RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Оҙаҡ көтөлгән осрашыу

23.11.2010 Оҙаҡ көтөлгән осрашыу

Бер моряк бик күп йылдар хеҙмәт иткән. Һәм йылдар буйы Роза исемле ҡыҙҙан хат алған. Улар икеһе лә бер бәләкәй генә ҡаланан була, әммә бер-береһен белмәйҙәр, тик хат аша ғына танышалар. Уларҙың хатлашыуы көтмәгәндә генә башланып китә. ҡыҙҙың тәүге хаты яңылыш, адресатына эләкмәй, моряк егеткә тап була. Һәм егет ҡыҙға яуап яҙа. Улар араһында шунда уҡ ниндәйҙер осҡон ҡабына, ике бер төрлө уйлаған, бер төрлө фекер йөрөткән яҡын кешеләр булып китәләр.
Егеттең хеҙмәте аҙағына яҡын­лашҡас, ҡыҙ уны яр буйында ҡаршы аласаҡ, тип хат аша һөйләшәләр. Һин мине шунда уҡ таныясаҡһың, ти ҡыҙ, минең ҡулымда ҡыҙыл рауза сәскәләре буласаҡ.
Егет түҙемһеҙлек менән осрашыуҙы көтә. Һәм бик ныҡ тулҡынлана. Ул үҙе һайлаған ҡыҙҙың ниндәй буласағын күҙ алдына килтерә алмай йонсой.
Бына осрашыу көнө етә. Егет караптарының палубаһына баҫып, ҡаршы алыусыларҙың йөҙҙәренә ҡарай. Бына ул ҡулына ҡыҙыл рауза сәскәләре тотҡан бер ҡатынды күреп ҡала. Уға 60 йәштәр тирәһе. «Йә, Хоҙай, ул бит минең әсәйемә торошло!» Егеттең тәүге уйы – тиҙ генә бынан ҡасырға, уның эргәһенә бармаҫҡа, кемлеген белдермәҫкә! Ул бит мине төҫкә белмәй, уның эргәһенән тиҙ генә үтергә лә китергә, тип уйлай.
Әммә тап шул ваҡыт егет ул яҙған хаттар хаҡында хәтерләй. Уларҙа күпме йылылыҡ, күпме наҙлы һәм матур һүҙҙәр ине. Егет, бар ҡыйыу­лығын йыйып, ҡатын эргәһенә килә һәм:
– Һаумыһығыҙ, Роза, беҙҙең осрашыуға мин бик шатмын! – ти ҡалтыран­ған тауыш менән.
ҡатын йылмайып яуап бирә:
– Һаумыһығыҙ. Мин дә бик шатмын! Тик мин Роза түгел. Ул артына борола һәм унда бик сибәр йәш ҡыҙ күренә.
– Мин дә бик шатмын. Мин – Роза, – ти ҡыҙ. Һәм ул егеткә ни өсөн ҡатынға сәскә тоттороуы хаҡында әйтә. Әгәр егет ҡатынға яҡын килмәй, үтеп киткән булһа, бөтәһе лә шунда тамамланыр ине. Ә һин килдең, тимәк, һин ышаныслы һәм һиңә таянырға була, ти ҡыҙ.
«Һәр бер мөхәббәт үҙенсә матур һәм иҫ киткес була. Иң мөһиме, ул йөрәктә булһын, ә туң башта түгел».
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)