27.12.2013 Башҡорт иле мәңге тартыр
Минһеҙ бер саҡ төн ауышыр,
Атыр таңдар, көндәр балҡыр.
Бөтә ер йөҙөн йылытып,
Йәнә, йәнә ҡояш ҡалҡыр.
Сығыр болот, күкрәр күгем,
Сартлап-сыртлап йәшен атыр.
Сафландырып донъябыҙҙы
Тупылдатып ямғыр яуыр.
Йәшелләнер ҡайындарым,
Хуш еҫ бөркөр муйылдарым.
Тәндәрендә йәне барҙар
Һағынырҙар туғандарын.
Һандуғасым, эй, түгелер,
Тирә-йүнде моңға күмер.
Үлеп ғашиҡ мең үлер ҙә
Һөйөү өсөн мең терелер.
Ҡауышҡандар бәхет табыр,
Түлләнеп тә нәҫел йәйер.
Бала-саға уйнар, көлөр.
Йәншишмәләр сихәт бирер.
Тыуаларға, тыуарҙарға
Уралҡайым йәннәт булыр.
Йәнем үлмәҫ, йәнем баҙлар,
Осоп тағы шунда ҡайтыр,
Башҡорт иле мәңге тартыр.