RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Осраштыҡ Ока ярында

08.11.2013 Осраштыҡ Ока ярында

Осраштыҡ Ока ярындаОктябрь аҙағында Рәсәй яҙыу­сылар союзының сираттағы XIV съезы үтте. Әҙиптәрҙең биш йыл һайын үткәрелеп торған был оло йыйынында Башҡортостандан өс вәкил – Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Әмир Әминев, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Камил Йыһаншин ҡатнашты. Съезд барышы, унда алған тәьҫораттар менән уртаҡлашыуын һорап, беҙҙең хәбәрсе Әмир Әминевҡа мөрәжәғәт итте.

– Әмир ағай, съезд хаҡында ҡыҫҡаса әйткәндә...
– Рәсәй яҙыусыларының XIV съезы Калугала үтте. Нишләп унда, нишләп Мәскәүҙә түгел, тигән тәбиғи һорау тыуыуы ла ихтимал. Сәбәбе – аҡса булмауҙа. Залды ҡуртымға алыу, ил буйынса йыйыл­ған халыҡты йәшәтер урын, ашатыр ризыҡ кәрәк, ә союздың был йөктө күтәрергә хәле юҡ. Шуға ла союз етәкселеге Калуга өлкәһе губернаторы менән һөйләшкәндер, тим. Әйткәндәй, ХIII съездың ҡайҙа үткәнен белмәйем, XII съезд шулай уҡ төбәктә – Орел ҡалаһында үткәйне. Союз үҙенең пленумдарын күсмә тип нарыҡлай ҙа, һуңғы ваҡытта төбәктәрҙә үткәреү ғәҙәтен алды. Шуларҙың һуңғыһы 27 сентябрҙә Сергей Аксаков көндәре барғанда Өфөлә үтеүе быға асыҡ миҫал.
2009 йылдың апреленән алып быйылғы йылдың октябренә тиклемге арауыҡта илдә барған әҙәби процесс, ул процестағы уңыштар, хәл ителмәгән мәсьәләләр, алда торған бурыстар хаҡында етди һөйләшеү булды, тип әйтә алам. Уңыштар ҙа күрһәтелде, айырым әҫәрҙәр аталды, фамилиялар яңғы­раны, шулай ук союздың эш­мәкәрлеге, төбәктәр менән бәйләнештәрҙең һүлпәнәйеүе, китап сығарыуҙың ауырлашыуы, улар­ҙың тираждары әҙәйеүе, уҡыусыларҙың кәмеүе тураһында ла асыҡтан-асыҡ әйтелде, бәхәстәр ҡупты.
Тәүҙә, 21 октябрҙә, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы бина­һында пленум асылды. Ул, нигеҙҙә, иртәгә үтәсәк съезды ойоштороу, техник мәсьәләләрен ҡараны, алып барыу тәртибе, даими комиссияларҙың отчеты, сығыштарҙың регламенты аныҡланды һ.б. Ар­табан беҙҙе, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған 200-гә яҡын делегатты, автобустарға тейәп, Мәскәүҙән 180 саҡрымда яткан Калугаға алып киттеләр. Ҡунаҡханаға урынлаштырҙылар.
Съезд Калуга өлкә филармонияһында асылды. Тәүҙә яҙыусылар форумын ҡотлау һүҙе менән өлкә губернаторы Анатолий Артамонов сығыш яһаны, Калуга митрополиты Климент тәбрикләне, унан Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавровтың, РФ Мәҙәниәт министрлығының, күренекле рус әҙиптәре Юрий Бон­даревтың, Валентин Распутиндың ҡотлау телеграммалары уҡылды (улар, ауырыу сәбәпле, үҙҙәре килә алмаған).
Рәсәй яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Валерий Ганичевтың отчет докладынан, әлбиттә, күпте көткәйнек. Ләкин ул ярайһы ғына шыма, беҙҙә бөтәһе лә һәйбәт, эш барҙы, бара, тигәнерәк рухта һөйләне. Ә бит проблемалар байтаҡ: күп милләтле Рәсәй яҙыусыларының китаптарын нәшерләү, һатыу, башҡа телдәргә тәржемәләү, әҙәби-художестволы журналдар­ҙың тираждары кәмеүе, төбәк ойошмаларының эшмәкәрлеге, төрлө конкурстар, фестивалдәр, китап йәрминкәләре, яҙыусылар­ҙың юбилейҙарын үткәреү һ. б., һ.б. кисекмәҫтән хәл итәһе мәсьәләләр бихисап. Бөтә нәмәне аҡса хәл итә. Идара рәйесе саң ҡағыу урынына сәйәси, ижтимағи мәсьәләләргә күберәк иғтибарын йүнәлтте һәм, билдәле, быға күп делегат ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе.
Әлбиттә, отчет докладынан күренеүенсә, союзда ниндәйҙер дәрәжәлә эш барған, әммә әҙәбиәт, уның проблемалары тура­һын­да аныҡ һөйләшеү барыбер ҙә һирәк булған. Милли республикаларҙан килгән әҙиптәр йәнә бер ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе: идара Мәскәү, Санкт-Петербург һымаҡ эре ҡалалар менән генә «йәшәй», уларҙы күтәрә, ә милли әҙәбиәткә әллә ни иғтибар юҡ, тәржемә институты тарҡалды.
Алғараҡ китеп шуны ла әйтәйем, съезд үҙ эшенең һуңғы нөктәһенә – идара рәйесен һайлауға еткәс, Ганичев, мин вазифанан баш тартырға риза, съезд нисек хәл итер, тине.
Ләкин зал өндәшмәне – делегаттар бындай боролошҡа әҙер түгел ине шикелле. Шунан съезды алып барыусы микрофонды алды ла, рәйеслеккә кемде күрһәтәһегеҙ, тип һораны. Залдан бер нисә тауыш, Ганичевты, тип ҡысҡырҙы. Башҡа кандидат юҡмы? Юҡ. Асыҡ тауыш биреү юлы менән шулай итеп алдағы биш йыллыҡҡа йәнә Валерий Ганичев һайланды. һайлау процедураһын оҙағыраҡ һөйләнем шикелле.
– Өс кеше барғанһығыҙ, берәйегеҙгә трибунаға күтәрелеү мөмкинлеге булдымы һуң?
– Сығыш яһаусыларға 5 – 7 минут ҡына ваҡыт бирелгәйне регламент буйынса, йәмғеһе 30-ға яҡын кеше сығыш яһаны, шул иҫәптән беҙҙең идара рәйесе Риф Тойғонов та. Ул, нигеҙҙә, үҙебеҙҙең союз башҡарған эштәр хаҡында һөйләне.

