04.10.2013 Ҡояшлы шағирә
Быйылғы ямғырлы йәйҙә Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында йәшәүсе бер туған Зәйнуллиндар – Фидан, Фидалиә һәм Әлиә өсөн Миңлегөл Хисамованың “Ҡайҙа ҡастың, ҡояшым?” китабы ҡояшлы көндәр килтерҙе. Тышҡа уйнарға сығып булмағанда, был китапты уҡыу үҙе бер ҡояшлы көнгә тиң ине. Иң башта өлгөрөрәк Фидалиә китапты асып, уҡып ебәрә:
Алмалар, бәшмәктәрҙе
Киптереп ҡуя ҡышҡа.
Тырышып йөрөй терпе,
Ваҡыты үтмәй бушҡа…
Фидан менән Әлиә быны йотлоғоп тыңлай, аҙаҡтан бергәләп һүрәттәрен рәхәтләнеп ҡарайҙар. Фидәлиәнән һуң уҡырға Фидандың сираты етә. Әлиә иһә әлегә тыңлаусы ғына. Үҫкәс, үҙем дә күп итеп уҡыйым, тип ултыра ул. Шулай итеп, был өс туған – өс тағандың йәйе Миңлегөл апайҙың шиғырҙары мөхитендә күңелле һәм файҙалы үтте.
Күреүебеҙсә, Миңлегөл Хисамова балалар донъяһын нескә тоя белгән “ҡояшлы шағирә”. Фотоһына ҡараһаң да, уның йөҙөнән нур-йәм, йылылыҡ, изгелек, ихласлыҡ, ябайлыҡ бөркөлөп торғандай. Шиғырҙары ла шағирәнең хас үҙе кеүек: алсаҡ, еңел уҡыла, тиҙ иҫтә ҡала, йылмайта ла. “Кәзә керәндил бешерә” тигәнен балаларға уҡып ишеттергәс, улар: “Ҡалай ҡыҙыҡ итеп яҙылған ул! Ысьн һымаҡ”, – тип көлөшөп алдылар.
Керәндил һорай ныҡышып,
Аҡ кәзә бәрәстәре.
Ни эшләһен инде кәзә,
һис кенә әрләшмәне.
Шиғыр эргәһендәге һүрәте шунда уҡ әкиәти мөхиткә алып инә: кәзә мейес алдында керәндил бешерә, ә бәрәстәре ҡарап тора. Стенаға ҡышҡылыҡҡа тип бәшмәктәр киптерергә эленгән, иҙәндә утын ята. Ысын һымаҡ шул.
“Аҡ тун тегә ҡуяндар”, “Шундай күңелле ҡышта!”, “Бейәләйем өшөгән”, “Ҡояш иртә уяна”, “Әкиәтле тубым”, “Шатлыҡлы көн” һәм башҡа бихисап шиғырҙың исемдәренән үк балалыҡ хистәре, бөтмәҫ ҡыуаныстар һибелгән төҫлө. Ата-әсәләр кескәйҙәренә рәхәтләнеп кис һайын Миңлегөл апайҙың матур-матур шиғырҙары менән шиғриәт минуттары ойоштора ала. Сөнки “Ҡайҙа ҡастың, ҡояшым?” китабына, кәйефте күтәрерҙәй шиғырҙарҙан тыш, йомаҡтар, әкиәттәр ҙә индерелгән. Ҡыҫҡаһы, был тап балалар өсөн тылсымлы бүләк, мөғжизәләр иленә илтеүсе серле йыйынтыҡ.
“Гөлдәй матур тыуған илем” тип аталған бүлеге гүзәл Башҡортостаныбыҙға дан йырлай, күңелдәрҙә илгә һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғолары уята:
Болондары, ҡырҙары киң,
Сәскәләре хуш еҫле,
Минең илем гөлдәй матур,
Яҡут, зөбәржәт төҫлө.
