07.03.2014 «Тамсы булып ҡайғы түгел, Шатлыҡ йәштәре тамһын»
Тамсыҡай
Эй, тамсыҡай, тамсыҡай,
Гүйә шаян ҡыҙыҡай,
Иркә, наҙлы матурҡай,
Ҡайғы белмәҫ һылыуҡай.
Ҡояштың йылы нурына
Иркәләнеп бәүелә,
Саф һауаның паклығына
Әллә башы әйләнә.
Кешеләргә күренергә
Йыһандан килеп төшкән,
Күк йөҙөнөң зәңгәрлеге
Күлдәгенә төҫ бөрккән.
…Өс тамсы – өс ҡыҙыма
Бәхеттәр генә яуһын.
Тамсы булып ҡайғы түгел,
Шатлыҡ йәштәре тамһын.
Илһам ҡошо ҡанат ҡағына…
Көндәремде төндәремә ялғап,
Ғүмер миҙгелдәрем ағыла.
Күңел төпкөлөнән осорға тип,
Илһам ҡошом ҡанат ҡағына.
Йыһан киңлектәрен ҡосоп алып,
Болот мендәренә ҡағылам.
Мөғжизәләр эҙләп осҡан саҡта
Йондоҙҙарға барып юлығам.
Бәхет диңгеҙендә йөҙәм әле,
Илһам ҡошо әйҙә һайраһын.
Тыуһын әле шиғри күңелемдә
Йырланмаған яңы йырҙарым.
Нуриҙә УЙЫЛДАНОВА.
Айырылышыу
Ҡояш батып, төшһә ҡараңғы,
Килеп баҫам тәҙрә янына.
Ҡайҙа икән минең һөйгәнем тип,
Һорау бирәм гелән мин Айға.
Айға бөгөн шундай күңелһеҙ,
Ҡояшҡайҙы, ахыры, юҡһына.
Минең серҙе әкрен генә тыңлап,
Тау артына тәгәрәп юҡ була.
Күңелдәге бар ҡайғымды
Йондоҙҙарға бушатам,
Айҙай сабыр булайым тип,
Үҙ-үҙемде йыуатам.
Әлиә ҒӘЗИЗОВА.
Әбйәлил районы.
Үҙ-үҙемә һорау
Йәнең илағаны бармы
Яңғыҙ ғына, өнһөҙ генә?
Йөрәгеңә йомарланып,
Ҡалтыранып, көсһөҙ генә?
Ниңә илай йәнең, тиеп
Булдымы һуң һораусылар?
Булдымы һуң яңғыҙ саҡта
Һиңә терәк булыусылар?
Ғүмер буйы булдың терәк
Туғандарға, сит-яттарға.
Яңғыҙ йәнең ярҙам көтә:
Ник бер кем юҡ
ҡапҡаларҙа?..
Азамат ейәнемә
Орсоҡ кеүек бер малай ул,
Тик ултырмаҫ, тик тормаҫ.
Көнө буйы йөрөй елеп,
Елдән дә һис тоттормаҫ.
Ниҙер һөйләй, ниҙер көйләй,
Ниҙер "төҙәтә" гелән.
Бөтә һауыт-һаба менән
Тулған да ҡуйған иҙән.
Бөтә нәмәне тикшерә,
Һәр ергә етә ҡулы.
Бер йәшлек ҙур егет булды
Бөгөн Азамат улым.
Беҙҙең өйҙөң йәме, тиеп,
Яратып та туймайбыҙ.
Көнө буйы йүгертһә лә,
Арығанды тоймайбыҙ.
Гөлшат САМАТОВА.
Дәүләкән районы,
Мәкәш ауылы.
Сыйырсыҡ
Бер теләгемде
Тыя алманым.
Сыйырсыҡ өсөн
Оя яһаным!
Тик сыйырсығым
Оҙаҡ көттөрә.
Бер ҙә ашыҡмай
Килеп етергә.
Бәлки, ул белмәй
Минең көткәнде.
