RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сыйырсыҡ ояһы

13.11.2010 Сыйырсыҡ ояһы

Өй эсендәге тауыштарҙы Сөмбөл урам ҡапҡаһын инеү менән үк ишетте. Ишетте лә, ҡаҡҡан ҡаҙыҡ шикелле баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. «Әпәт...» Ун ике йәшлек балаға хас булмағанса асырғаныу, әсенеү, рәнйеү менән теш араһынан һығылып сыҡты был һүҙ. Бына өйҙә нимәләрҙер дөбөр-шатыр ҡоланы, һеңлеһе ҡурҡып ҡысҡырҙы һәм был шау-шыуҙы әсәһенең ярһыу, атаһының ҡырҡыу тауыштары күмеп китте.
Сөмбөл, арып, асығып, ауыр сумкаһын аҫып мәктәптән ҡайтып ингән бала, ҡанаттары ҡайырылған ҡошсоҡ хәлендә ҡапҡа алдындағы эскәмйәгә сығып ултырырға мәжбүр булды. Бесәйҙәре лә бында икән. Ул да, был өйҙә ғауға аҙнаһына бер ҡубып торһа ла, өйрәнә алмай, ҡурҡышынан иҫән сағында сығып тайыу яғын ҡарай. Сумкаһын сисеп, ҡойма рәшәткәһенә элгәс, ҡыҙ бесәйҙе тубығына ултыртып, һыйпап тынысландырырға кереште:
– ҡурҡма, ҡурҡма, Мырлай, ҡурҡма…
«ҡурҡма»нан башҡа бер һүҙ ҙә тапманы Сөмбөл. Ул бесәйгә «ҡабат бындай хәл ҡабатланмаҫ» йәки «хәҙер үтеп китә», йә булмаһа, «ҡурҡыныс бер ни ҙә юҡ» тигәндәрҙе әйтә лә, тыныс һәм матур тормош вәғәҙә итә лә алмай. Сөнки үҙе лә бер ни белмәй, аңламай, хәле бесәйҙекенән әллә ни артыҡ түгел шул.
Бына ҡустыһы Искәндәр күренде. Апаһынан ике дәрес алдан сыҡҡан булырға тейеш, уйнап йөрөгәндер инде, яңы ҡайтып килә. Хәйерсе өйөнә етә йүгерә, тигәндәй, ҡайтыуға ашығып сабып килгән була. Малай мәктәп формаһында тышта ултырған апаһын аңғарғас уҡ йүгереүҙән туҡтаны, эстән генә дөлдөлгә «атланып» саяланып килгән йөҙө үҙгәрҙе, ҡаштары уртаға һынып төйөлдө. Теләр-теләмәҫ атлап, апаһы эргәһенә килеп терәлде лә, дәресен эшләмәй килгәндәге кеүек башын эйеп, ауыҙ эсенән мөңгөрләне:
– Нимә?..
Апай кеше, күҙ ҡараштарын алыҫҡа төбәгән килеш, бесәйен һыйпауҙан туҡтамай ғына, бөтөнләй ололарса яуапланы:
– Нимә булһын инде, шул – талашалар…
– Һы-ы, – малай ауыр көрһөндө, яурындары төшөп, шиңеп ҡалды.
Ике бала сәғәткә яҡын ләм-мим һөйләшмәйенсә бойоғошоп ултырып, өйҙәге «буран» тынғанын көттө. Әгәр иҫерек булмаһа, талашып туйғас, атайҙары үҙе сығып китәсәк, ә инде эскән булһа, әсәһе берәй яҡҡа юлланасаҡ.
