RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күңелемдең ҡанатлы мәлендә ярала ул шиғыр һәм йырҙар

26.09.2014 Күңелемдең ҡанатлы мәлендә ярала ул шиғыр һәм йырҙар

Күңелемдең ҡанатлы  мәлендә ярала ул  шиғыр һәм йырҙарРадионан ағылған йыр күңелемде, бар булмышымды арбап алды. Башҡарыу­сының яғымлы тауышына иғтибарымды йүнәлттем. Талғын ғына иҫкән елдәй бар күңелгә ниндәйҙер рәхәтлек өләшә. Ә һүҙҙәренең ябайлығынан йырҙы ҡабат-ҡабат тыңлағы килә.
Һин мине һөйгәнгә,
Мин һине һөйгәнгә
Тормошобоҙ үрелә гөлдәргә.
Атай, тип йән атып,
Әсәй, тип яратып,
Балабыҙ йылмая күҙҙәргә.


Ижадым да үҙем кеүек – асыҡ та ярыҡ. Башҡаса яҙа белмәйем. Алдаштырып төрләндереүҙе халыҡ та ҡабул итмәҫ ине, бәлки. Йырҙарымдың ыңғай хислеләре генә үҙемдә ҡалған икән шул. Нимәгәлер үкенеп, һағышланып торғом килмә


Тап ошо йырҙан һуң автор-башҡарыусы, журналист Светлана Сөләймәнова-Насирова ижадына ҡыҙыҡһыныуым бермә-бер артты.
Хәйер, “Юлдаш” радиоһында эшләгән сағында уҡ йәнле әңгәмәләре, ҡыҙыҡлы фекер­ҙәре, яғымлы тауышы менән иҫтә ҡалғайны был ҡыҙ. Бер осор “Киске Өфө” гәзитендә лә әүҙем яҙышты. Тик һис кенә лә уны йырсы булараҡ күҙ алдына килтермәй инем. Шиғырҙар, йырҙар ижад итеүе лә минең өсөн оло яңылыҡ булды. Осрашҡанда уның матур, мөхәббәтле ғаиләһе тураһында яҙырға теләүем хаҡында әйттем. Ижадҡа илһам биргән, сәхнәгә сығырлыҡ ҡанат ҡуйған ир-уҙаман менән йәшәйештәре, көн күрештәре, балаға биргән тәрбиәләре хаҡында мәҡәлә яҙыу ине теләгем. Тик, мине ғәжәпләндереп, Светлана ул турала яҙмауымды үтенде.

– Беҙгә әле, матур ғаилә ҡорҙоҡ, тип һөйләргә иртәрәк. Сөнки бер йылдан, ун йылдан нимә булырын белә алмайбыҙ. Алла бирһә, 60 – 70 йәшкә еткәс, балаларҙың уңыштарына һөйөнөп, ейәндәрҙе һөйөп ултырғанда был хаҡта һөйләшербеҙ. Ә бөгөн һеҙгә үҙемдең ижадым хаҡында һөйләй алам, – тине ул. – Ябай ауыл ғаиләһендә тыуып үҫһәм дә, күңелем менән ижадҡа ынтылдым, шул хаҡта хыялландым. Әгәр бала хыяллана икән, тимәк, ул маҡсат ҡуя һәм шуны тормошҡа ашырыу өсөн тырыша башлай. Бала саҡтан мәктәп сәхнәһендә йырлап йөрөгәс, 9-сы класты тамамлап, Өфө дәүләт сәнғәт училищеһына юлландым. Ул ваҡытта хәҙерге кеүек интернет юҡ, телефондан һорашып белешеп тә тормай, килеүемә имтихандар бөтөүгә бара ине. Документтарҙы тапшырып өлгөрмәгәс, мине бер кем дә тыңлап, баһалап торманы. Бөгөнгө көндән сығып ҡарағанда, быға үкенмәйем. Ә ул ваҡыттағы илауым, үпкәләүем… 10-сы клас­ҡа район үҙәгенә, Красноусол башҡорт гимназияһына юлландым. 11-се класта уҡығанда башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика олимпиадаһында еңеүем яҙмышымды хәл итте, тип әйтергә була. Тәүге урын өсөн мине Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына имтихандарһыҙ уҡырға алдылар.

– Студент йылдарың нисегерәк хәтереңдә ҡалды?

