RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шиғриәт донъяһында

18.10.2013 Шиғриәт донъяһында

Шиғриәт донъяһындаПсков өлкәһендә уҙғарылған “Словена яланы” фестивалендә билдәле башҡорт сатиригы Марсель Сәлимов, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән саҡырылған илленән ашыу шағир менән бер рәттән, үҙенең шиғырҙарын уҡыны һәм, халыҡ-ара тарихи шиғриәт бәйгеһендә еңеп, лауреат исеменә лайыҡ булды. Гәзитебеҙҙең күптәнге авторын ижади уңышы менән ҡотлап, уҡыусыларға уның яңы шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

Мар. СӘЛИМ
АЛЛАЛАР МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮ

Баҫып торам Олимп тауында.
Ә ҡаршымда – Зевс тәхете...
Аллалар алдында баш эйеп,
өнһөҙ генә баҫып тороу
– күп кешенең бәхете.
Тик мин өнһөҙ була алмайым,
өндәшмәйенсә ҡалмайым.
Аллалар менән һөйләшәм.
Бәғзе бәндәләрҙе һис аңламаһам да, аллаларҙы
мин бик яҡшы аңлайым.
– Тыңлағыҙсы, зинһар, аллалар!
Ғәҙелһеҙлек хөкөм һөргән
гонаһлы ер йөҙөндә
көн күреүсе һеҙҙең балалар,
ярҙам һорап,
һеҙгә бағалар.
Ишетәһегеҙме, изге аллалар?
Күк күкрәмәй – туптан аталар!
Ерҙә яуыз ялмауыҙҙар
Зевстан да уҙҙырып,
донъяны пыр туҙҙырып,
кешеләрҙе ҡурҡытып,
буйһондороп тотмаҡсы;
Африканы,
Кесе Азияны,
аждаһалар һымаҡ, йотмаҡсы.
Европалағы түрәләр
яҡты донъяның яҙмышын
ҡара күҙлек аша ғына күрәләр.
Олимп тауҙарына менеп,
Зевс тәхетенә ҡарарға,
алланан кәңәш һорарға
түрәләр түбәнһенә.
Улар өсөн ҙур бейеклек,
(хатта ки хәтәр бөйөклөк!) – барыу
һәм баштарын ороу
сит-ят Америкалағы
Капитолий түбәһенә.
Ә мин бына һеҙгә килдем,
мәшһүр Олимп аллалары.
Яуап бирегеҙсе, зинһар –
көтә әҙәм балалары.
Ни өсөн юҡ,
һаман да юҡ
ер йөҙөндә
йүнле тормош?
Меңдәрсә йыл үткән,
ләкин
әле булһа бөткәне юҡ ерҙә һуғыш,
ыҙғыш,
алыш,
аяҡ салыш...
Ниңә һаман ғәҙеллек юҡ,
юл ҡуйыла яуызлыҡҡа?
Яман холоҡло “баш”тарҙы
кем генә һуң ауыҙлыҡлар?
Ҡасан,
ҡасан килер икән
кешеләргә ысын бәхет???
Олимп тауы көрһөндө,
һелкенеп ҡуйҙы тәхет.
Ишеткәндәй булдым шул саҡ
аллаларҙың баш аллаһы
Зевс ҡарттың тауышын:
– Аңлайым мин кешеләрҙең бағышын...
Күреп торам һәммәгеҙҙең тормошон.
Белеп торам бөтәгеҙҙең яҙмышын.
Ләкин хәҙер аллаларҙың элеккесә
көсө лә юҡ,
теше лә юҡ.
Шуға ерҙәге мәхшәрҙә
уларҙың бер эше лә юҡ!
Олимп аллаларының бөтә яҡшы,
бөтә яман ҡылыҡтары
күсеп бөттө кешеләргә.
Үҙем дә бына шул хәлгә
аптырап торам әле,
белмәйем ни эшләргә.
Нисек һиңә аңлатырға?..
– Мин аңланым, Зевс бабай!
Кәрәкмәй һис баш ватырға.
Кәрәк
яҡшы кешеләргә
бергәләп көрәшергә
– яуызлыҡты еңер өсөн,
йәлләмәй бөтә көсөн!
Олимп тауҙары өҫтөндә, күкте ярып,
йәшен йәшнәне.
Европаны яңғыратып, күк күкрәне...
Аллалар менән һөйләшеү булды тамам.
һәм мин,
башымды күтәреп,
атланым аҫҡа табан.

ШУЛ ТИКЛЕМ ДӘ САБЫР...

“Юҡтырһың да, Алла!.. Әгәр булһаң,
Сабыр итмәҫ инең был эшкә... ”
(Мәжит Ғафури, 1915)

