27.09.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!
– Белеүегеҙсә, һуңғы ваҡытта евроның хаҡы һиҙелерлек кәмене. Әгәр ҙә минең миллиард евром булһа, тип күҙ алдына килтерһәм, хатта насар булып китә. Ә былай бөтәһе лә һәйбәт…
* * *
Шотландия. Ҡатыны – иренә:
– Магазинға барып ҡайт, миңә юбкамды йыуырға кәрәк.
Ире:
– Минекен кейеп тор.
* * *
Ҡайсаҡ кешегә ҡарап тораһың да, башыңда ошондай һорау тыуа: ул ысынлап та шундай ахмаҡ булып тыуғанмы, әллә берәй курс тамамланымы икән?
* * *
– Һеҙ кисә йыйылышта булдығыҙмы?
– Юҡ, мин өйҙә йоҡлауҙы хуп күрәм.
* * *
– Ҡыҙҙар, кәзәләргә асыуланмағыҙ. Үҙегеҙгә асыуланығыҙ, баҡса ҡапҡаһын ябып йөрөргә кәрәк…
* * *
Ас бесәй – иң яҡшы будильник.
* * *
– Ни өсөн бөтә модель-ҡыҙҙарҙың да ҡараштары йыртҡыстарҙыҡына оҡшаш икән?
– Туйғансы ашамағанға…
* * *
– Егеттәр, әйҙәгеҙ, объектив булайыҡ: бөтә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа иҫәр түгел! Улар араһында холоҡһоҙҙар, аңралар, хәйләкәрҙәр һәм дә һары сәслеләр бар.
* * *
«Шунан, донъя бөтөүе менән нимә булып бөттө әле? Миңә ҡышҡы итектәр һатып алырғамы, әллә яҙғылары менән генә барып етергәме?»
* * *
Рәсәйҙә биш төр ир-ат йәшәй:
– матур һәм бай;
– уның ҡарауы, ул матур;
– уның ҡарауы, ул бай;
– уның ҡарауы, ул эсмәй;
– һәм башҡалар.
* * *
Элиталы йорттарҙың подъездарында ябай домофондар ғына түгел, ә домоайфондар тора ине.
* * *
«Күҙҙәремдәге тушты йыумай йоҡларға ятҡайным, иртән панда булып уяндым».
* * *
– Атай, туҡталышта машиналар иҫ киткес күп ине, ә боҙбармаҡ тап минең машинаға килеп төштө!
– Аптырарлыҡ бер нәмә лә юҡ. 25 йыл элек әсәйең кисәлә бер үҙе ине, ә беҙ – бишәү. Бына хәҙер уның менән тап мин йәшәйем!
* * *
Кодировкаланған ир дүрт аяҡлап өйөнә ҡайтып инә лә:
– Ҡатын! Милиция саҡырт, – ти.
– Нимә булды? – тип аптырай ҡатыны.
– Минең кодировканы аҡтарҙылар.
* * *
Кеше бер ваҡытта ла көн торошо, эш хаҡы һәм тиҙ интернет менән ҡәнәғәт булмаясаҡ.
* * *
Иҙрис Ильясович машинаһын шул тиклем насар итеп борҙо, рулдә ҡатын-ҡыҙ ултыра, тип уйлап, эй, иҫәркәй, тинеләр.