27.06.2014 Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ. Сетерекле хәл
Оҙаҡ йылдар хәрби адвокатурала эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан күптәнге танышымды осраттым. Урам буйлап күпмелер хәл-әхүәл һөйләшеп бара торғас, бер кинотеатр тапҡырына килеп еттек. Уның алдында күҙҙәре бәйләнгән, ҡулына бизмән тотҡан ҡатын статуэткаһы – ғәҙел хөкөм символы төшөрөлгән һүрәтле ҙур ғына кино афишаһы ла эленгән. «Һуҡыр закон» тип атала бөгөн буласаҡ фильм.
– Әллә инеп, йәш саҡтарҙы хәтерләп, кино ҡарап сығабыҙмы? – тине танышым.
– Юҡ, юҡ, – тинем мин ике ҡуллап уны янымдан ҡыуғандай, – өҫтәүенә, һинд фильмы... Хатта ҡарамайынса ла әйтә алам: унда тик кеше ышанмаҫлыҡ юҡ-барҙы ғына күрһәтәләр бит. Бушҡа ваҡыт әрәм иткәнсе, әйҙә, лутсы Салауат һәйкәле янына барып, һөйләшеп ултырайыҡ. Көнө лә былай алаймы...
Һәйкәл янында унлаған һалдат Салауат фонында алмаш-тилмәш бер-береһен фотоға төшөрә ине. Араларында бер-ике башҡорт егете лә бар, буғай... Һалдаттарҙы күргәс, танышым ниҙер иҫләгәндәй булды ла һүҙ башланы.
– Әле бая «индийский» фильмдар хаҡындағы фекереңде әйткәйнең бит әле. Мин дә ҡасандыр шундайыраҡ уйҙа инем. Әммә, шул һинд киноларының да һәр сюжеты тормошта булған хәлдәрҙән алыналыр, тимәксемен. Мәҫәлән, оҙаҡ йылдар прокуратура, адвокатурала эшләгән кешеләргә ҡайһы саҡ, үҙең әйтмешләй, кеше ышанмаҫлыҡ ғәжәп ваҡиғаларҙың шаһиты булырға ла тура килә. Бәғзе ваҡытта тап ана шул һинд кинофильмдарындағы һымаҡ сетерекле хәлдәргә юлығаһың. Әле ошо һалдаттарҙы күргәс, бер ваҡиғаны иҫләнем. Һиндостан фильмдарын тәнҡитләүеңә ҡарамаҫтан, ана шуны һөйләп бирәйем әле, – тине танышым. Электән дә мин уның матур итеп һөйләгән хикәйәттәрен яратып тыңлай торғайным. Был юлы ла, бөтә иғтибарымды танышыма йүнәлттем.
***
Феликс Ишбулды улын ашығыс рәүештә улы хеҙмәт иткән часҡа саҡырттылар. «...Улығыҙ ауыр хәлдә...», тиелгәйне часть командиры исеменән ебәрелгән ҡыҫҡа ғына был телеграммала. Көтөлмәгән бындай хәбәргә сығырынан сыҡҡан атай кешенең берҙән-бер улы менән ни булғанын телефон аша белешергә маташыуы файҙа бирмәне. «... Улығыҙ ауыр йәрәхәт алды. Хәҙерге көндә госпиталдең реанимация бүлегендә», – тигәндән башҡа мәғлүмәт ала алманы.
Иртәгеһен иртүк тороп, үҙенең өр-яңы «Ниссан» машинаһына ултырып, хәләл ефете Гөлниса менән юлға сыҡтылар. Улы хеҙмәт иткән часҡа тиклем бындай машинала ярты тәүлеклек юл. Егерме йылға яҡын бергә ғүмер иткән ҡатыны менән бер ваҡытта ла тиерлек асылып һөйләшмәй ул. Әле лә кабинала, гүйә, япа-яңғыҙы китеп бара: йоҡа ирендәрен ҡымтып, ҡалын ҡара ҡаштарын йыйырып алған да, күҙҙәрен юлға төбәп, рулгә ҡулдары беркетелеп ҡатҡан тимер һындай ултыра бирә. Бер аҙ алға сыға биреп торған эйәгенең уртаһындағы соҡоро тағы ла тәрәнәйеп киткәндәй. Тик һирәк-һаяҡ руль төбөндәге кәштәлә ятҡан тәмәкеһен алып ҡабыҙғылай.
– Әллә, берәй «дедовщина»ға юлыҡтымы икән?.. – тип тынлыҡты боҙҙо ни өсөндөр һәр саҡ үҙен ире алдында ғәйепле һымаҡ тойған Гөлниса. Хатта ниндәй генә яғымлы һүҙҙәр ҡушыуына ҡарамаҫтан, үҙенә ҡарата һәр саҡ хәләл ефетенең тупаҫ итеп яуап биреүенә күнегеп тә бөткән ул.
– Ҡайҙан беләйем мин, – тине Феликс Ишбулдович күҙҙәрен юлдан алмайынса ғына. – Иллә мәгәр, был часть командованиеһының аҫтын өҫкә әйләндерәсәкмен! – уң ҡулын төйнәп, һис бер ғәйепһеҙ рулгә тондорҙо.
Иренең тештәре шығырлағаны хатта хәләл ефетенә лә ишетелгәндәй булды. Бындай саҡта уға бер ни ҙә өндәшмәүең хәйерлерәк. Хатта яҡшы ғына итеп әйткән һүҙҙәрең өсөн дә көрәктәй ҡулының һырты менән маңлайыңа эләктереүгә лә күп һорамаҫ. Йәштән шундай ғәҙәте бар уның... Гөлниса иренә башҡаса бер ни ҙә өндәшмәне.
Кемгә булһа ла асыуланған сағында «емерәм», «көлөн күккә осорам», йә иһә «юҡ итәм», йә булмаһа «аҫтын өҫкә әйләндерәм», тип тештәрен шығырлатҡанына ла күнегеп бөткән инде меҫкен ҡатын. Егерме йыл элек район үҙәгендә йәшәгән Феликс әрме хеҙмәтен тамамлап, ике-өс ай торғас та, йәй аҙағында танышҡайны улар. Гөлнисаларҙың ауылында йәшәгән хеҙмәттәше Фәриткә ҡунаҡҡа килгән был егет тә кис клубҡа уйынға сыҡҡайны. Ауылда һылыулығы менән дан тотҡан ҡара ҡашлы, муйыл күҙле, зифа буйлы, кәүҙәгә йәтеш кенә булған Гөлнисаны тәүге күреүҙә үк оҡшатты баһадир һынлы егет. Үҙәктән алыҫ булмаған был ауылға көн дә тиерлек кистәрен килеп йөрөй башланы. Әрһеҙләшеп, туп-тура өйҙәренә килә. Ҡыҙҙың ата-әсәһенән дә тартынып тормай. Килеп инеп, иҫәнлек һорашҡас та: «Мин Гөлнисаға килдем», – тип тураһын әйтә. Ә Ғәлимнур ағай менән Шәмсиниса апай ни өсөндөр ошондай «тауҙай» егеттең бәләкәйерәк һоро күҙҙәренең үткер ҡарашын күреү менән, гипноз хәленә килгәндәй, телһеҙ ҡала. Ҡыҙҙарын бер һүҙһеҙ генә «свидание»ға сығарып ебәрәләр. Хәйер, ата-әсәһе генә түгел, ҡыҙ үҙе лә шундайыраҡ арбауға бирелде, буғай... Гөлнисаға күҙе төшмәгән егет булмағандыр ҙа әле ул саҡта яҡын-тирәлә. Әммә, алдында торған кәртәләрҙе һәр саҡ емереп өйрәнгән Феликс танышҡас та, күп тә тормай: «Һин тик минеке генә буласаҡһың», – тине ҡыҙға ярайһы ғына ҡаты итеп.
