21.02.2014 Үәт, ҡыҙыҡ!
Улы атаһын дауаханаға алып килә. Ҡабул итеү бүлмәһендә унан:
– Тапочкаларығыҙ бармы? – тип һорайҙар.
– Бар!
– Пижамағыҙ?
– Эйе.
– Түшәк кәрәк-яраҡтарығыҙ?
– Әлбиттә.
– Матрац, юрған, мендәрегеҙ бармы?
– Бар. Ана, тартмаға тултырып ҡуйылған!
– Яҡшы! Һеҙҙең эргәлә аҡ халатлы кем баҫып тора?
– Йә табибығыҙ ҙа булмаҫ тип, табип та алып килдем, – тигән егет.
* * *
– Уян инде, уян, тим, төшкө аш мәле етте!
– Ашханаға минән башҡа ғына барығыҙ. Бөгөн төшкө ашһыҙ ғына эшләйәсәкмен.
* * *
Миллион доллар табып, полицияға илтеп биргән малайҙың әсәһе һығыла-бөгөлә илай-илай:
– Мин улым менән ғорурланам, – ти.
* * *
Америкала йәшәүсе бер миллионерҙан нисек байып китеүе хаҡында һөйләүен үтенәләр.
– Минең ни бары 1 цент аҡсам бар ине, – ти ул. – Беренсе көндө шул аҡсаға ике бысраҡ алма һатып алдым һәм шуларҙы йыуып, таҙартып, 4 центҡа һатып ебәрҙем. Икенсе көндө дүрт бысраҡ алма һатып алдым һәм 8 центҡа һатып ебәрҙем...
– Ә өсөнсө көндө?
– Өсөнсө көндө өләсәйем үлде һәм миңә унан мираҫҡа ике миллион доллар аҡса ҡалды...
* * *
– Балыҡ яҡшы сиртәме?
– Сиртә генәме! Ҡармаҡҡа ем ҡуйғанда ағас артына ҡасам.
– Нишләп?
– Балыҡтар күреп, өҫтөмә ташланмаһын тип.
* * *
– Һуңғы тапҡыр һорайым: бурысҡа алып торған 5 мең һум аҡсаны ҡайтарып бирегеҙ!
– Һуңғы тапҡыр булғас, бик яҡшы, юғиһә һеҙҙең әрһеҙлегегеҙ туйҙыра башлағайны.
* * *
Эштән киткәндә, хатта ҡыуылған осраҡта ла, ишекте ҡаты итеп ябып сығып китергә ярамай, тип уҡығаным да бар. Ни өсөн тигәндә, һуңынан берәй белешмәме йәки бүтән төрлө ҡағыҙ кәрәк булып, тағы килеүең бар. Шуға күрә бөтәһе менән дә бик әҙәпле итеп һаубуллаштым, эштәрендә яңынан-яңы уңыштар теләнем. Аҙаҡ түҙмәнем, микротулҡынлы мейестең өҫкө стенаһына һағыҙ менән ҡабыҙғыс йәбештереп ҡалдырҙым.