Беҙ йәш саҡта клубтарҙа,
ҡыҙыл байраҡтар тотоп,
“аллаһыҙ” олатайҙар
һөйләй торғайны нотоҡ:
– Кешенең
яҡты яҙмышы
бары тик үҙ ҡулында.
һәр кем өлгәшер уңышҡа
тырыш хеҙмәт юлында!
Беҙ ҡартайғас, мәсеттәрҙә
мулла ейәндәребеҙ аңлаталар,
тиҫбе тартып,
килтереп бөтә шартын:
– Бәндәләрҙең яҙмыштары
тик бер Хоҙай ҡулында.
һәр кем табыр үҙ бәхетен
фәҡәт мәсет юлында!
Олатайҙар һәм ейәндәр...
Кемгә ышанырға белмәй
өҙгөләнә күпме йәндәр...
Ә мин иһә
бындай мәлдә –
шундай хәлдә:
буш һүҙҙәргә ышанмайым;
вәғәҙәләрҙән иҫереп, шашынмайым.
Тәмле телдәрҙең алдарға
тырышыуҙары бушҡа,
мин һәр саҡ айыҡ ҡарайым
ерҙәге бар булмышҡа.
Сөнки мин йәшәгән тормош
– ул беҙҙең ысын яҙмыш.
Үҙ башымдан кисерҙем мин күп нәмәне.
Олатайҙар һөйләгәндең
дөрөҫкә сыҡты күбеһе,
ләкин үҙенә яҙманы халыҡтың
хеҙмәт емеше.
Ярар инде,
был мәсьәлә торһон ҡалып,
үткән эшкә – салауат,
тип әйткәс халыҡ, уҙғанды
пыр туҙҙырмайыҡ;
үлгәндәрҙе әрләп бөгөн
табуттарҙы ҡуҙғатмайыҡ;
үткәндәрҙе хурлай-хурлай
яраларҙы ҡуҙғытмайыҡ.
Хәҙергеһенә ҡарайыҡ
күҙҙәребеҙҙе асып һәм ап-айыҡ.
Шул сағында беҙ күрербеҙ
(аңлар хатта бик күбебеҙ):
беҙҙең бөгөнгө көнөбөҙ
Алла хөкөмөндә түгел,
шайтан ҡулында төҫлө;
кеше яҙмышын хәл итә кем бай
һәм дә кем көслө.
Ҙур урындарҙа ултырған
бәләкәй башлы бәндәләр,
Алла урынына ҡуйып үҙ-үҙҙәрен,
Ҡөрьән сүрәһендәй ҡабатлайҙар
ялғанлыҡтан үргән һүҙҙәрен.
Донъябыҙға
ҡанһыҙ, ҡомһоҙ,
йәнһеҙ, йүнһеҙ
түрә-ҡара
хужа булған был заманда
ябай кешеләр тормошо ауыр ҙа
һәм яман да.
Быуаттар буйы дөрөҫлөк
эҙләгән әҙәм балаһы
таба алмай уны әле һаман да.
Ер йөҙөндә
ғәҙел тормош көткән,
гел яҡшыға һәм яҡтыға
өмөт иткән
тоғро Алла ҡолдарына
ярҙам ҡулын кем һуҙыр?
Президент йә королме?
Ә бәлки, берәй...
“туз”дыр?!
Кемдән көтөргә ярҙам?
Хужанан?
Йәки байҙан?
Юҡ,
бары тик Хоҙайҙан!
Йә Хоҙа!
Ярҙам ит, зинһар,
юғалһын беҙҙең моң-зар...
Ярай әле
Аллаһы үҙ балаларын
ситкә типмәй, яҡын күрә, үҙ итә.
Шуға,
гонаһлы эштәргә
күҙ йомғандай, сабыр ғына
был донъяны
күктән ҡарап күҙәтә.
Бай-түрәләр кеүек осонмай,
кеше тормошона ҡыҫылмай,
сит яҙмыштар менән уйнамай,
яуызлыҡтар менән янамай
– йөҙ йыл, мең йыл
шундай тыйнаҡ Ул.
Шул тиклем дә сабыр булыр икән!
Хас Рәсәй халҡы һымаҡ Ул.

КӨЛКӨЛӨНӘН – БӨЙӨКЛӨККӘ

“Вчера я читал в газетах, что ради
освобождения России от большевиков и её пробуждения к новой жизни надо
эвакуировать Уфу. Сегодня на центральной улице увидел настоящего француза
с отмороженными ушами...”
(Ярослав Гашек,
“Из дневника уфимского буржуя”, 1919)

Полководец Наполеон,
Европа илдәрен яулап,
бөйөк булырға теләгән.
Ләкин ҡылыс менән килеп Рәсәйгә –
тарыған ул ҙур бәләгә,
еңелеп, көлкөгә ҡалған.
һәм ахырҙа әйтеп һалған:
“Бөйөклөктән көлкөлөгә – тик бер аҙым...”
Быуаттар үткәс, мин –
француз исемле башҡорт – юҡҡамы ни
ошо хәлде иҫкә алдым.
Көләм тиһәң, көлкөлө шул.
Беҙҙең ата-бабалар
Наполеонды ҡыуа-ҡыуа
Парижғаса барғандар.
Ә Өфөнө азат иткәс аҡтарҙан,
ҡыҙыл комиссар Гашекты
ҡосаҡлап ҡаршы алғандар.
Йылғыр һалдат Швейк һис тә
яулап алыусы булырға уйламаған...
Туҡта!
Бәлки, бында берәй хикмәт барҙыр?
Швейк көлөү көсө менән
бөтә донъяла йәшәүсе
миллиондарса кешенең
күңелен яулап алды –
Наполеонды ла хатта йығып һалды!
Үҙ итәбеҙ, яратабыҙ
“добре вояка” Швейкты
– көлкөлөнән бөйөклөккә
күтәргән өсөн Гашекты.
Көлкөлөнән – бөйөклөккә...
Ә был юлдың
ниндәй урау,
ниндәй ауыр икәнлеген
сатириктар ғына белә.
Башҡалармы?
Башҡалар ни,
Гашек яҙғандарҙы уҡып,
рәхәтләнеп көлә, көлә,
көлә генә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)