– Башҡорт әҙәбиәтен беләләрме? Мәғлүм ки, Башҡортостан үҙенең союз ағзалары һаны буйынса илдә иң эреләрҙән иҫәпләнә...
– Ысынлап та, шулай: беҙ, Мәс­кәү, Санкт-Петербург, Татарстан­дан ҡала, дүртенсе урындабыҙ. Ҙурҙан ҡупҡанда, Мостай Кәримде беләләр, Рауил Бикбаевты, Ғәзим Шафиҡовты һораусылар булды. Риф Тойғонов үҙ сығышында байтаҡ әҙибебеҙҙе атаны. Уларҙың исем-шәрифе юғары трибунанан яңғырауы шулай уҡ яҡшы тип иҫәпләйем. Валерий Ганичев үҙ докладында, байтаҡ әҫәрҙәр менән бер рәттән, минең русса сыҡҡан «Китай-город» китабымды Рәсәй прозаһының һуңғы йылдарҙағы ҡаҙанышы иҫәбендә телгә алды. Был, миңә ҡалһа, шулай уҡ беҙҙең әҙәбиәткә мәрәй.

– Бындай оло йыйындарға сит илдәрҙән, бигерәк гә элекке Советтар Союзы республикаларынан да килә торғайнылар...
– Эйе, улар ҙа булды. Айырым йәшәһәк тә, әҙәбиәттәр һаман бер булыуын дауам итә. Украина, Белоруссия вәкилдәре сығыш яһаны. Ҡытайҙан, Ираҡтан килгән әҙиптәр съезға тәбрик һүҙе әйтте, ҡайһы бер союздар телеграмма ебәргән.