“Миҙгелдәр биҙәй ерҙе” тигәне тәбиғәттең һәр матур мәлен, һәр миҙгелен үҙ төҫө-биҙәгендә, үҙ йәмендә асып бирә. “Май ямғыры шифалы”, “Яҙһылыу йыры”, “Бесән әҙерләгәндә”, “Көҙ-еңгә”, “Ҡышҡы иртәлә”, “Ултыра ҡыҙыл янып”, “Буранда – сәйәхәттә” һәм башҡа йылдың хозур мәлдәрен һүрәтләгән шиғырҙар был бүлекте балҡытып ебәрә. Әйтерһең дә, шағирәнең ҡәләме тәбиғәттең мең төҫлө буяуынан көс-ҡеүәт алған да шиғыр юлдары булып ҡағыҙға теҙелгән:
Көҙ-еңгә бик уңған,
Биттәре ут яна,
Күстәнәс – ҡулында,
Йылмая тупһала.
Үт, еңгә, үт түргә,
Беҙ көттөк, һағындыҡ.
Тирә-яҡ нурланып,
Һары шәл ябынды...
“Бала саҡ – тылсымлы өн” бүлеге кешене ғүмерҙең ҡабатланмаҫ татлы мәлдәре – бала саҡҡа илтә. Айырыуса “Бәләкәс Арыҫландың ҡыҙыҡтары” тигән шиғырҙар шәлкеме кескәй дуҫтар өсөн яҡын. Сөнки унда балалар менән булған төрлө мәҙәк хәлдәр нисек бар, шулай яҙылған:
Иң яратҡан уйынсығы
Арыҫландың – машина.
Шуға күрә төҙәтергә,
Йүнәтергә ашыға.
Тирләп-беште, эй тырышты,
Етмәй бит бер тәгәрмәс.
Әллә инде Арыҫландан
Ҡасты микән тәгәрләп?!
“Яңы йыл килә беҙгә” бүлеге уҡыусыларға күңелле байрам мәшәҡәттәре шауҡымын еткерә. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу тураһында ысын мәғәнәһендә “семәрле- һырлы” байрам мөхите тыуҙырған.
Ҡыштың алиһәһе бит ул,
Ҡарһылыу – йондоҙ-һылыу,
Күк көмбәҙен аҡҡа манған,
Арыу белмәй, талсығыу.
Ҡарһылыуҙы көтә-көтә,
Әҙерләндек байрамға.
Ҡыш бабай ҙа бүләк тейәп,
Килеп етер майҙанға.
“Йәнлектәрҙең ҡылыҡтары беҙҙе лә ҡыҙыҡтыра” тигәне кейек-януарҙар, хайуандар донъяһына алып инә. “Балыҡсы айыу”, “Әтәс хәреф өйрәнә”, “Әлифба уҡый сысҡандар” кеүек ҡыҙыҡ шиғырҙар кейек-ҡоштарҙың, бөжәктәрҙең холоҡ-ҡылыҡтарын сағылдыра:
Эй, сиңерткә, сиңерткә,
Йәйме һине тилертә?
Ҡасаһың үҙең минән,
Һикер, һуң, әйҙә, кинән.
“Интернатым – яҡты йортом” бүлеге авторҙың белем усағына ҡарата мөхәббәтен сағылдыра. “Сәскәләр – хуш еҫлеләр” тигәне гүйә гөл-сәскәләр түшәлгән болон-урманға сәйәхәткә илтә:
Туғайҙарҙа, болондарҙа
Ап-аҡ ромашка быйыл
Аҡ япмалай йәйрәп ята,
Көҙ апай яйлап йыйыр.
“Мәктәп – ғәжәп серле донъя” тип исемләнгән бүлек уҡыусылар тормошона байҡау яһай:
Беҙ – үҙебеҙ беренселәр,
Һигеҙ ҡыҙ ҙа ун малай.
– Хуш килдегеҙ, балалар! – тип
Мөғәллимә һүҙ башлай.
“Кем булырһың, йәш дуҫым?” тигәне туранан-тура бәләкәс дуҫтарға төрлө һөнәр эйәләре тураһындағы шиғырҙар аша мөрәжәғәт итә:
Аҡҡош кеүек йөҙөп бейей
Сәхнәлә балерина.
Йондоҙ булып балҡыу өсөн
Ныҡышмал сәме еңә.