Ул арала, балаларҙың ауыр уйҙарын бүлеп, шартлап ҡапҡа асылды ла, ярһыуҙан ҡыҙарын­ған аталары килеп сыҡты. Ауыҙ эсенән һаман әрләшеп килгән ир, балаларын күргәс, уңай­һыҙланғандай, алан-йолан ҡаранды, унан, яйлы бер һүҙ ҙә таба алмайынса, ҡырт боролоп китеү яғын ҡараны. Малай менән ҡыҙ атайҙарының оҙон-оҙон баҫып үргә ҡарай атлағанын тын ғына ҡарап ҡалды. ҡартәсәйҙәренә ҡайтып китте инде, башҡа ҡайҙа булһын…
Балалар ашыҡмай ғына өйгә юлланды. Атайҙары китһә лә, эстә лә күңел күтәрерлек бер ни ҙә булмаҫын белә шул улар. Хәҙер әсәләре артыҡ көйөүҙән ауырып китәсәк, ә уның хәлһеҙ ятыуы балалар өсөн икеләтә ауыр. Ғәзиз кешеләренең үлеп ҡуйыуынан ҡурҡып йөрәктәре бөтә, ярҙам итә алмау сараһыҙлығынан өҙгөләнәләр.
Ингәс тә ҡото алынған кескәй һеңлеһе Сөмбөлдөң ҡосағына ташланды. Апай бәлә­кәсте ҡосаҡлап-үбеп йыуатты ла, күтәреп алып барып диванға ултыртты. Искәндәр ҡолашып ятҡан ултырғыс­тарҙы торғоҙҙо, ярылған һауыт-һаба ватыҡтарын һепереп алды. Икеһе лә әленән-әле һығылып үкһеп йөрөгән әсәләренә йәлләү тулы ҡараштарын ташланы, әммә нимәлер өндәшергә ҡыйманы.
Әсә, мыш-мыш килеп плита тирәһендә бер аҙ мәшәҡәтләнгәс, өҫтәлгә аш ҡуйҙы. Өс бала тағы ла шым ғына өҫтәл артына ултырышты, ҡалаҡтар шаҡылдамаҫҡа тырышып ҡыбырланы, шөрпөлдәтмәҫкә тырышып, ипле генә сәй эселде. Хатта бәләкәс Сулпан да бындай ваҡыттарҙа шауламаҫҡа икәнде аңлай, яңылыш берәй ҡырҡыуыраҡ тауыш сыҡһа ла, апаһына «һа!» тигәнде аңлатып, күҙҙәрен шар асып ҡарап ҡуя. Эй, йәлләй шул саҡтарҙа һеңлеһен Сөмбөл. Бәләкәсте күтәреп бүлмәһенә алып инә лә, тубығына ултыртып һығып ҡосаҡлаған килеш оҙаҡ ҡына бәүелешеп ултыралар.
ҡараңғы төшкәс, киске тамаҡҡа картуф әрсеп ултырған ҡыҙ фельдшер килеп укол ҡаҙап киткәндән һуң да хәле яйланып етмәй, башына һыулы сепрәк һалып диванда терәлеп ултырған әсәһенә өндәште:
– Әсә-әй… ҡасанға тиклем былайтып йәшәрбеҙ икән?
Әсә диван һөйәнгесенә терәгән башын күтәрмәйенсә, хәлһеҙ генә ҡыҙы яғына борҙо:
– Нимә тиһең, ҡыҙым? – Сәбилә балаһының нимә әйткәнен ишетһә лә, ҡабатлап һораны. Хатта ишетмәйенсә лә ҡыҙының нимә әйтергә теләгәнен, нимә уйлағанын белеп тора. Бындай хәлдәрҙән һуң ошондай һөйләшеүҙәр улар араһында аҙ булмаған.
– Күсеп китәйек, тим.
– Әллә инде, ҡыҙым, аптыралған… Китә һалып барыр ер бармы һуң?
– Өләсәйҙәргә китәйек, «ҡайт» тип әйтте лә инде һиңә.
– Эй, балам, өләсәйең үҙе кеше ҡулында… Рәйлә еңгәң әллә беҙҙең күсеп килгәнде көтөп тора тиһеңме, барып киткәндә ихлас торһа ла…
– Бында һиңә мәктәптән өй биргәндәр ҙә инде, унда ла бирер­ҙәр, – Сөмбөл өҙмәне лә ҡуйманы.
