RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

18.07.2014 Мәҙәктәр

33 йәш тулғас, Әкрәм үҙ тормошонда нимәлер үҙгәртергә кәрәклеген аңлай. 50 долларҙы һумға алмаштыра ла, бер аҙға тынысланып ҡала.

* * *
МәҙәктәрБер ир – танышына:
– Минең ҡатыным бигерәк шәп кеше инде, үҙе бер мөғжизә – утынын да яра, ашарға ла бешерә, малды ла ашата...
– Һин нимә, үҙең ашай алмай­һыңмы ни?..


* * *
Бер егет – икенсеһенә:
– Ниңә өйләнмәйһең?
– Проблемалар күбәйәсәк. Бына, мәҫәлән, эштән арып ҡайтып, ял итеп, гәзит уҡып ултыра­һың, ти. Көтмәгәндә алғы ишек артында ҡатыныңдың ҡысҡырғаны, ә артҡыһынан этегеҙҙең өргән тауышы ишетелә. Уларҙың ҡайһыһын беренсе индерәһең?
– Әлбиттә, ҡатынды, – ти теге.
– Юҡ, яңылышаһың, этте. Ни өсөнмө? Сөнки ул өйгә инеү менән өрөүҙән туҡтаясаҡ.

* * *
Иғлан:
„Ашығыс рәүештә „БМВ” машинаһы һатам. Хаҡы арзан, 2012 йылғы. Бәрелмәгән, һуғылмаған, бөтә әйбере лә урынында. Бер ҙә һатмаҫ инем, ҡатыным, етенсе тапҡырҙан булһа ла, машина йөрөтөү таныҡлығына имтихан тапшырып ҡайтты”.

* * *
“Был Ҡытай кешеләренең аҡылына шаҡ ҡатам. Бер көндө Ҡытай каналын астым – бер нәмә лә аңламаным. Ә улар бит нисектер аңлай, шайтан алғыр­ҙар!”

* * *
Америка менән Рәсәй кешеһе һөйләшә:
– Беҙҙә бер Брюс Уиллис 10 һалдатты алмаштыра!
– Харап икән! Ә беҙҙә бер Чуров 10 миллион һайлаусыны алмаштыра ала!

* * *
Сит ил туристары ултырған автобус бер ауылға яҡынлаша.
– Хөрмәтле ханым һәм әфәнделәр! – ти гид. – Ни бары 100 евро түләһәгеҙ, оса торған балыҡтар йәшәй торған берҙән-бер һыу ятҡылығында була ала­һығыҙ. Бындай күл донъяла башҡа юҡ. Теләйһегеҙ икән, балыҡ тотоуҙа ла ҡатнашырға мөмкин.
Туристар быуаға табан ағыла, ә уның өҫтөндә, ысынлап та, ба­лыҡтар һикерешә. Уларҙы тотоу бик күңелле үтә. Бәхетле туристар автобусҡа инеп ултыра. Улар артынан ингән гид автобус ишегенән башын сығара ла:
– Әнәс, беҙ киттек! Электр кипятильнигын һүндерһәң дә була, – тип ҡысҡыра.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)