлап көткән яҡын туғандарым юҡ. Ҡайтҡан хәлдә лә ҡусты тейеш кешегә һуғылып, юл туҙанын ҡағыштырып, хәл-әхүәл белешкәндән һуң әсәйемдең ҡәберенә зыярат ҡылырға ашығам, шунан урман-ҡырҙарға сығып әйләнәм дә, ҡунырға ла ҡалып тормай, кире юлланам. Әллә нишләп олоғая барған һайын тыуған тәбиғәтем йәнемә яҡынайғандан-яҡыная бара, төштәремдә бик йыш урман төпкөлөндәге Ситлек ҡоҙоғоноң тештәргә үтер һалҡын һыуы инә, яҙ етте иһә Олотауҙың зәңгәр күҙле, ебәк суҡлы умырзаялары биттәремде наҙлы ҡытыҡлағандай, йәмле йәйҙә Аҡташ буйы мәтрүшкәләренең хуш еҫе танауыма бәрелгәндәй, көҙ көнө Баланлы үҙәктең һарылы-ҡыҙыллы ағастары, ҡыш уртаһында Өс ҡарағайҙың бәҫ ҡунған меңйәшәр шыршылары күҙ алдыма килеп баҫа. Ҡалала йәшәһәм дә, ул тарафҡа «ҡайтам» һүҙен өҫтәргә телем әйләнмәй. Ергә һеңешкән торлаҡта сарға ауазымды һалып донъяға килгәнмен, кендегемде ҡырҡҡандар, ошо тупраҡҡа тәү тапҡыр ялан аяҡ тәпәй баҫҡанмын, ул ғына ла түгел, тиле йәшлегем ошонда үткән. Миңә ҡалһа, ауылымды ташлап бер ҡасан, бер ҡайҙа китмәҫ һымаҡ инем дә бит, ни хәл итәһең, маңлайыма яҙғанды ҡыуалатып нисә йыл тормош елдәре ситтә йөрөтә. Яҙмышыма һис тә үпкәләмәйем, ауылымдан киткәндән һуң ылғый* күтән һурпаһы эселмәне, уңыштар ҙа, шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа, еңеүҙәр ҙә етерлек булды. Бөгөн мине таныйҙар, ҡайһылыр кимәлдә үҙемә тәғәйен бейеклекте лә яуланым һымаҡ. Ә бына ауылымдың бала-сағаһы, йәш-елкенсәге, ҡайҙан килгән икән был, тигәндәй, ятһынып баға, сөнки гәзит-журналда даими баҫылған әҫәрҙәрем, радио-телевидениела яңғыраған, алған юғары дәрәжәләрем ҡушып әйтелгән исемем уларға бер ни хаҡында ла һөйләмәй, хәйер, үҙем дә йәш ауылдаштарымды ата-әсәләренә оҡшатып, сырамытып ҡына таныйым.
Урам уртаһында шау-гөр килеп уйнаған кескәй балалар төркөмөн ситтән күҙәтәм, уларҙың ни, үҙ ғәмдәре, үҙ ҡыҙыҡһыныуҙары, әлеге мәлдә миңә иғтибар ҙа итмәйҙәр, күҙҙәренә лә элмәйҙәр. Бына ялан аяҡтары ҡаҙ тәпәйеләй йылтырап ҡатҡан итек башындай малай юл туҙанында соҡонған ҡыҙҙың ялбыр башына услап ҡом ҡойҙо. Тегеһе сәбәләнеп китте: «Нимә, Йыһангир булдыңмы әллә?» Кәмһетеп, һантыйға тиңләп әйтелгән, әммә күңелемә яҡын, таныш исемде ишетеп, тертләп киттем. Белә инем бит мин уны, яҡындан белә инем!..
Яҙыусы, тип йөрөтә башлағас уҡ бер нисә тапҡыр Йыһангир хаҡында матур хикәйә яҙырға ынтылып ҡуйҙым, әммә ауылдаштар дөрөҫ аңламаҫ, тиленән аҡыллы яһарға маташа, тип көлөр төҫлө тойолдо, шунан һуңғараҡ ҙурыраҡ әҫәрҙәргә тотоноп киттем, икенсе, үҙем көнүҙәк иҫәпләгән идеялар ҡыҙыҡһындырҙы, ә ябай ауыл ҡарты тураһындағы өҙөк-йыртыҡ хәтерләүҙәрем тоноҡланғандан-тоноҡланды. Тоноҡланды, мәгәр онотолманы. Бөгөн, тотош донъя тилергәндәй бәйелдән яҙа барғанда, әҙәм балаһы саманан тыш зиһенлектән ҡотороп шашҡанда йыш иҫемә төшә Йыһангир олатай. Күңелемдән генә: «Шыпа ла тиле түгел ине бит ул, аҡыллынан былайыраҡ ине», – тим.