– Әллә инде… Уҡыу йылы уртаһында эш ташлап китһәм дә килешмәҫ, завуч була тороп…
– Һиңә йә уҡыу йылы, йә бесән, йә картуф… – ҡыҙ илап ебәреүҙән көскә тыйыла, күңеле нескәргәнен белдермәҫ өсөн ҡысҡырып уҡ ебәрә. – Беҙҙе ысынлап яратһаң, тыңлар инең!
Әсә, бахыр, өндәшмәй. Нимә тиһен инде ул, үҙе лә уңмаған яҙмышына, яйһыҙ тормошона буталып, һуҡырҙарса мөйөшкә төртөлөп, аптыранып, алйып ҡалған. Былай йәшәү ярамағанлыҡты аңлай ҙа, тик ҡапыл ғына нимәлер үҙгәртергә, хәл итергә ҡыйыулығы, баҙнаты етмәй. Тормоштарының тәүге йылдарынан уҡ башланған ығы-зығының осо-ҡырыйы күренмәй, ни үҙҙәренә, ни балаларына тыныслыҡ юҡ. Киләсәген Ғәбитһеҙ ҙә, тағы уның янында ла күргеһе килмәй ҡатындың. Шулай бер ҡарар ҙа ҡабул итә алмайынса ошо көндә йәшәр ҙә йәшәрме икән?
Сөмбөл әлеге мәлдә атаһын ғына түгел, әсәһен дә күрә алмай. Үсегеп, ҡәнәғәтһеҙлеген төҫөнә сығарып, туп-туп баҫып йөрөп, ҡустыһы менән һеңлеһен ашата ла, йоҡларға ята. ҡапыл ғына йоҡлап та китә алмай әле. Юрғанын башынан аша ябынғас та, бөгөнгө көн кисерештәренән мулҡып тулған быуаһы йырылып китә лә, әсе күҙ йәштәре, танауынан аҡҡан һыу менән яҫтығын бер килке һуғарғас, һулҡылдай-һулҡылдай үҙе лә һиҙмәҫтән әүен баҙарына юллана.
Иртәнсәккә, әсәһе арҡаһынан тупылдатып һөйөп уятҡанда, киске «кәзә» сигенгән була инде. ҡыҙ йүгереп йөрөп йыуына-кейенә, әленән-әле уянып етә алмай ыҙаланған Искәндәрҙе тартҡылай, йылы йомғаҡ булып мышнап ятҡан Сулпандың алһыу сикәләренән үбә, йомшаҡ муйынына моронон төртөп еҫкәй. Унан, әсәһе һеңлеләрен уятып, киреләнгән сабыйҙы әпәүләп-сүпәүләп кейендергәс, сәй эсәләр ҙә, бәләкәсте баҡсаға алып китәләр. Әсә кеше, һәр ваҡыттағыса, йүнләп тамаҡ та ялғап өлгөрмәйенсә мәктәбенә йүгерә, завуч булғас, иртә барырға кәрәк шул.
Өс-дүрт көндән атай булғандары ғаиләһенә кире ҡайта. Был арала үпкәләр онотолған, балалар һағынып өлгөргән. Күңелһеҙ хәлде, дөрөҫөрәге, күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫләмәҫкә тырышып, йәшәп китәләр. Кескәй Сулпан атаһының алдынан төшмәй иркәләнә, Искәндәрҙең дә һөйләп хәбәре бөтмәй, бары дәрес эшләп ултырған Сөмбөл генә башынан һыйпап, арҡаһынан һөйөүенә иғтибар итмәмеш була. Ә әсәһе ата менән өлкән ҡыҙы араһын нисек тә яйларға булып, әле береһенә, әле икенсеһенә һүҙ ҡушып, уларҙы уртаҡ һөйләшеүгә әүрәтмәксе. Әсәһенең был ҡылығын оҡшатмай ҡыҙ, ололарҙың аңлайышһыҙ булыуы уны екһендерә, әммә шул уҡ ваҡытта атаһын да, әсәһен дә йәлләй ҙә, ярата ла.