– Шау-шыулы, күңелле, әүҙем тормош менән яҡын ул йылдар. Һәр ергә өлгөрә инем. Һәйбәт уҡығаным өсөн юғары стипендия алдым. Унан тыш, магазиндарҙа иҙән йыуып та аҡса эшләнем. Шуға күрә, ауыр булды, аҡса етмәне, тип әйтә алмайым. Төркө­мөбөҙ менән киноға, театрға йөрөнөк. Дуҫтар менән аралаштыҡ. Шул тиклем һағынам ул йылдарҙы.

– Радиола эшләгән йылдарың…

– Ул саҡтар ҙа шул тиклем һағындыра. Унда тотош журналистика мәктәбен үттем, барлыҡ һәләтем асылды. Һәр журналисҡа йылы ҡарашын, тәжрибәле кәңәшен, йөрәк йылыһын йәлләмәгән Тәнзилә Үлмәҫбаеваға рәхмәтлемен. Эфирға сыҡҡан һайын тыңлап, кәрәк ерендә маҡтап, кәрәк ерендә тәнҡитләп, ҡанат ҡуя ине. Тыңлаусыларымдың йөрәгендә урын табыуымда уның да роле ҙур. Радиола эфирға сыҡмауыма әллә күпме ваҡыт үтһә лә, мине онотмауҙары, “Бәйләнештә” сайтында хат яҙыуҙары, урамда танып туҡтатыуҙары барыбер күңелдә шатлыҡ хистәре тыуҙыра. Тәүге йырҙарымды ла радиола эшләгән саҡта яҙҙыр­ҙым. Ирем менән шул йылда ныҡлап дуҫлашып киттек.

– Ә шулай ҙа кем ул һинең ирең?

– Марсель исемле, бер-беребеҙҙе бала саҡтан беләбеҙ. Ишембайҙа йәшәһә лә, беҙҙең ауылға өләсәләренә ҡайтып йөрөнө. Әсәйҙәребеҙ элек-электән дуҫ булды. Бик оҙаҡ дуҫлашып йөрөп, бер-беребеҙҙе һынап өйләнештек. Оҙаҡ йылдар йәшәмәйенсә маҡтарға ярамаһа ла, әйтеп үтәйем инде: Марсель шул тиклем уңған, ышаныслы һәм яҡты күңелле кеше. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Тәүҙә Ишембай ҡалаһында, аҙаҡ уны һатып, Өфөлә торлаҡ алдыҡ. Бөтә ремонт эштәрен үҙе башҡарып, фатирҙы танымаҫлыҡ итеп үҙгәртте. Тик күңелемде ҡырған бер нәмә бар: алыҫ Себер тарафтарында эшләй ул. Ир-егеттәрҙең иңендә ятҡан ғаилә ҡарау йөгөн лайыҡлы күтәреү өсөн тырыша. Һағыныу хисен йыш татыған­ғалыр ҙа шиғырҙарым, йырҙарым бер аҙ һағышлы. Сөнки бергә саҡтар күҙ асып йомған ара булһа ла, айырым саҡта ваҡыт бик яй үтә бит ул. Улыбыҙ Мортаза үҫеп килә. Хәҙер балалар баҡсаһына ла йөрөй башланы инде. Беҙҙе көн дә бер яңы һөнәре менән ҡыуандыра. Уның һөйләгәндәренә, ҡылыҡтарына ҡыуанып, балалар өсөн дә шиғырҙар ижад итә башланым.

– Әлеге көндә һин телевидение хеҙмәткәреһең...

– Радио, журналист эшенә күңеле менән инеп киткәндәр киренән айырыла алмайҙыр. Һәр йөрөгән ерҙән геройҙар эҙләйһең, ваҡиғаларҙы сағылдырыу юлдарын күҙаллайһың. Журналист эше ҡанға һеңә. Декрет ялына сыҡҡас, Ишембай ҡалаһына ҡайтып йәшәнек. Тәүҙә һиҙелмәһә лә, аҙаҡтан үҙемде нимәһендер юғалтҡан кешеләй тойҙом. Шуға ла эшкә сығырға ваҡыт еткәс, Өфөгә кире юлландыҡ. “Телеүҙәк” тапшырыуында эшләй башланым. Ҡыҙыҡлы темалар эҙләү, алдынғы ҡарашлы, үҙенсәлекле фекерле геройҙар табыу менән шөғөлләнәбеҙ. Ә һайлау мөмкинлеге булһа, радионы һайлар инем. Кино һәм театр сәнғәте кеүек, икеһе ике донъя ул радио һәм телевидение. Радиола тере аралашыу күберәк, эштең һөҙөмтәһе артығыраҡ. Бәлки, миңә тәүге эш урыным булғанға ла, тәүге һөйөү кеүек, радиола эшләү ҡәҙерлерәктер.

– Ә ижад итеү, йырҙар, шиғыр­ҙар?

– Ул тиклем үк әүҙем йырлап йөрөмәйем бит. Буш ваҡыттарҙа, ғаиләгә зыян килтермәй генә сығыш яһайым. Ә шиғырҙар күңелдең ҡанатлы мәлендә тыуып тора. Яратҡан кешеләр ҙә бар, тәнҡитләүселәр ҙә табыла. Ижад шулай тәнҡит менән маҡтауға үрелеп барырға тейеш. Битараф ҡалһалар йәки маҡтап ҡына торһалар, ижад итеүҙең ҡыҙығы ҡалмаҫ ине. Үҙ уҡыу­сыларым, тыңлаусыларым бар, аллаға шөкөр. Яңыраҡ “Бәйләнештә” сайтында ижадыма арналған төркөм астым. Яңы шиғырҙарымды, йырҙарымды, һүҙҙәремә яҙылған йырҙарҙы шунда һалып барам.

– Ҡатын-ҡыҙ булараҡ кемгә оҡшарға тырышаһың?

– Ғаиләлә әсәйемә һәм ҡәйнәмә. Улар ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта иҫ киткес көслө рухлы ла. Тормоштоң әсе-сөсөһөнә бирешмәйенсә, күңел матурлығын һаҡлай белгән ҡатын-ҡыҙҙар. Ҡәйнәм менән әсәйемә ҡарағанда ла нығыраҡ серләшәм. Марсель менән бергә йәшәй башлағас, уның кәңәштәре ныҡ ярҙам итте. Теге йәки был осраҡты улының нисек ҡабул итерен унан да һәйбәт белгән кеше юҡ. Шуға күрә килендәргә кәңәшем шул: ҡәйнәгеҙгә үҙ әсәйегеҙгә кеүек иғтибарлы булығыҙ, яратығыҙ. Уларҙың икеһе лә – донъя тотҡаһы һәм ғаилә терәге. Һөнәрем буйынса Тәнзилә Үлмәҫбаева менән Флүрә Мурзина күрһәткес булып тора. Икеһе лә – шул тиклем үҙ эшен яратҡан, мөкиббән бирелгән кешеләр. Һәм күңел йылыһын башҡаларға йәлләмәйенсә тараталар. Флүрә апайҙың яғымлы тауышы, мөләйем йылмайыуы бөтә Башҡортостан халҡын һөйөндөрә. Ул минең өсөн матурлыҡ күрһәткесе лә булып тора. Һомғол буйлы, нәзәкәтле, бөхтә, һәр ваҡыт сибәр һәм йылмайып ҡына йөрөгән ысын ҡатын-ҡыҙҙың бар күрһәткесе унда тупланған. Наилә Ғәләүет­динова менән Флүрә апай беҙҙе уҡытырын белгәс, илай яҙып шатланғаным хәтерҙә.

– Киләсәккә ниндәй маҡсаттар ҡуяһың?

– Мортазаға һеңле кәрәк. Әсәй булыуҙан да ҡәҙерлерәк, ҡиммәтерәк бурыс юҡ донъяла. Улымды балалар баҡсаһынан алырға барғанда уның ҡулдарын йәйеп миңә табан йүгергәнен күрһәм, бар мәшәҡәт, күңелһеҙлектәр онотола. Шул мәлдәрҙә илһамланып, әллә күпме йыр, шиғыр ижад ителә. Шуға ла балаларым күберәк булһын тип хыялланам. Ҡаланан ситтәрәк үҙ баҡсаһы булған өйҙә Марсель һәм балалар менән гөр килеп сәй эсеү – хыялымда әле ошо картина тора. Ә хыялдар һәр саҡ тормошҡа аша.

– Ә һин ниндәй тәрбиәсе? Хәҙер бит бала тәрбиәләү буйынса әллә күпме китап һатыла. Береһе, тегеләй ярамай, икенсеһе, былай ярамай, ти...

