31.01.2014 «Ғорурлығым йәшәр – Атайымдан, Изгелегем йәшәр – Әсәйемдән…»
Аҡ миҙгел
Беҙме һиңә килдек, һинме беҙгә,
Осрашырға миҙгел сатында?
Икһеҙ-сикһеҙ зәңгәр
бейеклектән
Ергә төштөң аҡбуҙ атыңда.
Эҙҙәреңдән яуа ап-аҡ ҡарҙар,
Аҡ төш күрә талғын Ағиҙел.
Ҡояштары һүнгән күңелдәрҙе
Яҡтыртһасы һинең был миҙгел.
Бер миҙгелгә генә күңелемде
Һыуытһасы һинең һалҡының.
Һиндә генә туңып ҡалһа икән
Хәсрәттәре Рәсәй халҡының!
Хыялдарын юғалтмаған халыҡ
Йәшәй әле Рәсәй илендә.
Йыртҡыстар ҙа һөйләшерҙәр әле
Киләсәктә кеше телендә.
Рәхмәт һиңә, миҙгел –
аҡ миҙгелем,
Һәр кем күрә бөгөн үҙ көнөн.
Киләсәктә, айырым-айырым
түгел,
Бергә күрһәк ине Ил йүнен!
Башҡорт илен
Хоҙай онотмаҫ
Башҡортостан беҙҙе онотмаһа,
Башҡорт илен Хоҙай онотмаҫ –
Бер ниндәй көс беҙҙе еңә алмаҫ,
Бер ниндәй көс илде ҡоротмаҫ!
Беҙ йәшәрбеҙ Урал ҡуйынында,
Тәбиғәткә көс һәм һут биреп,
Бик борондан йәнде йылытыусы
Рухи көскә яңы ҡот үреп.
Хоҙай сикһеҙ ғүмер биргәндә лә,
Беҙ туймабыҙ бында йәшәүҙән.
Ғорурлығым йәшәр – Атайымдан,
Изгелегем йәшәр – Әсәйҙән.
Ят сабыйҙар
булмай донъяла!
Был болғансыҡ, шикле заманала
Ғәзиз балаларҙың һөйөүенән
Ҡәҙерлерәк нимә бар икән!
Заман заңын тыуҙырыусыларҙың
(Уларҙың да балалары бар бит!)
Күңелдәре ниңә тар икән?
Донъяла бит ят сабыйҙар булмай,
Балаһыҙҙар, туңмаһа ла, уңмай,
Сабый бала берҙәй ҡәҙерле.
Бала ташлап ҡасҡан ҡатын бар,
Бала урлап һатҡан яуыздар бар,
Ник сабыйҙар һаман йәберле?!
Ә хөкүмәт илдә нимә өсөн,
Беҙ һайлаған батша кемдәр өсөн,
Балаларҙы яҡлай алмағас?
Ҡырауҙарҙан һуғылып,
Алланыңмы,
Хөкүмәттең фатихаһынанмы,
Алмаларын бирә алмағас?..
Заманыбыҙ хәтәр йылға...
Тешһеҙ тырма менән осһоҙ
һәнәк,
Үтмәҫ балта фәҡир ҡулында.
Урмандарға, яландарға сыҡһа,
Сик ҡуйылған барыр юлында.
Аҡса өсөн генә юлдар асыҡ,
Уны ҡайҙа эшләп алырға,
Ил байлығын килмешәктәр һауа,
Ярлыларға кемде һауырға?
Депутаттар, теләмәһәләр ҙә,
Олигархтың көйөн көйләйҙәр.
Фәҡирҙәрҙең башы күптән
ҡатҡан,
Кемде һайларға ла белмәйҙәр...
Тапҡан малың хәләл түгел икән,
Байлыҡтың да була бер сиге.
Аҡылың да ташлап китә икән,
Һин байлыҡтың тик бер киртеге.
Ҡыҙғаныс та, ҡыҙыҡ та был
донъя,
Нимә генә кеше ҡыланмай!
Заманабыҙ шундай хәтәр йылға,
Йөҙөп булмай унда сыланмай.
Әгәр миңә
ышанмаһаң...
Берәү яҡтылыҡты күрмәй,
Берәү – ҡараңғылыҡты.
Шуға тормош хәтерләтә
Ҡуйы ҡара болотто.
Һин дә шунда, мин дә шунда,
Иркәләмәй һауабыҙ...
Шуға йәшнәп күкрәйбеҙ ҙә
Ер ҡуйынына ауабыҙ.
Изгелектең, игелектең
Мәңгелеген дә беләм.
Әгәр миңә ышанмаһаң,
Һөйләш күңелем менән.
Ә йөрәктәр һаман яна...
Байконур полковниктары
Харис Сәғитов, Рим Ғәскәров,
майор Азамат Ғәбдиновтарға
Йәшәү яҙмыш микән?
Ә бит тормош
Нисек кенә беҙҙе иләмәй!
Тик йөрәктәр тормош иләүенә
Бирешергә һис тә теләмәй.
Моғайын да, йәшәү яҙмыштыр ул
Хоҙай тарафынан көйләнгән,
Үткән көндәр бөгөнгөһө менән
Киләсәккә барып бәйләнгән.
Өндәребеҙ проза йүнле булғас,
Төштәребеҙ ниндәй йәнлеләр,
Ғүмер буйы йөрәк, ил, тип яна,
Моңдарыбыҙ шуға сәмлелер.
Беҙҙең баштар ниндәй
тетрәнеүҙәр,
Ниндәй уттар аша үтмәгән!
Ә йөрәктәр һаман яна бирә,
Улар өсөн йәшәү етмәгән,
Бирәсәк тә, тимәк, бөтмәгән.
Бәхетемде күргән инем
Ваҡыт сиктәренең аръяғында
Осоп йөрөй минең бәхетем.
Бер саҡ ошо алсаҡ, көләс бәхет
Ҡаршы алыр әле шәхесен.
Күптәр өсөн уртаҡ был бәхетте
Төҫмөрләйем һаман аңымда.
Мин бит уны күргәйнем инде,
Күргән инем бала сағымда
Атай менән әсәй ҡуйынында,
Тыуған йортта, тыуған яҡтарҙа,
Күбәләктәй генә сабый йәнем
Иркәләнеп осҡан саҡтарҙа...
Зөфәр ВӘЛИТ.