17.01.2014 Һүҙ зәхмәте
Һүҙҙән башҡа байлығым юҡ
минең. Уныһы ла
үҙемдеке түгел. Халыҡтың
һүҙ ҡаҙнаһынан алып, һаҡлыҡ менән, самалап ҡына тотонам. Һүҙ зәхмәтенән башҡа
зәхмәт ҡағылманы миңә.
Әйтәйек, мал зәхмәте...
Мостай Кәрим.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадын афоризмдарһыҙ күҙ алдына килтереү ҡыйын. Ҡайһы ғына әҫәрен алма, ул шиғыр, поэма, драма, повесть, хикәйә, көндәлектәр булһынмы, тапҡыр, ҡанатлы һүҙҙәр балҡылдап ята.
Ҙур урманда ҡарға булғансы,
Бер ҡыуаҡта былбыл булһаңсы.
(“Нанай яҙыусыһы Ходжерға” шиғырынан).
Кемдең күңеле тар, шул кеше
Һөйөнә белмәҫ,
Кемдең күңеле таш, ул кеше
Көйөнә белмәҫ.
(“Декабрь йыры” поэмаһынан).
Йырланмаған йыр – йыр түгел, әйтелмәгән мөхәббәт – мөхәббәт түгел.
(“Йырланмаған йыр”
драмаһынан).
Ҡайһы ваҡыт кескәй хәҡиҡәт хаҡында ныҡышыу оло фажиғәләргә килтерә.
(“Ярлыҡау” повесынан).
Һөнәрҙең ҙуры, бәләкәйе юҡ.
(“Йәләлетдин атай” хикәйәһенән).
Әҙәбиәт ул – милләттең рухи дәүләте.
(“Көндәлектәр”ҙән).
М. Кәрим афоризмдарының тематикаһы ифрат киң. Улар “Фәһемле фекерҙәр донъяһында” йыйынтыҡтарына (Китап: 2003; Планета: 2010, төҙөүсеһе – Ф. С. Мырҙаҡаев) йөҙгә яҡын тема буйынса индерелгән. Автор тормош һәм йәшәйеш, кешенең рухи донъяһы тураһында уйлана, үҙенең ғүмерен арнаған әҙәбиәтте лә ситләтеп үтмәй.
Афоризм (грекса aphorismos – ҡыҫҡаса әйтем, тапҡыр һүҙ) – ғибрәт, фәһем алырлыҡ тәрән мәғәнә һалынған, дөйөмләштерелгән, аҙ һүҙле фекер.
Академик Ғайса Хөсәйенов билдәләүенсә, “Афоризм, ғәҙәттә, бер йәки бер-ике ыҡсым һөйләмдән торған сәсмә (проза) йәки икенән алып дүрт (ҡай саҡ күберәк тә) юлға тиклем теҙмә (шиғыр) формаһында була. Тапҡыр диалогик юлдар осраштырғылай”. Ошо күҙлектән ҡарағанда, М. Кәрим афоризмдары араһында, шиғыр-поэмаларҙан сүпләп алынғандарын иҫәпләмәгәндә, ике юллыҡтар әллә ни күп түгел, дүрт юллыҡтар тиҫтәгә лә тулмай.
Хаким теле алдашмаҫ,
Палач ҡулы шаярмаҫ.
(“Көндәлектәр”. 27. V. 1996).
Ай кеүек тыуһаң ине лә
Ай кеүек тулһаң ине,
Ә һүнгәндә, йондоҙ һымаҡ,
Ҡапыл атылһаң ине.
(“Ай кеүек тыуһаң ине лә...”).
– Ҡайғың ауыр, әммә иламайһың,
Һинең кеүек түҙем ир һирәк.
– Иламауым сабырлыҡтан түгел,
Иларға ла, дуҫым, көс кәрәк.
(“Көндәлектәр”. 25. XII. 2002).
Сәсмә (проза) формаһындағы афоризмдар, нигеҙҙә, ҡыҫҡа ғына бер һөйләмдән ғибәрәт, өс-дүрт һөйләмлеләре лә бар, һирәкләп ярты биткә еткәндәренә лә тап булаһың.
Ватанһыҙ була ҡолдар ғына.
(“Уйҙар”).
