RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәңгелек юлы

01.08.2014 Мәңгелек юлы

Ап-аҡ томан. Был тиклемде Гөлнарҙың күргәне юҡ ине әле. Хас та Һаҡмарҙан иртәнге мо­нар күтәрелгән төҫлө. Бер нәмә күренмәй. Һәр хәлдә, ауылдың йылға буйында урынлашҡан йорттары һиҙелеп булһа ла ултырырға тейеш тә һуң… Мал-тыуарҙың баҡырышҡан-бышҡырышҡан тауышы ла ишетелә торғайны… Өҫтәүенә, ниңәлер, Гөлнар кәүҙәһен һиҙмәй. Быға томан сәбәпсе түгелдер, сөнки йәйҙең йәмле иртәләренең күбеһен ул ошо күренеш аҫтында ҡаршылағаны бар. Кисен йылға буйында артығырағын “төшөрһә”, аяҡтары атламаҫ була ла ҡуя. Ҡәйепҡоло уны күтәреп тә йөрөтмәй, ер йылы, туңып ҡалмаҫһың, ти ҙә, кәлтер-көлтөр атлап, ҡайтып китә. Ә иртән бына бөгөнгөләй… юҡ, башҡасараҡ, Гөлнар баш ауыртыуына түҙмәй, уянып китә лә үҙҙәре йәшәгән яҡҡа йүгерә. Кеше-фәлән күренһә лә, оялмай, йығыла-тора саба ғына. Сөнки белә, йәнкиҫәккәйе уны өй алдындағы эскәмйәлә “төҙәттерерлек” менән көтөп ултыра. Ә бөгөн ни булған һуң? Ниндәй еңеллек! Хатта баш та саңҡымай. Ә тирә-яҡ мамыҡтай ап-аҡ томанға төрөнгән… Һиллек, матурлыҡ. Гөлнар был хозурлыҡты әллә нисә ҡабат йырып үткәне булһа ла, һоҡланғаны, иҫе китеп хайран ҡалғаны юҡ ине әле. Ана-а-ау яҡта булырға тейеш улар­ҙың йәшәр урыны – ҡатын ҡулын алға һуҙып, атларға иткәйне, аяҡтарын һиҙмәй, осоп киткәндәй булды.
– Атаҡ, был ни ғәләмәт тағы?!
Уның тауышын ауаз тотоп алды ла, һүҙҙәренең һуңғы хәрефтәренә тиклем яңғыратып, ҡабат-ҡабат ҡабатланы:
– Ғ-ә-л-ә-м-ә-т
Т-а-ғ-ы
А-ғ-ы
Ғы-ғы
Ы-ы-ы…
Мәңгелек юлыГөлнар һиҫкәнде. Ҡулдары менән кәүҙәһен ҡапшаны. Ләкин ҡулы ла, тәне лә бер нәмә лә һиҙмәй. Хатта һәр саҡ саңҡыр, геүләр баш та урынынан еңел генә итеп ҡуҙғалып, кире ултырғандай булды. Ялбыр оҙон сәстәре лә аҙым һайын биткә һылана торғайны, әллә йыйылған инде, күңел өсөн улары бимазалап таралһасы.
– Гөлна-а-ар! Гөлна-а-ар, тим бит!.. – тоноҡ, әммә таныш тауыш уны һелкеткәндәй булды. Ҡатын тертләне. Тик бер ни эшләй алмай туҡталды. Сөнки тауыш бик алыҫҡа инеп юғалды.
Ҡәйепҡолоноң илаған, ялбарған тауышын таныны, тик яуап бирергә ауыҙы асылманы аптыранған ҡатындың. Хәйер, ихтыярында булһа, иренә яуап ҡайтарыр ине лә бит. Әллә ниндәй көс уның менән хакимлыҡ итә шикелле, үҙе теләгәнде эшләй алмай…
– Иманһыҙлыҡтан арып килдеңме, ҡолом? Нишләп юғалып ҡалдың?
Гөлнар тағы тертләне. Әллә ҡайҙан ишетелгән тауыш мейеһен телеп үткәндәй ҡаты ла, тура ла ине.
– Ммм… Һаумыһығыҙ әле…
Гөлнарҙың тауышы ҡалтыраны.
– Ҡолдарым – балаларымдың һаулығы, иманы булһа, тимәк, мин дә иҫәнлектә. Улар динһеҙләнә икән, минең дә һаулығым ҡаҡшай. Улар араһында бит минең барлығымды тоя белмәгәндәре лә бар, хәбәрҙарһыңмы шулар тураһында?
