18.10.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!
Ике маҡтансыҡ һөйләшә.
– Минең келәмде йәйһәң, Өфөнән Мәскәүгә етерлек.
– Улай булғас, – тигән икенсеһе, – һинең келәм нәҡ минең келәмгә ямау һалырға ғына етә икән.
* * *
Ҡатын сит илдә сәйәхәттә булып ҡайта. Улар унда стриптиз ҡарарға барған икән.
– Беҙҙең матбуғатта яҙылғанса, бик йәмһеҙме шулай? – тип ҡыҙыҡһына ире.
– Ә мин хәҙер һиңә күрһәтәм!
Ҡатын яй ғына кейемдәрен сисә башлай. Ире, бер аҙ шым ғына күҙәтеп торғандан һуң, һығымта яһап ҡуя:
– Ысынлап та, хәшәрәт күренеш икән.
* * *
Эсеүҙең зарары хаҡында лекция бара.
– Ҡайһы бер осраҡта эскән ирҙе ҡатыны ла ташлап китә, – тип һөйләй лектор.
Шул саҡ залдан һорау ишетелә:
– Ә уның өсөн күпме эсергә кәрәк?
* * *
Ире – ҡатынына:
– Мин донъяла бер генә аҡыллы ҡатынды беләм.
– Кем инде ул?
– Һин инде!
* * *
– Таһир, һин мине яратаһыңмы?
– Яратам.
– Минең өсөн йәнеңде лә бирергә әҙерме?
– Йәнемде бирһәм, кем яратыр һуң һине?
* * *
– Бала саҡта минең иң ҡурҡҡаным янғын һүндереүселәр ине.
– Ниңә?
– Һин уларҙың ҡалын ҡайыштарын күрһәң…
* * *
Әтәс тауыҡтарҙы ҡыҙҙырыусы агрегатҡа күҙе ҡыҙып ҡарап тора.
– Үәт, әй, ауылда әтәстәргә тауыҡтар етмәй, ә былар рәхәтләнеп каруселдә әйләнә.
* * *
Ире кистән эсеп ҡайта, кеҫәһендә аҡсаһы ла ҡала. Иртән баш төҙәтергә уйлаһа, унан елдәр иҫкән. Ҡуранан ҡаҙҙы тотоп ала ла, баҙарға йүнәлә. Баш төҙәтеп ҡайтыуға ҡатыны һораша:
– Ҡаҙҙы күрмәнеңме?
– Йылы яҡҡа осто. Кеҫәлә күп һәрмәнһәң, һарыҡ та урманға китер.