RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яҡташ артиллеристар

21.02.2014 Яҡташ артиллеристар

Яҡташ артиллеристарКүккә ашҡан Ҡырҡты тауҙары теҙмәһе Әбйәлил районының Теләш ауылын ҡәлғә булып ҡамап торһа ла, тау ул илгә килгән ҡайғынан ҡурсалай алманы. Урман эшенә, икмәк үҫтерергә, шахтаға төшөп күмер сығарырға ла түгел, мобилизацияланып, теләштәр илебеҙгә баҫып ингән фашистарға ҡаршы яуға китте. Теләш ауылынан 1915 йылғы Ҡотдос Ғәфиәт улы Хажин, өс саҡрым арауыҡ айырып торған Бикҡол ауылы егете 1916 йылғы Афзал Ғәләүетдин улы Нәҙершин 1940 йылда Германия сигендә әрме сафында артиллеристар булып хеҙмәт итә. Ҡотдос Хажин яҡында хеҙмәт иткән ауылдашына хәлен белдереп хаттар яҙып тора. «Афзал, һуғыш сығырға тора, һаҡлан...» Өсмөйөшлө хат Нәҙершинды иҫкәртә. Күл буйында гимнастёркаһын йыуып, таҙарынып йөрөгәндә ауылдашының һүҙҙәрен хаҡҡа сығарып, сик буйында атыш-гөрһөлдәү, күк йөҙөндә самолёттарҙың геүелдәп Рәсәй яғына юлланыуы тынлыҡты боҙа. Ысынлап та, икенсе Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ике ауылдаш фашистар менән беренсе алышҡа инә, хатта бер үк фронтта, бер үк взводта илбаҫарҙар­ҙы бергәләп туҡмайҙар. Тәүҙә артиллерия орудиеһын ҡоралландырыусы, шунан һуң өлкән сержант дәрәжәһендә һуғышҡан Ҡотдос Хажин взвод командиры итеп тәғәйенләнә. Яҡташ артиллеристар тягач менән пушкаларҙы бейек тау баштарына ла, һуғыш ҡупҡан урындарынан күсерә-күсерә, траншея, блиндаж, окоп ҡаҙып, ҡулдары ҡанлы һөйәлгә батҡансы һөйрәп алып йөрөй, йылға аша борам менән дә сыға.
Фашистар Адольф Гитлерҙың Рәсәйгә һәм Европа илдәренә хужа булыу планын тормошҡа ашырыу өсөн теше-тырнағы менән ауыл-ҡалаларыбыҙға ябырылып, төрлө юлдар менән алға ынтыла. Гитлерсылар маҡсаттарына ирешеү өсөн ниндәй генә алымдар ҡулланмай, хатта йыш ҡына психик һөжүм дә ойоштора. Алда − оркестр, уның артынан − танкылар, һалдаттар, шау-шыу, моторҙар геүләүе, төрлө техниканың ҡолаҡ тондорғос шаҡылдауы − башҡа төрлө тауыштар һуғышсыларҙың былай ҙа яралы күңелдәренә әрнеткес тәьҫир итә. Күп тә үтмәй, фашистарҙың тантаналы сәфәре ҡанға сәсәп, туҡтала. Артиллеристар берҙәм ут яуҙырып, уларҙың арт һабағын уҡыта. Һуғыштың ялҡытҡыс ҡанундары, көн дә ҡан ҡойош, мәйеттәр менән тулы окоп-яландар... Хатта мәйеттәр өҫтөнә ултырып ашыҡ-бошоҡ тамаҡ та туйҙыра алмаған мәлдәр йыш ҡабатланып тора. Ҡан еҫе, төтөн, ут-ялҡын, яралыларҙың үҙәк өҙгөс ыңғырашыуы, бысраҡлыҡ... Һуғыштың үҙенә генә хас ҡара төҫө, ҡара ҡайғы, билдәһеҙлек... Алйырға ла мөмкин. Әммә алйырға ярамай. Ҡанһыраған Ер-әсә ярҙам һорап ялбара, илай... Һәр һуғышсы ғәзиз әсәһе, бала-сағаһын йәшәтеү өсөн яуға күтәрелә. Хоҙай Тәғәләнең ҡушыуын үтәй, маңлайына яҙылған яҙмышына буйһоноп, үлем менән йәшәү араһында көрәш ҡуба. Артиллерист Хажин менән Нәҙершин да халҡы, иле, туғандары, ата-әсәһе алдындағы бурысын намыҫлы үтәй, ерҙең һәр ҡарышы өсөн аяғында ныҡ баҫа, яуап тота...
