RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Бала саҡтағы төшөмдә мин ҡояш тотам, Имеш...”

04.04.2014 “Бала саҡтағы төшөмдә мин ҡояш тотам, Имеш...”

* * *
“Бала саҡтағы төшөмдә мин ҡояш тотам, Имеш...”“Онотормон”, – тиһең.
Ә мин онталырмын
Меңәрләгән боҙло киҫәктәргә.
“Һыуытырмын”, – тинем.
Өшөтөрмөн.
Өйрәтермен әле иҫәпләргә.
Онотолоп, туңған һәләтемде
Иретергә теләп ҡабаттан,
Күңелеңә кире саҡырырһың,
Әгәр ысынлап та яратһаң.
Тик һуң булыр. Бигерәк һуң
булыр.
Һинең шыҡһыҙ, һыуыҡ йөрәктә,
Иремәҫтәр инде, терелмәҫтәр
Бер онталған боҙло киҫәктәр...

* * *
Төнгө Өфө. Кеше фатирында
Икәү генә белер серҙәрҙе
Бармаҡ остарында бүлешәбеҙ,
Ҡараңғыла йомоп күҙҙәрҙе.
Шаһиттар юҡ. Бары ара-тирә,
Бүлеп йылы бүлмә тынлығын,
Йырын һуҙа кеше һыуытҡысы,
Хәтерләтеп ул да барлығын.
Эх, туҡтаһа ваҡыт ошо мәлдә,
Бер миҙгелгә генә, бер мәлгә…
Тик... Үкенес... Ул бит –
ситтәр йәре...
Дүрт сәғәттән инде иртәгә...
…Ә иртәгә – һау бул, фатир,
Өфө,
Осрашыуҙан ҡалды үкенес.
Оноторға бирмәй һинең хаҡта
Йырын йырлар бүтән
һыуытҡыс..

* * *
Юҡҡа артыҡ һөйҙөм.
Минең кеүек
Һөймәгәндер әле һис бер кем.
Хыялымдан әллә ниҙәр үрҙем,
Аҡылдан да яҙҙым бер килке.
Арманһыҙ ҙа булдым, дәрт тә
ташты,
Һүлпәнерәк саҡ та бар ине.
Ҡай саҡ бар донъянан ҡастым,
Яратҡанда донъя тар ине.
Артыҡ һөйҙөм. Мөхәббәтте лә
бит
Үҙем менән быуҙым. Диуана!
Артыҡ түгел! Башҡа төрлө итеп,
Тик үҙемсә генә, шул ғына…

* * *
Үрелеп ал да ылаштағы
Кипкән күңел-ҡоротто,
Ҡайнар хистәремә иҙеп,
Эс әле берәй йотом!
Ыҫ һуҡҡан күңелгенәмдең
Әремле һағыш тәмен,
Һемереп эсһәң бер тынала,
Тойорһоң микән, йәнем?!.
Тойорһоң, беләм, һағышым,
Шундайын, шундай әсе!
Юҡ, ынтылма һин ылашҡа!
Әсегә үрелмәсе!

* * *
Төн уртаһы. Тәмәке юҡ.
Кәртәләнгән ай.
Минең йүгерек уйҙарым
Баҫтырыш уйнай.
Мейестән килгән ялҡындың
Эҫеһе бәрә.
Боҫло йәштәр менән илай
Бер ҡатлы тәҙрә.
Тышҡы яҡта ҡар бөртөгө
Рам тирәһенә,
Эй, инәлә, инәм, тиеп,
Өйҙөң эсенә.
Баҡсалағы тағараҡтың
Китек мөйөшө
Тертләп китә йәштәр үткәс
Ихлас көлөшөп.
Аҙашҡан ҡарҙың бөртөгөн
Ялҡауланған ел
Ҡыуып алып киткән була,
Оҙаҡҡа түгел...
Йүгерек уйҙарҙың осо
Ҡар бөртөгөндә...
Кәртәле ай... Тәмәке юҡ…
Йоҡоһоҙ төн дә...

* * *
Бала саҡтағы төшөмдә,
Имеш, мин ҡояш тотам,
Эй, йүгерәм икән, арып,
Эҙенән ҡалмай бер тотам.
Йәнәһе лә, шул төшөмдә
Ҡәҙимге ҡояш апай
Апай түгел, әкиәттән
Ҡасып килгән ерән тай.
Утлы ҡойроҡ, саҡма тояҡ,
Ебәк ял, йәйғор муйын!
Мин төшөмдә ҡояш ҡыуам,
Ниндәйен ғәжәп уйын!
Әүрәтергә һуҙған булам
Усымдағы һоломдо,
Эх, тоторға ине бөгөн
Ошо етеҙ ҡолондо.
Тоторға ла, менеп алып,
Йәбешеп мундаhына,
Елдерергә ине икәү,
Әкиәт донъяһына...
Булманы шул. Өлгөрмәнем.
Әсәй, ниңә уяттың?
Хәҙер ҡасан тотам инде
Төштәге шаян атты?
Бала саҡта күргән төштәр
Ҡабатланмаҫтар бүтән...
Тик мин генә уйҙарымда
Ерҙә тайымды көтәм...
Бала саҡтағы төшөмдә
Мин ҡояш тотам, имеш...
Әллә ниңә һағындырған
Ҡолон саҡта күргән төш.

