27.06.2014 Фекерҙәр һәм афоризмдар
* * *
Йәштәрҙе баҫалҡылыҡҡа өйрәтеү урынына ҡарттар йыш ҡына үҙҙәренең булмаған батырлыҡтары менән маҡтана.
(“Көндәлектәр”. 24. X. 1984)
* * *
Йәшәү менән үлем икеһе лә тиң хоҡуҡлы. Ләкин икенсеһе тураһында һүҙ барғанда беренсеһенең ҡәҙере, ҡыуанысы, мәғәнәһе раҫлана.
(“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”)
* * *
К великим творцам человечества, мне думается, чувствует свою причастность каждый народ, каждый просвещенный человек. Ибо их творения, вобравшие в себя духовный опыт наций и племен, принадлежат не только их сородичам, но и всем другим.
(“Его лицо, обращенное ко мне”)
* * *
– Как поживаете?
– Живу как памятник страны – в основном для публичного обозрения.
(“Көндәлектәр”. 28. VIII. 2002)
* * *
Кем көрәшә һәм хеҙмәт итә белә, шул дуҫлаша ла белә.
(“Вьетнам алыҫ түгел”)
* * *
Кем ҡулында ут бар – шунда Власть!
(“Ташлама утты, Прометей!”)
* * *
Кем тәүәккәл, шул ота.
(“Туй дауам итә”)
* * *
– Кем ыҙмаһы иң бейек?
– Ҡайһы яҡтан ҡарайһың бит.
(“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”)
* * *
Кемдең күңеле тар, шул кеше
Һөйөнә белмәҫ,
Кемдең күңеле таш, ул кеше
Көйөнә белмәҫ.
(“Декабрь йыры”)
* * *
Кемдең эштәре насар йәки хыялдары тормошҡа ашырлыҡ түгел, ғәҙәттә, шулар ғына артҡа әйләнеп ҡарарға ҡурҡа.
* * *
Кемдә ҡорал – шунда көс.
(“Ярлыҡау”)
* * *
Кескәй бала уҙғанды ҡат-ҡат хәтерләү менән мауыҡмаҫ, тик алдағыңа ғына алғыҫыр, үткән менән түгел, көткән менән йәшәр ул.
(“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”)
* * *
Кеше бер үк ваҡытта мираҫ алыусы ла, мираҫ ҡалдырыусы ла.
(“Үлемһеҙлектең башланыуы”)
* * *
Кеше ваҡ эште лә ҙур итеп башҡарһа ғына мораҙына ирешә алалыр.
(“Көндәлектәр”. 16. I. 1978)
* * *
Кеше Ватанын, Заманын, Әсәһен һайлап тыумай, ә тыуғас инде ошоларҙың өсөһө алдында ла ғүмер баҡый яуаплы.
(“Көндәлектәр”. 16. V. 1986)
Рубриканы Факил Мырҙаҡаев
алып бара.