RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әсәләр көтә улдарын

01.11.2013 Әсәләр көтә улдарын

Ахылдап йәнәш һылашҡан Миңлеғәленең хәле хөрт ине, кәүҙәһен ул аҡтыҡ көсөнә һөйрәп килде, шулай ҙа тирле күҙҙәрен һөртөп, бер аҙ текләгәндән һуң яуапланы:
– Шунда… Мин уны фуражкаһынан таныйым... Һин әйткәнсә, яу яланын күҙәтә…
Ул арала беҙҙең окоптар яғында йәнләнеү һиҙелде, траншеялар буйлап каскалар ялтырап китте. Күп тә үтмәне, роталар яңы, үлемесле һөжүмгә күтәрелде.
– Урра-а-а-а! Урра-а-а-а!
Яу яланы өҫтөн совет һалдаттарының дәррәү ҡысҡырыу тауышы ярып үтте. Тигеҙ рәт булып күтәрелгән батальон тиҙ арала йүгереүгә күсеп, һөжүм яланының яртыһына тиклем барып та етте. Яралыларҙы тапап тиерлек үтте һалдаттар, ҡараштары тик фашист яғына йүнәлтелгән. Фашист өндәшмәй, ниәте – беҙҙекеләрҙе яҡын ебәреп ҡырыу. Шуларҙы күреп нәфрәтләнгән Торсонбай ҡайҙа ятҡанын онотоп ҡалҡынды, асыуынан ҡыҫыҡ күҙҙәрен ҙур асып, әлеге блиндаж яғына тос йоҙроғон һелкте.
– Ҡайҙа?! Ҡайҙа?! Ай-бой, был ниткән эш! Харап итә бит был егеттәрҙе! Тфү, шайтан!
Миңлеғәле иптәшенең аҙаҡҡы һүҙҙәрен һәм шул һүҙҙәр артынан немец пулеметының үҙенсәлекле таҡылдауын ғына ишетеп өлгөрҙө, сираттағы иҫен юғалтыуҙан яралының башы үлән өҫтөнә һәленеп төштө. Уның йәне кәүҙәһен тиҙ ҡалдырҙы, өҫкә күтәрелде лә бер аҙыраҡ һуғыш барған киң яу яланына ҡарап торҙо. Туҡтауһыҙ үлем сәскән пулеметтарға элеккесә фашист минометтары ҡушылды: ”Ух!” “Ух!” “Ух!”. Роталар аяуһыҙ ит турағысҡа эләкте. Сатай-ботай кәүҙәләр осто, артҡа сигенгәндәрҙе пулемет уты ҡырҙы, немец автоматсылары, ҡуянға һунар ойошторғандай, ярты кәүҙәләрен окоптарҙан сығарып, иркенләп ҡурғаш ямғыры һиптерҙе. Хас та тәүге һөжүмдәрҙәге кеүек. Минометтар яу яланын эшкәртеп сыҡҡас, ҡыҙыҡ өсөндөр, ситтә, юл ситендә ултырған һалам башлы украин өйөнә уттарын йүнәлтте, тура эләгеүҙән өйҙөң яртыһы ишелеп төштө, күҙ асып йомғансы бейек ҡыйығын ут ялмап та алды. Йән бындай мәхшәргә ҡарап түҙеп тора алманы, киң яландар, ташландыҡ ауылдар, емерек ҡалалар аша тыуған яғына юл алды. Ана, ауыл осонда, оло юлға табан әсәһе йүгерә.
– Улым, ҡайт! Зинһар өсөн, үлмә, тере ҡайт! – тип ялбарып ҡысҡыра әсә, ҡулдарын алға һоноп. Шул ваҡыт әсәһе ташҡа эләгеп тәкмәсләп китте һәм туҙан борҡотоп йөҙ түбән ҡапланды. Йән, үрһәләнеп, ғәзиз кешеһенә ярҙамға ташланды, әммә ниндәй­ҙер кәртә уны үткәрмәне. Оҙаҡ маташты йән, бейектә өйрөлөп-сөйрөлдө, аңҡы-тиңке килде. Бер нисә тапҡыр шул кәртәгә һөҙөмтәһеҙ бәрелеп һуғылғас, ары йүгергән әсәнең терһәктәренән аҡҡан ҡанға текләп өйрөлгәндән һуң, кире фронт яҡтарына осто.
