RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙ булып балҡы!

23.11.2010 Йондоҙ булып балҡы!

Уйламағанда, көтмәгәндә ҡулыма Салауат Кәримдең «Күңел йылыһы» тигән китабы килеп эләкте. Атҡа менгәндәй булып ҡыуандым. Китапҡа ингән әҫәрҙәр ҙә мине ҡыуандырһа ярар ине, тигән теләгем дә күңелде иләҫләндереп ҡуйҙы. Салауаттың журналист, шағир икәнен белә, күрә йөрөйөм. Үҙе менән дә әллә нисә тапҡыр осрашҡаным, һөйләшеп ултырғаным булды. Башҡорт әҙәбиәтенең ҡапҡаһын шар асып инергә лә уйы юҡ түгел. Һәр хәлдә, кешелекле, кеселекле зат. Шәхес өсөн ана шунан да мөһимерәк сифаттар юҡтыр ҙа, минеңсә.
Китапҡа «Хәйҙәр» тип аталған повесть, алты хикәйә һәм байтаҡ шиғыр тупланған. Һүҙемде ана шул «Хәйҙәр» исемле повесынан башламаҡсымын. Иң тәүҙә авторҙың хикәйәләүенә, һүрәтләүенә иғтибар итәйәк:
«Ауылға килеп ингәс тә, күптәрҙе үҙенең ҙурлығы һәм тышҡы матурлығы менән ғәжәпләндереп, бер йорт ҡаршы ала. Әммә тирә-яғы яланғас булғанғамы, бик ҡотһоҙ, үгәйһетелгән һымаҡ күренә ул. Йорт янындағы сирень ҡыуағы ла әллә эҫенән, әллә яңғыҙлыҡтан ҡорой башлаған. Бәрәңге баҡсаһы бөтөнләй ташландыҡ хәлдә: эре-мар баҫҡан, кәртәләре тырым-тырағай ята. Был баҡсаны ауылдың эт һәм бесәйҙәре үҙҙәренең яратҡан урынына әйләндергән». Повестың төп геройы Хәйҙәр Мәрҙәнов аҙна һайын ялға ошо йортона ҡайтып йөрөй. Үҙе әйтмешләй, был ташландыҡ йорт – уның дачаһы. Был йортто, күрмәлекле ҙур йортто ауыр замандарҙа әсәһе Хәлимә һалдырған. Хәйҙәрҙең хәҙер әсәһе лә юҡ, гүр эйәһе булған, атаһы ла башын Себер яғына алып ҡасҡан. Хәйҙәрҙең күңеле лә ошо ташландыҡ йорт һымаҡтыр. Автор төп геройының эске тормошон, рухи булмышын, ерҙә тереклек итеү (һәр хәлдә, йәшәү тип әйтеп булмай инде) яҙмышын асып бирер өсөн ошо ташландыҡ йортто бик ихлас һүрәтләй. Кешеһе ни ҙә, йорто ни. Баҡсаһы ни ҙә, күңеле ни. Тотош ишек алды, кәртә-ҡураһы ла Хәйҙәрҙең был тормошҡа ҡарата маҡсатһыҙлығын, рухиһыҙлығын, ялҡаулығын күрһәтә. Ул талантлы рәссам булырға хыяллана. Хыял итеү – бер нәмә. Уны тормошҡа ашырыу – икенсе нәмә. Ул тормош, йәшәү өсөн көрәшмәй ҙә. Әсәһе йыйған йорттағы барлыҡ йыһаз арзан хаҡҡа ауыл халҡына һатылып бөткән. Сысҡан еҫе, бер иле туҙан, матрасһыҙ таҡта карауат, дүртенсе аяғы һынған өс аяҡлы өҫтәл, ҡаҡашып бөткән электр плитаһы – өйҙөң бөгөнгө көндәге йыһазы.
Ҙур рәссам булырға хыялланған ижад кешеһе иң элек үҙенең донъяһын ҡурсаҡтай, кәртинкә һымаҡ итеп балҡытырға тейештер. Былай эшләргә уның күңеле – яп-яланғас.