Гөлнар ни әйтергә белмәне. Әйләнеп-әйләнеп тирә-яғына ҡаранды ла, бер кемде лә шәйләмәгәндәй булғас, еңел тын алды.
– Күренмәйемме?
Баяғы көр тауыш тағы мейеһен телеп үтте.
– Юҡсы…
– Бахыр. Аҙаштың шул. Йөрәгең түренән мине алып ырғытып, шайтан ҡолона әүерелдең. Әммә мин үҙ балаларымды ташламайым. Әгәр гонаһтарың өсөн ғәфү үтенһәң, тәүбә ҡылһаң, шатланасаҡмын. Ғүмереңде лә оҙайтырға әҙермен. Йә, тартынма, бер генә ялбарып, доға ҡыл!
– Уй, бер нәмә лә аңламайыраҡ торам бит әле…
Шул саҡ Гөлнарҙың алдында ҙур экран пәйҙә булды. Унда, ергә теҙләнеп, бер ир ултыра. Үҙе бер туҡтау­һыҙ:
– Гөлна-а-ар! Гөлна-а-ар, тим бит!.. – тип ҡабатлай. Нимәнелер һелкетеп тә маташа. Шул саҡ теге “нәмә” асығыраҡ күренде – ҡатын кәүҙәһе. Хатта уның йөҙө күренә: шешенеп бөткән битенә ялбыр сәс һыланған ҡатын. Гөлнар экранға яҡынланы.
– Атаҡ, был мин түгелме һуң? Ҡасан төшөрөп алдығыҙ? Ыста, ҡалай ҡурҡыныс, ерәнес… Видеоға төшөрәбеҙ тиһәгеҙ, тороп ултырып, сәстәремде йыйған булыр инем…
Уға яуап биреүсе булманы.
– Ҡәйепҡол! Мин мында, эй! Иҫәүән, әллә күрмәй инде? Унда нимә эштәп ултыра ул?
Ләкин Ҡәйепҡол бер ни ишетмәй. Һаман:
– Гөлна-а-ар! Гөлна-а-ар, тим бит!.. – тип ҡысҡырыуын белә. Экран юҡҡа сыҡты.
Гөлнар тағы тирә-яҡҡа ҡаранды. Томанды ҡыуаларға теләгәндәй, ҡулдарын улай-былай ялпылдатып алды. Әммә тынлыҡ юғалырға уйламаны ла.
– Был ерҙәге хәҙерге мәлдәге күренеш ине. Һин бөгөн иртән уянманың. Дөрөҫөрәге, мин һинең йәнеңде ваҡытлыса ғына бында алып торҙом. Сөнки шайтандар һинең ғүмерең менән кинәнә. Ә һин быға ҡаршылыҡ күрһәтмәйһең.
– А-а-аһ! Мин үлдемме ни? Тағы алдан иҫкәртмәйенсә… Мин йәш бит әле. Ана, күрәһеңме, ирем ҡайғыра. Уй-й-й, ҡайта һалырға кәрәк. Ул минһеҙ кеше түгел бит! Бында киткәнемде белһә, күрше ауыл Рәмиә уны хәҙер индереп аласаҡ! Ҡайҙа бында туҡталыш? Беҙгә тиклем автобус нисәлә икән? Эй, етмәһә, кеҫәлә бер тин аҡса ла юҡ… Ғәфү итегеҙ, ней, кем әле унда, һеҙ миңә егерме һум ғына биреп тороғоҙ, ҡайтып еткәс тә кире ҡайтарырмын. Әллә попуткалар менән генә ҡайтайыммы икән, шәберәк тә булыр…
Шул саҡ баяғы яңғыраулы тауыш телгә килде:
– Фекер һәм зиһен үҫешен эшкә егә белә торғандарҙан булманың… Бер ваҡытта ла “Аллам, Хоҙайым” һүҙҙәрен ҡулланмайһың. Эйе, һин үлергә ятаһың. Тәүбәгә килергә, доға ҡылырға уйың юҡ. Кешенең минең ҡаршымдағы дәрәжәһе ғибәҙәте менән иҫбатлана. Ә һин – бушлыҡ. Мин ендәрҙе һәм кешеләр­ҙе фәҡәт миңә ғибәҙәт итһендәр тип яралттым. Ә һин хур булып йәшәйһең. Һине йәһәннәмгә лә индерә алмайым. Шулай ҙа үҙгәреп китеүеңә, изгелектәр ҡылыуыңа өмөтөм бар. Әгәр ошо өмөтөмдө аҡлаһаң, һине бер һүҙһеҙ ҡабул итермен. Бар, һиңә теүәл мең көн бүләк итәм. Ул бик аҙ ваҡыт. Үҙеңдең, яҡындарыңдың емерек тормошон, яҙмышын тергеҙ! Миңә йомошоң төшһә, ярҙамға килергә һәр саҡ әҙермен. Бары ғибәҙәт ҡылырға тартынма-а-а-а!!!

