07.02.2014 Ҡатынһыҙ аш бешереү тәртибе
Таҙа кәстрүл эҙләп табырға, эсенән бәләкәй улыңдың ҡатаһын алып ташларға һәм унда өс литр һыу ҡойорға.
Бер килограмм самаһы картуф әрсергә, плитаны тоҡандырырға. Кәстрүлде төртөп йыҡҡан улыңды әрләргә онотмаҫҡа, иҙәнде ҡороторға һәм яңынан кәстрүлгә һыу ҡойорға.
Һауытты ҡуйырға, улыңдың ауыҙынан картуфты тартып алырға. Уның кейемен таҙартырға, картуфты йыуырға.
Баланың ҡулынан шырпыны тартып алырға, йәһәт кенә салбарыңа ҡапҡан утты һүндерергә.
Бесәйҙе ҡыуып етеп, ауыҙынан итте тартып алырға, башына һепертке менән тондорорға һәм итте кәстрүлгә бешерергә һалырға.
Урамдан илап ингән улыңды йыуатырға, тамағына һөйәк ҡаҙалып тонсоҡҡан бесәйҙе һушына килтерергә.
Телевизор ҡарап ойоп киткән ерҙән, һикереп тороп газды һүндерергә, тәҙрәне асырға, таҫтамал менән төтөндө ҡыуырға, күршеләрҙе һәм янғын һүндереүселәрҙе тынысландырырға.
Һалып биргән һурпаға әйләнеп тә ҡарамаған бесәйгә йоҙроҡ күрһәтергә, кәстрүл эсенән килеп сыҡҡан кеҫә телефонын сүплеккә ташларға, улыңды, күршеләрҙе һәм янғын һүндереүселәрҙе әрләргә онотмаҫҡа.
Өҫтөңдө алмаштырырға ла, әсәһенең хәлен белергә киткән ҡатыныңды һүгә-һүгә, улыңды етәкләп ашханаға юлланырға.