27.09.2013 «Минең телем – әсәм һүҙе, Камиллыҡтың үҙелер, Рухыбыҙҙың таянысы, Милләтебеҙ йөҙөлөр»
ҺОРАЛМАҒАН БЫУЫН
(Йыр, М. Ҡасимова көйө)
Диндән яҙҙырылғандарҙан
Тыуған динһеҙ быуын беҙ.
Асылдан да, аҫылдан да
Шуға яйлап һыуындыҡ.
Ҡул күтәреп, доға ҡылып,
Беҙгә кем ни һораған?
Аллаһ беҙгә мохтаж түгел –
Алға пәрҙә ҡоролған.
Һоралмаған, ниәт итеп
Ғәмәл ҡылмаған бер кем.
Бәйғәмбәр өммәтендәге
Беҙме бәхетһеҙ төркөм?
Шөкөр әле, иман ҡалҡып,
Әлепкә төшөнәбеҙ.
Ебебеҙ сеймәлеп бөтә,
Һынып ҡуя энәбеҙ.
Ярай әле, ул-ҡыҙҙарға
Һорарға форсат тейҙе.
Эй, Хоҙайым, үлсәүҙәрҙең
Изгелек яғын эйҙер.
ҺЫЙҘЫР!
Ҡайырылған ҡанаттарым –
Миңә шундай ауыр.
Тик шиғырҙар ташлап китмәй,
Шуға баҫам бауыр.
Ҡайырылған ҡанаттарым
Күкте телер бер мәл.
Илһам ҡошом, арыу белмәй,
Төпһөҙлөктө иңләр.
Ҡайырылған ҡанаттарҙы
Көйҙөрмәһен ҡояш.
Эстәреңә һыяйымсы,
Тыштарыңа һыйғас!
МИНЕҢ ТЕЛЕМ
Минең телем – һөтлө елен,
Эйгәне лә аҡ ҡына.
Юҡ уны үлсәр бизмәндәр,
Баһаларҙай хаҡ бына.
Минең телем – мәҡәл-ғилем
Уйлыны уйға һалыр.
Сөңгөлдәре, сөмбәйҙәре
Үҙенә тартып алыр.
Минең телем – әсәм һүҙе,
Камиллыҡтың үҙелер,
Рухыбыҙҙың таянысы,
Милләтебеҙ йөҙөлөр.
Минең телем – ҡот-бәрәкәт,
Хоҙайҙан насип ырыҫ.
Уны балама тапшырыу –
Минең беренсе бурыс.
ИҪКЕ, ЯҢЫ…
Коттедж. Иномарка. Аҡса.
Фырт ҡына ҡара костюм.
Беҙҙең быуын эҙләнеүсән –
“Яңы урыҫ” асты.
Сарафан. Көмөшкә. Кәртүк –
Атай ызнакумы.
Иҫке булдымы урыҫы –
Аңламаным шуны.
Асыҡ күңел, асыҡ донъя –
Ике ҡулға бер эш.
Таң менән колхоз эшенә
Ауыл менән кереш –
Иҫке башҡорт шундай ине,
Яңылары – эшһеҙ.
Хәҙер көмөшкә һемерә
Хатта әбей. Тешһеҙ.
ТЕЛДӘН МӘСЬӘЛӘ
Ҡыҫҡартыуға телем дусар –
Үәт, бәлә.
Ауыр икән телдән булған
Мәсьәлә!
Төбәк тиеп беҙгә төбәп
Торалар.
Һәм аҫтыртын мәкер-хәйлә
Ҡоралар.
Төбәп атҡан уғым сәпкә
Теймәһә,
Әйткән һүҙҙән ни фәтүә,
Ни баһа?!
ҠЫУАНЫУ
Ҡояш нурҙарынан үрҙем
Елле генә аҡ мурҙа.
Болот-балыҡтарҙы елдәр
Минең яҡҡа ағыҙа.
Тамырланған болоттарҙың
Берегеүе – ямғырға.
Ҡусҡылланып тулҡынланды
Күҙ алдында күк-йылға.
Мөҙҙәт еткәс, мурҙам төбөн
Ҡараным да, ҡыуанам:
Алтын балыҡ булып ҡояш
Төптәрендә тулғана.
ШӨКӨР ИТӘЙЕК
Көн тиҫбеһе тартыла,
Төн тиҫбеһе атыла.
Ай тешләмен, серҙәш бул тип,
Һиңә бирәм яртылай.
Етегәндең келәһен
Бисмиллалап эләйем.
Төнөм тыныс үтһен тип,
Доға ҡылып теләйем.
Аҡ таҫтарым – Ҡош юлы,
Ябынайым башыма.