* * *
– Гөлна-а-ар! Гөлна-а-ар, тим бит!.. – ҡара тиргә батҡан Ҡәйепҡол ҡәҙерлеһенең кәүҙәһен һелкетә-һелкетә хәлдән тайҙы. – Ҡалдырма! Китмә!
Халыҡ был күренеште күрһә-ишет­һә лә, яҡыныраҡ килергә баҙнат итмәй, ситтән генә күҙәтеүен белде:
– Айныға алмай ятыуылыр. Ундайҙарҙы Хоҙай тиҙ генә алмай ул…
Ишетелергә тейеш булмаған, алыҫтан шыбырлап ҡына әйтелгән ошо һүҙҙәрҙән һиҫкәнеп, күҙҙәрен асты Гөлнар. Иренең ҡайнар йәштәре уның яңағына йылға кеүек сөбөрләп аҡҡанын шәйләп, тора һалып ултырҙы. Ҡәйепҡолон ҡосаҡланы, уны тынысландырырға тырышып, йылмайҙы, шарҡылдап көлөргә лә маташты. Әммә йөрәгенә: “Ундайҙарҙы Хоҙай тиҙ генә алмай ул…” – тигән һөйләм уйылды.
– Әйҙә инде, ҡайтайыҡ. Әҙәм аптыратып ултырмайыҡ. Былай ҙа күп аптыраттыҡ, тор, – ирен етәкләп, Гөлнар ҡайтыу яғына ыңғайланы. Юл буйына күҙҙәрен күтәрмәй, аҫҡа ҡарап килде. Ауылдың теге осонда йәшәүҙәренә ҡарамай, әллә нишләп Һаҡмарҙың был яҡ ярын үҙ иткәндәр. Кәртәләренең артына сығып ҡына ла йылға буйында ултырыу мөмкинлеге бар бит. Юҡ инде, иҫерек килеш һөйгән йәре менән бөтә ауыл урамын дер һелкетеп, йырлап үтеүҙе әллә ниндәй батырлыҡ күреүҙәрелер.
– Әйҙә, бынау нигеҙҙе яңыртып, йорт күтәрәбеҙ!
Ҡатынынан ошо һүҙҙәрҙе күптән көткәндәй, ире ғәжәпләнмәй генә:
– Әйҙә һуң, – тип яуапланы. – Баш йүнәлтәйек тә, ныҡлап уйларбыҙ был хаҡта.
– Юҡ, ҡәҙерлем. Минең баш ауыртмай. Кәрәкһә, үҙең генә, йәме!
Гөлнар, соланға инеп, ике биҙрәһен шатырлатып көйәнтәһенә элде лә, һыу колонкаһына йүнәлде. Унан йүгерә-атлай һыу алып ҡайтып, мунсаға индереп бушатты. Ире был мәлдә тупһаға ҡырын ятып, ҡатынының һәр аҙымын күҙәтә ине.
– Ай элек кенә йыуынғайныҡ түгелме, ул ни ҡыланыуың, бисәкәй?
– Иҫәүән, йүнле кешеләр айына бер түгел, йәйгеһен көн аша мунса инә. Ана, Мәрхәбә ҡарсыҡты ғына ал. Минең яндан үткән һайын йыуына, тиҙәр әле. Нисауа, беҙ ҙә әҙәм затынан, уларҙан бер ҙә кәм түгел, эйе бит!
– Йылға буйында бер кем дә, бер нәмә лә күренмәй ине шикелле, ҡәҙерлем, башыңа тай типкәндер тиһәм. Эсеүҙән дә баш тарттың, әллә кем булып һыу ташырға керештең… Насар төш күрҙеңме әллә?
– Эйе…
Яуабын уйламайынса ғына әйтһә лә, Гөлнар ҡапыл туҡтап ҡалды. “Ысынлап та, бәлки, төш кенә булғандыр…”
Ҡулындағы биҙрәләрен ергә дөбөр-шатыр ырғытып ебәрҙе лә, тупһалағы торған тулы стаканға үрелде:
Аҡ бәрәс ҡара булмай,
Ҡара бәрәс аҡ булмай…
Эсмәмен тип уйлаһам да,
Эсмәйенсә лә булмай…
Аңғармаҫтан, йәтеш кенә тубырсыҡҡа төйнәлгән майлы сәс таралды. Моңһоҙ көйөнсә ҡысҡырып йырлауына үҙе шатланып, Гөлнар һикереп-һикереп бейергә лә төшөп китте. Ҡәйепҡоло, уның һайын ҡул сабып, буш стаканды тултырып ҡына өлгөрҙө.
