01.11.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!
СССР. Үткән быуаттың 50-се йылдары. Америка турисы, газлы һыу эсмәксе булып, урамда торған автоматҡа аҡса төшөрә. Ә уныһы ныҡ ҡына һелкенә, әммә бер нәмә лә бирмәй. Ир тағы аҡса төшөрә, бер ниндәй ҙә һыу юҡ. Ул автоматҡа оҙаҡ ҡына ҡарап тора, елкәһен тырнай һәм, бәй, был бит идея, тип, ҡысҡырып көлөп ебәрә. Бына шунан һуң инде уйын автоматтары барлыҡҡа килә.
* * *
Яңы секретарша ике аҙна буйы эшкә урынлашырға йыйынған компанияһының исемен ятлай алмай йонсой. Ниһайәт, беренсе эш көнө. Телефон шылтырай. Ҡыҙ рәсми рәүештә:
– Красноволгодон бизнескомюникейшн, хәйерле иртә! – ти.
* * *
Сәғүд Ғәрәбстанында матурлыҡ конкурсы уҙҙы. Беренсе урынды 7-се һанлы пәрәнжә яуланы.
* * *
Ике инглиз джентльмены осраша.
– Сэр, – ти береһе, – кесе йомала театрҙа булдығыҙмы?
Тегеһе кеҫәһенән блокнотын сығарып ҡарай ҙа:
– Эйе, булдым, – ти.
– Һеҙ унда минең ҡатыным менән булдығыҙмы?
Ир тағы блокнотына ҡарай:
– Эйе, уның менән булдым.
– Сэр, был миңә бер ҙә оҡшамай.
Тегеһе тағы блокнотын аса һәм:
– Ул миңә лә оҡшамай, – ти.
* * *
Радиола телефон шылтырай:
– Ҡатыным өсөн «Мин йәйҙең тамамланмауын теләйем» тигән йырҙы ҡуйығыҙ әле. Әлеге ваҡытта ул дачала.
* * *
– Һеҙ шул тиклем оятһыҙ, ер бит! Мин һеҙҙе дуэлгә саҡырам. Ниндәй ҡорал һайлайһығыҙ?
– Шпага.
– Бик яҡшы. Ә мин пистолетты һайлайым…
* * *
1973 йылғы «Москвич» машинаһын урлап алып киткәндәр. Ни өсөн икәнлеген әлегә асыҡламағандар.
* * *
Абрамович Италияның «RоМа» футбол клубын һатып ала, ти. Уға бигерәк тә уның исеме оҡшаған, имеш.
* * *
Ике әхирәт һөйләшә.
– Беләһеңме, – ти береһе, – һуңғы ваҡытта ир-егеттәргә ҡарата бөтөнләй икенсе ҡараштамын. Иң мөһиме – улар яғымлы, һөйкөмлө һәм аҡыллы булһын. Һин нисек уйлайһың, әле ундай банкирҙар ҡалдымы икән?
* * *
Көнө буйы йоҡламайһың, төнө буйы ашамайһың, әлбиттә, арыйһың.