RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Илһам утығыҙ беҙҙе лә дәртләндерә

31.01.2014 Илһам утығыҙ беҙҙе лә дәртләндерә

(Әҙәби-мәҙәни бүлеккә килгән хаттарға күҙәтеү)
Аллаға шөкөр, һәр ваҡыттағыса, редакцияға хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙҙан хаттар ағымы туҡтамай. Оҙон ҡышҡы кистәр күптәрҙә илһам тыуҙыра икән, тимәк, күңелдәрҙә йылы усаҡ дөрләп яна. Сөнки был хаттарҙа һәр юл матур, яҡты хис-тойғоларға мансылған, ошо ҡарлы-буранлы көндәрҙә улар беҙгә лә йөрәк йылыһын өләшә.
Әҙәбиәтселәргә, ҡәләм тибрәтеүселәргә килгәндә, һуңғы ваҡытта яңы сыҡҡан әҫәр­ҙәргә, баҫылған китаптарға ҡарата рецензия жанрында яҙылған хаттар йышая. Бөрйән районынан Айнабад Аҡыева Лира Яҡшы­баеваның “Бөтәбеҙгә бер Ер шары” исемле повестар йыйынтығы хаҡында яҙып ебәргән. Был китап Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына бүләк кеүек ҡабул ителде, төп тема – экология һәм илһөйәрлек. Төп герой Рафиҡтың уй-кисерештәрен сағылдырған ошондай юлдар бар: “Тиҙҙән ахырызаман. Ерҙә тормош бөтәсәк”, – тип әҙәм аңын томаларға тырышҡан шарлатан аферистарҙың, дәлилдәр менән раҫланмаған хәбәр һөйләгән буш ҡыуыҡтар­ҙың өнөн тығырға теләй ул. Уларса, йәнәһе, йәһәннәмгә әйләнәсәк Ер шарын ниңә һаҡлап ыҙаланырға? Форсат барҙа типтереп йәшәп ҡалырға! Беҙҙән һуң, әйҙә, ерҙең аҫты-өҫкә әйләнеп, зил-зибәр ҡупһын, туфан баҫһын. Рафиҡтың ене һөймәй шундайҙарҙы. Бөгөн тәбиғәт ҡырыҫланды, Ер шары ярһый, иламһырай. Балаһынан мәрхәмәт көткән әсәләй аҙарына Ер планетаһы, бәлки, шуғалыр ҙа әле бер, әле икенсе урында ҡурҡыныс ғәрәсәттәр ҡуба. Боронғо дин әһелдәренән, аҡыл эйәләренән килгән инаныу бар: ҡайҙа боҙоҡлоҡ, аҙғынлыҡ – шунда экологик катастрофа. Тәбиғәткә вәхшиҙәрсә, ҡомһоҙ ҡараш, геноцид, артыҡ нәфсе – шулай уҡ кешелек донъяһын һәләкәткә илтеүсе фактор­ҙар. Шуны белә тороп беҙҙән миһырбанлыҡ, шәфҡәт көткән планетабыҙҙы һаҡлар­ға ашыҡмайбыҙ.
“Бөгөн Ер шарын һаҡлап ҡалыуҙа дин төп көс булып тора. Һыу ҡәҙере шишмә ҡороғас беленә, ти. Ер-әсәбеҙҙе фажиғәләрҙән һаҡлар өсөн бөтә донъя халҡы берләшәйек. Глобализация беҙгә, иң беренсе сиратта, планетабыҙҙы һаҡлау өсөн кәрәк. Ер шары бөтәбеҙ өсөн берәү – уны һаҡлайыҡ. Планетабыҙ мәңгелек булһын! Шуны хәстәрләйек, дуҫтар!” – тип сығыш яһай симпозиумда Рафиҡ.
А. Аҡыева беҙгә яҙған хатында Бөрйәндә Лира Яҡшыбаева ҡатнашлығында уҙған әҙәби кисә хаҡында ла телгә ала. Быға тиклем дин әһелдәре, арҙаҡлы шәхестәребеҙ тураһында публицистик мәҡәләләр, китаптар халыҡ күңелен яуламаны һәм ҡыҙыҡһыныу уята алманы. Лира Яҡшыбаева халыҡ яҙыусыһы исеме йөрөтмәһә лә, ысынында халыҡ уға күптән инде был исемде биргән, күңеле, йөрәге менән уны халыҡ әҙибәһе итеп нарыҡлаған, тип яҙа автор.