Тиңһеҙ алыштарҙа Нәҙершин ике тапҡыр әсиргә лә эләгә. Әсирҙәрҙең дә ҡот осҡос тотҡонлоҡтан ҡотолоу тактикаһы була: берәр саҡрым аралыҡта ҡалып бара торғас, ышыҡ урынмы, уңайлы мәлен тура килтереп, ҡасырға була. Кесе лейтенант Афзал Нәҙершин һеләүһен сослоғо менән янтайып ике тапҡыр ҡотолоп ҡала. Ҡышҡы төндә кәбән төбөндә йоҡлай һәм ныҡ ҡына өшөй. Украина хуторына килеп, бер саман өйҙөң баҡсаһында тәгәрәй. Уны һөйрәп өйгә индерәләр. Һуғышсының күҙенә иң беренсе өҫтәлдәге һарымһаҡ салына һәм бер генә бүлкәтен булһа ла һорап ашай. Күпме генә инәл­һә лә, ниңәлер украинка һаранланып, һарымһаҡты бирмәй. Бер бүлкәт һарымһаҡ үҙенең бөйөк эшен эшләй. Һалдат манма тиргә батып, һыуыҡты еңә һәм үҙенекеләргә барып ҡушыла. Батырҙарҙан пуля ҡурҡа тиҙәр, ҡыйыу һуғышсы Афзал Нәҙершин бөтә осраҡтарҙан да уңайлы ысулын табып сығыу юлын тиҙ арала таба, фашистарҙы еңергә, тыуған ере тупрағына аяҡ баҫырға өмөтләнә. Ә бит уны кендек ҡаны тамған ерендә атаһы һәм апаһына «кулак» мөһөрө тағып, сит-ят Себергә һөрәләр, улар төйәгенән алыҫ ерҙә баҡыйлыҡҡа күсә. Ауылдашы Шаһибәрәк, әсәһен атҡа ултыртып, Магнит ҡалаһына елдерә. Дәртле, көсө ташып торған ен кеүек күсер егетте кемдер танып, тейешле урынға хәбәр итә һәм атын барып тартып алалар. Шайтан ғына өмөтһөҙ, тигәндәй, ата-әсәһенең тапҡан хеҙмәт емешенең хәләл булғас, ғәҙеллектең тантана итеренә ышана, йәшлек дәрте металлургтар ҡалаһының комбинатына алып килә. Әсәһен ерләй һәм ауылына ҡайта. «Кулак»лығынан ғәйеп эҙләй башлайҙар. Ташбулат ауылында йәшәгән бер туғаны уны ултыртырға йыйыныуҙары тураһында иҫкәрткәс, кәңәшен тотоп, атлы Афзал район үҙәгенә барып, әрме сафына юлланып, атаһын һәм апаһын урлаған ҡарлы Себер тарафтарынан ҡотолоу сараһын таба. Иленә үпкә тотмай, «кулак» малайы булһа ла, илен-ерен һағынып, яуҙарға күтәрелә, «ура!» ҡысҡырып гитлерсыларҙы Рәсәйҙән ҡыуа.