– Әгәр мин риза булмаһам... – тине Гөлниса уның һүҙҙәрен ысынға ла алмай.
– Риза булмаһаң, урлайым, – тине бер ваҡытта ла шаяртырға яратмаған һәм үҙе лә һис бер юморҙы аңламаған Феликс.
– Ә һин нимәң менәндер ысын «тимер» Феликс Дзержинскийҙы хәтерләтәһең... – Гөлниса һаман уны шаяртырға маташты.
– Мине мәктәптә лә, армияла ла ни өсөндөр шулай тип атай торғайнылар, – тине егет ахырҙа.
– Әрменән, моғайын, берәй звание ла алып ҡайтҡанһыңдыр әле...
– Старшина, – тине Феликс был юлы ла бик етди генә.
Ифрат ҙур кәүҙәле Феликстан, ысынлап та, әллә шөрләнеләр, элегерәк Гөлнисаның артынан ҡалмай бәйләнеп йөрөгән егеттәрҙән кинәт кенә елдәр иҫте. Хатта өс йыл тирәһе ҡыҙға үҙенең эскерһеҙ саф мөхәббәтен аңлатып йөҙәткән күрше Рәфис тә шымып ҡалды.
Феликс оҙаҡ көттөрмәне, Яңы йыл алдынан Гөлнисаға өйләнешергә тәҡдим яһаны. Егетте ни өсөндөр, өлөшөмә төшкән көмөшөм, тип һанай башлаған ҡыҙ ҙа оҙаҡ ялындырманы, уға ҡарата әллә ни мөхәббәт хистәре кисермәүенә ҡарамаҫтан, «тимер Феликс»тың тәҡдименә ризалығын белдерҙе. Ҡыҙҙың әсәһе әйтмешләй, «ыздарауай» кәүҙәле егеттең тап ана шул буйы-һыны ҡыҙҙы үҙенә тартты, ахыры...
Башҡа кешеләр һымаҡ уҡ ҡәҙимгесә генә йәшәй ҙә башланылар. Тәүҙәрәк иренең ата-әсәһенең йортонда торҙолар. Әммә, бергә йәшәй башлау менән үк, ныҡыш һәм тырыш Феликс үҙҙәренә айырым йорт һалып инеүҙе тәү маҡсат итеп ҡуйҙы. Бер йылдан улдары тыуҙы. Батыр тип исем ҡуштылар. Һыра заводында ябай эшсе булып эшләп йөрөгән Феликс, бәләкәй балалары ла булыуына ҡарамаҫтан, баш ҡалалағы университеттың химия факультетына ситтән тороп уҡырға инде. Һис ҡасан да күңел нескәлегенә бирелмәй торған ир хатта балаһын күтәреп һөйөү, наҙлау тигән төшөнсәне бөтөнләй белмәй ине. Бала ҡарау тулыһынса Гөлнисаның иңенә төштө. Әллә шуғамылыр, малай бәләкәйерәк сағында хәс тә әсәһе һымаҡ нескә күңелле, йыуаш, баҫалҡы булды. Исем Батыр булыу ғына бер ни ҙә хәл итмәй икән шул... Әммә, үҫмер йәшкә еткәндә, бер аҙ үҙ һүҙлеләнеп, юҡ-барға киреләнеп тә ала торған ғәҙәтле булып китте. Төҫкә лә әсәһенә оҡшай биреберәк торған яҫыраҡ битле, сөм ҡара күҙле, ҡалыныраҡ иренле был малай мәктәптә һәр предметтан тиерлек тик «бишле» билдәләренә генә уҡыны, әммә физкультуранан көскә «дүртле»гә өлгәшә ине. Кәүҙәгә бик бәләкәс үк булмаһа ла, әллә ни артыҡ үҫмәне лә. Уҡыуҙа әҙәбиәт, биология һымаҡ фәндәргә күберәк әһәмиәт бирҙе. Музыкаға ла тартымы бар ине уның. Етенсе-һигеҙенсе синыфтарҙа гитарала бик тә матур итеп уйнарға өйрәнде. Йырға ла әүәҫ булды. Сәнғәт йә иһә башҡорт теле буйынса берәй уҡыу йортона инергә лә теләге бар ине.
– Юрист буласаҡһың! – тине инде һыра заводының баш инженеры вазифаһын биләгән атаһы, ун беренсе синыфта уҡып йөрөгән улының университеттың филология факультетына уҡырға барырға йыйыныуын белгәс.
– Юрист булырға бер ваҡытта ла уйлағаным юҡ, – тине улы.
– Вот хәҙер уйлай башла инде, – тине атаһы. – Филолог булып, ни эш ҡыйратмаҡ булаһың?..
Атаһының ғәҙәттәгесә ҡалын бас тауыш менән яңғыраған кәңәшен улы бойороҡ итеп ҡабул итте. Башҡаса бәхәсләшеп торманы. Юридик факультетҡа уҡырға инергә әҙерләнә башланы.
Тормош һәр саҡ һин теләгәнсе генә бармай бит әле ул. Улына бойороуын-бойорҙо ла «тимер Феликс», әммә университеттың ҡабул итеү комиссияһына бойора алмай икәнлеген онотоңҡорап киткән... Ғөмүмән, Батыр атаһы әйткән факультетҡа уҡырға инә алманы. Көҙгә уны әрме хеҙмәтенә алдылар.
– Ничего, мин дә заманында ике йыл хеҙмәт итеп ҡайттым. Хәҙерге бер йыл ғына хеҙмәтте мин хатта әрмегә лә һанамайым, – тине атаһы уны оҙатҡанда.
Тик әсәһе Гөлниса ғына күҙ йәштәрен түкте.
– Нимәһе бер, йәнде көйҙөрәһең, танауың мыршылдап... – тине Феликс ҡатынына, призывниктар тейәлгән поезд ҡуҙғалып киткәс. Ә «тимер Феликс» үҙе, ысынлап та, ҡасандыр булһа күҙ йәшен түккәнен бер ҙә хәтерләмәй. Бәлки бик кескенә бала сағында ғына илаһа-илағандыр... Хатта уныһына ла икеләнә әле ул... Атаһын, унан әсәһен ерләгән ваҡытта ла һис кем уның илағанын күрмәне. Ғөмүмән, күҙ йәше түгеү ир кешегә бөтөнләйгә хас булырға тейеш түгел, тип уйлай ул ошо көнгәсә.