2
Мунсанан саҡ ҡына ҙурыраҡ йортобоҙҙоң уймаҡтай тәҙрәһенә ҡапланғанмын да иғтибар менән урамды күҙәтәм. Иртәнән кискәсә шөғөлөм шул, саф һауаға сығыр инем дә, һыуыҡ алдырғанмын, тамағым шешкән. Былай үҙем ятаған* кеше түгелмен-түгеллеккә, ни хәл итәһең, түҙергә ҡала. Көн яҡтыһында өй эсендә һин дә мин йөрөлә лә ул, төндәрен түшәккә һылашам: тәнем уттай яна, үҙәгем яна, төкөрөктө йоторға ла ирек бирмәй, тамағым сатнай.
Тышта ҡышҡа инер алдынан була торған алаҡсын* көн. Тирә-яҡты буҙартып ҡар һибәләгән. Әле лә күктән он тоғонан елгәрелгәндәй ҡар туҙырап борхой, ул ер өҫтөнә генә түгел, өй ҡыйыҡтарына, ҡапҡа һайғауҙарына, көҙгөлөккә алып ҡайтып кәртә баштарына өйөлгән бесәнгә, ялан кәртәлә сепсенгән мал-тыуарҙың өҫтөнә йоҡа ҡатлам булып ҡуна. Офоҡҡа ярпыҡ болоттарҙан туҡылған шыҡһыҙ шаршау тартылған. Ҡаршылағы тауҙың артында, Сейәле түң аша үтеп һөҙәкләтеп төшһәң, Төп туғайҙың көнсығыш өлөшөн ярым түңәрәккә алып, Һаҡмар йылғаһы ағып ятыр булыр. Беҙ, тиҫтерҙәр, йәй оҙоно, йылғаның ҡойоло һай ерендә быстырҙайбыҙ, үҙебеҙсә һыуҙа ҡойонабыҙ, шунан ләззәт алабыҙ, йөҙә белмәгәс, тәрән сөмгөлдәргә ынтылырға шөрләйбеҙ, теге яҡ ярға бер тапҡыр ҙа аяҡ баҫҡаныбыҙ юҡ. Урман менән ялан тарафын бүлеп аҡҡан йылға зиһен офоҡтарымды сикләй, беҙҙән дә ары ҡәҙимге көнитмеш барлығы хаҡында ишетеп кенә беләм. Йылғаның аръяғында текә үрҙе артылһаң, йәнәһе лә, Михайловка тип аталған урыҫ утары бар, тағы ла дала тартып дүрт-биш саҡрым арыраҡ китһәң, тирмән тотҡан ҙур Ивановка ауылы йәйрәп ята икән. Шул ауылдан күршебеҙ Фазылйән ағайҙарға Йәстәгнәй белештәре килеп йөрөй, беҙ Батырйән дуҫ менән, шыпа ла урыҫса белмәгәс, уға яҡынлай һалып бармайбыҙ. Йәй уртаһында әле, Һаҡмарҙан һуңлап ҡайтып ингәс, әсәйем ныҡ ҡына орошто ла ҡаты ғына итеп киҫәтеп ҡуйҙы: «Улай бәйелһеҙләнгәсең, әйткәнемде һанға һуҡмағасың, бар, әйберҙәреңде йый ҙа сығып кит!» Ныҡлап төйнәр мөлкәтем дә юҡ инде юҡлыҡҡа; ике күлдәк тә ике ыштан, йәнә баш бармаҡ тәңгәлдәре тишелгән сандалыйым, ҡышҡа ҡәҙәр ҡалынһа, табанлы быймам, өләсәйем тегеп биргән ҡанатлы сатин тышлы бишмәтем, Ҡотлоғәфәр олатай илек тиреһенән әтмәләгән, күп кейеүҙән йөнө ҡырыла башлаған ҡырма* кәпәсем бар. Өйҙән ҡыуылыуым хаҡында ишеткәс, ысынлап хафаға ҡалдым, ҡайҙа барып морон төртөргә? Әсәйемдең үгәй ағаһы Сәлихйән олатайҙарға күсенер