Көсөмдән, һәләтемдән килгәнсә, бөтә нәмәгә мин кешеләрҙән өйрәндем, уларҙан һабаҡ алдым. Әсәйем – тәпәй баҫырға, Мортаза ағайым – һыбай йөрөргә, Ҡорбанғәле малайы Мөхәррәм – сабата үрергә, шул уҡ Мортаза ағайым – уҡырға, аҡ ҡағыҙға беренсе хәрефтәрҙе төшөрөргә, һалдаттар – сабыр, сыҙам булырға, Туҡай менән Пушкин хәлдә барынса шиғырҙар яҙырға өйрәтте мине. Сәйфи Ҡудаш һәм Николай Рыленков, Рәсүл Ғамзатов һәм Михаил Дудин, Ҡайсын Кулиев һәм Назар Нәжми кеүек ҡорҙаш, замандаш шағирҙар менән оҙаҡ йылдарға һуҙылған дуҫлығым мине тәүәккәл һәм баҫалҡы, шәфҡәтле һәм тынғыһыҙ, ниәтемдә ғәҙел һәм эшләгән эшемдә тоғро булырға өйрәтте һәм өйрәтә. Ҡатыным Раузанан йыйнаҡ, егәрле булырға ваҡыт-ваҡыт һабаҡ алам. Беҙҙә үҙ ҡатыныңдың яҡшылығы тураһында эстән генә уйлау ғәҙәткә ингән. Шулай ҙа – өлөшөмә төшкән маҡтау һәм бүләктәрҙән өлөшһөҙ ҡалып, сирек быуат буйына иңемә төшкән бөтә ауырлыҡтарҙы, бөтә мәшәҡәттәрҙе уртаҡлашыусы ҡатынымдың исемен, ата-бабалар йолаһын боҙоп булһа ла, маҡтап телгә алырға баҙнат итәм.
(“Тормош сәхифәләренән”).
М. Кәримдең афоризмдары араһында теоретик һәм практик йүнәлеше менән айырылып тороусы сентенциялар һәм максималар бар. Улар яраштырыуҙы йәки башҡарыуҙы талап итә, һығымтаға йәки бойороуға эйә. Гномалар менән хриялар ҙа юҡ түгел.
Сентенция, нигеҙҙә, әхлаҡи йөкмәткеле, белдереү, әйтеү йәки бойороу формаһында була:
Бер бушлыҡ менән икенсе бушлыҡты тултырып булмай.
(“Мөғжизәләр”).
Ғашиҡтар, һеҙгә өндәшәм –
Юҡ-барға йән ҡыйнашмағыҙ.
Боҙолошоу – сирек әжәл.
Әжәл менән һынашмағыҙ.
(“Ғашиҡтар, һеҙгә өндәшәм...”).
Максима – сентенцияның бер төрө, ул да әхлаҡи йөмәткеле, ғәҙәттә, үтәүҙе талап итә йәки өгөт-нәсихәтте белдерә.
Бер эште алла ике ҡабат эшләмәй.
(“Ярлыҡау”).
Кеше ҡулы менән кеше туҡмама.
(“Шаһит менән Сания”).
Гнома – шиғри юлдар менән өгөт-нәсихәт биреү:
Йылдар иркен, тип үк төкөрмәгеҙ
Үҙегеҙ ҡашыҡ һуҙған табаҡҡа.
(“Торналар ҡайтҡанда”).
Йылын түгел, хатта айын,
Аҙнаһын
Һөйгәнеңдән һуң йәшәргә
Яҙмаһын.
(“Дуҫҡа теләктәр”).
Хрия – авторҙың үҙ фекерен биографияһына бәйләп йәки мәҙәк хәлдәр аша әйтеүе:
– Өҙөлгән үгеҙ ҡойроғо төҙәләме, Оло инәйем?
– Төҙәлә. Бөтәһе лә төҙәлә. Тик өҙөлгән өмөт менән ҡалған хәтер генә төҙәлмәй.
(“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”).
Афоризмдарҙың стилистик алымдарын ҡарар алдынан, композиция үҙенсәлектәре хаҡында бер нисә һүҙ. Ул, ҡағиҙә булараҡ, ике өлөштән ойошҡан: тәүгеһендә ниндәй ҙә булһа күренеш йәки төшөнсә бирелә, икенсеһендә уның мәғәнәһе асыла.
Тере саҡта бөтә кеше лә йәшәй, донъя ҡуйғас, яҡшылар ғына иҫән ҡала.
(“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”).
Һаулыҡ һаҡлау министрҙары килә лә китә, ә сирҙәр тороп ҡала.
(“Көндәлектәр”. 11. VI. 2001).
Әҫәрҙәрҙә парадоксаллеккә – көтөлмәгәнлеккә нигеҙләнгән афоризмдар ҙа осрай:
Ҡайғы иһә беҙҙән һорап килмәй,
Үкенестәрҙе үҙебеҙ эшләйбеҙ.
(“Сал сәстәрем”).
Халыҡ шағиры стилистик алымдарҙан антитеза, йәнәшәлек (параллелизм) һәм хиазмды ҡуллана, риторик һорау, градация, анафора, эпифора, эпанастрофа ла осрай.
Антитеза – хис-тойғоноң тәьҫир көсөн арттырыу өсөн төшөнсәләрҙе һәм образдарҙы ҡапма-ҡаршы ҡуйыу:
Йөрәк әрнегәндә, бармаҡ һыҙлау
Онотола икән.
