12.09.2014 Мәҙәктәр
Өс таможня хеҙмәткәре дүртенсе хеҙмәткәрҙең тыуған көнөнә нимә бүләк итергә тип аптырай.
– Әйҙәгеҙ, 600-сө “Мерседес” бүләк итәбеҙ.
– Оноттоғоҙмо ни, былтыр бүләк иттек тә һуң, – ти береһе.
– Улайһа, әйҙәгеҙ, Канар утрауҙарында йорт һалып бирәбеҙ.
– Унда йорто ла күптән бар бит.
– Уйлап таптым! Әйҙәгеҙ, бер сменала уның үҙен генә эшләргә ҡалдырабыҙ!
– Һин нимә, иҫәрләндеңме әллә? Шундай ҡиммәт бүләк яһарға кем тип беләһең беҙҙе?!
* * *
Иртән эшкә килгән берәү хеҙмәттәшен хафаға төшкән ҡиәфәттә күрә.
– Нимә булды?
– Беләһеңме, эш нимәлә?.. Мин ике көн өйҙә ҡунманым. Кисә иһә, ҡатыным күрмәгәнде күрһәтер тип, ҡурҡа-ҡурҡа өйгә ҡайтырға булдым. Ҡыңғырауға баҫам. Ишекте ҡатыным аса – шундай шат, бәхетле һәм бер туҡтауһыҙ нимәлер һөйләнә. Шунан мин уйға ҡалдым: ә был ике көндә ҡатыным үҙе өйҙә ҡундымы икән һуң?
* * *
Затлы тундар кибетендә ҡатыны – иренә:
– Ҡәҙерлем, ҡайһы тунды һатып алырға кәнәш итәһең?
– Белмәйем, һөйөклөм, белмәйем. Бында һәр кәңәш минең өсөн би-и-к ҡиммәткә төшәсәк.
* * *
Бәләкәй малай – атаһына:
– Һин айыуҙан ҡурҡаһыңмы?
– Юҡ, улым, ҡурҡмайым.
– Ә арыҫландан?
– Юҡ.
– Ә пистолетлы бандиттан?
– Ҡурҡмайым.
Малай бер аҙ уйланып тора ла:
– Улайһа, һин тик әсәйҙән генә ҡурҡаһың булып сыға инде, – тип ҡуя.
* * *
– Мин ҡала ситендә кескәй генә йорт һәм бер сутый ер участкаһы һатып алдым.
– Ул ерҙе ни эшләтмәксе булаһың, уны бит ҡаҙып та, йәшелсәләр ултыртып та булмай?
– Уның тап ошо яғы оҡшаны ла инде...
* * *
Бөгөн эскәмйәгә ултырҙым да, тәмәке тартыуҙы ташларға, иҫерткес эсемлектәр менән артыҡ мауыҡмаҫҡа, яңы эш табырға кәрәклеге тураһында уйға баттым. Һәм, ахыр сиктә, башҡа бер ҡасан да эскәмйәгә ултырмаҫҡа ҡарар иттем.