Һуғыш айҙар, йылдар буйы дауам итә, үҙенең имәнес, ҡурҡыныс, ҡот осҡос эштәрен эшләй, йәшен-ҡартын һорамай, үлем хакимлыҡ һөрә... Һуғыш яланында әҙәмдәрҙе батырға һәм ҡурҡаҡҡа бүлеп, уларға бер-бер артлы ҡот осҡос һынауҙарын юллай. Нисәмә көн инде хыянатсы ракеталар тирә-яҡты баҙлап яҡтырта, ракеталар яҡтыртҡан һайын артиллеристар йәшеренә, ҡараңғы төшкәс кенә сыға. Соҡор-саҡыр, эре таштар юлда күп осрай. Командир Ҡотдос Хажин утын тоҫҡау өсөн уңайлы урын эҙләй. Фашистар автоматтар­ҙан ут яуҙыра. Моторҙар геүләүе ишетелә. Фашист танкылары үкерә. Унан да, бынан да беҙҙекеләр шыуыша, ошо изге ерҙең хужаларына ҡарап ут өйөрмәләрен бөркә. Взвод командиры, һуғышсы Ҡотдос Хажин окоптарҙың береһенә йығылып төшөп, рация буйынса команда бирә:
− Дошман пехотаһына ярсыҡ биреүсе снаряд менән − пли!
Яҡында ғына мотор геүләй. Командир команда биреүен дауам итә:
− Броняға емергес снаряд менән ут асырға!
− Шрапнель снаряд менән ут асырға!
Командир артиллеристарға дошмандың урынлашҡан ерҙәренең координаталарын, квадраттарын хәбәр итә. Шул ваҡытта артиллеристарҙың снарядтары геүләп шартлай, гитлерсыларҙы аяуһыҙ ҡырып һала. Алыҫта һәм әйләнә-тирәлә ер тетрәгән һымаҡ тойола, ер менән күк тоташа. Артиллеристар башын күтәреп ҡараһа, «Катюша» снарядтары дуға яһап ергә төшә лә саң-туҙан ҡуптарып шартлай. Командир команда биреүҙән бушамай. Дошмандың иҫәпһеҙ-хисапһыҙ пехотаһы һәм хәрби техникаһы сафтан сыға.
Иртәнсәк һөмһөҙ фашистар, «тигр»ҙары артына ышыҡланып, әйтерһең дә, хәшәрәт тараҡандар, ҡара томан булып шыуыша. Артиллеристар аптырап ҡалмай. Башына төшһә, кеше һуғышырға ла оҫтара икән! Быға тиклем дә улар фрицтарҙы күпләп теге донъяға оҙатып өйрәнгән. Ҡаты алышта илбаҫарҙарҙың танкылары сафтан сығарыла, һалдаттары шунда уҡ ҡәберҙәрен таба. Ләкин бының менән генә алыш тамамланмай. Взвод командиры, артиллерист Ҡотдос Хажинға дошмандың тағы һөжүмгә күтәрелеүе, ҙур көс менән ябырылыуы тураһында хәбәр итәләр. Нимә эшләргә? Һирәгәйгән сафтарҙы тулыландырырға, техниканы килтерергә ваҡыт тар. Булған көс менән дошман һөжүмен кире ҡағырға! Артиллеристар плацдармды киңәйтә, окоптарҙы, траншеяны рәтләй. Фашистар тағы ябырыла, хәрби техника һәм пехотаның хисабына сығырлыҡ түгел. Командир Ҡотдос Хажин:
− Прицел алты-һигеҙ, буссоль ҡырҡ дүрт-утыҙ, взвод көсө менән ут асырға! − тип команда бирә.