Миңлеғәле ауыр ыңғырашып иҫенә килде. Башын хәлһеҙ күтәреп каскаһын рәтләгәнсе геүләгән ҡолағында кемдеңдер бер үк һүҙҙәре шаулап тик торҙо.
– Дөмөктөрәм мин һине, шайтан! Пуля ла йәл һиңә, алырлыҡ булһа, берәй фашисты теге донъяға оҙатыр инем!
Ул күҙҙәрен асты. Ҡарашы ҡараңғылыҡ эсендәге тырым-тырағай йүгерешкән йондоҙҙарҙан ҡотолоп, шул ҡараңғылыҡ пәр­ҙәһен йырғансы бер аҙ ваҡыт үтте. Тәүҙә бейек үләнде шәйләне, шунан әлеге һүҙҙәр­ҙең хужаһын таныны. Шунда ғына яралы үҙҙәренең аяныслы хәлен иҫенә төшөрҙө, аяғы ла һаман үлтереп һыҙлай икән. Торсонбай винтовкаһын баяғы күҙәтеү блиндажына тоҫҡап, сәпкә ала алмай интегә ине.
– Дөмөктөрәм мин һине, шайтан! – Был һүҙҙәрҙең кемгә төбәлгәне аңлашыла ине, әммә ҡаҙаҡтың әллә күҙҙәре насар күрә, әллә хәле мөшкөлләнгән – винтовкаһын яурынына терәп килештерә алмай этләнде.
– Ыһ… – Миңлеғәле ирекһеҙҙән ыңғырашып ҡуйҙы. Йәш һалдаттың хәле насарай­ғандан-насарая ине. Ул берсә тиргә батты, берсә бөтә тәнен һалҡын ҡалтырау алды. Торсонбай иптәшенең иҫенә килеүен шәйләп, балаларҙай шатланды.
– Мин һине тегеләй тип уйлағайным инде… Былай булғас, йәшәйһең, – уның тауышы гүйә алыҫтан килә, тоноҡ ишетелә. Ҡаҙаҡ винтовкаһын төшөрөп, бер аҙ өндәшмәй ятты. Шунан:
– Миңлеғәле, һин һунарсы тоҡомонан түгелме? – тип һораны. Миңлеғәле баклажкаһын көскә ысҡындырып, аҙаҡҡы тамсыларын уртланы ла өҙөк-өҙөк яуапланы:
– Һунарсы тоҡомонан түгелмен… Әммә һунарға барған бар… Ҡуянға…
Торсонбай иптәшенә тотош кәүҙәһе менән әйләнеп ятты, арыған күҙҙәрен ялтыратып, йәнләнеп китте.
– Башҡа хәтәр уй килде бит әле. Батальон командирын сафтан сығарырға ине, аңлай­һыңмы? Шунһыҙ был тәртипһеҙ һөжүмдәр­ҙе туҡтатып булмаясаҡ, бөтә батальон ҡырыласаҡ.
Ҡапыл Миңлеғәлегә үтә лә ҡыйын булып китте, яраһының һыҙлауы йөрәгенә бәрҙе. Нисек инде үҙ командирыңа атырға? Һалдат, әлбиттә, аңлай: ысынлап та, комбат ахмаҡ. Тик нимес түгел дә инде ул!
– Был хыянат, Торсонбай. Арттан, йәшенеп, иптәшеңә хәнйәр ҡаҙаған ише…
Торсонбай бөтәһен дә төптән уйлаған, әле генә ағарып йонсоған бите ҡыҙылға мансылды.