инем дә, үҙҙәре килеп тороп күмәк, ишле ғаиләлә сыбырлаған ун бер бала, артыҡ ҡалаҡҡа, моғайын да, урын табылмаҫ. Киң күңелле кеше булараҡ, сыбыҡ осо туған Ғәбиҙә апай аңлар, ҡабул итер, иллә Фәтҡулла еҙнәй ҡыҫыҡ сикәле*, уҫал, эсеп алһа, йортонда ике көнгә бер тауыш ҡуптара, ҡатынын, көҙгө ыҙғырыҡҡа, селлә һалҡындарына ҡарамай, күлдәксән көйө урамға ҡыуып сығара. Ғәбиҙә апай үҙе әле аҙнаның ике көнөндә беҙҙә ҡуна. «Ир ҡыйырһытҡанды мир ҡыйырһытҡан» тигәндәй, еҙнә тарафынан өйөнән һөрөлгән бисәгә эйәреп, кире ҡайтып инә алмайым да инде. Таш кибет ҡаршыһында йәшәгән Татар Вәлиҙең минең менән бер тиң Әлфиә исемле ҡыҙы бар. Шул Вәли мине яҡын күреп, яйы сыҡҡан һайын, кейәү, тип күтәрмәләй. Кейәүләргә тип, уларға барыр инем дә, әлегә Әлфиәне әйттермәгәнмен, бата уҡылмаған, беҙҙе ҡушмағандар, тимәк, кейәү була тороп та, мин улар өсөн ят бауыр*. Аптырағандың көнөнән әсәйемдән һораным: «Китер инем дә, миңә ҡайҙа барырға?» «Дүрт яғың ҡибла, ана, Камаш берәҙәкте иш итеп Михайловкаға, йә булмаһа, Ивановкаға кит!» «Ә унда беҙҙең белештәр бармы һуң? Йәстәгнәй знакум индермәҫме икән?» Бер ҡатлы һорауымды ишеткән әсәйем шарҡылдап көлдө лә ебәрҙе, шулай итеп, беҙҙең тәмһеҙләшеү шыма ғына хәл ителде.
Урамда эңер алдынан була торған һиллек, иллә бөтөнләй үк буш түгел. Ана Шәрифйән, Батырйән, Мөҙәрис уйнап йөрөй, Шәрифйән менән Мөҙәристең ҡулында сәкән таяғы, Батырйән, әле шыуырға иртәрәк булһа ла, ҡанатлы санаһын һөйрәп сыҡҡан. Күршебеҙ Ғизелхаҡ ағайҙың Алғыры, ҡойроғон ҡыуаныслы болғап, малайҙар тирәһендә бутала, тегеләрҙе уйнарға саҡырып, еңдәренән, бишмәт итәктәренән тарта. Мин дә, елкенеп, ултырған урындығымдың таҡталарын сыйнатып, урынымда борғаланып ҡуйҙым. Уйымды һиҙҙе әсәйем, түрбашта икмәк баҫып торған еренән башын ҡалҡытты: «Әлегә һиңә сығырға ярамай, Таһир ағайың, тағы ла бер аҙна өйҙә булырға кәрәк, тине. Хәҙер, эшемде ослайым да, мәтрүшкә ҡайнатып эсерәм, тамағыңды картуф быуында тоторбоҙ. Тәҙрәне ышыҡлама әле, былай ҙа ҡараңғы». Бына бит, ултырышһыҙлығым арҡаһында тыш менән мине бәйләгән нәмәнән яҙҙым! Ситкәрәк шылдым, әммә ике күҙем быялаларын һалҡын ҡайыған тәҙрәлә. Урта төштәге тыҡрыҡтан берәү урамға килеп сыҡты ла, ары ҡайҙа юлланырға белмәй, урынында тапанды. Таныным, Йыһангир олатай бит!
– Әсәй, Йыһангир олатай бөгөн кемдә ҡуна икән?