– Эх, үҙемдең ҡатын шул!
– Эйе шул, шулай булмай, ҡайҙа шул!
Бер-береһен ҡеүәтләп, ирле-ҡатынлы йығылғансы “баш төҙәтте” лә ҡуйҙы. Төш етеүгә, икәүләшеп ҡосаҡлашып, ихата уртаһында хырылдап йоҡлайҙар ине…
Был күренеште ауылдаштары көн һайын күрһә лә, һаман өйрәнә алмағандай, урам аша үткән һайын, сирылып, сирҡанып ҡарап уҙа. Олораҡтары Хоҙайҙан һаҡлау һорай, йәшерәктәре, ауыҙҙарын ҡыйшайтыбыраҡ, мыҫҡыллы ҡараш ташлай. Ҡаршы йорттағы Бүләкбикә, ун ете йәштәрҙәге ҡыҙ, ғәҙәтенсә, күршеләренең ҡыланыштарын тәҙрә ҡорғаны аша ғына йәшенеп ҡарап ултырҙы ла, улар йығылғас, башына яулығын тартып, урамға сыҡты. Яҡ-яғына ҡаранып, Гөлнарҙар яғына ыңғайланы. Аяҡ остары менән генә ихатаға үтеп, үләндә аунап ятҡан биҙрәләрҙе күтәреп ултыртты, көйәнтәне солан­ға индереп ҡуйҙы. Ир менән ҡатын янына килеп, ауыҙ эсенән генә нимәлер һөйләнде лә, ҡапҡаны ябып, ауылдың теге осона ҡарай атланы.
Көн төшкә ауыша килә ҡояш ҡыҙҙыра ла башланы. Ауылға йәм, ҡот биреп торған мәсет манараһы, ҡояштың наҙлы нурҙарына иркәләнгәндәй, ялтырап-ялтырап күҙҙе сағылдырып ала. Үрге осҡа боролоп, Мәсет урамына сыҡҡас, Бүләкбикә аҫҡа эйелгән башын юғары күтәреп ҡараны. “Ана бит ул, нур бөркөүсе иман йорто!”– ғүмерендә нисәнсе ҡабат ошо юл менән атлаһа ла, ҡыҙ, ошо ергә еткәс, өмөтлө күҙҙәрен мәсет яғына төбәй. Шунан, ауыҙы эсенән нимәлер һөйләнеп, күҙ йәштәренә ирек бирә, мәсет алдындағы эскәмйәгә барып ултыра. Үкенескә күрә, уның янына бер кем яҡын килмәй. Килгән хәлдә лә, Бүләкбикә быға тиклем ауылдаштарына йөҙөн асып күрһәткәне юҡ. Үҙен белә-белгәндән урам­ға сыҡҡанында ҡара яулыҡ менән йөҙөн, башын ҡаплай…
Шулай ултырып, бер аҙ тыныслан­ғас, аяҡ кейемен ишек алдында ҡалдырып, Бүләкбикә мәсеттең ишегенә үрелде.
Бар шатлығы, булмышы ошо йорт­ҡа бикләнгән уның. Йөрәгендә ни һаҡлауын, күңелендә ни йәшергәнен белеүсе юҡ. Әле өләсәһе тере саҡта уның менән ваҡыты-ваҡыты һөйләшеп, серләшеп алғылай ине. Әммә ҡарсыҡ балаҡайҙың зарҙарына уфтаныуҙан ары яуап таба алманы. Йә булмаһа, күҙ йәштәре менән ҡабат-ҡабат уның нисек тыуыуы хаҡында бәйән итер ине:
– Әсәң балаға уҙғас, йәшмен, үҙем өсөн йәшәп өлгөрмәгәнмен, тип алдырырға китергә йыйына башланы. Юҡ, мәйтәм, Хоҙайҙың биргән бүләгенән баш тартырға ярамай. Тынысландырам, башынан һыйпайым… Ире лә күҙҙәренә генә ҡарап тора, һүҙҙәренән аша атлар кеше түгел. Йәш булһағыҙ һуң, балағыҙ үҙегеҙ менән бергә үҫер!