Ололарҙы, ысынлап та, аңлай алмай Сөмбөл. Дуҫ ҡына йәшәп ятҡан ерҙән һис юҡтан сай-сой килеп талаша ла китәләр. Атаһы буштан-бушҡа ҡыҙа, аҡыра, екерә, аяҡ аҫтындағы нәмәләрҙе осора тибә. Әсәһе лә өндәшмәй ҡалыуҙы, йә булмаһа, тыныс­ландырырға тырышыуҙы белмәй шул, шунда уҡ һикереп тороп ғорур ҡиәфәт ала ла, былай ҙа ярһыу ирен бешерергә керешә. Китә талаш, китә ыҙғыш, бер-береһен кәмһетеп, йәш саҡтарындағы ғәйептәрен соҡоп сығарып, ата-әсәләрен, туған-тыумасаларын тикшереп бөткәнсе, йән көскә аҡырышыуҙан тауыштары ҡарлығып китә. Бындай ваҡыттарҙа Сөмбөлдөң ҡайҙалыр бик алыҫҡа, атаһы ла, әсәһе лә булмаған ергә, тауҙар, диңгеҙҙәр аръяғына ҡасҡыһы килә. Тик әлегә һеңлеһен ҡосаҡлап бүлмәлә ултырыуҙан һәм «ҙурайһам, ҡайтмайым» тип эстән генә ҡабат-ҡабат әсенеп янауҙан башҡа сараһы юҡ.
… Бөгөн ял. Искәндәр иртәнсәктән атаһынан сыйырсыҡ ояһы эшләтмәксе булып ныҡыша. Класта бөтәһе лә эшләп элгән, минеке генә һаман юҡ, ти. Атай кешенең үҙен ғәйепле тойоп йөрөгән сағы, саҡ ҡына көн ирегәнен көттөрә лә, балаларын эйәртеп урамға сыға. ҡыйыҡтарҙан ялтыр тамсыларҙың кемуҙарҙан булып тыптырлаған, көндән-көн йоҡара барған көрт аҫтынан сылтырап ҡына ҡар һыуҙары ағып ятҡан илаһи март уртаһы.
Сөмбөл, туғандары менән урамға сығыуға шатланып, хас та көсөк шикелле ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй йүгереп йөрөгән дүрт йәшлек һеңлеһен ҡарауыллағансы, атай менән ул «выжт-выжт», «шарт-шорт» итеп кескәй өйҙө төҙөп тә ҡуйҙы. Унан бергәләшеп әлеге ояны ҡолғаға беркетеп, күтәртеп ҡуйҙылар ҙа, эшләгән эштәре менән ныҡ ҡәнәғәт булып өҫкә тексәйешеп торҙолар. Әйтерһең дә, сыйырсыҡтар хәҙер үк осоп килә лә ҡуна инде.
Шау-гөр килеп, күңелдәре тәҡәтһеҙ күтәрелеп, сикәләре сөгөлдөр менән ҡыҙартҡандай янып, йүгереп уйнауҙан аһылдап төшкән балаларын әсәләре йылы өйҙә быу бөркөп ятҡан бәлеш менән ҡаршы алды. Атай ҡулдарын бешерә-бешерә һәр береһенең алдына өлөш бүлеп һалды, урамдағы ҡыҙыҡтарҙы һөйләп сәсәгәнсе көлөшә-көлөшә сәй эстеләр. Була бит бәхетле мәлдәр.
Һуңғы көндәрҙә Искәндәр өйҙә барыһынан да иртә тора. Тора ла сыға һалып сыйырсыҡ ояһын ҡарап инә. Быға тиклем үҙен көскә уятҡан әсәһе менән апаһы: «Ул сыйырсыҡ ояһын күптән эшләп элергә кәрәк булған», – тип төрттөрә. Шулай тигән булһалар ҙа, әсәһе менән Сөмбөл дә көтә сыйырсыҡтарҙы. Ингән-сыҡҡан һайын үҙҙәре лә һиҙмәҫтән шул ояға күҙ ташлайҙар, яҡын тирәлә ҡош тауыштары сыҡмаймы, тип тыңлап торалар.