– Ул дошманыңдан яман, йыртҡыстан ҡурҡыныс! Күпме бынамын тигән егет ҡырылды, бушҡа баштарын һалды. Ә тағы күпме ҡорбан буласаҡ! Аңлайһыңмы? Бөтә өмөт һиндә, дуҫ, минең ҡулдан килерлек түгел, йә яҙа атырмын. Яуҙарҙа күп һынаным, төҙ атаһың, һанһыҙ фашистың башына еттең. Шуға өндәшеүем. Һин уның күкрәгенә тоҫҡа, Алла бойорһа, иҫән ҡалыр. Политрук һәләк булды, артабан батальон хәрби тәртип буйынса беренсе рота командиры ҡулына күсәсәк. Ул булдыҡлы егет…
Миңлеғәле һөжүмдәр араһында үҙенә урын таба алмай енләнгән үҙҙәренең рота командирын күҙ алдына килтерҙе. Яраланған ротный мөғжизә менән сафта ҡала килде, һөжүмдәрҙән һуң һәр ятып ҡалған яугиры өсөн йоҙроғон йомарлап теш араһынан ыҫылдай ине. Йыш ҡына асыулы күҙҙәрен блиндаж-штаб яғына йүнәлтеп, артиллерия таптырҙы.
Эйе, булдыра ротный, яуҙарҙа сыныҡҡан егет, уның менән етерлек мәхшәрҙе үттеләр. Тик батальон командирына ата алмаясаҡ ул. Юҡ, ҡулы күтәрелмәй…
– Уралда хыянат юҡ, Торсонбай, беҙҙең халыҡ хыянатһыҙ…
– Ни һөйләйһең, Миңлеғәле, әйтерһең, далала хыянат бар! – Иптәше ҡабаланып бүлдерә һалды. – Их!
Уның ҡуңыр битендә мускулдар тәрән һырҙарҙы юғалтып тартылды, балсыҡ ҡатыш ҡанға буялған ҡулдары винтовкаһының прикладын һындырырҙай итеп ҡыҫты. Шунан ҡаҙаҡ яугир кире эсенә әйләнде, икеләнгән иптәшенә өмөтөн юғалтып, ергә башын терәне.
– Ыһ! – Әллә ғазаплы уйҙарынан, әллә һыҙланыуҙан Миңлеғәленең маңлайына тир бәреп сыҡты.
Кинәт Торсонбай башын күтәрҙе, тиҙ генә винтовкаһын яурынына терәне лә хәйерһеҙ блиндажды тағы сәпкә алды. Ҡабаланды һалдат, яңы уңышһыҙ һөжүм башланасағынан ҡурҡты, шуға ҡулдары ҡалтыранды, тағы яраһы һиҙҙерҙе, хәлһеҙлектән күҙ алды ҡараңғыланды. Шулай ҙа зиһенен туплап бер аҙыраҡ тоҫҡап ятты. Юҡ, булдыра алманы, күҙҙәре алдында блиндаж ҡатыш үләндәр һикерешә башлағас, винтовкаһын ергә төшөрөп, асыуынан прикладын туҡманы.
– Шайтан! Шайтан! – тип төйгөсләне ул ғәйепһеҙ прикладты. Шунан Миңлеғәлегә ҡараны. Күҙҙәре йәшләнгәйне ҡаҙаҡтың, ирендәре лә дерелдәй, хәҙер ҡысҡырып илап ебәрерҙәй.
