RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҫыл таш – һыу төбөндә, аҫыл һүҙ – күңел төбөндә

25.10.2013 Аҫыл таш – һыу төбөндә, аҫыл һүҙ – күңел төбөндә

Һүҙлектәргә ҡарата минең үҙем генә тойған, күңелем аша кисергән нескә бер мөнәсәбәтем бар. Был нескәлектәрҙә һүҙлектең үҙенә лә, уны әҙерләгән хеҙмәткәрҙәргә лә ҡарата ихтирам, ололау, ҙурлау, хатта яратыу хистәренең һәр береһе урын алған. Шуғалыр, ахыры, шәхси китапханамда өс тиҫтәнән ашыу һүҙлек йыйылып киткән.
урмы-бәләкәйме, йөкмәткеһе ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, һәр һүҙлек күпмелер кимәлдә үҙендә яңы фекер йөрөтә, йәшәйеште, ғаләмде, донъяны, тормош-көнкүреште, үҙебеҙҙе танып белеүебеҙҙе көсәйтә. Китапханамда йыйылған белем-байлығым араһынан 1993 йылда нәшер ителгән «Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге»н иң шәбе тип, бик ҡәҙерләп кенә йөрөтә инем. Сөнки шул йылдарҙа лексикография буйынса нәшер ителгән баҫмалар араһында 55 меңдән ашыу баш һүҙ һәм фразеологик берәмекте, шул иҫәптән ижтимағи-сәйәси, фәнни-техник терминдарҙы, иҫкергән, тарихи һүҙҙәрҙе, донъя һәм Рәсәй халыҡтары этнонимдарын үҙ эсенә алған һүҙлек ине ул. Баҫмала варианттары булған һүҙҙәрҙең һәм фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәһе тулы бирелгәйне, мәғәнә айырмалыҡтары күрһәтелгәйне, шуның менән телдең һүҙ байлығы, һәр һүҙҙең әһәмиәте, грамматик, сти­лис­тик мөмкинлектәре тулы күҙ алдына баҫтырылғайны. Ерле һөйләш материалдарын, хатта ҡулланылыштан төшөп ҡалған ҡайһы бер һүҙҙәр­ҙе лә үҙ эсенә алған бик бай баҫма ине. «Ине» тип яҙыуымдың ғилләһе бар. Ун йыл самаһы элек сит илдән килгән ҡунаҡтар ошо һүҙлекте магазинда таба алмай: «Уны ҡайҙан алыр­ға икән?» – тип уфтанғас, уның ике томын да бүләк иттем. Ҡунаҡ таныш булмаған ил буйлап китап эҙләп йөрөй алмай бит инде, үҙем уны ҡайҙан булһа ла алырмын, тип уйланым. Әммә уны башҡаса бер ерҙә лә осрата алманым.
Рәхмәт ғалимдарыбыҙға. Мин һүҙлек эҙләп йөрөгән йылдарҙа башҡорт мәҙәниәте, тарихы менән ҡыҙыҡһыныусы, уҡытыусы, тарихсы, журналист, мәктәп балалары, туған башҡорт телен ифрат яратҡан башҡа бик күп ватансыл кешенең ихтыяжын күңелдәре аша кисереп, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре, ошо институттың директоры, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова мөхәррирлегендә күптән инде иҫ киткес ҙур эшкә тотонған булған. Бөгөн «Башҡорт теленең академик һүҙлеге» тигән исем менән ун томлыҡ ғәйәт ҙур фәнни хеҙмәт донъя күреү өҫтөндә. Әле уның тәүге дүрт томы өҫтәлемдә ята.
Академик һүҙлек башҡорт һүҙлектәр төҙөү теорияһында һәм эшендә генә түгел, башҡорт лексикографияһы тарихында тәүге аңлатмалы, шул уҡ ваҡытта тәржемәүи һүҙлек булып тора. Рәсәй киңлегендә ошондай беренсе һүҙлекте яҡут тел белгестәре төҙөй башлаған, әммә был һүҙлек яҡут һәм рус телен үҙ эсенә алған. Йөкмәткеһе яғынан да, эшләнеше йәһәтенән дә, һүҙ байлығы менән дә тиңдәше булмаған башҡорт теленең академик һүҙлеге кеүек ҙур фиҙакәр хеҙмәтте атҡарып сығарыуға көс һалыусы һәр кемдең исем-шәрифтәре киләсәктә баш­ҡорт милләтенең тарихи йылъяҙмаһында ҙур хәрефтәр менән урын алырына шигем юҡ. Кәңәшселәр ҡоро, автор-төҙөүселәр, мөхәррир­ҙәр, баҫмаға әҙерләүҙә ҡатнашыу­сылар, белешмәләр йыйыусылар, тәржемәселәр, баһалама биреүселәр, корректорҙар һәм башҡалар­ҙың йөҙәрләгән исеме айырым-айырым атап сығыуға лайыҡ. Мин иһә уларға һоҡланыуымды, хөрмәтемде гәзит аша кеселекле баш эйеүем аша белдермәксемен.