Ҡырмыҫҡалы районының Бишаул-Уңғар ауылынан Рим Исхаҡов үҙенең “Донъя көтөү сере нимәлә?” тигән хатында Ринат Камалдың “Һөйкөмлө һөйәк” романы хаҡында фекер йөрөтә. “Романдың жанры “йүнсел кеше хаҡында роман” тип билдәләнгән. Уҡыусы шунда уҡ йүнәлеш ала: әҫәрҙә баҙар иҡтисадының мөһим элементы булған йүнселлек проблемаһы күтәрелә”, – тип башлай һүҙен Яҙыусылар союзы ағзаһы Р. Исхаҡов. Бындай теманың әҙәбиәттә күтәрелеүе һис тә ғәжәп түгел, сөнки бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ йүнселлек менән бәйле. Тырыш, тәүәккәл, үткер эшҡыуарҙарға таяна торған заман килеүе, заман менән бергә атлаусы халҡыбыҙҙың уңған улдары һәм ҡыҙҙары йүнселлеген яҡтыртҡан әҫәрҙәр әленән-әле күренгеләй. Мәҫәлән, Флүр Ғәлимовтың “Яңы башҡорт” романы, Нажиә Игеҙйәнованың “Сатраш” повесы шундайҙарҙан, был исемлеккә Ринат Камалдың “Һөйкөмлө һөйәк” әҫәре лә өҫтәлде. Романдың төп геройҙары – ағалы-ҡустылы Ҡотлояровтарҙың тормошо, йәнәш ҡуйып, сағыштырып бәйән ителә. Ҡапма-ҡаршылыҡлы характерҙағы бер туғандар Инйәр һәм Рафиҡтың яҙмышы бер-береһенән ҡырҡа айырыла. Өлкәне аҡһөйәк, мал-тыуарға әүәҫлеге, хужалыҡта йүне юҡ. Шулай ҙа бик бәхетле, шыҡһыҙ ғына торлаҡта йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, был ғаиләлә күңел бөтөн, рух ныҡлы. Үҙен хәтерләгәндән алып ағаһына көнләшкән Рафиҡ ныҡышып донъя көтә – эшендә лә алдынғы, фатиры бына тигән, ғаиләһе туҡ – барыһы ла уңай бара, тик ғаилә ағзалары араһында йылылыҡ юҡ. Һөйәркәле булыу ҙа уны тынысландырмай. Совет иле ҡыйралғас, аҡһөйәктәр өсөн аяуһыҙ мәлдәр башлана. Инйәр менән Фәнисә бөгөлөп төшә, фәҡирлектә көн күрә. Ахыры килеп, Инйәр тормош һынауҙарына ҡыйыу ҡаршы торған, яңыса йәшәргә тиҙ өйрәнгән ҡустыһының хаҡ булыуын таный. “Һин – эш кешеһе, ә мин аҡһөйәк, буш хәбәр һөйләүсе! Минең юлым, ынтылыштарым берәүгә лә фәтүә бирмәне. Һинең тормош юлың хаҡ булып сыҡты”. Шул рәүешле ике туған араһындағы әллә ҡасандан барған тормош асылы хаҡындағы бәхәскә нөктә ҡуйыла һымаҡ. “Рафиҡ кеүек ныҡышмалдар, тырыштар, көнсөлдәр генә аяғында ныҡ баҫып, алға бара, шундайҙарҙы ғына бөгөн тормош үҙ итә”, – тип яҙа Рим Исхаҡов. Ринат Камалдың рухи ҡиммәттәргә ҡарағанда матди байлыҡты өҫтөн ҡуйыуы – авторҙың позицияһы. Шулай ҙа, совет иленең мөлкәтен бүлешеп алып бөтөүсе өлгөр ҡулдарға, үҙ халҡын хәстәрләй алмаған хөкүмәткә көнөбөҙ ҡалыуын уйлаһаҡ, күптәр яҙыусыға теләктәш булыр, тип тамамлай һүҙен Рим Исхаҡов.