***
Киске сәғәт етеләр тирәһендә уларҙы хәрби госпиталдең ҡабул итеү бүлегендә йәшел операция костюмы кейгән хирургия бүлеге мөдире ҡаршы алды. Төҫкә ҡырҡ йәштәр самаһы, әммә сәстәре ап-аҡ көмөш төҫөндә ине.
– Подполковник Климачев Леонид Юрьевич, – ифрат та әҙәпле итеп үҙен таныштырҙы. – Минең аңлауымса, һеҙ – рядовой Хисбуллиндың атаһы менән әсәһе булаһығыҙ?..
– Нәҡ үҙҙәре, – тине Феликс Ишбулдович ни өсөндөр һауалыраҡ тон менән. – Ҡайҙа минең улым?
– Әлегә реанимация бүлегендә, – тине табип тыныс ҡына. – Әйҙәгеҙ, минең кабинетҡа үтәйек.
– Тәүҙә улымды күрмәй тороп, бер ҡайҙа ла инергә йыйынмайым! – тине атай кеше был юлы ҡаты ғына итеп. – Нишләттегеҙ минең улымды? Дөрөҫөн әйтегеҙ!
– Мин үҙемдең табип икәнемде һеҙгә әйттем, буғай... – тине Леонид Юрьевич, – тынысланығыҙ, зинһар өсөн. Коридорҙа һөйләшә торған хәбәр түгел. Әйҙәгеҙ, кабинетҡа...
Хәбәргә ҡатнашмай торған Гөлниса үҙенең хәләл ефетенең шулай әҙәпһеҙерәк ҡыланыуына ояла-ояла ирҙәрҙең артынан мөдир бүлмәһенә инде.
– Ултырығыҙ, – тине доктор, һалдаттың атаһы менән әсәһе өҫкө кейемдәрен сисеп шкафҡа элгәс, стена буйында торған диванға күрһәтеп. – Тартығыҙ, – эш өҫтәлендә ятҡан сигарет ҡабын Феликс Ишбулдовичҡа һондо.
Хирургтың һалдат атаһына тәмәке тәҡдим итеүе алдағы һөйләшеүҙең уғата ла күңелһеҙ буласағына ишара ине...
Леонид Юрьевич ата-әсәгә уларҙың улы менән булған хәлде һөйләп бирҙе. Уға ниндәй ҡатмарлы операция яһалыуын да, ошондай ауыр йәрәхәттең яҡынса прогнозын да...
Ҡаты ергә ныҡ бәрелгәс, умыртҡа һөйәге һынып, арҡа мейеһе зарарланыу һөҙөмтәһендә Батырҙың кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө хәрәкәтһеҙ булып ҡалыуын һәм уның ҡасандыр аяғына баҫып китә алыу мөмкинлегенә өмөттөң юҡ кимәлдә булыуын, улдарының ғүмерлеккә ғәрип булып ҡалыу ихтималлығын ата-әсәгә әйтеү докторға ла еңел булманы. Әммә бындай әсе хәҡиҡәтте йәшереп алып ҡалыу ҙа мөмкин түгел ине...
– Нисек инде, ғүмерлеккә? – Феликс Ишбулдович кинәт урынынан тороп, һоро күҙҙәрен докторға төбәне. Ошо мәлдә ул «Сүллектең аҡ ҡояшы» тигән нәфис фильмдағы баһадир кәүҙәле Абдулланы хәтерләтте.
– Беҙ, хирургтар, ҡулыбыҙҙан килгән ҡәҙәре тырыштыҡ...
– Беләм мин һеҙҙе – офицер халҡын... Барығыҙ ҙа бер ҡалыптан... – Феликс Ишбулдович төкөрөгөн сәсә-сәсә докторҙы бүлдерҙе. – Мин был эште былай ғына ҡалдырмаясаҡмын! – уң ҡулының һуҡ бармағы менән хирургҡа янаны. – Ҡыҫаланың ҡайҙа ҡышлағанын күрһәтәсәкмен әле мин һеҙгә!..
«Беҙ – тик табиптар ғына...» – тип хирургтың тағы ла ниҙер аңлатырға маташыуын да тыңламай, сығырынан сыҡҡан һалдат атаһы кейенә лә башланы. Ире өсөн уңайһыҙланған Гөлниса докторҙан ояла-ояла шкафтағы кейеменә үрелде...
– Иртәгә улығыҙҙы дөйөм палатаға күсерәсәкбеҙ. Сәғәт ун берҙәргә килһәгеҙ, үҙен дә күреп һөйләшергә мөмкин буласаҡ, – тине доктор уларҙы оҙатҡанда. – Йоҡлап сығырға гостиницаға барып йөрөргә ҡыйынһынһағыҙ, бүлектә буш палата ла бар...
– Обойдемся!.. – тип хушлашмайына ла шәп-шәп атлап сығып китте Феликс Ишбулдович. Уларға тәү осраған офицерҙың доктор булып сығыуын, иренең бар асыуын ана шул иң беренсе күҙенә салынған кешегә төшөрөүен яҡшы аңлаған Гөлниса шулай ҙа килеп сыҡҡан «ҡытыршылыҡ»ты бер аҙ ғына булһа ла төҙәтергә ашыҡты.
– Рәхмәт, доктор! Ғәфү итегеҙ... – тине ул бүлмәнән сығып барышлай.
Чечня һуғышында ике тапҡыр ҡатнашып «бешеккән» күпте күргән тәжрибәле хирургҡа Феликс Ишбулдовичтың «атака»һы әллә ни һиҙелмәне лә тиерлек, кинәт кенә иҫеп ебәргән көҙгө елдәй генә тойолдо. Төрлө бәлә-ҡазаларға осраған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләрен, туғандарын ошондай осраҡтарҙа һәр саҡ иң тәүҙә үҙе ҡабул итеп, уларҙың тәүге «удар»ын үҙенә алып күнегеп тә бөткәндер инде ул. Хәйер, ваҡытынан алда көмөшләнгән сәстәренә ҡарағанда, бәлки тыштан ғына шулай тыныс күренәлер... Әлбиттә, хәленән килһә, ул ошо ата-әсәне улдарын ғарипләгән хулигандың, дөрөҫөрәген әйткәндә, енәйәтсенең үҙе менән генә осраштырыр ине...
***
... – Уны судҡа тарттырыуҙан, атай, миңә ниндәй файҙа булыр икән... – тине инде үҙенең аяныслы хәле менән бер аҙ килешә лә башлаған Батыр.