Фәрештәләр ташламаҫ,
Шайтан ләғин шашынмаҫ.
Хоҙайымдың бирмеше –
Шөкөр генә итерлек.
Яралтмышы – барын да
Мәхрүм итмәй етерлек…
КӨРСӨК
Хан һарайындай өйҙәрҙә -
Һәр икебеҙ.
Тыныбыҙ ҙа тышҡа сыҡмай –
Беҙ биклебеҙ.
Күрше хәлен белешмәйбеҙ –
Яңы йола.
Үҙеңә бикләнеп йәшәү
Ҡалай ҡулай!
Кешелеклек даулайбыҙ шул,
Бәлә килһә.
Яҡын булһа ла, терһәкте
Булмай тешләп.
Миллиондар араһында
Яңғыҙбыҙ беҙ.
Кеше аңлы, тиһәләр ҙә,
Аңһыҙбыҙ беҙ.
Рухи көрсөк әжәлдән дә
Яман икән.
Кешелектең кешелеген
Тамам итер.
БОҘОЛОУ
Ҡыуаны тора иҫеп,
Донъя эштәрен киҫеп.
Һәр нәмәнең мөҙҙәте –
Өләсәй бит өйрәтте.
Боларып тора көнө, ‒
Тынмай ел-дауыл өнө.
Хакимлыҡ бер Хоҙайҙа –
Уға шулай ҡулай ҙа.
Мәхлүклекте онотоп,
Шашыныуға хаҡ-баһа.
Мин тиер һәр бәндәһе
Күктә ҡояш ялтлаһа.
Аллаһтан!
КӨНБАҒЫШ
Көнбағыштай, башым бороп,
Ҡарайым ҡайырылып.
Һының – ергә һеңгән орлоҡ –
Китәһең айырылып.
Көнбағыштың һарыларға
Аңлайым һабышҡанын.
Яҙмыш әленән-әле ҡоя
Өр-яңы табышмағын.
Көнбағыштай гел ҡояшҡа
Үреләм, бороламын.
Аяҙ торор күңел күгем,
Тотһам улар йолаһын…
ЮҠ
Декабргә килеп еттек,
Һыуыҡ, ҡарһыҙ.
Ҡыштары ла ҡыйыр-ҡыймаҫ,
Түгел әрһеҙ.
Климат йылый, ти ғалимдар,
Беләләрҙер.
Һәр осраҡҡа уларҙың бит
Яуап әҙер.
Климат йылый. Ҡыштар башҡа.
Беҙ ҙә бүтән.
Күңелдәрҙең һалҡынлығы
Йәнде өтә.
Өйҙәр йылы, өҫтәр бөтөн,
Тамаҡ та туҡ.
Тик меңдәрҙең араһында
Аңлаусы юҡ.
Күңелеңде аяп, һине
Һанлаусы юҡ.
Иң ғәжәбе: был темаға
Яҡлаусы юҡ.
Докторлыҡты…
МӘКЕ
Мөлкөп ята һыуың,
Күгелйем күҙ – мәке.
Һыуҙарыңдың таты
Ҡыштың үҙен әйтер.
Ҡарҙар яуып, боҙҙар
Ҡаплар инде ҡабат.
Таңд(ы) уятып, балта
Һуғыр инде набат.
Ҡатлам-ҡатлам боҙҙар
Һыры ғына ҡыштың.
Боҫрап торған һыуың
Биҙ(е)рәләп һоҫтом.
Һулҡып ята мәке
Йөрәгеләй ҡыштың.
Уның тын алышын
Ҡышҡы йырға ҡуштым.
АҘ – КҮП
Был кешегә шундай күп кәрәк –
Йыһан кәрәк уға, Ер кәрәк.
Нәфсе-шайтан ҡоторонған һайын
Намыҫ-иман ҡаса төпкәрәк.
Был кешегә шундай аҙ кәрәк –
Тәғәм ризыҡ, йылы һүҙ кәрәк.
Бизмәнеңдә изгелегең артһа,
Шайтан үҙе ҡасыр ситкәрәк.
БАШҠОРТҠА
Тартымһаҡ түгелбеҙ, туған.
Битарафлыҡ беҙгә төҫ.
Берҙәм булмағас, тарҡаубыҙ,
Яңғыҙлыҡта түгел көс.
Ҡан тартмаһа, йән тарта, тип
Әйтһә лә ата-бабам.
Уларҙан тыуған вариҫтар
Тырым-тырағай ана.
Һеперткене бөгөп ҡара,
Һыңар сыбыҡ ҡына мурт.
Ошо сыбыҡ хәлдәренә
Ҡалмаһаң ине, башҡорт!
“КӨЙӨҮ”
Хоккей бара. Эште ташлап
Текәлгәнбеҙ “ҡумта”ға.