Фашистар өҫтөндә утлы өйөрмәләр ялт та йолт геүләргә тотона. Һауа һыҙғыра, шаулай, аяҡ аҫтында ер һыҡранып тетрәгән һымаҡ тойола. Ут һәм ялҡын дошман «тигр»ҙарын һәм һалдаттарын туҡтауһыҙ дөмөктөрә. Ҡыйыу һуғышсылар араһында ауылдашы Афзал Нәҙершиндың да булыуы командирға көс-ҡеүәт, ышаныс бирә. Бына кесе лейтенант Нәҙершиндың ергә ҡолағанын күрә. Артиллерист Ҡотдос уның орудиеһына ашыға, брустверҙы йәтешләп рәтләй, маховиктарын көйләргә тотона. Окуляр аша ауыр машиналарҙы берәмләп күҙәтә, эстән генә һанай. Танкыларҙың тигеҙ урын­ға сығыуы була, снаряд төймәһенә баҫа. Утлы ялҡын алдан килгән танкының ҡабырғаһына тейгән икән. Танк һаман алға ынтыла. Беҙгә еңелергә ярамай! Дошман өҫкә менеп кенә килә! Ҡотдос панорамаға эйелә, маховиктарҙы әйләндерә, сәп һайлай.
− Нимә кәрәк һиңә? Мә, һиңә! Мә, һиңә!
Орудие ҡот осҡос ялҡын һибә. Шул арала яраланған ауылдашын госпиталгә оҙата.
Икенсе Украина фронтында фашистарға ҡаршы көрәшеп, дошмандың ояһына яҡынайған һайын Әбйәлил егетен йонсот­ҡос һуғыш ялҡыта, тыуған яҡтары − сал Уралы, Ҡырҡты буйҙары төштәренә инә. Дүрт йыл буйына илен фашизм бығау­ҙарынан ҡурсалап, яҡташ артиллеристар гитлерсылар менән яғалаша, госпиталдәрҙә ята, йәнә фронтҡа китә.
Ауылдаштар яуҙа ятып ҡалған туғандары, яҡташтары, ауыр колхоз эшенә иртә егелеп йонсоған үҫмерҙәр, аслыҡтан ҡырылған бала-саға, ҡаҡ һөйәккә ҡалған олатайҙар, тол ҡалған ҡатындар өсөн Берлинғаса илбаҫарҙарҙы туҡмап, үсен алып, Еңеү яулап, тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайта. Әлбиттә, ике Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән наградланған Нәҙершинды, түштәрен миҙалдар биҙәгән Хажинды май-ҡаймаҡ, ҡалъя менән ҡаршыламаны ауылдаштары. Тылда ла еңел булмағанын раҫлап, утын урынына яғылып бөткән ҡоймалар, кәртә-ҡураһыҙ өйҙәр, атай-олатайҙарҙан ҡалған ергә һөйрәлеп торған кейем кейгән ялан аяҡ үҫмер ҡыҙҙар-малайҙар, күҙҙәре эскә батҡан ас яңаҡлы етемдәр ҡаршы алды. Ауыр яралары асылған кесе лейтенант Афзал Нәҙершинды Ғүмәр ҡустыһы, күп тә үтмәй, ташлап та китә.
Бөйөк Еңеү менән рухланып ҡайтҡан яугирҙар ул ваҡытта «трудодень» тигән таяҡ хаҡына эшләнеләр, икмәккә туйына алманылар. Тик 1953 йылда ғына иген буралары тултырылып, ниһайәт, Ҡырҡты тауҙары ҡамауында ятҡан Теләш ауылы халҡы икмәккә туйынды, эш хаҡы ала башланы. Утыҙ өйлө ауылдан егерме өс ир-егет яуға оҙатылып, ун икеһе иле өсөн башын һалды, ун дүрт хеҙмәт ветераны «1941−1945 йылдар­ҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалын 1945 йылдың алтынсы июнендә түштәренә ҡаҙап, Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына ҡарата нәшер ителгән «Тыл геройҙары» исемлегенә индерелде.

Зөһрә ЙӘҒӘФӘРОВА-БӘШӘРОВА.

Әбйәлил районы,
Теләш ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)