Ике көн элек кенә уны дөйөм палатаға күсереп, ата-әсәһе менән осрашырға рөхсәт иткәйнеләр. Гөлниса, әлбиттә, улының янынан да китмәне тиерлек. Ә атаһы шул арала часть командирын, замполитты, хәҙергесә – тәрбиәсене күреп һөйләште. Етәксе вазифаһында инде байтаҡ йылдар эшләп өлгөргән Феликс Ишбулдович ундай-бындай һөйләшеүҙәр өлкәһендә ярайһы ғына шымарған, «һүҙ эҙләп кеҫәһендә соҡсона торғандарҙан» түгел. Хәрби прокуратураға ла барып өлгөрҙө. Бөгөн кис тап ана шул хаҡта улына әйткәйне. Ә улын имгәткән Бабушкин фамилиялы сержант хәҙерге көндә гарнизон гауптвахтаһында ултыра икән. Уның менән генә күрешергә рөхсәт итмәнеләр...
– Барыбер мин был эште былай ғына ҡалдырмаясаҡмын, – тине Феликс Ишбулдович ғәҙәтенсә ҡаты итеп, – енәйәтсе төрмәлә ултырырға тейеш!
– Ул да кемдеңдер ғәзиз балаһылыр бит, атай, – тине тағы Батыр хәлһеҙ генә, – бәлки ғәйеп ниндәйҙер кимәлдә, үҙемдә лә булғандыр... Их, Бабушкинды ултыртыу менән минең аяҡтарым йөрөп китһә икән шул...
Әллә медсестра яһаған укол тәьҫиренән, Батыр күҙҙәрен йомдо. «Атай, әсәй, бөгөнгә етеп торор, мин арыным», – тип әйтергә иткән һымаҡ тойолдо.
– Какой ул ғәзиз бала! Эт балаһы ул – вот кем! Башын дисцбатта серетәсәкмен мин уның! - Феликс Ишбулдович һаман үҙенекен ҡайырҙы, әйтерһең дә, уның ошо ялҡынлы һүҙҙәренән улына еңелерәк...
Батырға, әлбиттә, бер ҙә еңел түгел ине. Ата-әсәһе уны «йоҡланы» тип хаталанды. Әле ун туғыҙы ла тулмаған көйө ғәрипләнгән йәш егетте йоҡо алманы. Үҙен ошо хәлгә еткергән күңелһеҙ ваҡиғаларҙы иҫләне.
... – Рядовой Хисбуллин!
– Я!
– Бәҙрәфкә, шагом марш!
– Есть!..
Казармалағы киске тикшереүҙән һуң, рота буйынса дежурҙағы сержант Бабушкин нарядтағы һалдаттарға берәм-һәрәм эш ҡушырға тотондо. Бөгөн нарядта булмағандар ашыҡмай ғына йыуыныу бүлмәһенә инеп аяҡтарын йыуып, тештәрен таҙартып, тәмәкеләрен тартты ла, һәр кем үҙенең карауатын биләне.
.. – Минең быны йыуырға теләгем юҡ, иптәш сержант, – тине рядовой Хисбуллин, бәҙрәф тишегенән ситкә «яҙа төшөрөлгән» кемдеңдер оло ярауына күрһәтеп. Үҙенән кәмендә бер башҡа бейек булған киң яурынлы бәһлеүән сержантҡа мөрәжәғәт иткәндә, башындағы олораҡ һалдат кепкаһы ҡолаҡтарына төшөп торған йәш һалдат уҡытыусы ағай алдында торған беренсе синыф уҡыусыһын хәтерләтте.
– Ә һинең теләгеңде кем һорай, – тине сержант трактор гөрләүен хәтерләткән ҡалын бас менән. – Нарядтағы «дед» йыуырға тейеш, тип уйлаһыңмы әллә бәҙрәфте?
– Кем бысратҡан – шул йыуһын! – тине Батыр уны-быны уйлап тормаҫтан.
– Улай булғас, рөхсәт итәм, бысратҡан кешене тап! – тине Бабушкин. «Бабайҙар»ҙың хахылдап, көлөшкән тауыштары яңғыраны. Йәшерәктәр был икәүҙең диалогын шым ғына тыңланы.
– Ҡайҙан табайым мин? - тине Батыр тағы.
– То-то!.. Шуның өсөн дә армияла приказды бәхәскә ҡуймайҙар, ә ү-тәй-ҙәр, – тине сержант, аҙаҡҡы һүҙен ижекләп һуҙҙы. – Аңлашылдымы?
– Хәҙер илдә – демократия! – һалдат бирешергә теләмәне.
– Өлкәндәр менән әрепләшеп тороуың был осраҡта демократия түгел, ә демагогия тип атала, белдеңме, иптәш һалдат? – тине Бабушкин.
– Үҙең йыу! – тимәһенме шул саҡ Батыр, уйламайыраҡ әйткәненә үкенеп тә ҡуйҙы. Әммә, әйткән һүҙ – атҡан уҡ, сыҡты-китте...
– Нимә-ә-ә?.. – ишетмәгән кешеләй ҡабатлап һораны асыуынан йөҙө ҡыҙара бүрткән сержант ҡулын ҡолаҡ тапҡырына ҡуйып, – Ишетәһегеҙме, «старик» иптәштәр, – быларҙы тамаша ҡылып карауаттарында ултырған һалдаттарға өндәште. – Был инде «сверхнаглость» тип атала. Гражданканан ҡалған «еҫ»еңде бөтөрөп, бер аҙ «ҡаҡҡылап» алырға тура килер. Киттек, салага!
Әзмәүерҙәй был сержант йәш һалдатты гимнастеркаһының яғаһынан һыңар ҡуллап ҡына тотоп алды ла, еңел генә елтерәтеп йыуыныу бүлмәһенә алып инеп китте. Физик яҡтан ифрат ныҡ үҫешкән был дәү сержанттың ҡулындағы һалдат, ситтән ҡарағанда, буш гимнастерка һымаҡ ҡына күренде... Әллә тамаша итеү уйы менән, әллә атҡарыласаҡ «тәрбиәүи эш»тә ҡатнашыу ниәтендә, улар артынан бер нисә «ҡарт» һалдат эйәрҙе. Йыуыныу бүлмәһенә ингән ыңғайы, ҡыҙған сержант бар көсө менән был «тыңлауһыҙ»ҙы елтерәп этеп ебәрҙе. Батыр бүлмәнең бер ситендә итек таҙартыу өсөн ҡулайлаштырып бетондан ҡойған ҡаты тәпәш һикәлтәнең ҡырыйына арҡаһы менән барып бәрелде һәм шунда уҡ аңын юғалтты. Әлбиттә, артабан уның менән ни эшләгәндәрен бөтөнләйгә белмәй...
Дүрт сәғәт дауамында ҡатмарлы операция яһалғандан һуң, тәүлек самаһы үткәс кенә госпиталдең реанимация бүлегендә аңына килде. Уның янында зәңгәр костюмлы шәфҡәт туташтары йүгергеләй... «Леонид Юрьевич, боец аңына килә башланы, буғай...», – тине ахырҙа кемеһелер. Һөйләшкән тауыштар бик алыҫта һымаҡ ишетелә. Ныҡ итеп башы шаулай, күңеле болғана... Уң ҡулына «система» ҡуйғандар... Биле түҙҙермәй ауырта... Батыр ҡулдары менән хәрәкәттәр яһап ҡараны. Ҡулдар йөрөй... Ә бына аяҡтары... Аяҡтары уны бер ҙә тыңламаған һымаҡ... Ул ғына ла түгел, улар бөтөнләйгә хәрәкәтһеҙ! Егет ҡысҡырырға итте. Әммә уның кипкән тамағынан ҡысҡырыу урынына хәлһеҙ генә ыңғырашыу сыҡты.