Шулай итеп, Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы Хисамова үҙенең китабы аша бөтә күңелен асып һала: һин уның менән бергә бала саҡтың хыял донъяһында йәйғорло юлдарҙан атлайһың, тәбиғәттең хозурлығына һоҡланаһың, йомаҡтарҙың серле йомғағын тағатаһың, әкиәттәрҙең асылына төшөнәһең. Мәҫәлән, “Ҡырмыҫҡалар өй бурай” әкиәте беҙҙе Көслөйән менән Сосбатыр тигән ҡырмыҫҡалар һымаҡ егәрле, уңған, тырыш булырға өндәй:
Ай-һай-һай, ҡараһана һин
Тирә-яҡҡа, дан ғына,
Күрер күҙгә ял ғына,
Өй төҙөлгән бит, ана,
Уңғанлыҡ еңгән тамам!
Башланған эш – бөткән эш,
Бушҡа китмәҫ түккән көс!
“Һандуғас ниңә моңонан яҙған?” әкиәте лә фәһемле: унда алтын тарағын юғалтҡан һандуғас ҡайғыһынан һағышланып моңон онота яҙа, ярай әле, тарағын терпе табып ала һәм уны ҡурҡаҡ ҡуянға ла, хәйләкәр төлкөгә лә бирмәй, әйберҙе хужаһына кире ҡайтара.
Һайра, һайра, һандуғас,
Алтын тараҡ – моңоң бар, –
Күңелде дәртләндереп,
Яҙҙы маҡтар йырың бар.
Ә бына “Әкиәтле сәйәхәт” тигән шиғри хикәйәһе төп герой Сынбулат менән берлектә мажаралы сәйәхәткә саҡыра. Малай төшөндә сит планеталарҙы күреп һаташа, әллә ҡайһы ерҙәргә барып эләгә:
Әкиәткә рәхмәт уҡый
Сынбулат.
Күпме донъя гиҙеп ҡайтты
Ил урап.
Төштә шулай оса-оса
Үҫәләр.
Мөғжизәһеҙ йәшәй алмай
Кешеләр.
Миңлегөл апайҙың “Олатайҙар, өләсәйҙәр – тормош ҡото, йәме лә” тигән исемле бүлеге тулыһынса беҙҙең олатай-өләсәйҙәребеҙгә ҡарата оло һөйөү, тәрән ихтирам хистәре тәрбиәләй. “Өләсәйҙең аҡ шәле” шиғырынан өҙөккә күҙ һалайыҡ әле:
Сылт-сылт итә энәләре,
Сылтыр шишмәләй генә.
Әйтә кеүек: “Йәшәп булмай
Бер ҙә эшләмәй генә”.
Күҙ артынан күҙ теҙелә,
Өләсәй оҫта шул ул.
Ҡулдарына күҙ эйәрмәй –
Бәйләмгә оҫта ҡул ул.
Мин әле Миңлегөл апайҙың балалар өсөн күптән түгел сыҡҡан яңы китабы менән танышыу шатлығын уртаҡлаштым. Уның мул һыулы ижадынан услап-услап һыу эсергә теләһәгеҙ, мотлаҡ “Ҡайҙа ҡастың, ҡояшым?” китабын һәм башҡа йыйынтыҡтарын да уҡығыҙ. Күңелегеҙгә ял, күп-күп ьңғай тәьҫорат, яҡшы кәйеф бүләк итер ул һеҙгә! Был – үҙем дә шиғыр яҙған кеше булараҡ әйтелгән һүҙҙәр.
Ә инде шағирәнең өлкәндәр өсөн яҙылған шиғырҙары – үҙе бер лирика донъяһы. Уның “Тыуған тупраҡ яҡтыһы”, “Етәнек йыры”, “Буран моңо”, “Тынлыҡтарҙа ҡалам”, “Утлы һуҡмағым”, “Әсә нәҙере” кеүек китаптары – башҡорт шиғриәтендә үҙ урынын, үҙ уҡыусыһын тапҡан йыйынтыҡтар. Улар аша беҙ шиғирәнең тәбиғәт йырсыһы икәнен, тәрән хисле әҙибә булыуын күрәбеҙ.
Миңлегөл апайҙы юбилейы менән ҡотлап, ижад ҡояшығыҙ тағы ла нығыраҡ балҡыһын һәм беҙҙе һәр ваҡыт йылытып торһон, тип әйтке килә.
Зарина БАҒЫШАЕВА.
