07.03.2014 Үәт, ҡыҙыҡ!
Студент боронғо тарихтан уҡытыусы профессорға:
– Хөрмәтле Аполлинарий Аристархович, ҡыҙығыҙҙың ҡулын һорайым, – ти.
– Беләһеңме, йәш кеше, – ти профессор мыҫҡыллы тауыш менән, – мин был хаҡта, Көньяҡ халыҡтары һәр ваҡыт эшләгән кеүек, Бөйөк Дракондан белешергә тейешмен.
– Профессор әфәнде, – ти егет, – был хаҡта һис кенә лә борсолмағыҙ, мин һеҙҙең ҡатынығыҙҙың ризалығын алдым инде.
* * *
Әгәр ҙә ир кеше һеҙгә: «Тиҙ генә килеп ет, беҙгә һөйләшергә кәрәк», – тиһә, тимәк, араҡы, ә ҡатын-ҡыҙ әйтһә, аҡса алырға кәрәк.
* * *
Самолетта инструктор тәүге тапҡыр парашюттан һикерергә йыйыныусы һары сәсле ҡыҙҙы иҫкәртә:
– Тәүҙә ҙур балдаҡты, ул эшләмәй икән, бәләкәйен тартаһың. Түбәндә ҡыҙыл пикап машинаһы көтәсәк.
Ҡыҙ һикерә. Ҙур балдаҡты тарта, бер нәмә лә юҡ, шунан бәләкәйен, юҡ…
– Миңә булһа – шулай инде ул. Быларға өҫтәп тағы аҫта машина ла көтөп тормаһа – бөттөм, – ти ҡыҙ.
* * *
Донъя үҙенең бөйөктәрен юғалта: Эйнштейн үлгән, Бетховен һаңғырауланған, бына хәҙер минең дә нишләптер башым ауыртып тора…
* * *
– Ирек, һин хырылдайһың!
– Юҡ, минең төшөмә мотоциклдар инә.
* * *
– Ҡарашығыҙ ниңәлер бик һалҡын…
– Ни хәл итәһең: уң күҙем – минус биш, ә һулы – минус алты.
* * *
Спорт менән шөғөлләнергә булдым… Йүгереүҙе һайланым. Компьютерға барып еткәнсе йүгерҙем. Ултырам… Монитор буйлап күҙҙәремде йүгертәм… Һәм спорттың тап минең өсөн булыуын һиҙәм!
* * *
Ике студент һөйләшә:
– Бына өсөнсө көн инде университетҡа барғы килмәй. Был нимәне аңлата икән?
– Моғайын, бөгөн шаршамбы көн тигәнделер...
* * *
– Әйтегеҙ әле, был бокссы ниңә шул тиклем ҙур линзалар кейгән?
– Эйе, хәҙер улар – линзалар, ә беренсе раундҡа тиклем күҙлек ине.
* * *
– Туҡта-туҡта, ә беҙ бер-беребеҙҙе нисек беләсәкбеҙ?
– Мин ҡулыма рауза сәскәләре тотҡан булырмын.
– Ә мин һимеҙмен…
* * *
Торлаҡ-коммуналь хужалығы түләргә квитанцияларҙы килтергәс, ниндәй ҡиммәтле фатирҙа йәшәүебеҙгә төшөнәбеҙ.