Ауыл ерендә буш торған өйҙө «һә» тигәнсе ташып алып бөтөрөүҙәре ихтимал. Хәйҙәрҙең күршеһе, әсәһенең әхирәте Әминә апай күҙ-ҡолаҡ булып тора был йортҡа. Буш торған йорт Әминә апай өсөн дә бик ярап ҡалыр ине, сөнки уның балалары ишле. Ул ғына ла түгел, Әминә апайҙың ҡыҙы Гөлимә Хәйҙәрҙән ауырлы булған. Геройҙың характер үҫешен дә яҙыусы үҙенсәлекле итеп һүрәтләй. Хәйҙәр – ауылдан сыҡҡан кеше. Әле ялға ҡайтыуы ла ошо ауыл һауаһын һағыныуынан. Тыуған йортона үҙенең картиналарын элеп ҡуйып, ауыл халҡын шаҡ ҡатырырға итә. Әммә халыҡ аҡты – ҡаранан, матурлыҡты – ямандан, гүзәл күренештәрҙе яһалмалылыҡтан айыра белә. Халыҡ наҙан түгел. Үҙенең һүрәттәренә ҡарата маҡтау һүҙҙәре ишеткеһе килә. Кешеләр уның ижад әкәм-төкәмдәренә сәйерһенеп ҡарай. Сөнки рәссам үҙе донъя картинаһын аңлап еткермәй. Автор әйтмешләй, Хәйҙәрҙең «уң күҙе көлөм­һөрәгән һымаҡ булһа, һул күҙе илағандай». Бына ошондай ҡараш менән ижадта халыҡтың күңеленә ятышлы образ тыуҙырып буламы икән? «Мин – рәссам, сәйәхәтсе Хәйҙәр Мәрҙәнов әле!» – тип маһайһа ла, ижадың халыҡ күңелендә ут дөрләтә алмай икән, тимәк, үҙ халҡыңа хеҙмәт итеү юлы дөрөҫ һайланмаған. Ошонан да аяныс хәл бармы икән ижадсыға? Үҙе ауылда тыуып үҫһә лә, үҙ йортон тәртипкә килтерә алмаған зат ижадсы була аламы? Ауыл һауаһын нимә тәмле итә? Һыйыр, тиҙәк, һөт еҫелер. Әммә ошо мөғжизәне аңламаған кеше ижадсы була аламы?
Өйөнөң ташландыҡ баҡсаһында эт, бесәй, сысҡан, кәзә-һарыҡ төйәк тапҡан, тип дөрөҫ һүрәтләй. Ана шул аҫтыртын сағыштырыу менән «рәссам»дың күңел донъяһын да аса биреп ҡуя яҙыусы Салауат Кәримов. Хәйҙәрҙең күңел баҡсаһында ла ана шул йән эйәләре, ҙур рәссамлыҡ манияһы дау күтәрә.
«Заказ булһа, эш була, булмаһа – юҡ», – ти Хәйҙәр күршеһе Әминә апайға. Шундай уй тыуып ҡуя, Хәйҙәр был тормошта кемдең заказы буйынса тереклек итә икән? Заман ауырыуы тип беҙ күп осраҡта «үҙенә, ике ҡулына бер эш таба алмаған күсмәнсе»не заманға япһарабыҙ. Әммә хаталанабыҙ. Ата ялҡауҙы яҡлап маташабыҙ түгелме? Тормошобоҙ сиренең дә нигеҙле сәбәптәре барҙыр, минеңсә.
Бына ошо урында Әминә апайҙың һүҙҙәренә иғтибар итәйек. «Беҙ бигерәк ҡурсалап үҫтерҙек шул балаларҙы. Серәкәй тешләһә лә йәлләнек...» Баланы ҡурсалап үҫтереү аслыҡ йылдарынан, һуғыш заманынан тороп ҡалғандыр. «Балам асыҡмаһын, балам ауырлыҡ күрмәһен, балам башҡа кешеләр алдында хур булмаһын», – тип, һуңғы ҡабым ризыҡты, һуңғы тинде, кәртәләге һуңғы малды бала өсөн сарыф иттек. Ә баланы үҙ ризығын үҙенә табырға, үҙ өҫтөн үҙенә бөтәйтергә, кәртәләге һуңғы малды ишәйтергә өйрәттекме һуң? Үҙең эшләп тапҡан ризыҡ тәмле, үҙ хеҙмәтең менән кейгән кейемең күркәм була, үҙ көсөң менән тапҡан мал ишле була, тип үҙ балабыҙға васыят әйтеп ҡалдырҙыҡмы һуң? Ғаилә тәрбиәһе, ауыл халҡының тәрбиәһе дәүләт тәрбиәһенән сифатлыраҡ, фәһемлерәк, ғибрәтлерәк, бына ошо ҡанунды аңланымы ғаиләләр? Баштарына барып етәме бөгөнгө ғаиләнең? Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, ти халыҡ педагогикаһы. Һыйыр, тиҙәк, һөт еҫенән ерәнгән «бөйөк рәссам» башына ана шундай әхлаҡ ҡанундары йәштән үк һеңдерелмәгән. Тормоштағы ығы-зығы­лар­ҙа тотабыҙ ҙа илде ғәйепләйбеҙ. Ил именлеге ғаилә именлегенән килә түгелме ни?