* * *
Кис, төйөн булып, көнөңдө
Бәйләгәс оҙон төнгә,
Йондоҙҙар һибелеп ятҡас
Бәрхәт асман-келәмгә,
Күңелеңә биктәр һалмай,
Элмәйенсә келәгә,
Әйтсе, кемдәрҙе көтәһең һин,
Сер итеп миңә генә.
Һин дә мин генә белербеҙ
Ошо төндәге серҙе,
Өҫтәлдәге иҫке сәғәт
Һатып ҡуймаһа бер-бер.
Һатмаҫ, сәғәттең телдәре
Һаҡауланғандар күптән,
Әйтсе әле миңә генә,
Был төндә кемде көтәң?..

* * *
Һин ары кит. Ә мин тороп
ҡалам
Ошо билдәһеҙ бер айырмала.
Көймә. Үпкәләмәм.
Рәнйемә лә.
Юлдашым бул, тиеп
саҡырма ла.
Һиңә булған һөйөүемдең бер
осмотон
Бетеү итеп тағып үҙеңә,
Йүгер бәхет эҙләп
киткәндәрҙең
Әле һыуынмаған эҙенән.
Юҡ, йүгермә. Йырлап атла әле
Мин ишетһен өсөн йырыңды.
Белһен өсөн дөрөҫ, уң икәнен
Бәхет ҡыуып киткән юлыңдың...
Йәмһеҙ исем, ҡотһоҙ тауыш,
Килбәтһеҙ, бөкрө һында
Йәнле есем, тере һағыш
Була торған асылында.

* * *
Бар донъяның моңон-зарын
Һыйҙыра ул шундай әҙәм.
Өндәшмәй ҙә, һөйләшмәй ҙә,
Барыһына сабыр, түҙә.
Шундай йән дә, беҙҙең ише,
Мохтаждыр бит иғтибарға.
Кемдәндерҙер һөйөлөргә,
Кемдерҙелер яратырға.
Эйе, тейеш, ул да кеше,
Ул да әҙәм тигән заттан.
Шулай булғас, ниңә һуң беҙ
Ғәмһеҙ генә йөҙ борабыҙ,
Шундайҙарҙы күргән саҡта?!.

* * *
Алып кит барыhын.
Тик көлгә әйләнгән,
Ҡасандыр дөрләгән,
Һүнерен белмәгән,
Хәҙер көл-күмергә
Ҡалдыр hин өмөттөң
Бер кескәй сатҡыhын...
Ана шул сатҡыны
Аҙашҡан йән күрhә,
Йылыраҡ тын өрhә,
Терелтер күмерҙе,
Дөрләтер усаҡты,
Уятыр hөйөүҙе...
Тырышhа саҡ ҡына...

* * *
Кесе йома көндө, ҡыҙыл
эңерендә,
Ямғыр тапап үткәс урам саңын,
Иҫтәремә һине төшөрөүем
Бөгөнгөһө нисәнсе ҡат икән
тағын?
Ямғыр үҙе менән ҡояш
байышына
Алып китер һинһеҙ бөгөнөмдө,
Алып китһен әйҙә, йәлләп ни
фәтүә
Ҡабатланған игеҙ бер көнөмдө.
Һинһеҙ иртәгәләр бөгөнгө көн
булып,
Бер арҡанда, гүйә, мең төйөн,
Шуның өсөн миңә йәл дә түгел
Ямғыр алып киткән бөгөнгө
көн.

* * *
Сыҡтым, сыҡтым. Ахырына
сыҡтым
Оҙонбауыр ҡышҡы әкиәттең.
Хәҙер яҙҙар аша йүгерәм мин
Кескәй мөйөшөнә йәннәттең.

Тынды ҡурып, алҡымдарҙы
быуыр,
Йомарт, алсаҡ, тулы ҡатындай,
Июль эҫеһенә ҡасып барам
Яҙҙар аша ҡышҡы һалҡындан.

Әйҙә быуһын, ҡурһын,
бешерһен дә,
Һындырмай ул йылы һөйәкте.
Яҙҙар аша мин ожмахҡа сабам,
Тыя биреп ярһыу йөрәкте.

Венер СӘЛИХОВ.
Белорет районы,
Хөсәйен ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)