Килде сыйырсыҡтар. Килделәр ҙә эшкә тотондолар. Ашығып йөрөп өйҙәренә сыбыҡ-сабыҡ ташынылар, маҙаһыҙлап йөрөгән турғай­ҙарҙы ҡыуҙылар, быу бөркөлөп ятҡан баҡсаға төшөп бөжәк сүпләнеләр. Ә иртәләрен оя ҡыйығындағы сатырға ҡунып, нәфис муйындарын һуҙа төшөп, тамаҡ төптәренән әллә ни төрлө сихри тауыштар сығарып, тирә-йүнде ғәжәйеп моңға күмделәр.
Балалар ҡошсоҡтарҙың донъя көтөп йөрөгән мәшәҡәттәрен оҙон көндәр буйына «сыҡты…», «осоп китте…», «килде!», «тағы китте…», «тағы ҡайтты…» тип ҡыуанышып күҙәтте.
…Бер көн аталары лаяҡыл булып иҫереп ҡайтып инде. Дөрөҫөрәге, инеп өлгөрмәне. Сәбилә иренең алпан-толпан баҫып үтеүен тәҙрә төбөнән үк аңғарып ҡалды ла, сарбаулап ҡаршы сыҡты. ҡатындың әсе тауышы яҙғы эңер тынлығын телде:
– Мал булып ҡайтып килә! һәйбәт йөрөп ташланыңмы?!
Ир ҙә бирешергә теләмәне:
– Мал булған юҡ пока. Һыйланылар – эстем.
– Әллә кем һыйлаған ти. Булған-булмаған аҡсаңды этенә-бетенә туҙҙырып киләһең инде.
– Туҙҙырһа, үҙемдекен туҙҙырам, һинән теләнселәгән юҡ.
– Минең кеүек аҡса эшлә башта, бахыр!
– Бахыр һин ул, әллә кем тупһаһында йәшәп ятаһың.
– Һинең әсәң һыйҙырһа, уның өйөндә йәшәр инем, һеҙгә кеше һыямы! Ишшыу бында, әллә кем тупһаһы тип тора, дуй улайһа әсәңә, инмәйһең – индермәйем!
– Ә-ә, донъяңды төҙөттөрөп алғас, ир кәрәкмәйме?!
– Ниндәй донъя?! Ниндәй донъя?! Һинең төҙөгән нәмәң… – ҡатын сәбәләнеп төртөп күрһәтер әйбер эҙләгәндә, күҙе әлеге сыйырсыҡ ояһына төштө. – Ана, һинең төҙөгән нәмәң!
– Ә-ә, шулаймы! Ярай алайһа!
Ярһыуынан күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән ир йүгерә-атлай барып, сыйырсыҡ ояһының ҡолғаһын шаҡарып алмаҡсы булып болғата башланы. Умартаның эсенән, улай-былай һелтәгән ыңғайы, башта сар-сор иткән тауыштар сыға. Эңерҙән үк йоҡоға талған ҡошсоҡтар ҡурҡыштарынан оя эсендә ары-бире һуғылып, йә оса, йә ултыра алмай ҡаңғырҙы, буғай. Унан оя уйымынан уҡ шикелле башта берәүһе, унан икенсеһе атылып сыҡты ла, даһыр-доһор ауып киткән өйҙәренең өҫтөндә сорлашып өйрөлә башланылар.
– Әйҙә-әйҙә! Боҙ! Онта! Һин шунан башҡа нимәгә эшкинәһең?! Хайуан!!
ҡатынының утҡа май өҫтәгәндәй һаман сарылдап тороуына эт ашамаҫ һүҙҙәр менән яуаплай-яуаплай, иҫерек ир ҡойманан ҡайырып төшөргән ҡолғаны сыбыҡ шайындай ҙа күрмәй һөйрәтеп алып китте. ҡолға осонда тигеҙһеҙ ер суғырмаҡтарына бәрелә-һуғыла дыһырлап сыйырсыҡ ояһы өҫтөрәлә.
– Атай! Нимә эшләйһең? Теймә сыйырсыҡ ояһына! Теймә!