– Света, промедол яһа, – тине ниндәйҙер ир кеше тауышы.
– Хәҙер, – тине Света.
Күпмелер ваҡыттан Батыр йоҡоға талды... Унан тағы уянды. Тағы ауыртыуҙар, һаташыуҙар...
Бер нисә көндән, аңына бөтөнләйгә килеп, үҙ хәлен аңларлыҡ була башланы. Үҙаллы ашай алырлыҡ хәлгә килгәс, реанимациянан дөйөм палатаға күсерҙеләр. Бер аҙ күңелгә яҡшыраҡ һымаҡ булды. Тик бына ата-әсәһе килгәс, тағы ла әллә нисегерәк... Айырыуса уны рәнйеткән сержант хаҡында атаһы ҡысҡырынып инәнән-тыума һүгенергә тотонғас, хәле тағы ла насарайғандай тойолдо...
Хирургия бүлеге начальнигы, невролог менән берлектә, һалдаттың ата-әсәһе менән тағы бер тапҡыр һөйләште. Был юлы ғәжәпкә кђр0, Феликс Ишбулдович уларға екеренмәне. Улының бәхетһеҙлеккә осрауында докторҙарҙың бер ғәйебе лә булмағанлығы, ахырҙа, уның аңына барып еткәндер. Госпиталдә Батырҙың тағы ла кәмендә, бер ай самаһы ятасағын әйттеләр. Округҡа заказ ителгән инвалид коляскаһының да шул ваҡыттан иртәрәк кәрәк булмаясағын белде ата-әсә. Феликс Ишбулдович, ғәйепле кешеләргә яза биреүҙәрен үтенеп, хәрби прокуратураға ғариза яҙып бирҙе. Хәйер, прокурор унһыҙ ҙа был ЧП буйынса енәйәт эше асҡайны инде... Хәрби трибунал судының бер ай-ай ярымдан һуң ғына буласағын хәбәр иттеләр. Сөнки прокуратура һәм тәштитселәр өсөн тағы ла ниндәйҙер өҫтәмә тикшеренеү эштәренә күпмелер ваҡыт талап ителә ине.
Улына барып ҡайтҡас та, бер-ике көндән, Гөлниса сиргә һабышты. Ошоғаса бер ҡасан да тынысһыҙламаған нервы системалары шул арала байтаҡ ҡына ҡаҡшаны. Төндәрен йоҡлай алмай аҙапланды. Аяҡтары хәрәкәтһеҙләнгән улы һәр саҡ төшөндә күренде. Ә бына Феликс Ишбулдович элеккесә «тимер» көйө ҡалды. Бар асуын эсендә йәшереп тотмайынса, гел генә тышҡа сығарып, «бушанып» торғанғалыр, бәлки... Тағы ла бер ай ярым тирәһенән судҡа саҡырыу килгәс, хатта, ниндәйҙер бер яҡшы хәбәр алғандай, устарын ыуғылап ҡуйҙы.
– Үәт, хәҙер инде мин уларға...
– Ҡуйсы, атаһы, шул ғәҙәтеңде, – тине бер ваҡытта ла иренә ҡаршы әйтеп ғәҙәтләнмәгән Гөлниса. – Башҡалар менән үсләшеп тә ҡәнәғәтлек кисерә икән кеше, эй хоҙайым... – тағы дарыуын эсеп алды ла, карауатына барып ятты.
Хәләл ефетенең ауырыуын иҫәпкә алыпмы, Феликс был юлы уға бер ни ҙә өндәшмәне. Иртәгә сығасаҡ оҙон юлға әҙерләнә башланы. Табиптар ҡуйған „вегето-сосудистая дистония” тигән диагноз менән «больничный»ҙан башы сыҡмаған Гөлнисаға, әлбиттә, юлда еңел булмаясаҡ. Өҫтәүенә, суд процесын ҡарап ултырырға ла тейеш бит әле улар. Тәүҙәрәк, әсә кеше судҡа барыуҙан ҡырҡа баш тартырға уйлап та ҡуйғайны. Шулай ҙа, нисек кенә үҙенә ауыр булыуына ҡарамаҫтан, юлға йыйына башланы...
***
– Һөйөклө улың ниндәйҙер эш боҙған, Наташ, – тине майор Бабушкин Виктор Петрович, өйгә инер-инмәҫтән ҡатынына «һөйөнсөләне».
– Альберт?.. – тине Наталья Николаевна ҡото осорҙай булып.
– Эйе, эйе, тап шул Альберт улың, – тине Виктор Петрович хәләл ефетен эләкләгәндәй, өҫтөндәге хәрби формаһын сисеп ишек төбөндәге ырғаҡҡа элә-элә. – Әйтерһең, һинең башҡа тағы берәй улың бар... Әле ул хеҙмәт иткән частан миңә эшкә шылтыраттылар.
– Әйтә һал, зинһар, ни боҙған ул тағы?.. – Наталья ниҙер бешеренеп йөрөгән еренән ҡулына таба тотҡан килеш кухнянан килеп сыҡты, иренең янына ишек төбөнә үк килде.
– Бер йәш һалдатты туҡмаған, – тине Виктор Петрович, йыуыныу бүлмәһенә инеп барышлай. – Ул ғына ла түгел, бик етди йәрәхәтләгән, ахырҙа...
Наталья, иренең артынан ҡалмай, ваннаға эйәреп инде.
– Уф, хоҙайым, нишләткән икән?..
– Арҡа мейеһенә зарар булған, тинеләр. Аяҡтары йөрөүҙән туҡтаған...
– Йә, аллам!.. – Ҡатын залдағы карауатҡа йөҙтүбән йығылды...
Демобилизацияланып ҡайтырға бер айҙан әҙерәк ваҡыт ҡалған улының бындай бәлә-ҡазаға осрарын, әлбиттә, көтмәгәйне. Их, Альберт, Альберт, нимә кәрәк булды икән һиңә тағы?.. Әҙәм балаһына һуҡҡан саҡта ни ерең менән уйланың икән һин?.. Әсә кеше ҡайғыһынан оҙаҡ ҡына һыҡтаны.
– Нимә эшләргә, Витя, кәңәш ит, зинһар... – Наташа күҙ йәштәре аша хәләл ефетенә ҡараны. – Һин бит хәрби кеше, әйт берәй нәмәһен!..
Тегеһенең йөҙөндә әллә ни үҙгәреш һиҙелмәне. Тултырылған тауыҡты хәтерләткән, мискәләй ҡорһаҡлы ире аш бүлмәһендә тыныс ҡына киске ашты йыпыра ине.
– Әллә инде, белмәйем ни әйтергә лә... Барып кил, булмаһа... Теге туҡмалған һалдаттың ата-әсәһе менән һөйләшеп ҡара...
