RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Алдашыу йылын иғлан итәйек!

28.03.2014 Алдашыу йылын иғлан итәйек!

Беҙҙең тормош тик алдашыуҙарҙан һәм алданыуҙарҙан ғына торғанда, 1 апрелде ялғанлау көнө тип иғлан итеү кемгә кәрәк булды икән? Лутсы, йылдың бер көнөн генә ғәҙеллек, дөрөҫлөк көнө тип билдәләп үтһәләр ине. Юҡ шул, һаман да шул алдаҡсылар тирмәненә һыу ҡоябыҙ. Илдә бот буйы малай­ҙарҙан алып дәүләт ирҙәренә ҡәҙәр алдашҡанда, ниндәй хәҡиҡәт эҙләргә һуң? Мәктәптә “икеле” алған балаң, көндәлегеңде күрһәт, тиеүгә, уҡытыусы алып ҡалды, тип күҙен дә йоммай алдашып тора. Ә уҡытыу­сыһы дәрестән һуң шылтыратып ошаҡлашты. Тоҙҙо күберәк тондорғанһың түгелме, тип ҡатынды шелтәләп ҡара – ашҡа тоҙҙо һин дә өҫтәгәнһеңдер, тип сырайы һытылып, үҙ ғәйебен һинең өҫкә ауҙарырға ғына тора. Эшкә алғанда, 10 мең һум эш хаҡы түләйем, тигән түрә вәғәҙә иткән сумманың яртыһын бирһә лә яҡшы. Ни өсөн 5 мең генә, тип дәғүә белдерһәң, хи-хи-хи, тәүҙә үк 5 меңгә генә ризалашҡан булыр инеңме ни, артыңды ҡыҫып ҡына йөрө, хеҙмәт кенәгәһен бысрат­ҡың килмәһә, тип асыҡтан-асыҡ ауыҙ йыра.
Ана, яңыраҡ төбәк башлығы сығышында, бюджетта эшләүселәрҙең эш хаҡы һуңғы өс йылда ике тапҡырға артты, тип ҡат-ҡат ҡабатланы. Тик ҡыҫҡартыуҙан һуң самалы ғына тороп ҡалған бюджет хеҙмәткәрҙәрен көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә табырлыҡ түгел. Кисә дауаханаға барғайным – барлыҡ участкаға бер терапевт ҡалған, тик уныһы ла ялда. Эргәһендәге шәфҡәт туташы, һеҙ әлегә ультратауыш тикшереүен үтә тороғоҙ, табип ялдан сыҡҡас, һөҙөмтәләре менән бер юлы килерһегеҙ, ти. Ә ультратауыш тикшереүенә яуаплы табип эштән киткән, түләүлегә барырға кәрәк. Ҡыҫҡаһы, үҙемә кәрәкле табиптарҙы таба алмай, баш табипҡа мөрәжәғәт итергә теләнем. Тик уныһы ла уҡыуҙа булып сыҡты, баҡһаң, тағы ҡыҫҡартыуҙар көтөлә, квалификацияңды күтәрмәһәң, иртәгә үк урамда ҡалырһың, үәт… Шулай, төбәк башлығының, эш хаҡы артты, тигәненә мыйыҡ аҫтынан йылмайырға ла, ышанған булып ҡыланырға ҡала. Беҙҙең илдә алдашыуға ҡаршы барыуҙың бер файҙаһы ла юҡ, үҙең дә минут һайын ялғанлап тормаһаң, кеше түгелһең. Йәмғиәттең нәфрәтен алғың килмәһә, алдап һәм алданып ләззәтлән! Түрәләрҙең, беҙҙә балалар баҡсаһына сират юҡ, арзан торлаҡ төҙөлә, тигәненә ышанған бул! Сөнки алдашыу – сәйәсәт, сәнғәт дәрәжәһенә күтәрелгән олуғ ҡаҙанышыбыҙ, уны Рәсәйҙә һәр кем даими кисереп, татып, тойоп тора. Мәйтәм, элек батшалар заманында алдашҡан кеше булмағандыр ҙа, бер көндө алдаҡ көнө тип иғлан иткәндәр, ахыры. Хәҙер батша заманы түгел, алдаҡсылар, шөкөр, быуа быуырлыҡ. Шуға күрә киләһе йылды Алдаҡ йылы тип иғлан итәйекме, йәмәғәт? Их, шәп булыр ине! Алдарға икән – алдарға!

Алдашырға һәм алданырға яратыусы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)