Һәр баҫма тураһында һүҙ йөрөтөр алдынан уның булмышы, яҙылыу тарихы, тәғәйенләнеше хаҡында һорашалар. Барлыҡ ун томы ла баҫылып бөткәс, «Башҡорт теленең академик һүҙлеге» буйынса етди һәм йөкмәткеле һөйләшеү булыр, махсус әңгәмәләр ҡоролор, тип күҙаллайым. Шуға был мәҡәләне ҙур һүҙҙең башы ғына тип ҡабул итәйек. Ифрат тәрән һәм күп яҡлы ғилемлелек һалынған баҫманы ижад итеүгә белгестәр әҙер булғанмы? Академик һүҙлектең 1-се томында уҡ күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған ошондайыраҡ бик күп һорауға яуаптар «Мөхәррирҙән», «Инеш» тигән өлөштәрҙә рус һәм башҡорт телдәрендә тәҡдим ителгән. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында башҡорт теле буйынса үҙ эсенә өс миллион тирәһе һүҙҙе индергән ике ҙур картотека булдырылған. Үрҙә телгә алынған институт телселәренең, арҙаҡлы лексикограф Ә. Бейешевтың ғәйәт ҙур эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә һүҙ башында телгә алынған башҡорт теленең ике томлы аңлатмалы һүҙлеге донъя күргән. Билдәле ғалимә Н. Мәҡсүтова етәкселегендә институттың бер нисә быуын диалектологы тарафынан башҡорт телле территорияларҙан йыйылған һәм дөйөмләштерелгән материалдарҙы үҙ эсенә һыйындырған, хәҙерге тел белгестәре нәшергә әҙерләгән башҡорт һөйләштәренең материалдары буйынса ике фундаменталь хеҙмәт – «Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге» һәм «Башҡорт теленең диалектологик атласы» баҫылып сыҡҡан. Һуңғы йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында машина (компьютер) фонды булдырылып, башҡорт теленең прозаға ҡараған барлыҡ текстары компьютерға индерелгән. Был да тел белгестәренең академик һүҙлек төҙөүгә әҙерлек кимәлен билдәләүсе төплө фактор.
Һүҙлектең инеш өлөшөндә башҡорт теленең килеп сығыу тарихына ҙур урын бирелгән. Ҡыҙыҡ­һы­ныусылар өсөн ул да файҙалы сығанаҡ.
Башҡорт теленең лексик байлығын асыҡлау, туплау, нормаға килтереү һәм стилистик үҫешен күҙәтеү эше 200 йылдан ашыу ваҡыт арауығын үҙ эсенә ала. Шуныһы иғти­бар­ға лайыҡ: немец ғалимы, этнограф, минералогия профессоры, Импе­раторҙың Фән һәм художество академияһы академигы Иоганн Готлиб Георги тәүгеләрҙән булып башҡорт теленә лингвистик йәһәттән иғтибар итә. Ул үҙе йыйған материалдар ни­геҙендә XVIII быуат аҙағында баш­ҡорт телен үҙенең сағыштырма һүҙлегенә индергән. Артабан баш­ҡорт теленә ҡағылышлы лексикографик тикшеренеүҙәрҙе рус ғалимдары дауам итә. Беҙ был йәһәттән иң беренсе академиктар П. Палласҡа, В. Радловҡа, унан В. Катаринскийға бурыслыбыҙ. Баш­ҡорттар араһынан Миндейәр Биксурин, XIX быуатта Мирсәлих Биксурин, Мөхәмәтғәлим Ҡыуатов, М. Ҡулаев, үткән быуаттың 20-се йылдарында Г. Вилданов, Н. Та­һировтың башҡортса-русса һүҙлектәр төҙөүе билдәле. 30-сы йылдарҙан башлап терминология проблемалары менән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты уңышлы эшләп килә.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, сәнәғәттең, ауыл хужалығының, бигерәк тә мәҙәниәттең, фәндең йылдам үҫеше, йәмғиәттә барған ижтимағи-сәйәси үҙгәрештәр һө­ҙөмтәһендә һуңғы ике тиҫтә йылда башҡорт теле лексикаһы байтаҡ үҙгәреш кисерҙе: бихисап яңы һүҙ һәм мәғәнә ҡулланылышҡа индерелде, күп кенә төшөнсә һәм һүҙ иҫкергән һүҙҙәр рәтенә күсте, элекке архаизмдар яңынан ҡулланыла башланы, айырым һүҙҙәрҙең лексик-семантик тәғәйенләнеше ки­ңәй­ҙе йә тарайҙы, яңы үҙенсәлекле терминологик өлкәләр барлыҡҡа килде. Был хәл яңы йөкмәткеле, яңы йүнәлешле һүҙлек булдырыу зарурлығын тыуҙырҙы.