Их, әйтеүе генә анһат... Викторҙың үҙ улы булһа йүгереп-йүгереп китер ине, моғайын. Кеше балаһының яҙмышы уны, әллә ни генә лә түгел, дөрөҫөрәге, һис тә борсомай...
... «Ҡыҙ булһа ла, малай булһа ла үҙ балам кеүек итеп ҡараясаҡмын, Наташа, ҡәҙерлем. Мин һине яратам!» – тип өс айлыҡ ауыры булған йәш ҡатын алдында теҙләнгәйне лейтенант Виктор Бабушкин. Ни өсөн уны, ауырлы ҡатынды, лейтенант «өҙөлөп яратҡанын» Наташа һуңынаныраҡ ҡына аңланы: полковник ҡыҙы ине ул. Атаһы Николай Васильевич –абруйлы кеше, дивизия штабы начальнигы ине. Тәпәшерәк буйлы йыуантаҡ йәш лейтенант Витя оҙаҡламай Наташаның ире булып китте. Уларға, әлбиттә, шундуҡ ике бүлмәле фатир ҙа бирҙеләр. Ҡара сәсле малай тыуғас, уға Викторҙың фамилияһын да яҙҙырып, Альберт тип исем бирҙеләр. Баланы яратып етмәгәнен ҡатынына белдермәҫкә тырышты Виктор. Ғөмүмән, Наташаның атаһы иҫән саҡта, уларҙың тормоштары ал да гөл тиерлек ине. Хәрби «баҫҡыс» буйынса ла интендант хеҙмәте офицеры Виктор ваҡытында үҫә барҙы. Әммә уның менән Наташаның уртаҡ балалары булманы. Табиптарға барып тикшерелгәс, ирҙең хөнәсә икәне асыҡланды. Альбертҡа ун йәш тигәндә, Наташаның атаһы Николай Васильевич аңғармаҫтан ғына йөрәк инфарктынан үлеп китте. Бына ошо көндән алып инде майор дәрәжәһенә барып еткән Викторҙы алмаштырып ҡуйҙылармы ни... Ҡатынына ла, Альбертҡа ла ҡарашы ҡырҡа үҙгәрҙе. Наташаға улы хаҡында берәй нәмә әйтергә кәрәк булғанда хатта «Альберт» тип тә түгел, ә һәр ваҡыт һинең улың, тип кенә өндәшә. Ошо көнгә саҡлы. Үгәй ата менән Альберттың да борсағы бешмәне. «Атаһы» тип Виктор тик документта ғына күрһәтелгәнлеген Альберт әллә ҡасандан белә. Хатта мәктәптә беренсе синыфта уҡығанда уҡ, урамда бергә уйнаған малайҙарҙың ҡайһыһылыр үҙенең ата-әсәһенән ишеткән шул хәбәрҙе Альбертҡа еткергән, һәм малай: «Виктор минең атайым түгел!» – тип өйгә илап ҡайтҡайны. Ә ҡайһы берҙә урамда уны «һалдат балаһы» тип үртәп илатып та ҡайтарғыланылар... Әлбиттә, кескәй генә хәрби ҡаласыҡта ни генә булһа ла барыһына ла мәғлүм... Шул ваҡыттан алып, ысынлап та, Альбертҡа урам үҙенең йоғонтоһон тейҙермәй ҡалманы.. Атай тәрбиәһен тоймаған малай әсәһенең һүҙҙәрен дә ҡай саҡ әллә ни ҡолағына элмәй башланы. Исмаһам, олатаһы иҫән булһа, бәлки, икенсерәк тә булыр ине Альберт. Ун дүрт-ун биш йәштәрҙә, ҡолғалай булып буйға етеп, беләгенә көс йыя башлаған үҫмер урамдан һуғышып та ҡайтҡыланы. Хатта, бер мәл уны милицияның үҫмерҙәр кабинетына иҫәпкә лә ҡуйғайнылар. Мәктәптә һәр саҡ спорт алдынғыһы булғанғамы, оҙаҡламай яңынан төшөрҙөләр. Тик, үкенескә күрә, ҡай саҡ физик көс ҡулланырға яратҡан малайҙың шул алама ғәҙәте әрмелә лә уның файҙаһына булмаған икән шул... Күпме киҫәтте инде әсәһе уны ошо хаҡта. Юҡ, булмағас-булмай икән ул... Их, Альберт, Альберт...
Улы хеҙмәт иткән часҡа китеп барышлай, Наталья Николаевна бер яҡтан Альберты өсөн ҡайғырһа, икенсенән, ғәрипләнгән йәш һалдаттың ата-әсәһенә, ни күҙҙәрем менән күренермен, тип уйланды. Хатта, магазиндан үтә күрһәтмәй торған ҡара күҙлек тә алып кейҙе. Их, донъя ҡайғы-хәсрәттәренән ҡара күҙлек кейеп кенә ҡотолоп булһа икән дә бит!.. Ғәзиз улын төрмәнән ҡурсалап алып ҡала алмаясағына шиге юҡ ине...
***
Улының хеҙмәт иткән еренә Наталья Николаевна тәғәйенләнгән ваҡыттан ике көнгә элегерәк килде. Суд башланмаҫ борон, Альберттың адвокаты аша, туҡмалған һалдаттың ата-әсәһен күреп һөйләшмәксе булғайны.
... – Һеҙҙең менән һөйләшергә уның атаһы ҡырҡа баш тартты, – тине адвокат Семкин. – Ә әсәһе бер ни ҙә өндәшмәне.
– Ярай инде, – тип уфтанды Наталья Николаевна. – Ни хәл итәһең?.. Ә ҡайһы яҡ кешеләре улар? Фамилиялары нисек?
Семкин уға хәрби прокурор ҡултамғаһы ҡуйылған ниндәйҙер документтың копияһын тотторҙо.
– Хисбуллин Батыр Феликсович?.. – Наталья Николаевнаның йөҙөндә ғәжәпләнеү билдәһе сыҡты.
– Эйе, Хисбуллин Батыр, – тине Адвокат. – Нигә шул тиклем аптырайһығыҙ? Бындай исем-фамилияларҙы әллә үҙ ғүмерегеҙҙә бер ҡасан да ишеткәнегеҙ юҡмы? Башҡортостан кешеләре...
– Ә?.. Юҡ... Былай ғына... Киреһенсә, таныш исем һымағыраҡ тойолдо...
Ҡатындың ныҡ ҡына ҡаушай төшкәне тәжрибәле адвокаттың иғтибарынан ситтә ҡалманы.
– Ярай, Наталья Николаевна, әле улығыҙҙың мәсьәләһе буйынса хәл итәһе эштәрем байтаҡ ҡына. Мин китәйем...
– Зинһар өсөн, улымды ҡотҡарып алып ҡалырға тырышығыҙ инде. Яңғыҙ ғына балам...
– Бөтөнләйгә үк хөкөмдән ҡотолдороп булмаҫ, әммә, хәлде еңеләйтеү өсөн бар көсөмдө һалырға тырышырмын, – тине адвокат Семкин. – Ғәфү итегеҙ, миңә китергә ваҡыт... Һау булығыҙ.