Өфө ҡалаһы.
Миңлегөл ХИСАМОВА
Көҙ йәме
Урмандар ҙа төрлө төҫтәрҙә,
Тағы ниндәй төҫтө өҫтәргә?
Көҙ килә бит ергә, көҙ килә,
Һыуыҡ елдәре лә йүгерә.
Ағастар ҙа шаулап һелкенә,
Япраҡтары осоп елпенә.
Ҡайындарға ҡара – һап-һары,
Һағышланған ғына саҡтары.
Уларҙы бит ялҡын ялмаған,
Тик көйҙөрә генә алмаған.
Тәлгәштәре тора суҡланып,
Бар кешеләр үтә һоҡланып.
Уҫалланып, елдәр тағы ла
Ағастарға килеп ҡағыла.
Хуш инде, хуш, көҙҙөң алтыны,
Йән йылытһын уттай ялҡының.
Ҡомалаҡ
Уралып-уралып үҫә икән,
Уңғанбикә – ҡомалаҡ.
Һалынып төшкән сәс – япрағы,
Сәскәләре тумалаҡ.
Япраҡтарын елгә тарай,
Үргә үрләй ҡомалаҡ.
Күҙҙәренә ҡояш төшә,
Асалаҡ та йомалаҡ.
Ҡомалаҡтар бирешмәй һис,
Үҫә шулай көҙгәсә.
Икмәк һалыр әсәйҙәр тип,
Беҙ йыйып ҡайттыҡ кисә.
Баҡсала муллыҡ
Туп-туп итеп алма төшә
Ботағынан өҙөлөп.
Алығыҙсы мине, тиҙер,
Ерҙә ята теҙелеп.
Һай, матур был сыуаҡ көндәр,
Йылытып ҡына тора.
Эштәр ҡыҙа баҡсабыҙҙа,
Алмалар йыйҙыҡ, ура!
Әле, ана, балан да бар,
Тирербеҙ, тим, һуңыраҡ.
Балланып өлгөрмәгәндәр,
Көндәр ҙә бит йылыраҡ.
Ыжғырып торған ҡыштарҙа
Бик тәмле һутлы алма.
Әсәйем нисек һаҡлайҙыр –
Был бер сер булып ҡала.
Ҡара миләш,
ҡыҙыл миләш
Ҡара миләш, ҡыҙыл миләш,
Икеһе лә – йәм генә.
Һалҡын төшкәс, баллана ла,
Ҡыҙылына тәм инә.
Ә ҡараһы – йөрәгеңә
Дауа, тиҙәр, халыҡта.
Суҡ тәлгәшен эйгән саҡта,
Һин йыйырға ял(ы)ҡма.
Япраҡһыҙ ағас
Илап торғандай
Япраҡһыҙ ағас,
Өшөйҙөр инде
Яланғас ҡалғас.
Мамыҡтай ҡарҙар
Аҡ юрған ябыр.
Күҙ ҡамаштырыр
Йондоҙҙар тағыр.
Хәҙер өшөмәҫ
Япраҡһыҙ ағас.
Шат төштәр күрер,
Йоҡоға талғас.
Көҙ-еңгә
Көҙ-еңгә бик уңған,
Биттәре ут яна,
Күстәнәс – ҡулында,
Йылмая тупһала.
Үт, еңгә, үт түргә,
Беҙ көттөк, һағындыҡ.
Тирә-яҡ нурланып,
Һары шәл ябынды.
Бик тиҙҙән, бик тиҙҙән
Аҡ ҡарҙар һибелер,
Һары юл ағарыр,
Япраҡтар өҙөлөр.
Миҙгелдәр алмашһа,
Сихри бер тамаша.
Йән барҙа йәм дә бар,
Бар донъя ҡайнаша.
Әлморон
Ниндәй матур әлморон,
Әлморон үҫкән урын.
Сәскәләре ал ғына,
Ҡояш һирпкән бал ғына.
Тирә-яҡта йәм генә,
Өҙөлһәләр, йәл генә.
Шифа ямғырҙар яуһа,
Емештәре мең дауа.
Шундай матур әлморон,
Әлморон үҫкән урын.
Тыуған ерҙең ҡото ул,
Тупрағыбыҙ һуты ул.