RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Ҡытай-город” әҫәрен һәр башҡорт уҡыһын ине

31.01.2014 “Ҡытай-город” әҫәрен һәр башҡорт уҡыһын ине

йәки яҙыусы Әмир Әминевтың повесть-иҫкәртеүе уйлыны һиҫкәндермәй ҡалмай
Әмир Әминевтың “Ҡытай-город” әҫәре бик оҡшаны! Сибайҙа йәшәгән дәүерҙә (1998 йылда), универмагты фәлән-фәлән кеше һатып ала, тигән һүҙгә ышанмай торғайныҡ, “Кит, булмаҫ!” – тинек. Әлеге повесть геройҙары һымаҡ... Байтаҡ йыл наҙанлыҡта, тома һуҡыр булып йәшәгәнбеҙ икән. Тора-бара магазиндар, ит комбинаттары, ысынлап та, һатылды... Үҙгәртеп ҡороу 90-сы йылдарҙа башлан­ғайны, ә беҙҙең башҡа уның эҙемтәләре бына нисә йыл үткәс кенә килеп етте, хәҙер инде үҙебеҙ шул ваҡиғаларҙың геройҙары булғас ҡына аңланыҡ! Дә... Үәт ҡыҙыҡ булыр ине ошо “Ҡытай-город” повесы шул дәүерҙә сыҡһа! Әмир Әминев фантастика яҙған, тиер инек! Ә хәҙер ошо яҙғандарҙы тулыһынса үҙ башыбыҙҙан кисерәбеҙ түгелме ни?
Эйе, “ҡытайҙар һуғышһыҙ-ниһеҙ генә тотош донъяны баҫып алып бара...” Хәйер, был турала хәҙер бөтә донъя белә. Ҡайҙа ҡарама – ҡытайҙар! Италияла улар тотош ҡалаларҙы һатып алырға самалай... Был йәһәттән авторҙың саң ҡағыуы бик урынлы, тотош бер ауылды ҡытайҙар һатып алыуы һәм уның аҙаҡтан ысынбарлыҡҡа әүерелеүе лә ихтимал!
Перестройка, перестройка, тип Горбачев саң ҡаға ине, бына хәҙер беләбеҙ... Ауыл халҡының бер ҡатлы һорауҙары ла бик урынлы бирелә. Был инде үҙгәртеп ҡороу һәм халыҡтың уға әҙер түгеллеген дәлилләй. “Юҡ, үҙегеҙ эшләй алмай­һығыҙ. Эшләр булһағыҙ, быға тиклем эшләр инегеҙ инде. Һеҙ – икенсе формация кешеләре, һеҙҙә ҡулланыусы психологияһы, ергә булған мөнәсәбәтегеҙҙе бер нисек тә үҙгәртеп булмай. Уны үҙгәртеү өсөн хәҙер эволюция түгел, революция кәрәк”, – ти повеста министр урынбаҫары. Хаҡ һүҙҙәр! Бер яҡтан, ил, тел, ер мәсьәләһе күтәрелһә, икенсе яҡтан, ерле халыҡтың менталитеты ныҡ түбән кимәлдә булыуы, бигерәк тә колхоз-совхоздар тарҡалғас, ябай ауыл кешеләренең күктән көтөп ятыуы, булдыҡһыҙлығы тәнҡитләнә. Мәҫәлән, Герма­ниянан автобус менән Рәсәйгә ҡайтҡанда, Белоруссия ере аша үттем. Ялан-ҡырҙарҙа көтөү-көтөү мал йөрөй, төҙөк мал ҡуралары тирәләй йәш быҙауҙар көйшәнә, һарыҡтар, малдар ята, йәиһә ҡаҙҙар ҡаңғылдаша, ә ап-аҡ эзбизгә буялған таш фермалар әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Ташландыҡ ятҡан бер генә ферма ла, ҡый баҫҡан бер генә ялан-баҫыу ҙа күҙгә салынманы! Ә Рәсәй киңлектәренә килеп ингәйнек, ҡайҙа ҡарама – хужаһыҙлыҡ!
Повеста ҡапма-ҡаршылыҡлы фе­керләүҙәр көслө. Колхоз рәйесе, район хакимиәте башлығы, ми­нистр урынбаҫары йәиһә юғарыла ултырғандарға ҡаршы ябай ауыл кешеләре Фәйзулла ҡарт, сөгөлдөрсө Нәғимәнең бәхәстәре ҡапма-ҡаршы ҡуйылып, ваҡиғаны үҫтерә, бәхәсте ҡуйырта. Колхоздың артта ҡалыуында булдыҡһыҙ бригадир ҙа, өркәк баш зоотехник та ҙур роль уйнай. Автор Фәйзулла ҡарт теле менән ергә, илгә, телгә үҙ мөнәсәбәтен сағылдыра. Был күпте күргән ағайҙың телмәрендә халыҡ мәҡәлдәре ҡулланыла. Ә халыҡ мәҡәлдәре – ул хаҡлыҡ, дөрөҫлөк. “Ерен һатҡан – илен һатҡан. Тел ауылда ғына һаҡлана, ә ҡалала бөтә. Ә тел бөткәс, милләт бөтөүгә бер аҙым, – ти Фәйзулла ҡарт. – Башҡорт элек-электән ергә йәбешеп ятҡан халыҡ...”
Әммә тормош дауам итә, алға бара. Ауыл халҡы ҡалаға күсеп китә, ә сөгөлдөр баҫыуындағы ЗИЛ машинаһы өҫтөнә һалам өйөлгән көйө яланда ултырып ҡала. Шулай итеп, ҡытайҙар ауылды һуғышһыҙ-ниһеҙ баҫып ала. Экспансия тип атала был. Ярты йылдан һуң “Алға” колхозы ауылы кешеләре тыуған яҡтарына юл тота һәм үҙ ауылын танымай. Ҡытай-город! Өп-өр яңы ҡала үҫеп сыҡҡан! Бысраҡ юлдарға асфальт түшәлгән, ашламаның нимә икәнлеген белмәгән баҫыу­ҙарға көҙҙән минераль ашлама индерелгән, өр-яңы йорттар төҙөлгән! “Йә, Хоҙай! Был ҡәҙәрҙе нисек төҙөмәк кәрәк? Күктән төшкән берәй НЛО төҙөгәндер... – Әйттем бит, улар беҙ түгел, тип, улар икенсе маймылдан яһалған халыҡ, тип. Уларҙың менталитеты башҡа...” Был сағыштырыуҙар беҙҙең халыҡты алға, ҡытайҙар кеүек егәрлелеккә өндәгән дә кеүек.
“Ҡытай-город” илебеҙҙә үҙгәртеп ҡороу тип аталған тотош 20 йылда барған үҙгәрештәрҙе сағылдыра, кешенең менталитетын, шул осорҙа ерле халыҡтың ниндәй уй-кисерештәр менән йәшәгәнлеген тасуирлай. Был повесть, беҙҙең дәүер үтеп киткәс тә, яланда ултырып ҡалған ЗИЛ кеүек, киләһе быуындарға беҙҙең тормошто һөйләп, ошо дәүерҙә булған ваҡи­ғалар­ҙы иҫкәртеп, тере һәйкәл булып ҡаласаҡ.

Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА.
Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)