RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сал дала симфонияһы

13.12.2013 Сал дала симфонияһы

Сал дала симфонияһыТәбиғәттең бөтмәҫ сере кеүек даланың да һулышына иғтибар итһәң, ғаләмдең булмышын күҙалларға мөмкин. Берсә тынып ҡалған сикһеҙ киңлектә бөтөнләй йәшәү юҡ һымаҡ, берсә елбәҙәк ел генә бар тирә-йүнде уятып, бар тереклекте ҡуҙғата. Дала шатлана, шомлана, албырғап ҡала, юҡһына, һағына... Тик уның һәр бер көйөн, моңон тыңлай белергә кәрәк. Беҙ­ҙең әлмисаҡтан зиһенебеҙгә һеңгән бөйөк Төрки донъяһының мәңгелек тауыштарын, булмышын, йәшәйешен һин уны уратып алған моң донъяһын ишетер өсөн алыҫ­тар­ға ынтылырға түгел, башҡорт шиғриәтенә күҙ һалырға ла һәм унда эҙләгәнде табырға була.
Йөрәк пәрҙәләрен йыртып асып, йыһан киңлектәрен иңләргә; ваҡыт менән күҙгә-күҙ ҡарашып бәхәсләшергә; һалҡындарҙа дөрләп янып, ялҡындарҙа сабырлығыңды устарға йомоп түҙергә һәм, ниндәй генә заман булһа ла, үҙ-үҙең булып ҡалырға, йәшәргә өндәгән олуғ һүҙ көсө – кешелек аҡылының мәрйендәренә тиң шиғриәт. Быуаттар дауамында поэтик һүҙҙе күтәргән бөйөктәре лә аҙ булмаған. Ләкин исеменән алда шиғри һүҙе йәки әҫәре беҙҙең көндәргә килеп еткәндәр ҙә юҡ түгел. Ни генә тимә, шағир һүҙен ваҡытында, үҙ мәлендә ишетеү бәхет тә, кинәнес тә. Бәхетле халыҡ беҙ – башҡорттар. Шиғриәт шаһына әйләнгән шағирыбыҙ Рауил Бикбаевтың һәр һүҙе беҙгә төбәлгән, һәр моңо хис–тойғоларҙы биләп ала. Хәҙер инде ярты быуаттан артыҡ уның ижад далаһы – халҡымдың ирәйеп йәшәр рухи донъяһы. Ҡасан ғына әле Ырымбур далаларында буй еткереп, Урал тауҙарына елкенеп, оло юлға сыға шағир. Вокзал тотҡалары йәндәрен өтөп, ауыр бала сағын иҫкә төшөрә, поэтик һүҙе лә тетрәнеүҙәр аша һуҡмаҡ яра.
Эйе, улар быуаттың атайҙары атҡа менгән улдарын күреү бәхетенән мәхрүм ине.
Атай илгә ғүмерен ҡорбан
иткән,
Теҙ сүкмәгән, түгеп йөҙ һыуын, – тип яҙа шағир тәүге поэмаһы «Вокзал»да. Күҙ терәп торған әсәй һәм туғандарын бағыр өсөн иртә өлгөрә уларҙың быуыны.
… Алтмыш йәштә бирер
дәрәжәне
Тормош бирҙе беҙгә алтыла.
Алты йәшлек аҡһаҡалы булып,
Байҡағандан бирле был ерҙе, – тип әйтәсәк шағир үҙенең «Эҙләйем» поэмаһында.
Әсәй, мине таңда уят әле,
Уятҡандай малай сағымда.
Сөйҙә торған эйәремде алып,
Ат көтөргә китәм тағын да.
Атай аманатына тоғро ҡалып, билен бишкә быуып, ҡараштарҙы дала офоҡтарынан белем бейеклектәренә күтәрә.
Ошо ерҙән беҙҙең һәр беребеҙ
Хәлһеҙ ҡанаттарын ҡаға-ҡаға,
Ғилем донъяһына юл алған.
Хәлһеҙ ҡошсоҡ инек,
Бөркөт булып
Таралырбыҙ әле Уралға, – ти ул «Ятаҡ» шиғырында.