– Өйҙә әсәйең көтә һине, Миңлеғәле, шулай бит. – Ялыныслы ҡарап, һәр һүҙгә баҫым яһап башланы ул. – Иҫән-һау ҡайт­һын тип, зарығып көтә. Ошо көнгә батальондың яртыһынан күбеһе өҙгөләнеп, ошо яланда ята. Күпме әсәнең өмөтө өҙөлдө, күпме бала атайһыҙ ҡалды, бөтәһе лә бер йүнһеҙ командир арҡаһында. Үлгәндәрҙе лә, тереләрҙе лә һинең әсәйең һымаҡ әсәләре, туғандары көтә. Әгәр һин быны эшләмәһәң, бөтә батальон ошонда ятып ҡаласаҡ. Йә…
Торсонбайҙың ябай, әммә йөрәккә үтерлек һүҙҙәре минут һайын хәле насарая барған Миңлеғәленең аңына тиҙ барып етте. Тәүҙә ул һөжүмдәр барышында немец миналары һәм снарядтары шартлауынан өҙгөләнгән, тураҡланған кәүҙәләрҙе күҙ алдына килтерҙе, шунан әсәһен иҫенә төшөрҙө. Әле яңыраҡ ҡына төшөндәме, хыялындамы ауыл осонан йүгергән әсәһен күрҙе бит ул. “Улым, ҡайт! Иҫән-һау әйләнеп ҡайт!” – тине бит. Эйе, уны өйҙә әсәһе көтә. Миңлеғәле ҡайтмаһа, әсәһе бөләсәк, йә ҡайғынан, йә яңғыҙлыҡтан. Һәм ҡапыл егетте ҡурҡыу тойғоһо солғап алды. Был ҡурҡыу анау һыҙғырып яуған миналарға ҡарағанда ла ҡурҡынысыраҡ, себендәй безелдәгән пуляларҙан да яманыраҡ. Яралының ҡото осто. Әле генә ул үҙе тураһында ғына уйлай ине. Яраһы һыҙлауға түҙмәй, был донъя менән хушлашырға ла әҙер ине. Юҡ, ул йәшәйәсәк! Уны өҙөлөп көткән ғәзиз әсәһе өсөн йәшәйәсәк!
Миңлеғәле, тағы ла аңын юғалтыуҙан ҡурҡып, винтовкаһын күтәрә һалды. Ҡулдар хужаһын да көтмәй, өйрәнелгәнсә затворҙы этте, затвор үҙ сиратында патронды көбәккә ашыҡтырҙы. Блиндаждың күҙәтеү тәҙрәһендәге таныш фуражканы ап-асыҡ күрҙе ул. Әммә һалдатты икеләнеү тойғоһо тағы биләп алды. “Атырғамы? Атмаҫҡамы? Фашисты дөмөктөрөүе анһат, ул – дошман. Ә бында? Үҙебеҙҙең совет һалдаты. Ә яланда уның ғәйебе менән һәләк булғандар? Ул уларҙы күрәләтә үлемгә ебәрә. Шулай булғас, ул да дошман. Торсонбай әйтмешләй, ҡаҙыҡҡа ултыртыу кәрәк. Их, ауыр хәл! Ни эшләргә? Юҡ, атырға!” Винтовканың мушкаһын әлеге өмөрөйеп ҡарайған тәҙрәгә тап килтереп уйланған арала Миңлеғәле аяҡтарының биле менән бергә һиҙеү һәләтен юғалтыуын тойоп ҡалды. Гүйә кәүҙәһе тотошлай ҡатып бара. Һау аяғын ҡыбырлатып ҡараны, әммә уныһы ла тыңламаны.“Тиҙерәк! Уның бер генә пуляһы бөтә батальон яҙмышын хәл итә! Тиҙерәк!” Атыу тауышы оҙаҡ көттөрмәне, көсөргәнештән ағарған бармағы тәтене үҙенән-үҙе тартты. Йәш яугирҙың мәргәнлеге үҙенекен эшләне: күкрәгенә тейгән пулянан яңы һөжүмгә бойороҡ бирергә ауыҙын асҡан комбат блиндаж иҙәненә ҡоланы. Түҙемһеҙлек менән көтөп алынған шартлау яңғырағас, иптәшенең мәргәнлегенә шикләнмәгән Торсонбай, ятҡан килеш кенә устарын йыйырсыҡлы битенә тигеҙеп, ишетелер-ишетелмәҫ: “Аллаһу әкбәр”, – тип бышылданы. Артабанғы ваҡиғалар ҡаҙаҡ һалдаты уйлағанса барҙы. Рота командир­ҙары: “Фашист снайперы!” – тип ҡысҡырышып, ығы-зығы килгән арала, бер аҙ хәлдең айышына төшөнә алмай аңшайған беренсе рота командирының яраланып ҡан юғалтыу­ҙан ағарған йөҙөндә, ниһайәт, йылмайыу ғәләмәте сағылды. Ул үҙен тиҙ ҡулға алды.