– Кисә Рәхимйән ағайыңдарҙа утын яра ине, тимәк, бөгөн беҙҙең сират. Йоҡлатып сығарған өсөн ҡайһылайтып ялсы ише эшкә ҡушмаҡ, тамағын туйҙырып, тәмәкелек аҡсаһын биреп булһа ла сығарырбыҙ.
– Уны ҡайҙа йоҡларға һалабыҙ инде, урындыҡта һин, мин карауатта?
– Күңел киң булһа, урын табылыр, түшәк түшәһәк, иҙәндә ятыр.
– Ир кеше ир кеше менән йоҡлай бит, әйҙә минең янда, карауатта ятһын.
– Юҡ, һиндә ангина, ярамай.
– Йоҡтормаҫҡа тырышып, арҡамды ҡуйып ҡына ятырмын, әсәй…
– Ярамай, тинем бит! Алай ҙа икмәк баҫтым әле, хәҙер өшә бешерәм, мейес яҡһаҡ, картуф ҡуйырмын, – әсәйем, ҡунаҡ ҡаршыларға йыйынғандай, һүҙҙе икенсегә борҙо.
Йыһангир олатай хаҡында үткәнендә беҙгә ингән Сәғилә инәй ҙә һөйләп ултырҙы: «Йыһангирҙе әйтәм, ауырыу, тиһәләр ҙә төптө һантыйға оҡшамаған, тыныс, ипле холоҡло, әҙәмсә итәғәтле: кеше әйберенә һорауһыҙ ҡағылмай, тотонолған кейемде кеймәй, өҫ-башын гел ҡарап ҡына йөрөтә, тағы урынһыҙ маҙаһыҙлап, бер йортта ике көн ҡунмай. Һантый түгел, тиеүем шунан ғибәрәт, үткәндә беҙгә ҡуна ингәндә тәмәке төрөргә гәзит битен һораны, мин ни, ҡарап мәшәҡәтләнмәй, тотторҙом ҡулға эләккәнен. Был миңә кире һона, тотонорға ярамай, бында Ленин һүрәте төшөрөлгән, уның тураһында һүҙҙәр яҙылған, ти…»
Уңарсы соланға кирза итекле кеше инде, тамаҡ ҡырыу ишетелде, мәгәр ишеккә яҡынлаусы тойолманы. Әсәйем ҡаршы атлап ишекте асты:
– Әйҙә үт, Йыһангир ағай.
Йыһангир олатай өйгә инде, итектәрен сисеп түргәрәк үтте, ултырғыс тартып ултырҙы ла башындағы кәпәсен һалып ҡулына йомарланы. Тар ергә таяу өҫтәлгәс, өй эсебеҙ тулды ла ҡуйҙы, йәнә танауыма ят ир еҫе бәрелде.
Урындыҡ төбөнән ҡыҙыҡһынып инеүсегә төбәлдем. Кешене тәү ҡат күрмәһәм дә, осраған һайын ҡабаттан текәлеп алыуҙы ғәҙәт иткәнмен, һәр кемдән ниндәйҙер үҙгәреш йә яңылыҡ эҙләйем, иғтибарымды бигерәк тә сәйерерәк холоҡ-фиғеллеләр йәлеп итә. Йыһангир олатай уртасанан саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ, ныҡ кәүҙәле, ирҙәргә хас ҡырыҫ йөҙөндәге тура ҡырлас танауы, ҡуйы ҡара ҡаштары, тирә-яҡҡа һәр ваҡыт йылмайып ҡараусы һоро күҙҙәре уны һөйкөмлө итә. Ғәжәпкә ҡаршы, йомро башындағы шырт сәстәре аҡтан-аҡ, ул тотош фиғеленә яҡтылыҡ һәм сафлыҡ өҫтәй төҫлө. Миңә ҡалһа, ауылыбыҙҙа Йыһангир олатайҙан да күрмәлеклерәк ир-ат юҡ һымаҡ.