– Ҡайһы бер ата-әсә бала тәрбиәләү буйынса махсус китаптар һатып ала, билдәле психологтарҙың, педагогтарҙың кәңәштәренә таяна. Минеңсә, һәр бала үҙе айырым шәхес, шуға уға индивидуаль юл табырға кәрәк. Малайҙарға ҡатыраҡ мөғәмәлә, ҡыҙҙарға ипләп әйтеү кәрәк, тигән фекерҙә лә бәхәсләшерлек урын бар. Малайҙарҙың да бит ҡыҙҙар кеүек йомшаҡ холоҡлоһо, тыныс тәбиғәтлеһе, ә ҡыҙҙарҙың артығын шашып, шаталаҡланғаны була. Беҙҙекенә, мәҫәлән, атай ҡатылығы кәрәк. Минең тыйыуҙарҙы ныҡ ауыр ҡабул итә. Ҡайһы саҡта алдаштырырға, ҡайһы мәлдә яратырға һәм ҡайһы ваҡытта ҡаты ғына шелтәләп алырға кәрәклеген үҙем генә беләм. Беҙ ғаиләлә дүрт бала үҫтек, дүртебеҙ дүрт төрлө. Атай-әсәйебеҙ кемгәлер дөрөҫ тәрбиә биргән йәки бирмәгән, тип баһаларға мөмкинме шунан һуң? Ҡайһы берәүҙәр, баланы гел яратып, иркәләп кенә үҫтерергә кәрәк, ти. Бындай тәрбиәнең атай-әсәй елкәһенә менеп ултырыу менән тамамланыуы мөмкин. Шулай уҡ баланың үҙ хаталарын төҙәткәндә ҡаты ғына һабаҡ алыуы ла мөһим. Тыйыу ҙа кәрәк, яратыу ҙа. Япондар биш йәшкә тиклем баланы бер нәмәнән дә тыймай, ти ҙә аҡыл өйрәтәләр. Беҙ бит япондар түгел, беҙҙең менталитет икенсе, динебеҙ, борондан килгән йола-ғәҙәттәребеҙ икенсе. Тыймайынса, баланан батша яһарға ярамай, сөнки һәр нәмәлә сама, сик, тәртип булырға тейеш. Тап ана шул бәләкәс сағында кешенең холҡона нигеҙ һалына, аҙаҡ уны төҙәтеп ҡара! Бер аҡыл эйәһе әйтмешләй, баланы тыумаҫ элек үк тәрбиәләй башларға кәрәк. Тик тыйыуҙа ла яратыу сағылырға тейеш. Бала, мине атайым йәки әсәйем яратмай, шуға теләгәнемде эшләтмәй, тип уйларға тейеш түгел. Үҙем артыҡ хисле булғанғамы икән, яратыуым да, әрләүем дә шул сама. Сиктән ашып, шашындырып һөйәм һәм... ҡайһы саҡта тормош ауырлыҡтары һалған кисерештәремде уға төшөрәм. Бына был бик насар ғәҙәт. Алтын урталыҡты, сикте һаҡлау өсөн үтә лә ныҡ сабыр булырға кәрәк. Быға өйрәнәбеҙ. Бала үҫтергәндә үҙең дә күп нәмәгә өйрәнәһең икән, балаңдан да, тормоштан да. Ҡәйнәмдең сабырлығын, әсәйемдең ҡыйыулығын өлгө итеп ҡуям.

– Һин бер осор “зәңгәр экран”да бик популяр инең. Яңлышмаһам, “Туған тел” йыр-моң каналында эшләнең.