Ойоҡсан көйө урамға атылып сыҡҡан Искәндәр йәнасыҡҡа ҡысҡырып, һөйрәлеп барған ояны күтәрмәксе, ҡолғаны атаһынан тартып алмаҡсы. Тик ҡоторған үгеҙ хәленә ингән иргә балаһы себендәй ҙә түгел. ҡолғаһын ҡапҡа яҡтауҙарына һуҡтыра-һуҡтыра елтерәтеп алып сығып та китте. Үҙ-үҙен онотҡан малай атаһы артынан урам буйлап та йүгермәксе, тик шулай уҡ ялан күлдәктә генә сыҡҡан апаһы уны биленән ҡосаҡлап, көс-хәлгә туҡтата:
– Барма, Искәндәр, бармайһың! Туҡта, йөрөмә.
Малай апаһының ҡулынан ысҡынмаҡ булып сәбәләнә:
– Ебәр! Ебәр мине! Бирһен ояны! Бирһен! Мин уны үлтерә-әм!
– Бирмәй инде ул, бирмәй. Барма, һуғылырһың.
– Һуҡһын! Мин унан ҡурҡмайым! ҡурҡмайым…ҡурҡмайы-ым… Малай үкереп илап, ҡапҡа төбөнә сүгәләп төштө…
…Ошо хәлдән һуң Сөмбөлдөң күңелендәге күбәләк шикелле генә елпелдәп торған ниндәйҙер тере нәмә үлде, майшәмдәй булып былҡылдап янған кескәй ут һүнде. Сыйырсыҡ ояһы менән бергә бала аңындағы ғаилә ҡәлғәһе емерелде, оя эсендә һытыл­ған йомортҡалар йәки иҙелгән себештәр кеүек, ололарға булған ышанысы донъяға күҙҙәрен асмаған да килеш йән бирҙе.
Ауырыуға һабышҡандай булды ул, ашауы насарайҙы, йоҡоһо боҙолдо. Әленән-әле төштәрендәге ҡурҡыныс мәхшәр араһында иҫерек атаһы сыйырсыҡ ояһын ҡолатам тип болғатты. Ипләберәк ҡараһа, был сыйырсыҡ ояһы түгел, ә уларҙың өйө. Эстә ҡустыһы, һеңлеһе, әсәһе ҡурҡышып сарылдаша. Сөмбөл бар хәленсә ҡолғаға йәбешә лә ҡысҡыра: «Атай! Атай! ҡолатма өйҙө! ҡолатма!»
…Яҙҙың тулыһынса үҙ көсөнә инеп, тәбиғәт шаулап сәскә атҡан, кистәрен баштарҙы әйләндерер муйыл, сирень еҫе аңҡыған бер көнөндә был ғаиләгә ҡайғының да ҡайғыһы килде. Әсәләре, мәктәбенән ҡайтып, ял итергә тип кенә ятып торған еренән тора алманы ла ҡуйҙы. ҡан баҫымы самаһыҙ күтәрелгән ҡатынға ауыл фельдшерының ғына ярҙамы ярҙам була алманы. Фельдшер улай-былай иткән булып, тәҙрәнән-тәҙрәгә йүгергеләп «Тиҙ ярҙам»ды ҡарағылағансы, әсә кеше, ҡобаралары осоп тексәйешеп ултырған өс балаһын етем итеп, тын ғына баҡыйлыҡҡа китте лә барҙы.
Аталары тәгәрәп ятып иланы. Балалар, нисек кенә ҡайғырмаһын, әллә хәлдең айышына ныҡлап төшөнөп етә алманылармы, әллә шаңҡыуҙанмы, әүрәтеүгә, тынысландырыуға барҙы. Ә ир кеше ҡулындағы бәхеттең ҡәҙерен белмәүен, хәҙер инде кире ҡайтара алмаҫын, йәненә яҡыны башҡа ерҙә түгел, ә тап ошонда, ошо өйҙә булғанын бик һуңлап аңлап, яралы йыртҡыс ише ҡыланды. Аҙаҡ, ҡатынын ерләгәс, «ҡайғыһын уртаҡлашырға» килеүселәр менән шешә артында берсә буҙлап, берсә йырлап ултыра торғас, иҫереп йығылды. Етемдәрҙе өләсәләре үҙ ауылына алып ҡайтып китте.