Әллә аҙашҡан
Юлдар үткәндә.
Кил, сыйырсығым,
Һағынып бөтәм.
Һайрауыңды мин
Өҙөлөп көтәм.
Земфира АҠБУТИНА.
Ҡыҙыл түш
Ҡыҙыл түшле бер ҡошсоҡ
Тәҙрәгә төртә шыҡ-шыҡ.
“Миңә икмәк булмаҫмы,
Тышта бигерәк һыуыҡ!”
Үҙе тиктормаҫ бигерәк,
Ҡыбырлаһаң, осоп китә.
Миләшкәйгә ҡуна ла,
Тағы ла икмәк көтә.
Ул бит файҙа килтерә,
Ағастан ҡорттар сүпләй.
Шундай ҡоштар булғанға
Беҙҙең урмандар үлмәй.
Лилиә ҠАЗЫХАНОВА,
Борай ижад йортоноң “Йәш хәбәрселәр” берләшмәһе шөғөлләнеүсеһе, 4-се класс уҡыусыһы.
* * *
– Һөйөү нимә? – тинем ир кешегә.
– Ҡатын өсөн тамуҡтарҙы үтеү.
– Һөйөү нимә? – тинем мин ҡатынға.
– Ғаләмдәрҙә янып көлгә ҡалған ирҙе көтөү.
М. КӘРИМ.
Ғаләмдәрҙә янманың шул,
Янып көлгә ҡалманың.
Тешләп кенә бырағыттың
Үҙең өҙгән алманы.
Яратҡандан баш тартмайҙар,
Яратҡанды яҡлайҙар.
Күҙ ҡараһындай күреп,
Ғүмер буйы һаҡлайҙар.
Ә һин ниңә яҡламаның?
Яттарға ярғаҡ иттең.
Үткәндәргә үрттәр һалып,
Туҡалға ырғаҡ иттең.
Минең күңел шул һорауға
Яуап эҙләйҙер һаман.
Һөйөү һүрер әмәлдәр юҡ –
Ҡасан асылыр томан.
Өмөт тигән һуңғы осҡон
Һүнгәндә лә көтөрмөн.
Исемеңде мәңгелеккә
Бергә алып китермен.
* * *
Йәнгенәмде бүлә алһам,
Яныңа осор инем.
Үткәндәрҙе үкендереп,
Кинәнеп ҡосор инем.
Тәҙрә төпкәйеңдә ҡош булып
Һайрар ҙа һайрар инем.
Күҙҙәремде мөлдөрәтеп,
Талсығып ҡарар инем.
Табаныңа тупраҡ булып
Йәбешеп ҡалыр инем.
Һөрөм баҫҡан йөрәгеңә
Наҙ булып тамыр инем.
Ҡояш булып керпегеңә
Эленеп торор инем.
Һинең наҙлы ҡарашыңды
Тик миңә борор инем.
Ебәк кенә елдәр булып
Иркәләп иҫер инем.
Тормош тигән даръяны
Ғазапһыҙ кисер инем.
Мөхәббәттең ҡыуышҡайын
Аҡ нурҙан ҡорор инем.
Шул ҡыуышҡа һаҡсы булып
Тик үҙем торор инем.
Ә шулай ҙа түбәнһетһәң,
Һыным турайыр минең.
Кәмһетеп тә бер һүҙ әйтһәң,
Йәнем ҡарайыр минең.
Шуғалыр ҙа яҙмыш беҙҙе
Ике ярға ташланы.
Мөхәббәттең саф кистәрен
Һағыш менән тышланы.
Флүрә НИЗАМОВА.
Икебеҙгә бер яҙмыш
Икебеҙгә бер яҙмышты бүлеп,
Ғүмер йомғаҡтарын һүтәбеҙ.
Ҡулды ҡулға, иңде иңгә терәп,
Даръяларҙы кисеп үтәбеҙ.
Ҡушымта:
Күңелемдең йөрәк тибешенә
Һинең йөрәк йырлап ҡушыла.