Суд башланмаҫтан алда Наталья Николаевнаға улын күрһәтмәнеләр. Частарҙа суд өсөн махсус йорт штатта ҡаралмағанлыҡтан, хәрби трибунал судын һалдат клубында ойоштора торған ғөрөф-ғәҙәт бар икәнлеге Наталья Николаевнаға электән мәғлүм. Ошо хәрби частың вәкиле йәш лейтенант оҙатыуында ауыл клубын бер аҙ хәтерләткән залға ингәндә, килергә тейешле кешеләр барыһы ла тиерлек йыйылышып бөткәйне. Сәхнәлә судья һәм суд ағзалары өсөн оҙон өҫтәл һәм ултырғыстар тора. Залдағы алғы ике рәтте офицерҙар биләгән. Ҡалған урындар һалдаттар менән тулы. «Показательный суд», тип аңланы Наталья Николаевна һалдаттарҙы күргәс. Иң алғы рәттәге офицерҙарҙан бер аҙ ситтәрәк торған ултырғыстарҙа ҡара сәсле һылыу йөҙлө ҡатын менән йәнәш ултырған күрмәлекле, ҙур кәүҙәле иргә иғтибар итте. Феликс!?.. Ҡара күҙлек кейгән Наталья торған урынында бер аҙ сайҡала биреп ҡуйғандай булды. Быны күрә һалып, ситтә ултырған бер капитан урынынан тороп, йәһәт кенә уға ултырғыс тәҡдим итте. Бәхеткә күрә, Феликс байтаҡ алыҫыраҡ. Натальяның яғына башын аҙ ғына бора биреп ҡараны, әммә уның ҡымтылған иренле, һәр саҡ асыулы һымаҡ булған йөҙөндә бер ниндәй ҙә үҙгәреш һиҙелмәне. Бәлки суд тамамланғансы ла Наташаны танымаҫ... Шулай булыуы хәйерлерәк тә булыр... Әле суд залына уның Альбертын да алып килмәгәндәр. Тиҙҙән Феликстың улын инвалид коляскаһында этеп индерерҙәр. Эйе, Феликстың улы – Батырҙы...
Ә Альберт?.. Феликстың «йәшлек хатаһы»мы? Натальяның башында уйҙар буталды...
...– Разрешите, – тине тулыраҡ кәүҙәле Наташа иңдәрендә өлкән сержант таҫмалары тағылған оҙон буйлы ҡара ҡашлы егеткә мәғәнәле йылмайып, уны тансыға алып төштө. Унынсы синыфта ғына уҡып йөрөүҙәренә ҡарамаҫтан, физик үҫеше буйынса ун туғыҙ-егерме йәштәгеләй күренгән ҡыҙҙар әле йүнләп мыйыҡ та шытып сыҡмаған үҙҙәренең класташтарын малай-шалайға һанай шул. Шуның өсөн дә, гарнизонда һалдаттар өсөн ойошторолған бөгөнгө һымаҡ дискотекаларға йөрөүҙе хуп күрәләр. Әле ошо сираттағы кисәлә һалдаттар араһынан «иң күрмәлекле, ысын егет», тип буйы-һыны менән үҙенең уйындағы «стандарт»ҡа тап килгән ошо егетте һайланы.
– Һеҙҙең исемегеҙ нисек? – тип һораны Наташа, егеткә үрелеп ҡараны.
– Феликс, – тине егет ҡыҙҙы үҙе менән таныштырып. – Тик мин парлашып бер ҡасан да бейегәнем юҡ...
– Мин – Наташа. Был бейеүҙе белеү ҙә кәрәкмәй. Миңә эйәреп йөрөһәгеҙ – ана шул еткән, – тип көлдө ҡыҙ. – Ә һеҙ ҡайһы яҡ кешеһе? Кафказдыр, моғайын?..
– Урал, – тине Феликс, – Башҡортостан.
– Ә теге тарих дәресендә үткән «тимер Феликс» та башҡорт булғанмы әллә?.. – тип көлдө Наташа.
– Поляк булған, ахырыһы, – тип ҡуйҙы егет етди генә итеп. – Ни өсөндөр мине барыһы ла шулай тип атайҙарсы...
Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, мөхәббәт өлкәһендә байтаҡ тәжрибә туплап өлгөргән Наташа егеттең иң «сибек» ерҙәренә үҙенең дәрте ташып торған тәненең бәғзе өлөштәре менән «яңылыш ҡына» тейгеләп, ирекһеҙ һалдатты үртәүҙе әллә ни күрҙе. Йәш, һау-сәләмәт егетте еңеп алыу Наташа өсөн бер ҙә ауыр булманы. Атаһы менән әсәһе ике көнгә башҡа ҡалаға ҡунаҡҡа киткәйне. Дискотека тамамланыуын да көтөп тормаҫтан, Феликс менән Наташа башҡаларға һиҙҙермәй генә ҡыҙҙың өйөнә ҡарай шылды»...
Саманан тыш аҙ һүҙле егет өсөн әллә ни өҙөлмәне лә Наташа. Феликстың да уға ҡарата хистәре артыҡ ташып бармауына ҡарамаҫтан, уңайы тура килгән һайын осраша торҙолар. Улар араһындағы мөнәсәбәтте Наташаның ата-әсәһе лә һиҙмәй ҡалманы. Әсәһе был хаҡта ҡыҙына бер ни тип тә өндәшмәне, әммә һәр кемгә юғарынан ҡарап өйрәнгәнгәме, полковник хәтле полковник үҙенең ҡыҙының һалдат менән сыуалыуын бер ҙә теләмәй ине. Был хаҡта Наташаға ла әйткеләне. Әммә атаһының иркә ҡыҙы уның һүҙҙәрен уйынға ғына һананы. Шулай күпме барыр һәм эштәр ни менән тамамланыр ине, әгәр Феликс менән бер күңелһеҙ хәл килеп сыҡмаһа...
Йәш һалдаттың яңағын һындыра һуҡты «тимер Феликс». Һындырырға ла теләмәгәйне... Яңылыш ҡына килеп сыҡты. Киске казармала, сираттағы «политик-тәрбиәүи эш» барышында. Йәш һалдатты имгәткән өсөн өлкән сержант Хисбуллин Феликсҡа хатта дисбатҡа барып эләгеү ҡурҡынысы янай ине. Был хаҡта хәбәрҙар булған Наташа Николай Васильевичҡа ялынып-ялбарҙы. «Атай, ҡәҙерлем, зинһар өсөн ярҙам ит инде әҙәм балаһына! Насар кеше түгел ул, әммә уның киләсәге ҡыл өҫтөндә!»..
Мәктәпте тамамлау алдында торған яратҡан ҡыҙың өсөн нимә генә эшләмәҫһең?.. Тейешле органдар менән һөйләшеп, дембелгә ҡайтырға бер ай ҡалған Феликс Хисбуллинды хәрби трибунал судынан ҡурсалап алып ҡалды Николай Васильевич. Әммә, егеткә бер ҡәтғи талап та ҡуйҙы.