Балалар балалар инде, әҙәм күтәрмәҫ ҡайғыны ла улар ололар­ға ҡарағанда еңелерәк күтәрә, күп нәмәгә шәберәк өйрәнә лә, тиҙерәк онота ла, тиҙәр бит. Шулайҙыр. Аллаһы Тәғәлә, уларҙы ваҡытлыса булһа ла был гонаһлы донъя михнәттәренән азатыраҡ итергә тырышып та, сабый аңы, аҡылы менән яралталыр, бәлки. Йылы ҡараш, яҡшы тәрбиә Сөмбөл менән туғандарының йәнен дауалаһа, ҡояшлы йәйҙең йәмле көндәре, һыу инеүҙәр, балыҡ тотоу, еләккә йөрөү, яңы дуҫтар, татыу ғаиләнең көнкүрешендә ҡайнашыу уларҙың ҡайғыһын баҫты, йәндәрен дауаланы. Кистәрен йоҡларға ятҡанда йәки Рәйлә еңгәләренең бәләкәстәре әсәләренә иркәләнгәндә Сөмбөлгә ҡыйын булып китә-китеүен. Әммә бындағы ололар һаҡ: еңгәһе үҙ балалары менән бергә Сулпанды ла ҡосағына ала, һөйә, иркәләй, Искәндәрҙе ағаһы артынан ҡалдырмай, ә Сөмбөлдө өләсәһе бәпләп, ҡурсалап ҡына тора.
Көҙгә, уҡыуҙар башланғас, Сөмбөл менән Искәндәр, был ауылдың башланғыс синыфтарҙы тамамлаған башҡа балалары кеүек үк, алыҫ булмаған ҡала интернат-мәктәбенә уҡырға урынлаштырылды, биш йәшлек Сулпан, ағаһының бер-бер артлы донъяға килгән өс малайына «апай» булып, үҙ балаға әүерелде. Көҙ артынан ҡыш килде, ҡышты ярһыу яҙ, яҙҙы тағы ла йәй алмаштырҙы, миҙгел артынан миҙгел, йыл артынан йыл үтеп, тормош дауам итте.
… Яңы урынға күсенеү үҙе бер ҡайнаш булды. Дөйөм ятаҡтың кескәй генә бүлмәһендә ул хәтле нәмә ҡайҙа һыйып бөткәндер, еңел машина менән йәшниктәрҙе, төйөнсөктәрҙе ике көн ташынылар ҙа ҡуйҙылар. Унан уларын урынлаштырыу мәшәҡәте тағы ла бер көн һәм төндө биләне. Ярай әле ял алғандар.
Сөмбөл ире Айрат, дүрт, биш йәшлек малайҙары Самат һәм Салауат менән бөгөн тәүге тапҡыр яңы өйҙәрендә сәй эсеп, урамдарына сыҡты. Хужаларса ирәйешеп донъяларын барлап йөрөнөләр. Өйҙәре эстән генә түгел, тыштан да ҡупшы шул. Ҙур булмаһа ла, тәҙрәләре күңелле итеп көлөп, мөрйәһендә төтөнө бейеп тора. Иң мөһиме, үҙҙәренеке, ихатаһы ла иркен, баҡсаһы, ҡоҙоғо бар. Ҙур йортто, Алла бирһә, киләсәктә һалып инерҙәр.
Ире, йышҡы-бысҡыһын алып, ҡоймаларҙың бушап, ҡыйшайып торған ерҙәрен йүнәтмәксе ине, уның эшләгәнен ҡарап уйланып торған ҡатындың башына сәйер генә уй килде лә, балаларса ғына итеп әйтте лә һалды:
– Әйҙә, сыйырсыҡ ояһы яһайыҡ.
Айрат, аптырай төшөп, ҡатынына күҙ һирпте:
– Ә нимәгә ул, бала саҡта аҙ яһаныҡмы беҙ ояны?
– Әллә… Миңә ниңәлер ҡоймаһында сыйырсыҡ ояһы булған, сыйырсыҡтары һайрашҡан йортта бәхетле кешеләр йәшәйҙер һымаҡ.