Академик һүҙлеккә ниндәй һүҙҙәр индерелгән, тип һорау бик урынлы булыр. Һүҙлектә башҡорт теленең дөйөм ҡулланышлы лексикаһы баш һүҙ итеп алынған. Һүҙ яһаусы саралар ярҙамында барлыҡҡа килгән яңы һүҙҙәр, терминдар, ҡушма һүҙҙәр, шулай уҡ телгә һуңғы йылдар­ҙа ингән үҙләштерелгән һүҙҙәр һәм хәҙерге ваҡытлы матбуғат текстарында, йәнле һөйләү телендә яңы предметтарҙы, төшөнсәләрҙе йәки стилистик яҡтан һүҙҙәр­ҙең, атамаларҙың мәғәнәһен белдергән ҡалыплашҡан һүҙҙәр (көйәрмән, эшҡыуар, риэлтор һ.б.), мөһим терминологик тармаҡтарға ҡараған махсуслашҡан тар мәғәнәле яңы һүҙҙәр, һөйләү телендә ҡулланылыштан сыҡһа ла, әҙәби-нәфис һәм башҡа текстарҙа осрай торған һирәк ҡулланылған иҫкергән һүҙҙәр, тәбиғәт күренештәре атамалары, кешегә һәм йәмғиәткә бәйле терминдар, матди һәм рухи мәҙәниәткә бәйле һүҙҙәр, ырыу-ҡәбилә этнонимияһы һәм атрибутикаһы, тел тарихын һәм башҡорттарҙың тел моделен сағылдырыу йәһәтенән әһәмиәтле булған диалект һүҙҙәр академик һүҙлектең нигеҙен тәшкил итә.
Академик һүҙлектең тәүге аңлатмалы һүҙлектән айырмаһы ҙур. Бында ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларынан алып бөгөнгәсә йәшәп килгән һөйләү һәм китап телмәренә, әҙәби телгә һәм һөйләштәргә ҡараған башҡорт теленең барлыҡ лексикаһы мөмкин тиклем тулы кимәлдә алынған. Диалекттарҙағы, йәнле һөйләү телмәрендәге ябай һүҙҙәр һәм һүҙҙәрҙең варианттары һүҙлеккә тулы хоҡуҡлы һүҙҙәр рәүешендә индерелгән, сөнки улар һөйләү телмәрендә киң ҡулланыла, нәфис әҫәрҙәрҙә лә йыш осрай. Башҡорт һүҙ байлығының айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил иткән, һүҙъяһалыштың төрлө саралары ярҙамында барлыҡҡа килгән һүҙҙәр, ҡушма һүҙҙәр, ҡушма терминдар һәм аналитик ҡылымдар ҙа баш һүҙ рәүешендә бирелгән. Хәҙерге лексикография талаптарына ярашлы, заманса һүҙлек халыҡтың һүҙҙәр мәғәнәһенә, йөкмәткеһенә һалынған донъяны аңлауын, тирә-яҡ ысынбарлыҡты танып белеүе буйынса мәғлүмәттәрҙе аныҡ һәм тулы сағылдырырға тейеш. Академик һүҙлек тап шулай эшләнгән дә, сөнки улар һөйләүсе йәки уҡыусыға туған теленең ҡабатланмаҫ үҙенсәлеген, матурлығын һәм байлығын зиһен менән аңларға, күңел менән тойорға мөмкинлек бирә. Заман талабына, ике теллелек шарттарына ярашлы, һүҙҙәр һәм уларҙың мәғәнәләре рус теленә тәржемә ителә. Билдәле булыуынса, тел ғилемендә аңлатмалы-тәржемәүи төрки-русса һүҙлектәр төҙөү төрки телдәр араһында норматив һүҙлектәр булдырыуҙа яңы йүнәлеш иҫәпләнә. Шуның менән бергә һүҙлек киң ҡатлам уҡыу­сыларҙың ихтыяждарын да, фәнни-филологик талаптарҙы ла ҡәнәғәтләндерәсәк. Һүҙлектәр төҙөүҙә бындай юлды һайлау дидактик мәсьәләләргә лә яуап бирә: республикабыҙҙағы ике теллелек шарттарында башҡорт телендәге иҫкергән һүҙҙәр һәм нығынған һүҙбәйләнештәрҙең күбеһе руссаға ауҙарыуҙы талап итә.