(“Салауат”).
Йәнәшәлек – берҙәм, сағыу образ тыуҙырыусы ике төрлө фекер:
Йәшәү менән үлем икеһе лә тиң хоҡуҡлы. Ләкин икенсеһе тураһында һүҙ барғанда беренсеһенең ҡәҙере, ҡыуанысы, мәғәнәһе раҫлана.
(“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”).
Хиазм – сатраш килгән һүҙҙәрҙе ҡапма-ҡаршы ҡуйыу:
Залимды золом тыуҙыра,
Золомдо залим ҡыла.
(“Ташлама утты, Прометей!”).
Риторик һорауҙа яуап талап ителмәй, ул афоризмды күтәренке, ялҡынлы рух менән һуғара:
Һин дә алтын булһаң, мин дә алтын булһам, ул алтындың ни ҡәҙере ҡалыр ине?
(“Ярлыҡау”).
Градацияла бер-бер артлы килгән оҡшаш һүҙ фекерҙең мәғәнәүи әһәмиәтен көсәйтә:
Замана – кешеләр. Замана – беҙ. Беҙҙең йөҙ – замана йөҙө. Киреһенсә түгел.
(“Ауыл адвокаттары”).
Анафора – һөйләм башында йәки эсендә бер үк һүҙҙәрҙең ҡабатланыуы, ул афоризмдың тәьҫир көсөн арттыра:
Һиңә яҡшылыҡ ҡылмаған һәр берәүҙе – яуызға, һиңә өндәшмәгәнде – телһеҙгә, һиңә ҡул бирмәгәнде – ҡулһыҙға, һине шәйләмәгәнде һуҡырға иҫәпләргә ярамай.
(“Ғүмер миҙгелдәре”).
Эпифора – юлдар аҙағындағы һүҙҙең ҡабатланыуы, анафоранан әллә ни айырылмай:
Уйҙарымдың йомғағы һин,
Көндәремдең йомаһы һин,
Сауабым һин, гонаһым һин,
Яҙмышымдың йомағы һин.
(“Уйҙарымдың йомғағы һин...”).
Эпанастрофа – шиғыр юлының алдағы юлдың аҙағындағы һүҙҙәр менән башланыуы:
Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн –
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!
(“Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!”).
Стилистик алымдар һәм уларҙың төрлөсә ярашыуы афоризмдарҙың фәлсәфи асылын, тормошсанлығын, халыҡсанлығын раҫлай. Улар шулай уҡ был жанрға ғына хас юғары стилгә өлгәшергә булыша. М. Кәрим бындай афоризмдары менән үҙен тормошто тәрән белгән аҡыл эйәһе тип танытты.
Ҡанат йәйгән
Самаһыҙ ҙур
Ҡояшҡа оҡшай Урал тауы.
Ә Европа менән Азия
Уның талмаҫ
Ҡанаттары!
(“Европа – Азия”).
Кешеләр тауҙар шикелле –
Бейек булған һайын
Тормоштары бәхәслерәк,
Яҙмыштары ҡыйын.
(“Тауҙар”).
М. Кәрим әҙәбиәтебеҙҙе йыйнаҡ, шул уҡ ваҡытта тәрән фәлсәфи уйланыуҙарға, дөйөмләштереүҙәргә бай афоризмдар менән тулыландырҙы. Был фәһемле фекерҙәрҙең ҡиммәте шунда: улар тормошсан, еңел хәтерҙә ҡала, тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Уларҙан һәр кем, бигерәк тә йәштәр, үҙен ҡыҙыҡһындырған теге йәки был һорауға яуап таба ала.
Йыйыусыһы, рубриканы алып барыусы – яҙыусы һәм журналист Факил Мырҙаҡаев.
РЕДАКЦИЯНАН. Быйыл күп яҡлы талант эйәһе Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тула. Ошо уңай менән “Йәшлек” үҙ уҡыусыларына киләһе һандан башлап әҙиптең әҫәрҙәренән алынған фекерҙәрен һәм афоризмдарын тәҡдим итә. Улар алфавит буйынса бирелә, өҙөктән һуң йәйәләр эсендә курсив менән уның ҡайһы әҫәрҙән икәнлеге күрһәтелә. Афоризмдарҙың бер өлөшө русса булыуына ғәжәпләнергә ярамай, сөнки М. Кәрим “Притча о трех братьях” китабын, ҡайһы бер мәҡәләләрен, иҫтәлектәрен ошо телдә яҙған. Русса яҙмалар “Көндәлектәр”ҙә лә осрар.
Уҡыусыларға шул да мәғлүм булһын: башҡа яҙыусылар кеүек үк, Мостай Кәрим дә афоризмдар ижад итеү менән махсус шөғөлләнмәгән, улар яҙыу барышында үҙенән-үҙе килеп тыуған.