18.07.2014 Мостай Кәрим: Фекерҙәр һәм афоризмдар
Кого природа наделила силой, того она лишает человеческих слабостей. Лишь немощные во всем одинаковы.
(«О Давиде Кугультинове»).
* * *
Корыстолюбец никогда не погибнет ни от разрыва сердца, ни от сгорания легких.
(“Воспоминания у кромки моря”).
* * *
Көйгә баҫмаҫ бейеүсене, тай биреп бейетһәң, ат биреп туҡтатып булмаҫ.
(“Көндәлектәр”. 20. XI. 1993).
* * *
Көйө бар әҙәмдәр көй көйләһен.
(“Илгизгә”).
* * *
Көмөш бирһәң түрәгә –
хуп күрер.
Кәңәш бирһәң түрәгә –
төкөрөр.
(“Көндәлектәр”. 13. XII. 2001).
* * *
Көн тыуғанын, гөлдәр сәскә атҡанын, тоноҡ йылғалар аҡҡанын күреү ни тиклем күңелле булһа, кешеләр күңелендәге шатлыҡты, өмөттө, яҡшылыҡты йырлау ҙа шул тиклем рәхәт.
(“Халыҡтың ижад шишмәһе”).
* * *
Көнсөлдәр, бәлки, ҡайғы уртаҡлашыр, ләкин шатлыҡ уртаҡлашыу уларҙың көсөнән килмәй. Йоҙаҡлы йөрәктәр сит шатлыҡты ҡабул итмәй.
(“Алма һуҙған ҡул”).
* * *
Көршәк тулы булһа, ныҡлығын ул
Оҙаҡ йылдар һаҡлай.
Ә буш көршәк иһә, тора-тора,
Үҙ алдына сатнай.
(“Арыным” тигән дуҫҡа”).
* * *
Көсөмдән, һәләтемдән килгәнсә, бөтә нәмәгә мин кешеләрҙән өйрәндем, уларҙан һабаҡ алдым. Әсәйем – тәпәй баҫырға, Мортаза ағайым – һыбай йөрөргә, Ҡорбанғәле малайы Мөхәррәм – сабата үрергә, шул уҡ Мортаза ағайым – уҡырға, аҡ ҡағыҙға беренсе хәрефтәрҙе төшөрөргә, һалдаттар – сабыр, сыҙам булырға, Туҡай менән Пушкин хәлдә барынса шиғырҙар яҙырға өйрәтте мине. Сәйфи Ҡудаш һәм Николай Рыленков, Рәсүл Ғамзатов һәм Михаил Дудин, Ҡайсын Кулиев һәм Назар Нәжми кеүек ҡорҙаш, замандаш шағирҙар менән оҙаҡ йылдарға һуҙылған дуҫлығым мине тәүәккәл һәм баҫалҡы, шәфҡәтле һәм тынғыһыҙ, ниәтемдә ғәҙел һәм эшләгән эшемдә тоғро булырға өйрәтте һәм өйрәтә. Ҡатыным Раузанан йыйнаҡ, егәрле булырға ваҡыт-ваҡыт һабаҡ алам. Беҙҙә үҙ ҡатыныңдың яҡшылығы тураһында эстән генә уйлау ғәҙәткә ингән. Шулай ҙа – өлөшөмә төшкән маҡтау һәм бүләктәрҙән өлөшһөҙ ҡалып, сирек быуат буйына иңемә төшкән бөтә ауырлыҡтарҙы, бөтә мәшәҡәттәрҙе уртаҡлашыусы ҡатынымдың исемен, ата-бабалар йолаһын боҙоп булһа ла, маҡтап телгә алырға баҙнат итәм.
(“Тормош сәхифәләренән”).
* * *
Күҙ йәштәрен юҡҡа түкмәйек,
Улар ҙа бит дәүләт байлығы,
Ул байлыҡты әрәм итмәйек.
(“Айһылыуҙың күҙ йәштәре”).
Рубриканы Факил Мырҙаҡаев
алып бара.