Шулай туғыҙ ай һаҡлап йәшәнем үҙеңде. Әммә әсәңдең тулғағы башланған төндә күҙ асҡыһыҙ буран сыҡты ла китте. Ауыл осона түгел, күршеңә сығып инерлек түгел! Медик та килеп етә алманы, һин өйҙә тыуҙың. Туптай теремек, күҙҙәре уйнап торған тере ҡурсаҡтай булдың. Әсәңдең генә ниңәлер иртәнсәккә ҡарай хәле мөшкөлләнде. Бер туҡтауһыҙ һаташты, атаңдан бүтәнде танымаҫ булды.
– Ниндәй бала ти ул?! – тип, һине иҙәнгә төшөрөп ебәрә яҙҙы. Саҡ тотоп өлгөрҙөм. Атаң да һиңә әйләнеп ҡарай алмай:
– Әйттем бит, алдырайыҡ тип, уның беҙгә ни кәрәге? – тип баш тартты.
Иртәнсәк әсәңде районға, дауаханаға алып киттеләр. Атаң да ҡалманы. Өс айҙан ғына ҡайтып төштөләр. Ҡайттылар ҙа, үҙ тормоштары менән йәшәп алды ла киттеләр. Һине күреү түгел, һинең турала һорашмайҙар ҙа бит әле. Бер көн үҙеңде тоттом да, киттем быларға.
– Юҡ, беҙҙең бала юҡ, булмаясаҡ та. Бүтән күренеп йөрөмәгеҙ, – тип ҡыуып сығарҙылар.
Аҡылдан шашҡандыр былар, тиһәм, оҡшамағандар. Аҙаҡтан медик әйтте инде, әсәң бүтән әсәй була алмай, әле депрессияла, тип. Ә атаң шул бәләлә һине ғәйепле күрә булып сыҡты. Шунан былар икәүләшеп Бохара яғына сығып китте. Әсәң китер алдынан килеп, ғәфү үтенде. Һине оҙаҡ ҡына яратып, ҡулында алып ултырҙы. Үҙем менән алам тиеңкерәп тә ыңһырлағайны, бирмәнем. Мәйтәм, әллә ниндәй билдәһеҙлеккә баланы тоттороп ебәреп ултыра алмайым. Етмәһә, яңғыҙым ҡалам, иптәш кәрәк, тинем. Аҙаҡ, барып урын­лаш­ҡас, хат яҙҙылар. Һине үҙҙәренә алырға хыялландылар… Шунан кемдәрҙер уларҙы, үлеп тә ҡалғандар, тип ишеткән шикелле. Был яҡҡа ҡайтарып ҡуймағас, ышанмайым. Ҡолағым ишетһә лә, күңелем ышанмай. Ярай, барыһы ла Хоҙай ҡулында. Тере булһалар, ҡайтып төшөрҙәр әле берәй ҡасан…
Мәһәҙиә ҡарсыҡ Бүләкбикәһен үтә шаштырмай, иманлы итеп тәрбиәләне. Әҙәм күҙенән һаҡлайым тип, бәләкәй сағынан уның йөҙөн бер кемгә күрһәтмәне. Мәктәптә уҡығанында ла Бүләкбикә башынан яулыҡ төшөрмәне, йөҙөн дә ҡаплап йөрөнө. Мәктәптән бушаған мәлдәрендә мәсет юлын тапаны, доғалар ятланы, дини китаптар уҡыны.
Бынан бер йыл элек, Бүләкбикә, урта мәктәпте тамамлап, ҡалаға уҡырға йыйынған мәлдә, Мәһәҙиә ҡарсыҡ гүр эйәһе булды. Ҡыҙсыҡ, юғалып ҡалыуҙан ҡурҡып, ауылын, тыуған йортон ташлап, бер ҡайҙа ла китмәне лә ҡуйҙы. Ваҡытлыса тип, медпунктҡа иҙән йыуыусы булып эшкә урынлашты. Буш ваҡытында ауыл халҡына матур күлдәктәр тегеү менән дә мәшғүл булды. Мәһәҙиә ҡарсыҡ, тормошта кәрәк булыр тип, өйрәткәйне ҡыҙҙы үҙе белгән был шөғөлгә.
Тап шул мәлдә ауылға, Бүләк­бикәгә ҡаршы йортҡа, ирле-ҡатынлы Гөлнар менән Ҡәйепҡол исемле кешеләр күсеп килде.
Бүләкбикә был хәлде бик ҡыуанып ҡабул итте. Күңелендә йөрөткән атайлы-әсәйле булыу теләге ниндәй ҙә булһа яңы күлдәк кейеү ҡыуанысынан күпкә өҫтөнөрәк ине. Ни тиһәң дә, ул ғүмеренең һәр көнөндә лә улар менән осрашыу күренешен күҙ алдына килтереп йәшәне.

Р. РЫҪҠУЖИНА.
(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)