Ҡараштарың менән иркәләйһең,
Хәсрәттәрем йомоп
йылы усыңа.
Сихрилегең ялмай
булмышымды,
Аҡылымды юям һөйөүҙән.
Илаһи моң солғанышы беҙҙе
Һаҡлай төҫлө янып-көйөүҙән.
Өлөшөмә төшкән көмөшөм һин,
Ҡосағымда үҫкән наҙлы гөл.
Етәкләшеп борма һуҡмаҡтарҙы
Бергә генә үтәйексе гел.
Йәшлек ҡалам
Ожмах ҡына ерҙең бер мөйөшөн
Биләп ята хозур Туймазы.
Ҡыҙыл тауын, иркен
болондарын,
Ҡандракүлен күреп туймаҫлыҡ.
Ураҡ урған эшсән ҡыҙҙармы ни –
Нефть һурғыс эшләй туҡтауһыҙ.
Күҙ алдына һис тә килтереп
булмай
Туймазыны тәмле ҡыярһыҙ.
Йәшлек ҡалам тием Туймазыны,
Тәү күреүҙән уға ғашиҡмын.
Балаларым һиндә тамырланды,
Ел-дауылдан беҙгә ышыҡһың.
Шиңмәһендәр генә
Бәхет гөлөн һулытмайыҡ, йәнем,
Һөйөүебеҙ наҙҙан яралған.
Күңелдәге һағыштарҙы йолоп,
Аҡ томандар ергә таралған.
Офоҡтарҙан ҡояш ҡалҡҡан
мәлдә
Ысыҡ тамсыһында йыуынам.
Һинең менән үткән һәр көнөмә,
Тәсбих әйтеп, сикһеҙ ҡыуанам.
Яҙмышыбыҙ түтәлендә гөрләп,
Шаулап үҫә ике гөлөбөҙ.
Шиңмәһендәр генә
һалҡындарҙа,
Уларҙа бит килер көнөбөҙ.
Гөлмирә БИКБУЛАТОВА.
* * *
Һүрәнәйә бара көн яҡтыһы,
Офоҡтарҙан эңер эркелә.
Ер өҫтөнә ҡара шаршау ҡаплап
Әкрен генә атлап төн килә.
Тынлыҡ урынлашты тирә-яҡта,
Йылға буйлап аҡты аҡ томан.
Бөтә ғаләм гүйә тынып ҡалды,
Бишек ҡосағында бар йыһан…
Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргән ерҙән
Яңғыҙ ғына атлап киләһең,
Айлы төндә ҡайҙа барыуыңды
Үҙең генә фәҡәт беләһең.
Тик ниңәлер ҡараштарың
моңһоу,
Күҙҙәреңә һағыш, йәш тулған.
Йөрәк кенә һаман үрһәләнә,
Бер кем белмәй, уға ни булған.
Кешеләрҙән күптән ситләшкәнһең
Һинең ҡайғың нимә уларға?!
Башың эйеп атлап киләһең һин,
Ирек ҡуйып бөтмәҫ уйҙарға…
Тик бирешмә яҙмыш һынауына,
Туҡтап ҡалма барыр юлыңда,
Ауырлыҡтарҙы еңә бел һин,
дуҫым,
Бар яҙмышың бит үҙ ҡулыңда.
Осҡом килә
Осҡом килә. Эйе, бейектәргә,
Ҡоштар кеүек, килә талпынғым.
Ҡанаттарҙы һәлмәк кенә йәйеп,
Бейек-бейек тауҙар артылғым.
Осҡом килә, ҡарурмандар аша –
Йәйрәп ятҡан диңгеҙ өҫтөнән.
Аллы-гөллө сағыу сәскәләрҙең
Баш әйләнә хушлы еҫенән.
Осҡом килә. Әгәр оса алһам,
Иңләр инем бөтә ғаләмде.
Тыуған яҡтарыма осор инем –
Еткерергә ҡайнар сәләмдәр!
Гөлназ ХӘСӘНОВА,
БДУ студенты.