RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әсәйем һабаҡтары

17.05.2014 Әсәйем һабаҡтары

Сабыр төбө – һары алтын,
Сабырлыҡ кәрәк көн дә.
…Ҡайҙа ҡалғанбыҙҙыр Хоҙай
Сабырлыҡ өләшкәндә?

“Сабырһыҙ Йәмилә” ине
Әсәйем дә халыҡта,
Тормош яйлап өйрәткәндер
Йәшәргә сабырлыҡта.

Апайҙарым донъя көтә,
Бер-береһен уҙышып –
Сабырлыҡ таратҡан саҡта
Йөрөгәндәр аҙашып!

Мин үҙем дә ҡайһы берҙә
Тотҡан ерҙән һындырам,
Әсәйем әйтә торғайны:
“Булма улай яндырай!”

Яндыраймын, ә шулай ҙа,
Етһә яуаплы миҙгел,
Һалҡын ҡанлы булыу миңә
Бөтөнләй ҡыйын түгел.

Ихтыяр көсөмдө туплап,
Йәшереп йәрәхәтте,
Йылмайыу менән ҡаплайым
Йәндәге ғәрәсәтте.

Сәйнүк булһам, ҡайнар инем,
Күтәрелеп ҡапҡасым…
Кәметмә берүк, Хоҙайым,
Сабырлығым запасын!

* * *
Сыра кеүек тоҡанғанда
Әсәйемде иҫкә алам:
“Ҡыҙған баштан һүҙ һөйләмә,
Иртәнгә ҡалдыр, балам!”

Асыуҙарым, үпкәләрем
Төн үткәнсе һүрелә,
Кисә көйгән көйөктәрем
Бөгөн көлкө күренә.

Эй, әсәйем, рәхмәт инде
Биргән кәңәшең өсөн:
Йылдар үткәс саҡ аңланым
Ошо кәңәштең көсөн.

Ошо кәңәште тотмаһам,
Оятҡа батыр инем,
Нисә ҡабат айырылып,
Нисә ҡат ҡайтыр инем…
Нисә эште алмаштырып,
Нисә күсенер инем,
Көнсөл йәнле кешеләрҙән
Күпме үсәлер инем…

Ҡыҙған баштан һөйләмәйем,
Шыма бара тормошом.
Эй, Хоҙайым, берүк кенә
Боҙолмаһын тормозым!

* * *
“Һөйгәнемдең хаҡына
Һөймәҫемде һөйәмен” –
Әсәйемдең был һабағын,
Баштан үткәс, беләм мин.

Йәш саҡтарҙа ғәжәп ине:
Нисек аңлап белергә?
Үҙ-үҙеңде көсләп, ниңә
Һөймәгәнде һөйөргә?

Йәшлек менән, әсәйемә
“Ике йөҙлөлөк”, – тинем,
Беҙҙең ғаиләне һаҡлай
Тип уйламаған инем.

Әсәйемдең “һөйә” торған
Кешеләре күп ине:
Өс килен һәм ете кейәү,
Һәр береһе “шәп” ине.

Кеше алдында әсәйем
Һәммәһен маҡтай ине:
“Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙы миңә
Хоҙай һайлаған”, – тине.

Ирҙән зарланырға булып,
Сер һөйләнем бер заман.
Һүҙ тейҙермәне иремә:
“Һин, балам, үҙең яман!”

Һәр кейәүе әсәйемде
Бик яҡын күрә ине:
Иң “шәбе” ул икәнлеген
Һәр кейәү белә ине…

…Тормош өйрәтте мине лә
Һөймәҫтәрҙе һөйөргә,
Әрләр ерҙә өндәшмәҫкә,
Илар ерҙә көлөргә.

Һөйгәндәреңдең хаҡына
Күп нәмәгә түҙәһең:
Әйтер ерҙә тел тешләйһең,
Дөрләр ерҙә һүнәһең.
Эй хаҡлы булған әсәйем!
Янамын да һүнәмен,
Һөйгәндәремдең хаҡына
Һөймәҫте лә һөйәмен…

* * *
Минең хәләлемде яратыуың
Булған, әсәй, бәхет теләүең:
“Ышанмаҫһың, балам, үҙ
балаңдай
Яҡын була икән кейәүең”.