– Башҡаса Наташа янына яҡынлайһы булма! Юғиһә, «дело»ны ҡабаттан ҡуҙғатыуы минең өсөн бер ни ҙә тормаясаҡ... Аңлашылдымы? – тине полковник уға икәүҙән-икәү генә һөйләшкәндә.
– Так точно, товарищ полковник! Һеҙгә ҙур рәхмәт!..
Башҡаса улар күрешмәне. Егетте «ашығыс командировка»ға тип башҡа гарнизонға ебәрҙеләр. Инде погондарына старшина таҫмаһы тағып алған Феликс дембелгә лә шунан тура ҡайтып китте.
Николай Васильевич та, Феликс та шул саҡта Наташаның ике айлыҡ ауыры бар икәнен белмәне... Ҡыштан алып Наташаға күҙ атып, бәйләнеп йөрөгән лейтенант Виктор Бабушкинға Наташа ахырҙа ризалығын бирҙе.
... – Тик, беренсенән, сығарылыш имтихандарын биреп бөтөргә мөмкинлек бир. Икенсенән, ауырым һинән түгел икәнен атайым белергә тейеш түгел...
– Хәрби серҙе һаҡлай беләм, – тип шаяртты Витя.
Сер, әлбиттә, Витянан сыҡманы. Беҙ ҡапсыҡта ятмағандай, Наташаның «ҡара башлы» улы һалдат Феликстыҡы икәнлеген бөтә ҡаласыҡ белә ине шул...
Әйтерһең, Натальяның уйҙарының ошо урынына еткәнен көтөп кенә торғандар: тәүҙә зал сәхнәһенең һул яғынан коляскала ултырған һалдатты – Феликстың улын, ә уңдан – бер ҡулы конвоир һалдаттың ҡулына ҡуша бығауланған Альбертты алып сыҡтылар... «Феликс, быныһы ла һинең улың! Ҡара, үҙеңдең күсермәң бит!» – тип ҡысҡырғыһы килде Наталья Николаевнаның. Әмм, ниндәйҙер эске тауыш уны тыйғандай булды. Феликстың йөҙөнә иғтибар итте. Ул һаман да «тимер» көйө ине...
...Шаһиттарға, Альбертҡа, Батырға кәрәкле һорауҙарын бирә-бирә енәйәткә килтергән хәлде асыҡлап бөткәс, прокурор суд-медицина экспертизаһының күрһәтмәһен уҡып ишеттерҙе. Шунан һуң ул «...кире ҡайтарып булмаҫлыҡ һөҙөмтәләргә килтергән ауыр тән йәрәхәте яһаған өсөн...» хәрби трибунал судынан сержант Бабушкин Альберт Виктор улына максималь срок биреүҙәрен һораны. Башҡаларҙың һөйләшеүҙәренән тынып ҡалған залда тик Наталья Николаевнаның тыйыла алмай, һыңҡый-һыңҡый илауы ғына ишетелде. Гөлнисаның да күҙҙәренән бер туҡтауһыҙ йәш ҡойолдо. Тик Феликс һаман шулай «тимер» көйө ҡала бирҙе. Уның йөҙөндә бер ниндәй ҙә үҙгәреш һиҙелмәне.
Ахырҙа Альберттың адвокаты Семкинға һүҙ бирелде.
– Хөрмәтле судья... – тип судтағы ғөрөф-ғәҙәт буйына башлап теҙеп алып китте ул үҙенең телмәрен. Берсә Альберт менән Батыр яғына, берсә Феликс менән Гөлнисаға, унан – Наталья Николаевнаға алмаш-тилмәш ҡарап алды ла, артабан һүҙен дауам итте.
– Был суд ғәҙәти булмаҫҡа оҡшай. Шуның өсөн дә, ифрат та иғтибарлы булыуығыҙҙы һорайым, – адвокат тамағын ҡырҙы. Әллә ни йәш булмауына ҡарамаҫтан, хатта ул да бер аҙ тулҡынланған һымаҡ ине. - Хөрмәтле иптәштәр, иң беренсе нәүбәттә Хисбуллин Батырҙың атаһы Феликс Ишбулдович менән ғәйепләнеүсе Бабушкин Альберттың йөҙҙәренә, буй-һындарына иғтибар итеүегеҙҙе һорайым...
Залда алдараҡ ултырғандар, суд һәм прокуратура эшсәндәре исемдәре сыҡҡан шул икәүгә боролдо һәм үҙ-ара ниҙер шыбырлашып алды. Әлегә бер ни һиҙмәгәндәй, Феликс Ишбулдович та йөҙөнә бер аҙ ғәжәпләнеү билдәһе сығарып, ян-яғына ҡаранып алды. Ә адвокат артабан һөйләне.
– Кисә телефон аша Альберттың атаһы булып документта һаналған майор Бабушкин Виктор менән һөйләштем, – Семкин тағы бер аҙ пауза яһап алды. – Ул үҙенең атай кеше түгеллеген таныны. Ғәзиз улын ғәрипләгән өсөн Альбертҡа ҡаты яза биреүҙәрен үтенеп прокуратураға ғариза яҙған Феликс Ишбулдович – шул уҡ Альберттың да атаһы икәнлеген асыҡланым...
Бөтә зал бал ҡорто умартаһындай геүләй башланы. Өҫтәл артында ултырған судья ҡыңғырауын шылтыратып, залды тынысланырға саҡырҙы. Кешеләр геүләүҙән туҡтағас, Семкин үҙенең телмәрен дауам итте.
– Бәлки кешеләрҙең атайлығы хаҡында тикшеренеү мораль яҡтан бигүк килешмәгән дә эштер. Әммә, минең шундай юлды һайлауыма әле генә тормошҡа баҫырға йыйынған йәш кешенең киләсәге, артабанғы тормошо хаҡындағы уйҙарым, ябайыраҡ итеп әйткәндә, намыҫым этәрҙе. Кеше яҙмышын хәл иткән мәлдә, йәғни, Альбертҡа ниндәй яза биреү күҙ уңында торғанда, минеңсә, бындай дөрөҫлөктөң бер ҙә насар яғы юҡ...
Бығаса нәҡ тимер һын һымаҡ йөҙөндә бер ни беленмәй ултырған Феликс кинәт тертләп киткәндәй булды. Йөҙө ағарынып, берсә Альбертҡа, берсә Натальяға ҡаранды. Наталья, ахырҙа ҡара күҙлеген һалып, уға йөҙөн күрһәтте.
... – Ғәйепләнеүсенең ысын күңелдән үкенеүен, был ҡаза уның тарафынан аңһыҙ рәүештә килеп сығыуын күҙ уңында тотоп, Батыр менән Альберттың бер туған ағай-ҡустылар булыуын йомшартыусы дәлил итеп иҫәпләп, ғәйепләнеүсегә ҡарата прокурор тәҡдим иткән язаны мөмкин тиклем еңеләйтеүҙе һорайым. Икенсенән, – адвокат Феликс Ишбулд