Р. Бикбаевтың шиғриәттәге тәүге аҙымдарында биографияһына ғына ҡағылышлы юлдар бик күп булһа ла, лирик геройҙың кисерештәрендә типик заман образы һыҙаттары ярылып ята. Ил тарихын, заман биттәрен дә улар аша уҡырға мөмкин. Ләкин шағир беренсе ынтылыштарында уҡ тапалған һуҡмаҡҡа ынтылмай. Йәшлек дәрте менән һуғарылған күңелдәге хис-тойғолары зәһәр аҡыл менән сүкелгән.
Иңдәрендә илдең
Урал тигән һынмаҫ ҡылыс бар.
Йәки:
Мине, зинһар, туҙан көйөнсә лә
Уралымдан алып китмәгеҙ, –
тигән поэтик образдарҙы ижад башында уҡ таба. Шағирҙың күңеле ил ғәме, халыҡ яҙмышы, тыуған ер һулышы менән һуғарылып, оло ижад юлына атлыға.
Бер һыныҡ ҡаты икмәккә мохтаж булып, йәшел балтырған өйрәһе эсеп үҫкән егет ҡарашының даирәһе сикһеҙ офоҡтарын иңләрлек. Ижад юлы башында уҡ «Алтын табаҡ» шиғырында Ер яҙмышын уйлап хәсрәттәргә бата. Ләкин хафалар тулы йөрәге юҡ-бар менән түгел:
Йыр өлгөрмәй, күтәрелмә,
башым,
Ваҡыт ҡыуыуына алданып, – тип, үҙ-үҙенә лә талапсан була бара.
Рауил Бикбаевтың биш тиҫтә йылдан ашҡан ижад юлы ныҡышмалылыҡ, һәр поэтик образ тулы тәрән фекер, йыйнаҡ һәм фәлсәфәүи бөтөнлөк хис-тойғоларҙы аҡтарыр һәм зиһенде яҡтыртыр кимәле менән билдәләнә. Уларҙың нигеҙендә:
Республикам һыны оҡшап тора
Йөрәгенә башҡорт иленең, – тигән юлдар ята. Шағирҙың ассоциатив фекерләү ҡеүәһенең үҫеше, донъяға тура ҡарау, иңдәрҙә ил, халыҡ яҙмышын тойоу ижад үрҙәренә илтә. Донъялағы классик әҙәбиәт өлгөһө кеүек тә, тик Рауилса ғына, ваҡыт менән бәхәскә инә икән:
Ҡырыҫ ваҡыт! Сәңгелдәгең
булдым,
Йөҙөк ҡашың, ҡәбер ташың
булдым,
Ярһып әйткән һөйөү һүҙең
булдым,
Эсеп сатнап барған башың
булдым.
– Хәлең хәл өҫтөндә
ҡалғанда ла
Аңла шуны, кешем, аңла шуны,
Иң ҡыйыны, бел һин – үҙең
булыу,
Иң яманы, бел һин – алдашыу!
Әлбиттә, уйланырға урын бар. Шағир фәлсәфә һатмай, ә ғәҙәти күренеш, тормошто ла мәңгелек күҙлегенән байҡай бара. Ерҙең хәтәр хәтере шағир уйҙарын уйылдырып, Арғаяштан Каруан­һарайға тиклем башҡорт илен иңләргә, Асылыкүл, Торатау буйҙары, Бөрйән ҡарағайы хаҡында ла хафаланырға мәжбүр итә.
Донъя менән мөлдөрәмә тулы
Йөрәгемде
Донъяға һонамын, – тип өндәшә икән, уның ихласлығы, өмөттәре тулы ҡарашы киләсәккә төбәлгән. Ни эшләйһең, шағир яҙмышы һәр ваҡытта ла маҡтауҙарҙан ғына тормай. Ул үҙе лә:
Бер ҡанатым һыҙылып йыр
яҙғанда
Икенсеһе һеперә Ер шарын, – тип раҫлай.
Йәки:
Ҡатын ҡосағында йәшәмәнек,
Халыҡ ҡосағында йәшәнек, – тип әйтә икән, хаҡы бар. Ул алыҫ Яҡут тарафтарынан да, Байкал күленең зәңгәрлегенән дә, Алтай – төрки бишегенән, Себер һалҡындарынан да шиғри ҡараштарын иңләп, гел Башҡортостанға баға. Илһөйәр шағир ул. Ҡайҙа ғына булһа ла, тура баҫырлыҡ тыуған ере, Ватаны кәрәк.