Теләк – теге яҡҡа шайба
Инһә ине ҡутара.
Барыбыҙҙы арбап алды
“Салауат”тың уйыны.
Еңелһәләр, эй эс боша –
Ҡыйындың да ҡыйыны.
Бер башҡорт юҡ командала –
Ә исеме ни тора!
Миллиондарҙы ҡуҙғыта
“Салауат!” тигән оран.
Ошо микән рух тигәне –
Есемдән исем алдын.
Уйын уйын булғанда ла
Табыныу булмаҫ алдыҡ.
Эй, Салауат, исемгенәң
Быуаттарҙы шаңҡыта.
Майҙанда беҙһеҙ команда
Кубок яулай, дан тота…
ТЕЛ АСҠЫСЫ
Тел асҡысы бирсе миңә, Хоҙай,
Тыл ҡалҡаны булһын, яу ҡылысы.
Һандуғастар көнләшерлек телем
Киләсәктә һулымаһын өсөн.
Тел асҡысы бирсе миңә, Хоҙай,
Доға ҡылып һинән һорайымсы.
Тел һағында бер фәрештә булып
Арымай ҙа талмай торайымсы.
Тел асҡысы бирсе миңә, Хоҙай,
Быуаттарға күсһен өсөн телем.
Башҡортлоҡто ул дәлилләп
торһон,
Йөрәк ҡылы булып ошо ерҙең...
ТЕЛ ХАҠЫНДА
Тел тигәс тә телмәһен ул
Йөрәкте, бәғерҙәрҙе.
Тел арҡаһында булмаһын
Күргәнем йәберҙәрҙе.
Тел тигәс тә шартлап торһон
Фекер дарыһы булып.
Хәҡиҡәтте ул ҡурсыһын,
Бәләнән алһын йолоп.
Тел тигәс тә йыумаһын ул
Ҡул ҡулды йыуған ише.
Телеңдән ытырғанмаһын
Уны ишеткән кеше.
Тел тигәс тә теләк тыуа:
Телгенәм теленмәһен,
Илендә үҙ башҡортома
Ят булып күренмәһен.
УРАҠ-СҮКЕШ
Бөрйән тауының башында –
Ураҡ-сүкеш.
Коммунизм бөткәнлеккә елле
ҡуҡыш.
Урырға сәскән иген юҡ –
Бөттө колхозы.
Хәҙер эшһеҙ ята, ана,
Улы һәм ҡыҙы.
Сүкешкә лә эштәр кәмей,
Ағас – Мәскәүҙә.
Тарихҡа бер һәйкәл булып
Торһондар әйҙә!
Ураҡ-сүкеш...
ДОҒА
Телеп әйтер телем был,
Белеп әйтер телем был,
Өлөшкә төшкән көмөш –
Йыйып әйтһәң, илем был.
Телеп әйткән ярамаҫ
Туғанына – башҡортҡа.
Тура һүҙҙән тайҡалап
Әйләндекме манҡортҡа?!
Тура әйткән тыйылды,
Ситләтелде иленән.
Үҙеңдеке, яу булып,
Уны төйҙө килелә...
Телеп әйткән телемме,
Беҙгә яҙған бүлемме,
Телгә килгән яу бөгөн
Милләтемә үлемме?
Телгеләнгән телемдәр
Берекмәҫтәй заманмы?
Теленән биҙгән башҡортҡа
Ошо хәле таманмы?
Телеп әйтер телкәйем –
Теләп әйткән доғамда.
Һине Аллам һаҡлаһын
Фани ғына донъямда!
СУМҒАН ШИШМӘ
Телде ҡырҡып беҙҙән үс алдылар
Быуат-быуат элек ҡатилдар.
Мәсхәрәләп, ситкә һөрөлдөләр
Салауаттар ише батырҙар.
Телде ҡырҡып беҙҙән үс алдылар
Быуын-быуын оло түрәләр.
Башҡортлоҡтан манҡортлоҡҡа
күскән
Милләттәштәр – эргә-тирәлә.
Оптималләштереп, замансалап
Телде ҡырҡыу бара аҫтыртын.
Салауаттар рухын юя бара,
Йөрәк ҡанһыратып, башҡортом.
Уяу булыр кәрәк ине лә бит –
Тамаҡ хаҡы, эш урыны тыя.
Эй, башҡортлоҡ, сумған шишмә
ише,
Ваҡыт-ваҡыт эстән һулҡып ҡуя.
Телде ҡырҡып, беҙҙән үс алалар,
Үҙебеҙ ҙә быға булышсылар.
Быуат аша беҙгә рәнйеп ҡарай
Салауаттар ише һуғышсылар...
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА