29.11.2013 “һандыҡ төптәрендә” ниҙер бар…
Земфира Аҡбутинаның тәүге китабы түгел был. Уның “Атай кеүек булам мин”, “Ҡая сәскәһе”, “Артылғанда быуат түбәләрен” тигән китаптарын яратып уҡып сыҡҡайным. “һандыҡ төптәрендә” тигән яңы йыйынтығын да ҡыҙыҡһынып ҡулға алдым.
Өләсәйҙәрҙең һандығы төбөндә ниҙәр генә булмай торғайны. һәр бер әйбере иҫтәлектәргә бай сер һаҡлай, һәр береһе ҡәҙерләп бәпләп-тәҫләп һалына, һәр бер әйбере ниндәйҙер фәһемле ваҡиға менән бәйле. һандыҡ ҡапҡасының асылып китеүен ҡарап тораһың да мөғжизә көтәһең. һандыҡ тиктәҫкә асылмай, өләсәй ундағы өнһөҙ әйберҙәргә “йән өрә” лә үҙе генә белгән сер йомғағын һүтә. Шул саҡта инде мөғжизәле донъяға сумаһың.
Шағирәнең “һандыҡ төптәрендә” тигән йыйынтығындағы шиғырҙар ҙа өләсәй һандығындағы серле ҡомартҡылар кеүек: уларҙы бер тынала ғына уҡып сығыу мөмкин түгел, һәр шиғыр уйландыра, ысынлап та, “аҡ сепрәккә төрөлгән сер” кеүек, һәр шиғырында халыҡ, кеше, хистәр яҙмышы хаҡында фекер йомолған.
Йәнем, рухым йәнселгәндә,
Иҙеп барһа уй-зарым,
Булмышымды биләп ала,
Халҡым, һиндә уйҙарым.
– тип, халыҡ яҙмышы тураһында тәрән уйҙарға төшөрә шағирә.
Ябай ғына, һәүетемсә генә образдар аша тос фекерҙәр әйтеүгә өлгәшкән шағирә Земфира Аҡбутина уҡыусы алдына төрлө сүрәттә килеп баҫа.
Берсә ул – “тауҙай бейек, мөһабәт, бөйөк” халҡының киләсәге алдында оло яуаплылыҡ тойоп та, хәүефләнеп тә йәшәүсе Шәхес.
Халҡым хаҡындағы тәүге уйҙы
Йөрәгемә әсәйем һеңдергән.
Берсә ул – ҙур тормош юлына башлап аяҡ баҫыр алда дөрөҫ һуҡмаҡ табыуҙа уҡыусыларына ярҙам ҡулы һонорға ынтылған, шул уҡ ваҡытта шәхси өлгөнөң күберәк тәрбиә биргәнлеген, нығыраҡ тәьҫир иткәнлеген тәрән аңлаған Уҡытыусы.
Дәрес тамам. Миңә баға күҙҙәр:
“Ыңғай героймы һуң – үҙең кем?”
…Яҡты образ булып ҡалһам икән,
Бала күңеленә һеңеп мин.
Берсә ул – балалары, тимәк, киләсәк хаҡында уйланыусы, һыуыҡтан-өшөүҙән, афәттән-хәүефтән ҡурсалаусы Әсә.
Шомло ығы-зығынан һуң
Тетрәндем дә уяндым.
Йоҡлап ятҡан өс баламды
Ҡымтып япҡас, уйландым.
Берсә ул – йәшлектәге саф мөхәббәте һағыш-хыял ғына булып ҡалмаһын өсөн ғазап-әрнеүҙәре йөрәген уттай өтөп алһа ла, үҙенең тоғролоғо, ығы-зығыларҙан өҫтөн булыуы, ихласлығы менән был оло тойғоно ҡурсалап алып ҡалыуына ышанған Ҡатын.
Йөрәгемдә – ҡояш уты,
Балҡып, нур булып осам!
Ваҡлыҡтарҙы аша атлап
Йыһан-күкте мин ҡосам.
Шағирә халҡын мәңгелек тау бейеклегенә тиңләгән һәм уның артабанғы яҙмышы өсөн борсолған, үҙе әйтмешләй, “йөрәгендә Салауат йәшәгән” уҙаман ил инәһе булып та, ат ярһыуы күңеленә күскән сая ҡыҙ булып та төҫмөрләнә.
Ә “Урал батыр” эпосын ятлаусы балаларға” тип аталған шиғырға айырым туҡталып китке килә. Был шиғырҙағы фекерҙе әйтеү өсөн уҡытыусы ла, шағир ҙа, илең-телең өсөн борсолған илһөйәр шәхес тә, күкрәгендә донъя хәстәре йөрөткән уҙаман да булырға кәрәк. “Урал батыр”ҙы ятлаусы балаларҙы йәншишмәнең тамсыларына оҡшата шағирә Земфира Аҡбутина. Ниндәй күркәм, тәрән мәғәнәле сағыштырыу! Эпосыбыҙ һүҙҙәре – йәншишмә тамсылары. Йәншишмә тамсыларынан йәшәргән тәбиғәт кеүек, Урал батырҙың васыят-аманат һүҙҙәре халҡыбыҙ күңелен йәнләндереп ебәрер, тигән өмөт уята шиғыр юлдары.
Йәншишмәнең тамсылары булып
Эпос һеңә йәнгә, күңелгә.
Шағирәнең шиғри фекерҙәре лә, сағыштырыуҙары ла шул тиклем тормошсан, ауыл мөхитендә ҡайнап яҙғанлығы шунда уҡ күҙгә ташлана. Ул ауыл тормошондағы һәр күренеште, һәр хәл-ваҡиғаны оҫта итеп тәҫләп-бәпләп, аҡ яулыҡҡа, тимәк, “ихласлыҡ яулығына” төрөп, һандыҡ төптәренә һалып ҡуя.
Йөрәгендә ҡояш уты йөрөткән шағирә ваҡлыҡтарҙан өҫтөн, “ҡая сәскәһендәй ташта шытҡан” ул.
Тормош мәшәҡәттәре, ығы-зығы йота алмаған, ихласлығы, йөрәгендә “ете түгел, етмеш төрлө йәйғор” нурҙары йөрөтөүе менән саф һөйөүен һаҡлай алған Шағирә ул.
Йәйғор булып, ете түгел,
Етмеш төҫтәрҙә балҡып,
Иҫ-һушыңды яулар өсөн
Тағы сығырмын ҡалҡып.
“һандыҡ төптәрендә” әле тағы ниҙәрҙер бар… Ҡайта-ҡайта уҡырға кәрәк был йыйынтыҡты. Ә Земфира һылыуға – “ел-дауылдан ҡурҡмай, ташта шытҡан ҡая сәскәһенә” шулай тағы-тағы йәйғор булып ҡалҡыуын теләргә генә ҡала. Ижад – ул хыянатһыҙ, ижад – ул “ҡулдарыңа ҡәләм биреүсе Моң”. Башҡорт халҡы борон-борондан һинең кеүектәргә:
Йырҙарың күп һинең, моңдарың
бай,
Әйҙә йырла, башҡорт балаһы, –
тигән бит.
Мәрйәм БУРАҠАЕВА.