Ир, көлөмһөрәп, елкәһен ҡашый бирһә лә, ҡатынының моңһоу­ланып киткән ҡарашы менән осрашҡас, еңел генә ризалашты ла ҡуйҙы:
– Яһаһаҡ, яһай ҙа ҡуябыҙ, моңмо ни ул миңә, кәләшем һорағас.
Сөмбөл теремекләнеп китте, алһыу ирендәре йырылып, ап-аҡ ынйы тештәрендә байыуға ыңғайлаған яҙғы ҡояш нурҙары сағылды.
– Икәү! – Иренең ҡаштары юғары сөйөлөүгә аңлатма бирергә ашыҡты, – малайҙарҙың икәүһенә лә булһын, талашмаһындар.
– Икәү тек икәү, «бәхетле йорт, бәхетле кешеләр» тиһең түгелме әле, әйҙә һайрашһындар.
Ояларҙы, малайҙарҙы бысҡы, йышҡы аҫтына тығылыуҙан тыя-тыя, ҡулдарынан әле балтаны, әле сүкеште тартып ала-ала, «ярҙам итеү»ҙәрен ҡабул итә-итә, яһап бөтөп, ҡолғаларға беркеткәндә, ҡараңғы ҡуйырғайны инде. Һуңғы эштәрен урамға ут һуҙып тамамланылар. Йәштәр үтә лә ҡәнәғәт, үҙҙәренән бигерәк балалары шат булды. Бәләкәстәре:
– Ул-ла-а! Ул-ла! Беҙҙә фыйылфыҡ ояһы ба-ал! – тип һөрәнләп һикрәнләһә, олоһо:
– ҡасан килә, әсәй, сыйырсыҡ, ҡасан килә? Икәүһенә лә киләме, атай? Нисәү килә? – тип теңкәләрен ҡоротто.
… Бер көн иртәнсәк яҡтырыр-яҡтырмаҫтан ғаилә эшкә ашыға ине. Ире машинаһын ҡабыҙып йылыта торғансы, Сөмбөл малай­ҙарын кейендереп сығарҙы ла, ишек йоҙаҡтарын бикләү менән булашты. Шул ваҡыт машина шауы, уландары тауышы араһынан ҡолағына «Фью-у-ут фр-р-р, фю-фю-фю фр-р-р!» тигән нескә генә тауыштар салынды. Башын күтәрһә, кескәй умарталар өҫтөндә сыйырсыҡтар һайраша икән. ҡайһы арала килеп, оялап өлгөргәндәр тиһең. Урғылып килеп баҫҡан хистәренән йәш ҡатындың күңеле нескәрҙе, ирекһеҙҙән күҙ алдынан бер-бер артлы йәшләй генә ер ҡуйынына инеп ятҡан әсәһе, эскелек һаҙлығына төшөп батҡан атаһы, Чечняға китеп юғалған ҡустыһы, иң яҡын кешеһен «ҡунаҡҡа килеүсе апай» тип кенә белеп үҫкән һеңлеһе үтте һәм Сөмбөл, тулҡынланыуҙан тауышы үҙгәреп, машинаның артҡы ултырғысында уртанан ҡарап барыу өсөн урынға талашып «тыш та быш» көрмәкләшеп ятҡан малайҙарына өндәште:
– Ана, нимә ти һеҙгә сыйырсыҡтар, талашмай, һуғышмай, дуҫ йәшәгеҙ, шунһыҙ бәхет юҡ, тиҙәр.
Малайҙар шым булышып, ҡолаҡтарын һағайтып, сыйырсыҡ моңон ишетергә тырышты. Йәнәш креслоға инеп ултырған ҡатынының йөҙөнә күҙ һалғас, ире көлмәйенсә булдыра алманы:
– Килгән бит сыйырсыҡтарың, иң бәхетле йорт беҙ улай булғас, кәләш!
Урамында сыйырсыҡ оялары булған, ул ояларҙа ҡоштары һайрашҡан зәңгәр күҙле бәләкәй генә бәхетле йорт бәхетле хужаларын кискә тиклем оҙатып ҡалды.

Миләүшә ҡАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)