RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мостай Кәрим: Фекерҙәр һәм афоризмдар

24.01.2014 Мостай Кәрим: Фекерҙәр һәм афоризмдар

Ағас ҡорота күҙҙең яманы.
(“Күҙҙәремә ҡара”).
* * *
Ағас ҡурпыламаһа, урман ҡорой, кеше ҡурпыламаһа, тоҡом ҡорой.
(“Йырланмаған йыр”).
* * *
Аҙғын эш арытмай, яҙыҡ эш ялҡытмай.
(“Көндәлектәр”. 30. XI. 1993).
* * *
Азатлыҡ һәм хәҡиҡәт өсөн көрәшкән халыҡтан да өҫтөн көс юҡ.
(“Һуғыш һәм хыял” көндәлеге).
* * *
Ай кеүек тыуһаң ине лә,
Ай кеүек тулһаң ине,
Ә һүнгәндә, йондоҙ һымаҡ,
Ҡапыл атылһаң ине.
(“Ай кеүек тыуһаң ине лә...”).
* * *
Айға менһәң, үрә һикермәй тор,
Ҡояш бар бит айҙан юғары.
Түрҙән төшһәң, “гүргә төштөм”
тимә,
Унан сыҡҡан әҙәм юҡ әле.
(“Үҙемә әйткән һүҙ”).
* * *
Айырылыу юҡ һөйгән йөрәктәргә,
Беҙ ҡауыша алмаҫ ара юҡ,
Һағыныу бар, ләкин күңелдәрҙә
Әрнеп торған утлы яра юҡ.
(“Айырылыу юҡ”).
* * *
Айыу тиреһенә баҫып йөрөү өсөн үҙеңә айыу үлтереү шарт түгел бит әле...
(“Айгөл иле”).
* * *
Айыу үкереп, тауҙы емермәҫ.
(“Гөлзифа”).
* * *
Аҡ ҡағыҙға күндәм ҡара ҡәләм
Яҙмай ниҙәр.
Шуға күрә: “Ҡағыҙ бөтәһенә
Түҙә”, – тиҙәр.
(“Ап-аҡ ҡағыҙ һалдым мин алдыма...”).
* * *
Аҡса булмаһа, ул бөтмәй.
(“Көндәлектәр”. 1. VI. 2001).
* * *
Аҡса ла юҡ, намыҫ та бар.
(“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”).
* * *
Аҡсаға мохтаж дуҫың һинән һорамаһа ла, үҙең белеп биреү кәрәк. Кәңәшкә мохтаж кешегә һорамағанда кәңәш биреү кәрәкмәй. Һорамай биргән кәңәште күп әҙәм ҡабул итмәй, киреһенсә, хәтере ҡала. Йәнәһе, ул үҙе бөтәһен дә белә. Бигерәк тә ҙур түрәләргә был оҡшамай. Хәҙер берәүгә лә аҡыл бирергә атлығып бармайым.
(“Көндәлектәр”. 20. IX. 1997).
* * *
Аҡыл тулай, тел өндәшмәй.
(“Ярлыҡау”).
* * *
Аҡыл, тәүбәгә көн ҡалғас...
Шашмаҫҡа ине тәүҙә.
(“Мөхәббәт йырын һипләмә...”).
* * *
Аҡылды кәрәк саҡта йәшереп була, ахмаҡлыҡты ғына йәшереп булмай.
(“Көндәлектәр”. 6. III. 1982).
* * *
Аҡылды ҡапшап тикшереп булмай. (“Диктаторға ат бирегеҙ!”).
* * *
Аҡыллы һүҙ үтә һирәк булыр,
Шуға ла бик-бик кәрәк булыр.
Ахмаҡ һүҙҙең уның күп күләме –
Гүйә сәсмәй үҫкән сүп үләне.
(“Боронғоларға эйәреп...”).
* * *
Аҡыллыға серем систем:
Үҙе теләп
Улы итте;
Бер ахмаҡҡа серем систем –
Теләмәҫтән
Ҡоло итте.
(“Аҡыллыға серем систем...”).

Рубриканы Факил Мырҙаҡаев алып бара.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)