Хәҙерге заман һүҙлекселәренең бурысы еңелдән түгел, сөнки фән юғарылығы көндән-көн бейегәйә, ә киң ҡатлам уҡыусыларҙың талаптары арта бара. Айырыуса бөгөнгө йәштәр бер нисә сит телен белергә ынтыла. Шуға һүҙҙәрҙе халыҡ-ара телдәргә тәржемәләү көнүҙәк мәсьәләләр рәтенә инде. Был талапты үтәү маҡсатында академик һүҙлектә баш һүҙҙәр рус, инглиз һәм төрөк телдәренә ауҙарып бирелгән.
Академик һүҙлек һәр йәһәттән ҡулланыу өсөн уңайлы. Һүҙҙең телдә йәшәйешен, төрлөсә ҡулланылышын күрһәтеү өсөн һүҙҙәрҙең мәғәнәһе, мәғәнә айырмалыҡтары нәфис, фәнни, ижтимағи-сәйәси әҙәбиәттән, публицистиканан, һөйләштәрҙән, башҡа мәғлүмәт порталдарынан алынған миҫалдар менән нығытылған. Һүҙгә грамматик ҡылыҡһырлама бирелгән, һүҙъяһалыш һәм һүҙҙең ҡулланылыш үҙенсәлеге күрһәтелгән. Тел тарихына ҡағылышлы, дөйөм төрки нигеҙле һүҙҙәргә лә килеп сығышы яғынан аңлатма бирелгән. Әйтелгәндәр яҡшыраҡ аңлашылһын өсөн иң ябай, иң таныш «айыу» һүҙен тап һүҙлектәгесә килтерәйек.
АЙЫУI [боронғо төрки адығ] (Р.: медведь; И.: bear; Т.: ayi)и.
1. зоол. Ауыр кәүҙәле, йыуан ҡыҫҡа аяҡлы имеҙеүсе йыртҡыс йәнлек. Медведь. Медвежий. Аҡ айыу. Көрән айыу. Ата айыу. Инә айыу. Бала айыу. Тайлаҡ айыу. Оло айыу. Айыу алыу. Айыу һуғыу. Алпан-толпан атлаған айыуы күп Уралтау. Ҡобайырҙан. Урман, тау-таш ара­һында үҫеп, заманында бүре түгел, айыу менән нисәмә рәт осраш­ҡан кеше бит инде (Рамазан). Ә. Хәкимов. Ауылда әүәл-әүәлдән килгән шундай ғәҙәт бар: айыу кемдең малын йыға, бүреләр ниндәй көтөүҙе баҫа – бындай саҡта төпсөнөп һорашып, барайыммы-юҡмы тип икеләнеп тороу юҡ. Н. Мусин. Айыуҙың үҙ майы үҙенә. Мәҡәл.
2. күсм. Килбәтһеҙ ҙур кәүҙәле, һалмаҡ хәрәкәтле, көслө кешегә ҡарата әйтелә. О неуклюжем, медлительном, сильном человеке.
3. миф. Ышаныуҙар буйынса изге зат, урман эйәһе, әҙәм нәҫеленән тип һаналған януар, тотем. Медведь, мифологизированное почитаемое животное, дух леса. По поверьям, имеет человеческое происхождение. Айыуҙы асыуландырмаҫ өсөн ихтирам менән әйтелгән һүҙҙәр: айыу апа, олатай, урман хужаһы. Р. Һаҙыева. Айыу кеше затынан, шуға уның итен ашарға ярамай. Айыуҙың тырнаҡтарын, тешен, майын бала, өй һаҡлау магияһында ҡулланғандар. Ф. Хисамитдинова.