«Башҡортостан!» – тиеп,
уландарыма
Алыҫ ҡитғаларҙан ҡарай ер.
Ә шулай ҙа Рауил Бикбаев шиғриәтенең һәр образы, һәр уй-фекере һөйөү менән нағышлан­ған.
Ер-күгемде байҡап, әйттем
шул саҡ:
Был тормошта мин дә бар әле! – тип ауаз һалып ҡына ҡалмай, матурлыҡты, ғашиҡтарҙы, һөйгән йәнде һигеҙенсе мөғжизә итеп күрә. Шуға ла:
Ғашиҡтар булып үлмәйҙәр,
Тереләләр ғишыҡтан, – ти ҙә, йәки:
Аҡылдан яҙҙырҙы яҙың,
Яҙманың яҙмышыма, – тип үкенеп тә ҡуя.
Һөйөүем күплегенән
йығылмам мин,
Йығылырмын һөйөп бөтмәүҙән, – тип, үҙ көс-ғәйрәтен дөрөҫ самалай шағир халҡы.
Лирик геройҙың кисерештәрендә диңгеҙ илауы, ҡая ғорурлығы, дала иркенлеге, ғаләм сикһеҙлеге, ҡояш ҡайнарлығы, йөрәк балҡышы ла урын алған. Уны тоймау, күрмәү мөмкин түгел. Яҙмыш яҙыуы түгел, күңел кисерештәренең мең мөғжизәһе ул!
Рауил Бикбаев шиғриәтендә халыҡ яҙмышын яҙа, аҫыл заттарын тергеҙә. Ул үҙ уҡыусыларына Бабич булып өндәшә, Юлтый кеүек баға, Салауат, Рәми булып тарих төпкөлдәрен гиҙә.Тап ошо ҡараштар аша башҡорт шиғриәтенең бөгөнгө мөм­кинлеге һәм киләсәге тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ. Быға иһә халыҡ шағирына бурыслыбыҙ. Шағир ижадындағы «Вок­зал», «Каруан­һа­рай», «Йырлы ҡаялар», «Эҙлә­йем», «Күк әрем», «Мө­сәл ярым ғүмер», «Бураҙна», «Һыу­һаным, һыуҙар би­регеҙ», «Халҡыма хат», «Система», «Баҙар балтаһы», «Барокамера», «Баш­һыҙ һыбайлы», «Хазина» поэмалары эпик ижади ҡоласын, фекер даирәһен дә күрһәтә.
Халыҡ шағиры Рауил Бик­баевтың ҡаурыйының бер һыҙатын ғына ҡарап, шундай һығымталар яһарға мөмкин.
Ерҙән, һыуҙан, уттан
ғәйрәт алып,
Йылдар йырып сыҡтым яҡтыға, – тигән юлдар ғына ла шағир шәхесе, булмышы хаҡында һөйләй. Бөгөн беҙ халҡыбыҙҙың Бикбайы булған­ға, Бикбайҙың үҙ башҡорто булған­ға шөкөр ҡылып, рәхмәт әйтергә тейешбеҙ.
Әле һушты алыр сәскәләр бар,
Әле сәсәп йырыр көрттәр бар,
Әле беҙгә һырылыр һылыуҙар
бар,
Әле беҙҙе тешләр эттәр бар, – тип өндәшә икән, шағир йәшәй. Был бик мөһим.1962 йылда уҡ шиғриәтендә үҙ Салауатын булдырып:
Аҡбуҙаты менән һикереп менеп
Гранит пьедесталдың өҫтөнә,
Ҡарап торһон ине Уралына,
Беҙ – мәңгелек! –
Тигән төҫ менән, –
тип яҙған халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа «Һеҙҙең иңдәр әле беҙгә кәрәк, кәрәк әле минең халҡыма», – тип өндәшке килә. Сөнки беҙҙең булмышыбыҙға, төркиҙәргә, сал даланың моңо үтә лә ҡәҙерле, ғәзиз һәм яҡын. Һеҙҙең шиғриәттәге дала симфонияһы оҙаҡ-оҙаҡ тирбәлһен ине, Шағир…

Зәки ӘЛИБАЕВ,
М. Аҡмулла исемендәге
БДПУ доценты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)