Ышанманым. Үҙ балаңдай яҡын
Булмай, тинем, кеше балаһы.
“Һин дә ҡыҙҙар үҫтерәһең әле,
Берәй заман үҙең аңларһың”.

Үҫте ҡыҙҙар. Хәҙер ҡәйнә
булдым.
“Ҡәйнәм” тимәй кейәү,
“әсәй” ти.
Әсәй итеп күргән шул балаға
Нисек өндәшәһең “кейәү” тип?

“Балам” тимен. Эй шатлығым
сикһеҙ,
Икәүләшеп ҡайтып килһәләр,
Иң йомшаҡты түшәп, иң
тәмлене
Бешерергә әҙер, күнһәләр.

Мин баламды табып
үҫтергәнмен,
Ул нисек тә мине ярата,
Еңел булмағандыр кейәүемә
Яҡын булыу миңә ҡарата.

Йәш булһа ла, ниндәй
аҡыллы ул!
Ҡыҙым ышаныслы ҡулдарҙа.
…Балаларым китһә, өмөтләнеп,
Ҡараштарым булыр юлдарҙа…

* * *
Яҙғы һыуҙай, ярһыу йәшлек
Шаулап үтә лә китә,
Һәр кемде алда билдәһеҙ,
“Ҡурҡыныс” ҡартлыҡ көтә.

Беҙҙән ярҙам кәрәк саҡта
Кәрәклебеҙ үҙебеҙ,
Ярҙам кәрәк көнгә ҡалғас,
Үтерме һуң һүҙебеҙ?

Әсәйем дә ошо хаҡта
Уйлап йөрөгәндер инде:
“Ни күрһәтһәң, шуны үҙең
Күрерһең”, – тигән ине.

Атайым менән әсәйем
Һуңғы көнөнә ҡәҙәр,
Һуңғы һулышына тиклем
Күрҙеләр хөрмәт, ҡәҙер.

Балаларымды рәнйетмәй,
Яҡлап, һаҡлап үҫтерәм,
Ҡартлыҡ көндә миңә улар
Терәк булырын беләм.

Йәшеренеп, ҡасып булмай,
Ҡартлыҡ ҡайҙа ла табыр,
Күрһәткәндәремде күрһәм,
Ҡартлығым булыр матур…

* * *
Кеше шатлығына шатланырға
Бәләкәйҙән әсәй өйрәтте:
“Көнсөл кешеләргә, балаҡайым,
Дошман кәрәк түгел!”- тип
әйтте.

Бер кемгә лә дошман кәрәк
түгел!
Көнсөлдәргә ниңә айырым
Дошман кәрәк түгел икәнлеген
Йәшәй-йәшәй үҙем аңланым.

…Кеше һөйөнөсө көнсөлдәргә
Тамағына торған һөйәктәй:
Яңы күлдәкме ул, шат хәбәрме –
Көнләшеүгә күп тә кәрәкмәй.

Уның өлөшөнә ингәнме ни –
Тынғы бирмәй кеше бәхете,
Башҡаларҙың шатлыҡ-һөйөнөсө,
Әйтерһең дә, уның ләхете.

Көнсөл кеше үҙен-үҙе ашай,
Бөтә сирҙең башы – көнсөллөк,
Күңелеңдә ошо ҡорт йәшәһә,
Ҡартайыуға сәбәп көн элек.

Йәлләйем мин ошо
бахырҙарҙы:
Көнсөллөк бит – үҙе яман сир,
Яман сирҙән йүнәлергә мөмкин –
Көнсөллөктән дауа берәү – гүр.

Көнсөлдәргә йылмайыуым –
ағыу,
Яңы күлдәк кейһәм – йәрәхәт,
Бахырҙарға ярты үлем инде,
Тормошомда булһа бәрәкәт…

Көнсөлдәргә дошман кәрәк
түгел,
Иң ҙур дошман йәшәй үҙендә.
Оя ҡороп ҡуймаһындар берүк
Ошо ҡорттар һеҙҙең күңелдә.

Тормош үҙе ҡат-ҡат иҫбат итә:
Хаҡлы булған икән әсәйем.
Кеше шатлығына осоп-ҡунып,
Ғүмер буйы рәхәт йәшәйем.

Фирүзә АБДУЛЛИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)