– Батальон, минең бойороҡто тыңла! Комбатты һис кисекмәҫтән санчасҡа! Радисты минең янға! – тип беренсе бойороҡтарын бирҙе өлкән лейтенант. Батальон ҡалдығы мәж килде, бойороҡтар теүәл, еренә еткереп үтәлде, комбатты носилкаға һалып алып та киттеләр. Яңы командир рация трубкаһын радистан тартып тиерлек алды ла бөтә блиндажды шаулатып һөрән һалды:
– Артдивизион! Артдивизион! Һеҙҙән Н квадратын утҡа тотоуығыҙҙы һорайым! Унда дзоттар урынлашҡан! Тағы Р квадратында – минометтар! Тыңлайһығыҙмы!? Бөтә фронт буйынса барған һөжүм уңышын тап ошо участка хәл итә! Ҡабатлайым: Н квадратында дзоттар, Р квадратында минометтар!
Бер нисә минуттан дошман яғында ысын ғәрәсәт ҡупты. Артдивизион утының бөтә ҡеүәте ике квадратҡа йүнәлтелде. Дзот­тарҙың бүрәнәләре бүлгеләнеп һауаға осто, окоптар өҫтөн ҡуйы ҡара саң болото ҡапланы, бындай хәлде көтмәгән немец автоматсылары ҡайҙа ҡасырға белмәй, аҡырышып сәбәләнде, күптәре көслө шартлау­ҙар аҫтында ҡалып, тупраҡ менән бергә буталды. Миномет взводы биләгән позицияһын үҙгәртергә маташып ҡарағайны ла, командирҙың дөрөҫ күрһәткән квадраттары буйынса артиллерия шул взводты тиҙ арала юҡ итте. Был ваҡытта совет ғәскәрҙәренең көсһөҙлөгөнә артыҡ ышанған немец командованиеһы контрударға йәйелергә уйлап ҡына тора ине, беренсе снарядтарҙан уҡ һалдаттарын яҙмыш ҡосағына ҡалдырып, хәрби машиналарына ташланды. Ләкин алыҫ китеп өлгөрмәнеләр, шартлау тулҡыны уларҙы ла түңкәреп, машиналарын ут ялмап алды. Артиллерия дошман позицияларын аҡтарып, окоптарын ер менән тигеҙләүгә беҙҙең окоптар өҫтөндә һирәк, әммә дәртле “Ура!” ишетелде. Беренсе рота командиры әйҙәгән һуғышсылар бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ фашист окоптарына бәреп ингәндә немец һалдаттарының үле кәүҙәләре тырым-тырағай аунашып ята ине.
Ә был ваҡытта Торсонбай иҫен юғалтҡан Миңлеғәлене, бил ҡайышынан эләктереп, үҙебеҙҙекеләр яғына һөйрәне. Тир, ҡан, тупраҡҡа буялып бөткән ҡаҙаҡ яугиры шундай уҡ хәлдәге иптәшен өҫтөрәп, бер туҡ­тау­һыҙ һөйләнде: “Үлмә, Миңлеғәле… Һин үлергә тейеш түгелһең… Һине әсәйең көтә...” Ваҡытлыса кәүҙәһен ҡалдырған йән, ҡайһы тарафҡа барырға белмәй, һуғыш булып үткән ялан өҫтөндә өйрөлдө…

Сабит ФАЗЛЫЕВ.

(Аҙағы. Башы 17-се һанда).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)