– “Юлдаш” радиоһынан һуң булды ул. “Туған тел” каналында иң тәүге булып ҡотлауҙар программаһын асып ебәрҙем. Һәр ваҡыттағыса, яңы каналда яңы проекттарҙы башлап ебәреүе ауыр. Төрлө ҡыйынлыҡтар, ҡаршылыҡтар менән булһа ла, тейешле кимәлгә еткереп сығарҙым. Ярты йылдан инде программаға хаттар һыймай башланы. Үҙем яҙам, үҙем алып барам, даими тамашасыларыбыҙ күбәйҙе. Башҡорт телендәге ҡотлауҙарығыҙ шул тиклем бай, йөрәккә үтмәле тип, хатта ҡәрҙәш дуҫтарыбыҙ ҙа башҡорт телендәге сығарылыштарға заказ бирә ине. Шул осорҙа тәүләп ҙур сәхнәгә сыҡтым, концерттар алып бара башланым, яңы йырҙар ижад ителде. Үҙем теләгән юлдан барып, бала саҡтан хыялланған һуҡмағыма аяҡ баҫтым ғына тигәндә, кейәүгә сыҡтым. Унан һуң Ишембайға күсеп киттек. Унда ҡайтыуыбыҙҙың тәүге көндәрендә үк урындағы телевидениеға яңылыҡтар дикторы итеп эшкә алдылар. Халыҡ сығыштарыбыҙҙы бик яратып ҡабул итте, тел, милләт, халҡыбыҙ яҙмышы хаҡындағы тапшырыуҙарымды айырыуса көтөп алалар ине. Күпме шылтыратыу, рәхмәт хаты алырға тура килде. Эшемде бала саҡтың матур хыялына барыбер яҡындыр тип иҫәпләйем – халыҡ араһында, кеше менән аралашыуҙа, уй-тойғоларҙы уртаҡ итә алыуҙа. Ишембайҙа саҡта йөрәк шул тиклем ҡабат Өфөгә тартты, ниҙер тороп ҡалған кеүек, гел баш ҡаланы юҡһындым. Иремә рәхмәт инде – теләктәремә ҡаршы килмәне. Өфө сәнғәт, мәҙәниәт үҙәге, хыялдарымдың кендеге кеүек. Ҡабат килеүем хаҡында ишеткәс тә концерт­тар­ға, ҙур сәхнәләргә саҡырырға тотондолар. Тик һәр саҡырыуҙы ҡабул итә алмайым, бының үҙ сәбәптәре бар. Хәлемдән килгәндәренә барырға, ҡатнашырға тырышам.

– Шиғырҙарың, йырҙарың үтәнән-үтә асыҡ, гел бәхетле тойғолар хаҡында. Күҙ тейеүҙән ҡурҡмайһыңмы?

– Ҡурҡам. Ысынлап, ҡурҡам! Бүтән улайтып яҙмайым, тип күпме тәүбәгә килгәнем бар. Тик, күңел – ярыҡ барабан, аҡыл – һатлыҡ йән. Тумыртҡа кеүек туҡыйым да, тағы яҙам. Ижадым да үҙем кеүек – асыҡ та ярыҡ. Башҡаса яҙа белмәйем. Алдаштырып төрләндереүҙе халыҡ та ҡабул итмәҫ ине, бәлки. Йырҙарымдың ыңғай хислеләре генә үҙемдә ҡалған икән шул. Нимәгәлер үкенеп, һағышланып торғом килмәй. Сөнки тамашасы беҙҙе ниндәй йыр йырлайбыҙ – шулай ҡабул итә. Бәлки, шуға ла ғаиләбеҙ матур булып күренәлер. Юҡ, зарланмайым, үҙем әүәләгән бәхетем үҙемә таман ғына. Әммә башҡа ғаиләләр кисергәнде беҙ ҙә кисерәбеҙ. Кем әйтмешләй, һынауҙар барыһына ла бер тигеҙ бирелә, тик кемдәрҙер уны үтеп сыға, кемдәрҙер бирешеп ҡала. Күп нәмә ҡатын-ҡыҙҙан тора. Кеше кәңәштәрен артыҡ тыңламайым, ҡолаҡ һалам да, үҙемсә эшләйем. Сөнки мин үткәнде башҡа берәү тап минеңсә генә үтмәгән, мин яһарға тейеш аҙымды башҡа берәү яһамаған. Яратҡан кешеләр генә барыһын да ғәфү итә. Кешене әрәм иткән иң ҡурҡыныс нәмәләр – ғорурлыҡ, үсләшеү, асыу һаҡлау. Мәңге ғәфү итмәҫтәй тойолғанды ла кисереп үткәрһәң, тормошҡа бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарай башлайһың, ниндәйҙер бер еңеллек менән, эске таҙарыныу менән тын алаһың.

– Ҙур рәхмәт, Светлана. Киләсәктә лә беҙҙе моңло йырҙарың, матур шиғырҙарың менән ҡыуандырып тор. Ғаиләңә именлек, мөхәббәт һәм тыныслыҡ теләйбеҙ.

Гөлнур Ҡыуатова әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)