Бына һуңлап йөрөгән ҡунағыбыҙ яҫы усы менән аҡ сәстәрен һыпырҙы ла донъяһы теүәл кешеләй ихлас йылмайҙы. Йылмайыуҙың да төрлөһө була, шуны белдем әле: беҙҙең ауылға бик йыш теге, Камаш ҡушаматлы берәҙәк Камалетдин ҡайтып, һеңлеһендә аҙна-ун йәшәй ҙә тағы ла ҡайҙалыр китеп олаға. Мин уның йыртҡыс ҡарашынан ҡурҡам, ул күңелләнгән мәлдәрендә лә ҡорбанын тамаҡларға йыйынған бүре ише, биттәрен йәмһеҙ сырыштырып, эре һары тештәрен ыржайта, ә бына кибетсе Исмәғилдең йылмайыуы яһалма битлек һымаҡ, ирәбеләнеүе аҡсаһын биреп еткермәгән йылғыр әҙәмдең күҙ бәйләүенә тартым. Ә Йыһангиргә, бер ҡатлы, гонаһһыҙ булараҡ, ҡанығыу, ялғанлау ят нәмә, шуға йөҙө болот артынан кинәт сығып күренгән ҡояш ише көтмәгәндә ялтлай ҙа китә.
– Э-э-э, Йәмилә, ишек алдыңда ҡоро-һары күренә, – тип һуҙҙы Йыһангир.
– Эйе, Әхмәҙей бер арба йөгө килтергәйне.
– Э-э-э, шуны ҡырҡып-өйгәндә… – Йыһангир әйтерен бер ваҡытта ла аҙағын-аса еткермәй, башлағанын ым-хәрәкәт менән бөтөрөп ҡуя, был юлы ла балта менән киҙәнеү хәрәкәте яһаны.
– Уға былай ҙа ҡул етмәй тора. Әлләсе, иртәгә яйыңа ҡарарһың, бик тә эшләйем тиһәң, тәғәйен хаҡын да түләр инем.
Ҡунып сығыу мәсьәләһен хәл иткәнгәлер, Йыһангир олатай фуфайка төймәләрен ысҡындырып ебәрҙе лә минең яҡҡа ҡараны:
– Э-э-э, улым өйҙә, ҡалған малайҙар тышта…
– Тамағы шешкән, табип урамға сыҡмаҫҡа ҡушты. Сисенеп ултыр, Йыһангир ағай, хәҙер картуф бешерергә ҡуям, сәй эсеп алырбыҙ.
Кис табын артында йәнә шуға иғтибар иттем, Йыһангир олатай алдына ҡуйғанға һоғаланып йомолмай, ризыҡҡа ҡомһоҙланып үрелмәй, тыйнаҡ тәғәмләнә, әйтерһең, әле генә һыйлы табын артынан килгән.
Һүҙ араһында әсәйем һорай ҡуйҙы:
– Ағай, улай кеше көнлө ыҙаланғансы ҡайтһаңсы, бында бит хәлле йәшәгән улың, киленең бар, әбейең дә шунда, әйҙә, тип саҡырып торалар.
– У-у-унда ярамай… Әбейем намаҙ уҡый…
Ошо ерҙә теге Сәғилә инәйҙең һөйләгәндәре яңынан хәтергә төштө: «Йыһангир диндар әбейенә ҡайтмай, уны унда шайтандары ебәрмәй!..»
Бер яҡҡа шылыңҡырап ултырҙым, бәләһенән баш аяҡ. Бая әсәйемә, урынды бергә йәй, тигән булдым, әгәр шул шайтандарҙың береһе минең йәнгә күсеп ҡуйһа, шуның ҡотҡоһона бирелеп, мин дә ҡайта алмай йөрөйәсәкмен бит…
Төн уртаһында ҡабаттан хәлем хөртәйеп китте, күҙҙәремде йомһам, һаташа башлайым, имештер ҙә, Йыһангирҙең шайтандары тегенең йәненән айырылып сыҡҡан да өй тултырып, зыҡ ҡубып бейей икән, тим.
Таңға ҡарай ойоп киткәнмен. Күҙҙәремде асҡанда Йыһангир түшәгем ситенә һағып, шыраулы устарын маңлайыма баҫҡайны. Мейес артында киҫек-киҫек соролдап алған өй сиңерткәһен иҫәпкә алмағанда, ярым ҡараңғы өй эсендә тынлыҡ, Йыһангирҙең шайтандары бейеп, арманһыҙ булып, моғайын да, уның йәненә кире инеп йәшеренгәндәр, шуғалыр ҙа торлағыбыҙ тынып ҡалғандыр. Әлеге мәлдә юғарынан, түбә таҡтаһынан, юҡ, бейек йыһандан миңә мәрхәмәтле аҡыллы күҙҙәр төбәлгән…
(Дауамы бар).
Хәйҙәр ТАПАҠОВ