RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Риф ӘХМӘҘИЕВ «Асыла бара офоҡтарым…»

01.11.2013 Риф ӘХМӘҘИЕВ «Асыла бара офоҡтарым…»

Август
Риф ӘХМӘҘИЕВ «Асыла бара офоҡтарым…»
Август – йәйҙең һуңғы айы,
Ҡаймағы түгел, майы.
Муллыҡ айын данлар өсөн
Килһен тик мәле, яйы.

Август айы – эшлекле ай,
Июль кеүек наҙламай,
Арыш бешә. Офоҡтарҙа
Балҡып һүнә һаҙағай...

Ниндәйҙер бер илаһилыҡ
Биләй тереклек затын:
Иләҫ-миләҫ килеп тора,
Әйтерһең, йөклө ҡатын.

Муллыҡты тәбиғәт үҙенсә
Ҡәҙерләй, хөрмәт итә.
Ысыҡ төшһә, бар донъяға
Бал еҫе аңҡып китә.

Аҡландарҙа үләндәрҙе
Ҡаплап үҫкән бөрлөгән, –
Бындай хәл бит һиндә генә,
Тыуып-үҫкән ергенәм!

Аллайылға үҙәнендә
Еткән таҡыя-ҡурай.
Иҫкән елгә шыжлап ҡуя,
Гүйә, ҡурайсы һорай.

Аллайылға урманының
Еләге иҫ китмәле –
Күк көртмәле
Күп ҡыҙҙарҙың
Керпегенә һөртмәле...

Август ғорур.
Көҙ алдында
Килмәйҙер ваҡланаһы.
... Муллыҡ көйөн алмаштыра
Уйсанлыҡ тантанаһы.

Йәйғор ғүмере

Композитор С. Низаметдиновтың яҡты иҫтәлегенә

Ғәжәйеп хәл күреп ҡалдым
Йәйге ҡала кисендә –
Бер нигә лә юраманым,
Яҡшыға ла, яманға ла,
Ысынға ла, ялғанға ла,
Тик ошо хәл ни эшләптер
Һеңеп ҡалды күңелгә...

Кинәйәле булған был хәл,
Шауҡымы ташып тора –
Йәйғор һынына һарылып
Салауат баҫып тора,
Фанилыҡҡа китеп торған
Салауат – маэстро...

Тәҡдир сикләнгән булһа ла,
Үлсәмгә һыймай ғүмер.
Һинеке ише яҙмышҡа
Кем сыҙар ҙа, кем түҙер –
Торғаны утлы күмер.
Әллә шунан арынырға
Теләп, күккә үрелдең.
Йәнең шунда тынлыҡ тапты,
Йәйғор булып һүрелдең...
Исемең менән,
Бигерәк есемең менән
Астың моңдоң серҙәрен.
Һалып ғәмле күңелдәргә
Салауат күперҙәрен.
Сәнғәттә лә һиңә,
Йәннәттә лә һиңә
Хас бер хикмәт, бер ырым –
Ул – мәңгелек моңо,
Үлемһеҙ моң,
Һинең йырың – “Күҙ нурым”.
“Күҙ нурым”...

* * *

Көндөҙ – Ҡояш, төндә – Ай,
Былар талмай, арымай.

Ҡараңғы төн, яҡты көн –
Күңелем түгел бөтөн.

Мөрйәнән сыҡмай төтөн,
Яҡмайҙар микән утын?

Газ яғалар, тимәгеҙ,
Бәғеремде өҙмәгеҙ:

Ауылым бөткән күптән,
Көтмәйсә ярҙам Күктән...

Көндөҙ – ҡояш, төндә – ай,
Тәбиғәт бит йоҡламай:

Яҡты февраль төндәре,
Шомло бүре өндәре.

Тора фанилыҡ заты –
Ауылым зыяраты...

Ай ни ҡәҙәр тулышҡан!
Кем уға шулай ҡушҡан?

Ә ул һаман боронғо,
Юҡ яңылыҡ – һөйләргә:
Ергә етмәй йылыһы,
Оҡшап тора ауылдағы
Яғылмаған өйҙәргә...

* * *
Өйҙә торған ҡаҙ ояһын күреп,
Йөрөй бесәй мырлап-
мырылдап,
Оялағы ун биш йомортҡаның
Бер нисәһе килгәс моронлап.

Быныһы – ерҙә.
Ә бейектә, күктә
Өр-яңы ай килә моронлап.
Тыуған ай һәм тулған ай
араһын
Нисә ҡабат үттем.
Уй уйлап...

Юл йөрөнөм.
Ҡасан, ҡайҙа барһам,
Йөрөнөм гел яҡты уй уйлап.
Был юлы ла
Сеп-сей себешме ни –
Матур бер уй килә моронлап...

* * *

Әгәр ташҡын хистәремдең
Түгелгәндәрен йыйһаң,
Тулырҙай күпме күңел дә,
Тулырҙай барлыҡ йыһан.
Тулышҡан шул күңелгенәм,
Сиктән ашып тулышҡан.
Күңелемдең тулылығы
Киләлер, тим, тыумыштан.
Яҙғы ташҡын булып аштым,
Бөрө булып шартланым,
Йәшәүҙән дә лайыҡлыраҡ
Бүтән сара тапманым...
Үҙ уйҙарым менән яндым,
Булманы улар яман.
Шәхсәнерәк булғандары
Тороп ҡалдылар шикелле
Өйгә үтмәй тупһанан...
Асылмаған офоҡтарым
Бер саҡ асылыр – барам!
Шуға ишаралап тора
Әйләнә-тирәм, аурам...

Балан

Көҙ ҙә килде.
Алтын, сыуаҡ көндәр –
Күҙҙе асып, йомған бер ара.
Был арала балан бешеп етеп,
Тантанаһы ергә тарала.

Балан… Балан…
Үҙе ҡупшы һаман,
Ҡупшылығы ысын эталон:
Ҡамаштыра күҙҙе тәлгәштәре –
Һалҡын ялҡын –
Ә мин уҡталам.

Бешкән балан –
Ул ҡойолмай ҡалған,
Көтә микән ҡыштың
һалҡынын?
… Мин дә һүнәм,
Ҡарҙар яуһа, күмәм
Һуңлап килгән хистәр
ялҡынын.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)