Үҙҙәре хикәйә һәм шиғырҙар ижад иткән гәзит уҡыусыларыбыҙ тураһында ла телгә алып китмәү яҙыҡ булыр. Әбйәлил районынан Нәрисә Уйылданова “Ҡар бөртөктәре” нәҫерендә ҡар бөртөктәренең яҙмышын кеше яҙмышы менән сағыштыра. “Юлдарға көрт булып өйөлгән ҡар бөртөктәренә тик кенә ятырға форсат булманы. Ыжғыр бурандан да яманыраҡ үкереп, имәнес ҙур тимер аттар, һә тигәнсе, уларҙы уҡмаштырып ситкә этәреп һалды. Әйтерһең, ҡарҙың был ерҙә һис кенә кәрәге юҡ. Юл ситендә урын алғас, бер туҡтауһыҙ үткән тимер аттарҙан сыҡҡан һаҫыҡ еҫкә өйрәнә алмай сәсәп тонсоҡтолар, ҡарайышып, ағыулы еҫ һуланылар. Ҡар бөртөктәре ғәжәпкә ҡалды был ерҙәге тормош­ҡа – кемдер әсе яҙмышына зарланып, ыҙа сигеп йәшәһә, бер ниндәй михнәт күрмәй, һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек типтереп ғүмер итеүселәр ҙә бар. Иң мөһиме, ҡар бөртөгөләй саф күңел насип итһен бәндәгә, улар менән бергә бәхет, шатлыҡтар яуһын!”
Тоҡ-тоҡ итеп шиғри күстәнәстәр ебәргән Гөлмирә Бикбулатова, Гөлназ Хәсәнова, Бәхтейәр (Өфө), Гүзәл Хәйретдинова (Әлшәй), Нуриҙә Илһамова (Әбйәлил) берсә талғын, берсә ярһыу хис-тойғолар тулҡынында тирбәлә. Уларҙы бер аҙ семәрләп, төҙәтеп еткерергә лә булыр ине, үкенескә күрә, гәзит биттәрендә урын самалыраҡ шул. Нисек кенә булмаһын, шиғырҙарҙың “иң-иң”дәрен һайлап, яҡын арала баҫтырырға тырышырбыҙ.
Өфө ҡалаһынан философия фәндәре кандидаты Гүзәл Вилданова Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҙур аншлаг менән барған “Бәхет хаҡы” (Х. Мөҙәрисова) спектаклен ҡарағандан һуң тыуған уйҙары менән уртаҡлаша. “Бәхетле булыр өсөн кемделер бәхетле итергә кәрәк. Бәхет хаҡы бына ошо”, – тигән фекергә килә фәйләсүф. Ә “Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәгенең методисы Лилиә Ишбаева, матурлыҡҡа ғашиҡ, йәнтөйәген биҙәп йәшәгән ғаиләләр булыуы – оло бәхет, ти. Ул Темәс ауылының уңған ғаиләһе Миңһылыу һәм Илгиз Әхмәровтарҙың “Ҡаҙ өмәһе”н бәйән итә. Байрамға бигерәк тә йәш быуындың күпләп килеүенә ҡыуана автор.
Йәштәргә йолаларыбыҙҙы еткереү изге эш, әлбиттә, ә бына уларҙы компьютер-телевизорҙан айырып алып булмаһа, нишләргә? Өфө ҡалаһынан хеҙмәт ветераны Йәүҙәт Әхтәмов Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙған сараларға йәш егет-ҡыҙҙарҙың бик аҙ йөрөүенә бошона. Бәлки, совет заманындағы кеүек, тамашаларға саҡырыу ҡағыҙҙарын “разнарядка” буйынса өләшергәлер, тигән тәҡдим менән сығыш яһай.
Ике яҡты тоташтырып, дуҫлыҡ күперен һуҙыусы хаттар килеп торһон ул, “Йәшлек”кә яҙылығыҙ, яҙығыҙ, уҡығыҙ, дуҫтар! Артабан да берҙәм һәм бергә булайыҡ!

Лилиә ХӘЛИТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)