Хәйҙәрҙең күршеһе Әминә апайҙың ирен фалиж һуҡҡан. Ауырыу кеше – сараһыҙҙан бисара. Ә бына сәйәхәтсе, илгиҙәр рәссам Хәйҙәрҙең дә күңелгенәһен фалиж һуҡҡандыр, бәлки. Шулай булмаһа, үҙе юҡта өйөн ҡарап торған, күлдәктәрен йыуып, үтекләп биргән Әминә апайҙы рәнйетмәҫ ине. Әминә апай әсәһенең әхирәте, ут күршеһе лә баһа. «Ә бәхетле тормош өсөн иң беренсе күршеләрҙең та­тыулығы кәрәк. Ут күршеләр булып йәшәрлек. Хәйҙәрҙең әсәһе шулай ти торғайны...» Әсә васыятын үтәмәгән елғыуар «рәссам» Хәйҙәр хәҙер үҙ тиҫкәрелегенең «уңыштарын» йыя:
– үҙ өйөнә ҡайтып тормош ҡороп ебәрергә уйламай;
– өйөн күршеһенә һатырға ла ҡаршы;
– өйләнеп тә әҙәмсә тормошон яйларға тырышмай;
– Әминә апайҙың ҡыҙы Гөлимә ошо «илгиҙәр»ҙән балаға уҙған. Быға ла уның артыҡ иҫе китеп бармай;
– Хәйҙәр – кешелек сифатын юғалт­ҡан бер бәндәһе был донъяның. Шулай итеп, илгә илекмәҫ, тормоштоң мәғәнәһен, йәшәүҙең асылын аңламаҫ бәндә, бер көндә килеп, өйөн үртәй ҙә ҡаса был изге ерҙән, әсәһенең ҡәбере ятып ҡалған ғәзиз иленән ҡаса. ҡайҙа барып һуғылыр ул «ҡамғаҡ»? Быны көҙгө әсе елдәр генә белә.
Яҙыусы Салауат Кәримов был повесы менән нимә әйтергә теләй? Хәйҙәр һымаҡ заттар осраҡлы образ түгел. Һанай китһәң, һәр ауылдың үҙ Хәйҙәрен осратырға мөмкин. Һыйыр еҫен, һөт еҫен, тиреҫ еҫен, тыуған ер еҫен үҙ итмәгән, яратмаған кеше илгә иш була алмаясаҡ. Ундай кешеләрҙең күңелгенәһен фалиж һуҡҡан. Кеше иленән ҡасып китергә мөмкин, әммә үҙенән ҡаса алмаясаҡ. Тормоштоң ниндәйҙер бер осоронда выждан ғазабы, бурыс, намыҫ кеүек сифаттар өҫкә ҡалҡып, ундай зат­тарҙы был тормоштан һепереп түгәсәк. «Хәйҙәр» повесының төп мәғәнәһе ошоларҙыр, минеңсә.
Яҙыусы, журналист Салауат Кәримовтың хикәйәләренә ҡарата ла бер кәлимә әйтеп китәм. Уларҙағы геройҙарҙың барыһы ла – ауыл кешеләре. Һәр герой үҙ эшенең оҫтаһы. Яҙыусы ана шуларҙы характер кимәленә күтәрә. Автор халыҡсан телдә хикәйәләй, һүрәтләй белә. ҡайһы бер яҙыусыларҙың хикәйәһен, повесын, романын уҡый башлайһың да, артабан уҡырға теләк һүрелә. Күркәм әҫәр уҡыусыны төп ваҡиғаға йәһәтерәк алып барып еткерергә тейеш. Ана шул художес­тво алымын онотоп китәбеҙ булһа кәрәк. ҡайһы бер авторҙарҙың, хатта күренеклеләрҙең әҫәре күберәк яҙыусы монологынан ғына тора һымаҡ, геройҙарҙың мөнәсәбәтен асыусы диалогтар юҡ тип әйтерлек. Бындай әҫәрҙәрҙә һүлпән, һүрән публицистик пафос өҫтөнлөк ала һымаҡ.
Ә бына Салауат Кәримовтың «Танышыу» хикәйәһе тәүге һөйләменән үк уҡыусыны үҙенә ылыҡтыра. Сағыштырығыҙ, мәҫәлән: «Октябрь байрамы алдынан Хәлит Хәмитов эсеүен ташланы». Артабан нисек булыр икән, тип уҡыусы әҫәргә сат йәбешәсәк. Йә булмаһа, «Күңел йылыһы» тигән хикәйәһенең башланмышына күҙ һалайыҡ: «Иртә яҙҙан көҙгә ҡәҙәр Таһир йорт төҙөү менән булышты. Хәлгенәһе ҡалманы. Йорт һалам, тип әйтеүе генә анһат икән». Бында ла әҫәр уҡыусыны үҙенә арбар көскә эйә.
Салауат Кәримовтың хикәйәләрендә күпселектә ауыл тормошо һүрәтләнә. Ауылда тормош туҡтап ҡалмаған икән дә: кемеһелер йорт һала, ҡайһы берәүҙәре килен төшөрә, кемеһелер эсеүен ташлап, гөрләтеп донъя көтөп алып китә, икенсе берәүҙәр яңы йортҡа мейес сығара, кистәрен ауыл клубтарында йәштәр уйнап туймай. Бына нисек тормош ҡайнап тора. Хикәйәләрҙең аҙағы ла рухи күтәренкелек менән тамамлана. Ана шул төҫ, биҙәк ҡыуандырҙы.
Был йыйынтыҡҡа Салауаттың байтаҡ шиғыры ла тупланған. Күңелгә зауыҡ бирерҙәй әҫәрҙәр.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтмәксемен: һинең шиғыр менән мауығыу осороң үткәндер инде. Сәсмә әҫәрҙәреңдә үҙ балҡышыңды табыр­һың, ижад ҡомарыңды бер жанрға арнаған осраҡта ғына йондоҙ булып балҡырһың һымаҡ.

Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты
профессоры.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)