Айыу башы ашарҙай булыу – ныҡ асығыу. Изголодаться, сильно проголодаться. Айыуҙан ҡасҡан – бүрегә – бер хәлдән ҡотолоп, икенсе бер ауырыраҡ хәлгә ҡалған кешегә ҡарата әйтелә. О человеке, который избавился от какой-то беды, но попал в более трудное положение. Айыу майы һөртөү – нимәнелер шым ғына һорауһыҙ алып киткәндә әйтелә; урлау, сәлдереү. Воровать, красть, похищать. [Йәмил:] Бер кем дә һиҙмәне, бер кем дә күрмәне, был ҡайышҡа айыу майы һөртһәм, йомшаҡ ҡына һеңеп ҡуймаҫмы икән? И. Ниғмәтуллин.
АЙЫУ II (Р.: название одного из родовых подразделений башкир: И.; oneofclannames; Т.: birBaskurt­soyununismi) и. этн.
Юрматы, бөрйән, үҫәргән, ҡоҙғон-ҡатай, һеңрән ырыуҙары аймаҡтары. Родовые подразделения башкир-юрматинцев, бурзян, усерган, кузгун-катайцев, сенгрян.
АЙЫУ III (Р.: медвежий; И.: bear;Т.:ayi) с. мәғ.
1. Айыуға бәйле, хас; айыуға ҡараған. Связанный с медведем; принадлежащий медведю. Айыу тырнағы. Айыу өңө. Айыу тиреһе. Уҡлытауҙы айыу ояһы тиҙәр. Н. Мусин. Судья Әхмәдигә лә, Ваһапҡа ла һорауҙар бирҙе, һорауҙар һуңында Әхмәдиҙең айыу тиреһен, үҙенең әйтеүе буйынса, ун һумға һатҡаны беленде. Ж. Кейекбаев. Эҙемтәлә­ре­нән ныҡ ҡына шөрләһә лә, «һунарсыларҙан һатып алып ҡалған айыу ите» шыма үтеп китте. Т. Ғарипова.
2. Айыуҙың тиреһенән тегелгән. Медвежий. Айыу тун.
Артабан айыуарба, айыу байрамы, айыу баланы, айыу балаһы, айыу­баш, айыу бейеүе, айыу бураны, айыуға ҡуйыу, айыуғолаҡ, айыуғорт, айыу еләге, айыу емеше, айыу йыуаһы, айыу көпшәһе, айыу-күбәләктәр, айыу күҙ, айыу ҡамыры, айыу ҡолағы, айыу ҡуҙғалағы, айыу ҡурайы, айыу ҡырмыҫҡаһы, айыу сиңерткәһе, айыусы, айыутабан (үлән), айыу табан (диал.), айыу теле, айыу төҫө, айыутубыҡ, айыу туйы, айыу һеңрәне, айыу ыҫлау, айыу ятҡырыу, айыу яһағы тигән һүҙҙәрҙең һәм һүҙбәйләнештәрҙең аңлатмаһы, өс телгә тәржемәһе, үрҙәгесә әҙәби әҫәрҙәрҙән өҙөктәр, мәҡәлдәр менән байытып бирелгән.
һүҙлекте асыу менән һүҙлектең һәм һүҙлек статьяһының төҙөлөшө, һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен билдәләү, фразеология, күргәҙмә материал, стилистик билдәләр, һүҙ төркөмдәренән исем, сифат, алмаш, һан, ҡылым, рәүеш, ярҙамсы һәм эмоциональ-экспрессив һүҙ төркөмдәренә, этимология буйынса белеш­мә­ләр, шартлы ҡыҫҡартмалар – һәммәһе күҙ алдында. Шулай уҡ телдәр, диалекттар, һөйләштәрҙең ҡыҫ­ҡаса бирелеше, ҡулланылған һүҙлектәр, энциклопедиялар, баш­ҡорт халыҡ ижады, әҫәрҙәренән миҫал­дар алынған яҙыусылар, шағирҙар, журналистар, матбуғат баҫмалары исемлеге килтерелгән.
«Башҡорт теленең академик һүҙлеге»н тотош башҡорт донъяһын ҡоласына һыйҙырған киң белемле-ғилемле, ысын академиктарса башҡарылған тос, олпат хеҙмәт, һүҙ ынйыларын халыҡтың күңел төбөнән эҙләп-туплап биргән, тарихта яҡты эҙ ҡалдырырлыҡ әҫәр тип ҡабул иттем.
Фәүзиә ЛАТИПОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)