RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Йөрәгем тибеп туҡтағансы Ошо ергә уҡталыр»

13.12.2013 «Йөрәгем тибеп туҡтағансы Ошо ергә уҡталыр»

Башҡортостан йәштәре

Илдең имен киләсәге,
Терәк булыр эштәре
һеҙҙең яҙмышта, булмышта,
Башҡортостан йәштәре!

Ҡағылмаһын илгә афәт,
Янъял елдәре иҫеп.
Сапмаһын баҙар балтаһы
Йәш тамырҙарҙы киҫеп.
Терелһен ҡыйралған өмөт,
Яңынан ҡанат үҫеп.
Йөрөмәһен йәштәребеҙ
Хәсрәт даръяһы кисеп.
Вуздарҙан ваздар кисеп,
Алдаҡ ағыуҙар эсеп.

Милләт һеҙгә ҡарап тора,
Тоғро ҡыҙҙар, егеттәр,
һаҡланһындар аманаттар,
Аҡланһындар өмөттәр.

Башҡортостан йәштәренең
Ил, тел тип көрәшкәнен
Көн дә күреп,
Күҙҙәремә
Тулһын шатлыҡ йәштәре.

Беҙ ҙә һеҙҙең йәштә инек,
Беҙҙең йәшкә етегеҙ.
Тырыштыҡ, булды уңыштар,
Ә һеҙ уҙып китегеҙ.

* * *
Был ҡәләмем минең һуңғы
ҡәләмем,
Был сәләмем минең һуңғы
сәләмем.

Шулай һымаҡ ине нисәмә
тапҡыр,
Яҙылып бөттө ҡәләм. Яңыһын
таптым.

Барып етте сәләм. Яңыһы оса.
Иҫке һүҙҙе телем әйтә яңыса:

– Был ҡәләмем минең тәүге
ҡәләмем,
Был сәләмем минең тәүге
сәләмем.

* * *
Тарҡатыуы еңелерәк,
Ауыр шул – берләштереү.
Татыулаштырыуы – оҙаҡ,
Бик йәһәт – әрләштереү.
Тиҙ ул ситкә быраҡтырыу,
Һай ҡыйын ылыҡтырыу.

Ниңә киреһе эшләнә,
Быларҙы белә тороп?

* * *
Ямау өҫтөнә ямау,
Ҡамау өҫтөнә ҡамау,
Алдау өҫтөнә алдау,
Талау өҫтөнә талау.

Быларға ил нисек түҙә?
Ил нисек иҫән ҡала?

* * *
Тыуым да – мәл,
Үлем дә – мәл
Тик танмаҫ кеше әмәл:
Иҫләмәҫ ул тыуған мәлен,
Алдан белмәҫ китер мәлен.
Араһынла шул икәүҙең
Үтә ғүмер...
Тик барыбер
Был йәшәүҙәр иҫ китмәле!

Өтәләнмә. Сеү. Көт әле.
Етмәҫ тимә бәхетең мәле.
Көтөп торма,
Дәрт ит әле!
Иң шәп мәлең –
Әлеге мәлең.

* * *
Урлаған бур түгел, тотолған – бур.
Бернард Шоу.
Урлағандар ҡараҡ түгел,
Тотолғандары ҡараҡ.
Әммә хөкөм сығаралар
Аҡсаларына ҡарап.

Шыҡырлатып ултырталар:
Урлаған, имеш, һарыҡ.
Миллиардтарҙы урлаһа ла,
Иректә – олигарх!
Яңы ҡараҡтар фашлана,
Фашланһа ла,
Бер язаһыҙ
Министр – олигарх.

Дан ҡаҙанғайны Ватаным
Булып таланттар иле.
Бөгөн дә Рәсәйгә тиң юҡ –
Суперҡараҡтар иле!

* * *
Мөхәббәт музыка шикелле,
Музыка мөхәббәт шикелле,
Атлаған ереңдән туҡтата,
Туҡтаған ерендән атлата,
Ҡулыңдан ҡәләмде төшөрә.

Ялҡында туңдыра,
һалҡында бешерә.

* * *
Далам көйөп, көйрәп бөткән,
Ҡойолар ҡороғандар.
Иҫкергәндәр тиҫтерҙәрем,
Ҡартайғандар туғандар.

Ҡайтмаҫтай ҙа булам ҡайсаҡ,
Ауылым, ауылҡайым.
Танырмы сабый һуҡмағым
Бабай булған улҡайын?

Таныр ине.
Юҡ ул һуҡмаҡ.
Ерҙәрем аҡтарылған.
Ер нимә?!
Хәҙер төп хәстәр –
Күберәк нефть алырға!

Нефть диңгеҙе өҫтөндә
Йүгереп йөрөгәнбеҙ икән,
Көтөү көткәнбеҙ икән,
Яланды баҫҡан ялмауыҙ.
Даламды мәхшәр иткән.

Торбаларҙа газдар яна,
Ер-һыуҙар ағыулана.
Нефть аға.
Ул байлыҡтан
Ни файҙа ауылдарға?

Байып туймаҫ бай ҙа үлер,
Нефть бөтөр,
Ер ҡалыр.
Ошо ерҙә иген игер,
Көтөү көтөр ир ҡалыр.

Йөрәгем тибеп туҡтағансы
Ошо ергә уҡталыр.

Рауил БИКБАЕВ










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)