– Ултырыштар, сығыштарҙан тыш мәҙәни саралар ойошторолдомо?
– Эйе. Съезд, нигеҙҙә, тулы бер көн барҙы – иртәнән кискә тиклем. Икенсе көнө делегаттарҙы төркөмдәргә бүлеп, ҡала мәктәптәренә, юғары уҡыу йорттарына, район­дар­ға таратып, осрашыуҙар ойошторолдо. Ун ике кешенән торған беҙҙең төркөм, мәҫәлән, Калуга­нан 70 саҡрымдағы Тартус райо­нына барҙы. Райондың хакимиәт башлығы ҡабул итте, эш кабинетында ихлас әңгәмә уҙғарҙы. Унан хакимиәттең тамашалар залында әҙәбиәт һөйөүселәр, уҡыусылар менән осрашыу үтте. һәр делегат үҙе, ижады хаҡында һөйләне. Мин Башҡортос­тандан икәнлегемде, Башҡортостан ул рус яҙыусыһы Сергей Аксаков, рәссам Михаил Нестеров, бөйөк балет артисы Рудольф Нуриев, милли геройыбыҙ Салауат Юлаев, шағир Мостай Кәрим иле икәнен һанап, үҙемдең башҡорт телендә сыҡҡан әҙәби- художестволы журналдың баш мөхәррире булыуым, башҡорт әҙиптәренең генә түгел, руссанан тәржемәләр ҙә биреүебеҙ хаҡында һөйләнем. Ҡабул иттеләр, оҡшаттылар хәбәремде. Калуга – тарихи рус ере, шуға ла башҡа милләт вәкиленең һөйләгәне уларға ҡыҙыҡ ине.
Төркөм етәксебеҙ, союз идараһының беренсе секретары Геннадий Иванов яҡташыбыҙ Камил Йыһаншинға һүҙ биргәндә уның «Алдан алтыны», «Скитники» кеүек билдәле романдары авторы икәнен билдәләне.
Яҡут-Саха Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, билдәле шағирә Наталья Харлампиева, мәҫәлән, үҙ республикаһы хаҡында һөйләгәндән һуң үҙ телендә шиғыр, унан руссаға тәржемәһен уҡыны ла ҡумыҙ сиртте. Ифрат ихлас ҡабул иттеләр. Мин шунда үҙемдең ҡурай­ҙа уйнай белмәгәнемә үкенеп ултырҙым. Хәйер, ул үкенес әлеге осрашыуҙа ғына тыуған тойғо түгел...
Әлеге осрашыуҙан тыш, беҙ Ока йылғаһы ярындағы рус әҙәбиәтенең билдәле шағирәләре Марина Цветаева, Бэлла Ахмадул­линаға ҡуйылған һәйкәлдәрҙе, Цветаевтар ғаиләһе музейын ҡараныҡ, яҙыусы Константин Паустовскийҙың йорт-музейына, ҡала зыяратындағы ҡәберенә зыярат ҡылдыҡ. Тартус ҡалаһында, баҡһаң, шағир Николай Заболоцкий йәшәгән, атаҡлы пианист Святослав Рихтерҙың дачаһы булған (хәҙер унда уның исемендәге музыка фестивалдәре үтә), рәссам Василий Поленов усадьбаһы – шулай уҡ Ока йылғаһы ярында. Еңеү Маршалы Константин Жуковтың хәрби карьераһы Тартуста башланған. Бында Александр Пушкин килгән, Циолковскийға һәйкәл, уның музейы бар. Быларҙың барыһын да күреү, улар тураһында яңы мәғлүмәттәр ишетеү күңелдә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Эйе, съезд үтте лә китте, ә коллегалар менән аралашыу шатлығы, ижад тураһында һөйләшеү, китаптар менән алмашыу ҡыуанысы ҡалды. Иң мөһиме – бына ошо һәм ижад итеү ҡомары артыуы.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)