RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәҙәктәр(анекдоттар)

06.06.2014 Мәҙәктәр(анекдоттар)

Мәҙәктәр(анекдоттар)– Әҡлимә менән танышҡандан бирле мин икенсе кеше, – ти бер егет танышына.
– Хистәрең шул тиклем көслөмө ни?
– Шаулама! Мин бит уға ысын исемемде әйтмәнем. Ул мине башҡа кеше тип белә!

* * *
Берәү парашют менән һикереп, ергә яҡынлашып килә.
– Бейеүселәргә сәләм! – тип ҡысҡыра уға эргәһенән осоп барыусы дельтапландан берәү.
– Мин бейеүсе түгел, ә парашютсы.
– Аҫтағы кактустарға килеп төшкәс, үҙеңдән-үҙең бейеүсегә әйләнәсәкһең.

* * *
Уҡытыусы:
– Балалар, иң ҡыҫҡа ай ниндәй ай?
– Май. Сөнки ул өс хәрефтән генә тора.

* * *
Ир-егеттәрҙең күбеһен ике нәмә хафаландыра: машинаһының двигателендәге аңлашылмаған тауыш менән кинәт кенә яғымлы һәм һөйкөмлө булып киткән һөйөклөһө.

* * **
Бәҙрәфтәге иғлан: «Иптәштәр! Ҡағыҙҙы урламағыҙ. Видео­күҙәтеү тора».

* * *
Бәхетле булыу өсөн кешегә көнөнә 8 үбешеү, 7 минут һөйөшөп-ҡосаҡлашыу, 2 шоколад, 3 сынаяҡ ҡәһүә, бер «Мейбах» һәм 335 мең доллар етә.

* * *
«Бәхетте һатып алып булмаясағын яҡшы беләм. Әммә яхта һатып алып, яҡынданыраҡ күҙәтергә мөмкин».

* * *
Ҡайһы саҡта ҡыҙҙар шул тиклем сер һаҡлаусан: «Исеме: Екатерина. Фамилияһы: сер. Тыуған йылы: йәшерелгән. Е-maiI:ivanova1985@мэйл.ру».

* * *
Үгеҙ һөҙөп имгәткән һауынсы Әҡлимәне район дауаханаһына килтерәләр. Ҡатынды беҙҙеңсә бер ауыҙ һүҙ белмәгән табип ҡарай һәм:
– Откуда? – тип һорай ул унан.
– Ат ҡыуманы, – ти Әҡлимә асыуланып, – үгеҙ ҡыуҙы, разве ат шулай делает, – тип өҫтәп тә ҡуйҙы.

* * *
Ике «гаишник» кроссворд сисеп ултыра.
– Төнгө наряд, «п» хәрефенә башлана.
– Патруль?
– Тап килмәй.
– Пост?
– Тура килмәй.
– Пикет?
– Юҡ.
– Һуңғы битте ҡара әле..
– Әй… Пижама ла һуң!










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)